Артыш

можевильник                                 Артыш

     Артыш (русса: можжевельник обыкновенный, латинса: Juniperus communis L.) — йыл буйы йәшел төҫөн юғалтмаған бәләкәй ылыҫлы ағас үҫемлек. Бейеклеге 1-3 м тирәһе, сәскәһе йәшкелт, емеше йылына бер өлгөрә. Артыш ҡомло һәм ташлы тупраҡта, ҡарағай һәм ҡарағай ҡатнаш урмандарҙа үҫергә ярата. Республикабыҙҙың Белорет, Бөрйән, Архангел, Ғафури, Дүртөйлө һ.б. ҡайһы бер райондарында йыш осрай.


     АртышДауалау өсөн артыштың, ғәҙәттә, емеше ҡулланыла. Уның составында гликозид, эфир майҙары, камфора, терпинолен, фитонцидтар, витаминдар (бигерәк тә С витамины күп) һ.б. биологик актив матдәләр бар. Артыш емешен өлгөргәс, сентябрь айында йыялар һәм ҡояш төшмәгән урында киптерәләр. Кипкән емеште һаҡлау ғәҙәттәгесә, ул өс йылға тиклем шифаһын юғалтмай.
     Артыш емешенән әҙерләнгән төнәтмәне йөрәк ауырыуынан шешенгәндә, үт ҡыуығы һәм үт юлдары сирҙәренән, диабеттан, бөйөрҙә таш барлыҡҡа килгәндә, ҡан баҫымы күтәрелгәндә ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы кипкән артыш емешен 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 1-1,5 сәғәт тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ас ҡарынға, 1 аш ҡалағы эсергә. Артыш емешенән ҡайнатма ла әҙерләргә мөмкин: 1 аш ҡалағы емешен 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, 20 минут ҡайнатып алырға кәрәк. Был дауа ла өҫтә һанап сыҡҡан ауырыуҙарҙан төнәтмә кеүек ҡабул ителә.
     Артыш ҡайнатмаһын аяҡ-ҡул һыҙлағанда ванна яһау өсөн ҡулланып була. Емешенән алынған май һыҙлаған ерҙе ыуыу өсөн файҙалы, һәм уны йоҡлар алдынан, төнгә ҡаршы, ыуынырға тәҡдим ителә.
     Башҡорт халыҡ медицинаһында артыш емешенән әҙерләнгән төнәтмәне төндә бәүеле тотмаған кешегә эсергәндәр, ә артыш ылыҫын гигиеник маҡсатта файҙаланғандар. Өйҙәге насар еҫте бөтөрөү өсөн (шулай уҡ ғаиләлә берәйһе ҡаты сирләгәндән һуң) артыш ботағын элер булғандар.
     Артыш дауалары көслө. Емешенән әҙерләнгән дарыуҙы бөйөрҙәрҙең нефрит һәм нефрозонефрит кеүек етди ауырыу булғанда, йөклө һәм имеҙгән ҡатындарға, бәләкәй балаларға эсерергә ярамай. Дауаланыу мотлаҡ врач билдәләүе буйынса үтергә тейеш.
                                                                       «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре», Вариҫ Ғүмәров