Андыҙ (русса: девясил (высокий), латинса: Inula helenium L.) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 1-2,5 м тирәһендә, июнь — сентябрь айҙарында һары сәскә ата; емеше август — октябрь айҙарында өлгөрә. Андыҙ дымлы туғайҙарҙа, йылға, күл ярҙарында, урман ситендә үҫә. Был шифалы үлән республикабыҙҙың күпселек райондарында осрай. Тик Урал аръяғында һирәк күҙәтелә.
Дауалау өсөн андыҙҙың тамыры һәм тамырһабағы ҡулланыла. Уларҙың составында алкалоидтар, сапониндар, инулин шәкәре, эфир майы, С, Е витаминдары һ.б. биологик актив матдәләр бар. Андыҙҙың һабағын көҙгөһөн йәки яҙҙың тәүге айҙарында ҡаҙып алырға була. Ҡаҙып алғас тамыр һәм тамыр- һабағы тупраҡтан таҙартыла, ағым һыуҙа йыуыла. Эре тамыр һәм тамырһабаҡ киптерер алдынан ярып киҫкеләнә. Киптереү өсөн ҡоро, күләгәле урын һайлана. Кипкән тамыр һәм тамырһабаҡ дөрөҫ һаҡлағанда өс йылға тиклем шифаһын юғалтмай. Андыҙ тамыры һәм тамырһабағынан әҙерләнгән ҡайнатманы тын алыу юлдары, үпкә, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, диабеттан, үт ҡыуығы шешеүҙән, бәүел ҡыуығының цистит сиренән, дөйөм шешенеүҙән, экзема, кесерткән биҙгәге, дерматит кеүек тире ауырыуҙарынан, өҙлөкһөҙ сиҡан-шеш сығып йонсотҡанда ҡулланырға кәңәш ителә. Ҡайнатманы әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған тамыр һәм тамырһабаҡты 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, 10-15 минут ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнатманы көнөнә 3-4 тапҡыр, ас ҡарынға, 2-3 аш ҡалағы эсергә.
Андыҙ дауаһы көслө. Шуға күрә врач билдәләүе буйынса дауаланыу мотлаҡ.
«Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре», Вариҫ Ғүмәров