Пәйғәмбәрҙәр тарихынан

Тәбүк яуы

0

                                                                   Тәбүк яуы

     Ғәрәптәр Рум ерҙәренә яу менән барып, уларға һөжүм итеү хаҡында хатта хыялланмай ҙа, сөнки улар үҙҙәрен бындай хәлдән күпкә түбән итеп тоя. Рум халҡы иһә үҙҙәре уңышһыҙлыҡҡа осраған Мөьтә яуын, ҡәнәғәт була алмайынса, һаман иҫендә тотҡан була. Шуға ла Аллаһ Рәсүле ﷺ ғәрәп ерҙәренә килеп етеп, Ислам үҙәгенә яу иғлан итмәҫ борон румдарҙың илен мосолмандар ғәскәре менән баҫып алырға теләй.
                                                                   Яу ваҡыты
     Был яу туғыҙынсы йылдың рамаҙан айында була. Аллаһ Рәсүле ﷺ томра эҫе көндө, емештәр бешкән мәлдә юлға сыға. Алда оҙон юл һәм еңел булмаған сәфәр. Дошмандарҙың һаны ла бик күп. Пәйғәмбәр ﷺ яу ҡоралдарын әҙерләһендәр өсөн хәлде аңлатып бирә, ниндәй илгә барырға теләүен әйтә. Ул саҡта илдә халыҡ өсөн бик ауыр ҡоролоҡ була.
     Монафиҡтар, эҫелектән ҡасып, Аллаһ Рәсүле ﷺ менән йыһатҡа сыҡмаҫ өсөн көсһөҙлөктәренә һылтанған. Улар ҡаршы яҡтың еңелмәҫ, ҡеүәтле булыуынан да ҡурҡҡан, хәҡиҡәттә лә шикләнгән. Аллаһ Тәғәлә ул хаҡта былай тигән: «Өйҙәрендә ҡалып, Аллаһ Рәсүле артынан (яуға) бармауҙарына шатландылар, ә үҙҙәре Аллаһ юлында малы, йәне менән тырышлыҡ күрһәтергә ҡыйынһындылар. Етмәһә, улар: «Көн эҫе саҡта сыҡмағыҙ», — тине. «Тамуҡ уты тағы ла эҫерәк бит», — тиң. Шуны белһендәр ине!» (Ҡөръән, 9:81). тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Тәбуҡ алышы

0

                                                                 Тәбуҡ алышы

     Румдарҙың әһел Ислам менән һуғыш итеү өсөн ғәскәр әҙерләгәндәре рәсүлуллаһҡа ишетелде. Шунлыҡтан рәсүлуллаһ сәхәбәләргә Румдар менән һуғыш итеү өсөн Шам тарафына сәфәр итәсәген һөйләне. Башҡа һуғыштарҙа рәсүлуллаһ, халыҡҡа таралмаһын өсөн, ҡайҙа сығасағын асыҡ әйтмәй ине. Был сәфәрҙә иһә, барасаҡ ер оҙаҡ булып, уға әҙерләнеү тейеш булғанлыҡтан, ҡайҙа сығасағын асыҡ һөйләне. Был ваҡытҡа ҡәҙәр Исламиәтте ҡабул иткән бөтә Бәдиә ғәрәптәрен үә Мәккә халҡын да һуғышҡа сығырға әмер итте. Был һуғышҡа сығыу халыҡҡа бик ауыр килде. Сөнки уларҙың һуғыш итәсәк дошмандары ул быуаттың иң ҡеүәтле дәүләттәренән булған Рум императорлығы булып, барасаҡ ерҙәре лә бик алыҫ ине. Мәҙинә әтрафында был ваҡытта аслыҡ булып, халыҡ бик уңайһыҙ хәлдә ине. Көндәрҙең эҫе булыуы уңайһыҙлыҡты тағы ла арттыра ине. Уның өҫтөнә был ваҡыт емештәрҙең өлгөргән ваҡытына тура килеп, баҡса эйәләре үҙҙәренең баҡсаларында яңы емештәр ашап, күләгәлә рәхәтләнеп ятаһылары килә ине. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Таиф яуы

0

                                                                         Таиф яуы

                                                           Ҫәҡиф халҡы ҡалдыҡтары
     Тороп ҡалған Ҫәҡиф халҡы, Таиф еренә барып, ҡәлғәгә йәшенә. Улар унда бер йылға етерлек кәрәк-яраҡ тарын индереп кенә ҡалмай, һуғыш өсөн кәрәкле әйберҙәрен дә тултыра. Аллаһ Рәсүле ﷺ үҙенең ғәскәре менән улар яғына юлланып, Таиф стенаһына етәрәк туҡталып ҡала. Уларҙың унда үтеп инерлек көсө булмай. Мосолмандар өҫтөнә ҡоторонған саранчалай уҡтар яуа, сөнки Ҫәҡиф халҡы бик оҫта уҡсылар була.
                                                                      Таифте ҡамап алыу
     Ғәскәр икенсе урынға күсеп, уларҙы егерме көндән ашыу ҡамауҙа тота. Араларында көслө алыш була. Уҡтар һаман яуыуын дауам итә. Аллаһ Рәсүле ﷺ ошо ҡамау барышында беренсе тапҡыр катапульта ҡуллана. Көрәш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Күп кенә мосолмандар уҡ тейеүҙән үлеп ҡала. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Таиф алышы

0

                                                                    Таиф алышы

     Хүнәиндә еңелгән мөшриҡтәрҙән бер фирҡә (Сәҡиф менән Һәүәзиндән бәғзеләре) башлыҡтары Мәлик ибн Ғәүф менән Таифҡа ҡасҡайнылар. Улар, үҙҙәренә бер йылға етерлек аҙыҡ әҙерләп, Таиф нығытмаһында бикләнделәр.
     Рәсүлуллаһ уларҙың арттарынан ҡыуҙы. Юлда Мәлик ибн Ғәүфтең ҡәлғәһенә етеп, уны емереп киттеләр. Сәҡиф халҡының береһенең баҡсаһынан үткәндә, баҡса эйәһенең итәғәт итеүе талап ителгәйне. Был ҡабул итмәгәнлектән, баҡсаһы яндырылды.
     Ғәскәр Таиф нығытмаһына яҡын бер ерҙә урынлашты. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Хөнәйен яуы

0

                                                             Хөнәйен яуы

                                               Һәүәүин ҡәбиләһе йыйылышы
     Ҡурәйштәр һымаҡ уҡ Һәүәүин ҡәбиләһе лә ҡеүәте буйынса дан тотҡан була. Улар менән Ҡурәйш ҡәбиләһе араһында уҙенә күрә бер сәмле көрәш бара. Һәүәүин халҡы ҡурәйштәр буйһонған нәмәгә буйһонорға теләмәй.
     Һәүәүиндәр башлығы Малик ибн Ғәүф алышҡа саҡыра башлай, Һәүәүин һәм Ҫәҡиф халҡы күмәкләшеп уның янына туплана, Аллаһ Рәсүленә ﷺ яу менән барырға йыйыналар. Үрҙәре менән берғә мөлкәттәрен, ҡатындарын һәм балаларын да алырға ҡарар итәләр.
     Аллаһ Рәсүле ﷺ Мәккәнең ике меңләгән халҡы менән юлға сыға. Улар араһында яңыраҡ ҡына Исламға килеүселәр ҙә, был динде бөтөнләй ҡабул итмәүселәр ҙә була. Мәҙинәнән сыҡҡан ун меңләп сәхәбә килеп ҡушылғас, уларҙың һаны быға тиклемге яуҙағынан да күберәк булып китә. Хатта ҡайһы бер мосолмандар, кешенең күплегенә һоҡланып: «Бөгөн беҙҙе бер нисек тә еңеп булмаясаҡ», тиешә. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Хүнәйн алышы

0

                                                             Хүнәйн алышы

     Рәсүлуллаһ тарафынан Мәккә фәтх ителеп, һындарҙың бөтөрөлөүе Ҡөрәйш мөшриҡтәре үә Мәккә тирәһендә булған башҡа ғәрәптәрҙең, рәсүлуллаһҡа баш эйеп, Исламиәтте ҡабул итеп тороуҙары Һәүә зин үә Сәҡиф ғәрәптәренә ишетелгәс, улар ҙа тиҙ арала Ислам ғәскәренең улар ерҙәренә килеп етәсәктәрен төшөнөп, бер ергә йыйылып, был мәсьәлә тураһында кәңәшләшә башланылар, Һәүә зин үә сәҡифлылар ғәрәптәрҙең иң ҡеүәтле ҡәбиләләре ине. Шуның өсөн улар, үҙҙәренең ҡеүәттәренә таянып, рәсүлуллаһ менән һуғыш ҡылырға, Ислам ғәскәре һөжүм итмәҫтән элек, уларға ҡаршы сығып һөжүм итергә ҡарар бирҙеләр. Тирә-яҡ ғәрәптәрен Ислам ғәскәренә ҡаршы йыйып, ҡеүәтле бер ғәскәр йыя алдылар. Ошбу ҡәбиләләр араһында рәсүлуллаһтың һөт анаһының ҡәүеме Бәни Сәғд тә бар ине. Ғәскәргә башлыҡ итеп Мәлик ибн Ғәүф Насри билдәләнде. Был кеше ни ҡәҙәр батыр үә хәрби яҡтан оҫта булһа ла, йәш булғанлыҡтан, тәжрибәһе камил түгел ине. Мәлик ғәскәрҙең һуғыш майҙанынан ҡасмауҙарына сәбәп булыр тип, ғәскәргә үҙҙәре менән ҡатындарын, балаларын үә малдарын алып сығырға әмер бирҙе. Мөшриҡ ғәскәре эсендә аҡыл үә фекере менән танылған Дурайд ибн Симма бар ине. Был зат мөшриҡтәрҙең иң бөйөк фарсиҙарынан булып, күп һуғыштарҙа ҡатнашып, дәрәжә ҡаҙанған булһа ла, хәҙерге көндә ғәйәт ҡарт үә һуҡыр ине. Уны һуғышҡа алып сығыуҙарында фәҡәт фекеренән файҙаланыу үә уның менән тәбрикләнеү өсөн ине. Дурайд ғәскәр эсендә ҡатындар, балалары үә малдары ла барлығын белгәс, Мәлик ибн Ғәүфте саҡыртып, быларҙы алып сығыуының сәбәбен һораны. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Мәккәне яулап алыу

0

Мәккәне яулап алыу

                                                         Мәккәне яулап алыуға әҙерлек
     Аллаһ, Үҙенең диненә һәм ҡолдарына ҡағылған әмерҙәрен тамамлағас, Үҙенең Рәсүле менән мосолмандарҙың Мәккәгә инеп, Кәғбәне ялған илаһтарҙан таҙартыуын теләй. Был ер бөтә ғәләм өсөн бәрәкәтле һәм тура юл күрһәтеүсе урынға әйләнергә тейеш була. Мосолмандарға Мәккәне элекке хәленә ҡайтарыу бурысы йөкмәтелә. Ҡаланы фәҡирҙәр, юлсылар һәм хажиҙар өсөн имен урынға әйләндереү зарурлығы тыуа.
                                           Бану Бәкр менән ҡурәйш халҡының килешеүҙе боҙоуы
     Аллаһ бының өсөн сәбәптәр тыуҙыра, ә ҡурәйштәр уларҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
    Хөдәйбиә солохонда «Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡушылырға теләүселәр уның ﷺ менән, ә Ҡурәйш халҡы яғында булырға уйлаусылар улар менән килешеү төҙөй» тигән ҡарар ҡабул ителә.        Шуға ярашлы Бану Бәкр халҡы Ҡурәйш ҡәбиләһе менән һүҙ беркеткән була. Хөзәғә халҡы иһә Пәйғәмбәр ﷺ менән килешеү төҙөргә теләк белдерә.
     Бану Бәкр менән Хөзәғә халыҡтары оҙаҡ ваҡыт үҙ-ара дошмандарса мөнәсәбәттә йәшәй. Ислам килгәс, улар араһында тыныслыҡ урынлаштырыла. Ләкин кешеләр талап ителгән шарттарҙы үтәгән булып ҡылана ғына. Бану Бәкр, солох төҙөлөү форсатынан файҙаланып, Хөзәғәнән элекке асыу-үпкәләре өсөн үс алыу теләге менән янын йәшәй. Уларҙан бер төркөм, төндә һөжүм яһап, тегеләрҙэн бер нисә кешене үлтерә. Бану Бәкр менән Хөзәғә араһында йәнә һуғыш тоҡанып китә. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Мәккәне алыу

0

                                                                 Мәккәне алыу

                                                    Мәккәне алыу өсөн әҙерләнеү
     Рәсүлуллаһ ни ҡәҙәр Ҡөрәйш мөшриҡтәре менән тыныс тороу үә солохто дауам иттереү тарафында булһа ла, мөшриҡтәрҙең ошбу эштәре өсөн, рәсүлуллаһ мөшриҡтәрҙең эштәренә миҫал эшкә әҙерләнергә ҡарар бирҙе. Худайбиә солохонан һуң мосолмандарҙың һаны күбәйеп, ҡеүәте үә дәрәжәһе артҡайны, мөшриҡтәр иһә зәғифләнгәнлектәренән, мосолмандарға ҡаршы тора алмаҫтар ине. Мөшриҡтәрҙең солохто боҙоуҙары ҡан түгелмәйсә Мәккәне еңеп алыуға, Бәйтуллаһты һындарҙан таҙартып, бөтөн донъяға Исламиәтте таратыуға бөйөк бер форсат ине. Шуның өсөн рәсүлуллаһ, шул килгән форсатты ғәнимәт тип белеп, Мәккәне еңеү өсөн ғәскәр әҙерләй башланы. Мәҙинә тирәһендә булған мосолман сәхрә ғәрәптәренә лә әҙерләнергә ҡушты. Ғәскәргә ҡайҙа сәфәр итәсәктәрен халыҡҡа мөмкин ҡәҙәр белдермәҫкә ҡушты. Сөнки рәсүлуллаһтың маҡсаты Мәккәне ҡан түкмәйсә генә алыу ине. Бының өсөн Мәккә мөшриҡтәренә хәбәр ирешмәҫкә тейеш ине. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Мөьтә яуы (Битва у Мута)

0

                                                      Мөьтә яуы (Битва у Мута)

                                             Мосолмандар илсеһен үлтереүсе һәм яза
     Аллаһ Рәсүле ﷺ әл-Хәриҫ ибн Гөмәйер (радыйаЛлаһу ғәнһү) тигән кешене Рум батшалығына ҡараған Бөсрә хакимы Шәрәхбил ибн Ғәмер әл-Ғәссәнийгә хәбәр менән ебәрә. Батшалар менән хакимдар араһында илселәрҙең йәнен ҡыйыу ғәҙәте булмауына ҡарамаҫтан, Бөсрә хакимы бәйләп алып киленгән сапҡынды башын сабып үлтерә. Был хәл илселәр өсөн оло ҡазаға әүерелә һәм хурлыҡ була. Әлеге ҡорбан өсөн үлтереүсене кисекмәҫтән язаға тарттырырға кәрәк була. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Муәтә алышы (Битва у Мута)

0

                                                        Муәтә алышы (Битва у Мута)

                                                         Ғалиб ибн Ғабделлаһ сәриәһе
     Бәни Мурра ғәпрәптәренә ебәрелмеш Башир ибн Сәғд сәриәһенең еңелеп шәһит булыуҙары юғарыла яҙылғайны инде. Ғалиб ибн Ғабделлаһ Бәни Мулух ғәрәптәрен еңеп ҡайтҡас, рәсуллулаһ уны Мурра ғәрәптәрен яза бирер өсөн ике йөҙҙән ғибәрәт бер сәриә ебәрҙе. Сәриә, уларҙың ерҙәренә барып, ҡаты рәүештә һуғыш ҡылып, уларҙы еңде үә бик күп ғәнимәт һәм әсирҙәр алып, Мәҙинәгә ҡайтты. Ғәнимәт ғәскәргә бүленеп бирелгәс, һәр береһенә унар дөйә тейҙе. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Вверх