Һуҡыр кесерткән
Һуҡыр кесерткән (русса: яснотка белая, глухая крапива, латинса: Lamium album L.) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Бейеклеге 1,5 м-ға етә. Май — август айҙарында аҡһыл һары сәскә ата, емеше июнь — сентябрҙә өлгөрә, һуҡыр кесерткән — баҡсаларҙа, ҡойма тирәһендә, юл буйҙарында үҫеүсе сүп үләне. Республикабыҙҙың бөтә райондарында ла осратырға мөмкин.
Дауалау өсөн һуҡыр кесерткәндең япрағы һәм сәскәһе ҡулланыла. Сәскәһе составында гликозидтар, гистамин, С витамины һ.б. биологик актив матдәләр бар. Япрағында ламинин исемле актив алкалоид һәм сәскәле булған матдәләр табылған. Һуҡыр кесерткән сәскәһе аяҙ, ҡоро көндә йыйыла һәм күләгәлә, ҡоро, яҡшы елләтелгән урында йоҡа итеп йәйеп, йыш-йыш әйләндереп киптерелә. Үҫемлектең япрағы йәйҙең беренсе яртыһында йыйыла. Киптереүгә талаптар сәскәнеке һымаҡ. Ябыҡ һауытта һуҡыр кесерткән даулары 1 йыл буйы шифаһын һаҡлай.
Һуҡыр кесерткән сәскәһенән әҙерләнгән төнәтмәне халыҡ медицинаһында тын алыу юлдары шешкәндә (бронхит, трахеит һ.б.), берәй эске ағзанан (ашҡаҙан, үпкә, аналыҡтан һ.б.) ҡан килгәндә, бауыр, бөйөр, бәүел ҡыуығы сирләгәндә, ҡайһы бер гинекологик ауырыуҙарҙан, нервылар ҡаҡшағанда, йоҡоһоҙлоҡ йонсотҡанда, ҡан аҙайғанда ҡулланырға кәңәш ителә. Экзема, экссудатив диатез, сиҡан кеүек тире сирҙәре йонсотҡанда ла был төнәтмәне эсеү файҙалы. Төнәтмәне әҙерләү: 2 аш ҡалағы киптереп ваҡланған һуҡыр кесерткән сәскәһен 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Дауаны көнөнә 3-4 тапҡыр, ашар алдынан 20- 30 минут элек, 2-3 аш ҡалағы эсергә. Был ауырыуҙарҙан һуҡыр кесерткән япрағынан әҙерләнгән ҡайнатма ла килешә. Уны әҙерләү: 2 аш ҡалағы киптереп ваҡланған япраҡты 1 литр ҡайнар һыуға һалып, талғын утта 10 минут ҡайнатып алырға. Ҡайнатманы көнөнә өс тапҡыр, ас ҡарынға 1 аш ҡалағы эсергә.
Был дауаны тамаҡ шешкәндә сайҡау рәүешендә ҡулланырға мөмкин. Уны экзема, экссудатив диатез кеүек тире ауырыуҙары булғанда сылатҡыс, ванна алыу өсөн файҙаланып була.
Дауалау өсөн һуҡыр кесерткән үләненән алынған һут та ҡулланыла. Үрҙә күрһәтелгән ауырыуҙарҙан көнөнә өс тапҡыр, ашаған ваҡытта, 1 аш ҡалағы һут эсергә. Һутты һанап сыҡҡан тире ауырыуҙарҙан сылатма рәүешендә лә файҙаланырға мөмкин.
«Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре», Вариҫ Ғүмәров