Хөнәйен яуы
Һәүәүин ҡәбиләһе йыйылышы
Ҡурәйштәр һымаҡ уҡ Һәүәүин ҡәбиләһе лә ҡеүәте буйынса дан тотҡан була. Улар менән Ҡурәйш ҡәбиләһе араһында уҙенә күрә бер сәмле көрәш бара. Һәүәүин халҡы ҡурәйштәр буйһонған нәмәгә буйһонорға теләмәй.
Һәүәүиндәр башлығы Малик ибн Ғәүф алышҡа саҡыра башлай, Һәүәүин һәм Ҫәҡиф халҡы күмәкләшеп уның янына туплана, Аллаһ Рәсүленә ﷺ яу менән барырға йыйыналар. Үрҙәре менән берғә мөлкәттәрен, ҡатындарын һәм балаларын да алырға ҡарар итәләр.
Аллаһ Рәсүле ﷺ Мәккәнең ике меңләгән халҡы менән юлға сыға. Улар араһында яңыраҡ ҡына Исламға килеүселәр ҙә, был динде бөтөнләй ҡабул итмәүселәр ҙә була. Мәҙинәнән сыҡҡан ун меңләп сәхәбә килеп ҡушылғас, уларҙың һаны быға тиклемге яуҙағынан да күберәк булып китә. Хатта ҡайһы бер мосолмандар, кешенең күплегенә һоҡланып: «Бөгөн беҙҙе бер нисек тә еңеп булмаясаҡ», тиешә.
Хөнәйен үҙәнендә
Мосолмандар Хөнәйен үҙәненә тиклем бара. Был хәл һигеҙенсе йылдың унынсы шәүүәлендә була. Улар килеп еткәндә яңы таң һарыһы беленә башлаған була. Һәүәүин халҡы алданыраҡ килеп, тау араһында боҫҡон ҡорған икән. Мосолмандар көтмәгәндә уҡтар яуа башлауынан юғалып ҡала. Ул арала дошмандар, ҡылыстарын алып, яуға ташлана. Мосолмандар бер-береһенә иғтибар ҙа итмәйенсә артҡа сигенергә керешә. Улар Өхөд көнөндә Пәйғәмбәр ﷺ үлтерелгән тигән хәбәрҙән һуң булған хәлдәренә ҡайта.
Яулап алыу һәм тыныслыҡ
Шул рәүешле Аллаһ, үҙҙәренең күплеге менән һоҡланған мосолмандарға яза биреп, уларҙы баллы еңеүҙәң һуң әсе еңелеү тәмен татырға мәжбүр итә. Аҙаҡ шомдо дошман яғына кире ҡайтарып, Рәсүленең һәм мөьмиидәрҙең күңелендә тыныслыҡ урынлаштыра. Аллаһ Рәсүле ﷺ үҙенең һоро ҡасырында ҡурҡыу белмәйенсә, ҡыйыу рәүештә ултыра. Уның менән бергә мөһәжирҙәр һәм ансарҙар араһынан бер нисә кеше һәм ғаилә ағзалары ғына тороп ҡала. Ғәббәс ибн Ғәбделмотталиб (радыйаЛлаһу ғәнһү) Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡасырын йүгәненән тотоп ала. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Мин — Аллаһ Рәсүле. Ялғанлыҡ юҡ. Мин — Ғәбделмотталиб улы», ти.
Мөшриктәр ғәскәре яҡынлаша башлағас, Пәйғәмбәр ﷺ тупраҡ алып, дошмандарға ҡарай ташлай. Тупраҡ уларҙың күҙҙәренә инә.
Һәр кемеһенең тик үҙе менән генә булыуын күргәс, Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Эй, Ғәббәс! «Эй, ансарҙар! Эй, ант биреүселәр!» — тим ҡысҡыр», — ти. Ә Ғәббәс бик көслө тауыш эйәһе булған була. Уның тауышына кешеләр: «Бына мин һинең алдында!» тип, йыйылыша башлай. Һуғышсылар дөйәләренән һикереп төшөп, ҡылыстарын һәм ҡалҡандарын алалар ҙа Пәйғәмбәр ﷺ янына ашығалар. Уның янына йыйылған төркөм дәррәү алышҡа ташлана. Аллаһ Рәсүле ﷺ һыбай килеш етәкселек итә. Кешеләр бер ни алдында ла бирешеп ҡалмай. Мөхәммәт ﷺ бик күп кешене әсирлеккә ала.
Был яу барышында Аллаһ фәрештәләрҙе ярҙамға ебәрә. Үҙән улар менәм тула. Аллаһ был хаҡта шулай ти: «Аллаһ һеҙгә күп урында ярҙам ине, шулай уҡ — үҙегеҙҙең күплегегеҙгә хайран ҡалған Хөнәйен көнөндә. Ләкин ул (күплегегеҙ) бер нәмәнән дә һеҙҙе ҡотҡарманы, киң ер һеҙгә тар булын ҡалды. Шунан һуң һеҙ, арҡа күрһәтеп, кирегә боролдоғоҙ. Шунан Аллаһ Үҙенең Рәсүленә һәм мөьминдәренә тыныслығын бирҙе, һеҙ күрмәгән ғәскәрен ебәреп, иманһыҙҙарҙы ҡыйратып ташланы. Кафырҙарға был яза булды» (Ҡөръән. 9:25-26).
Пәйғәмбәрҙәрҙең йөҙөк ҡашы Мөхәммәд Мостафа ﷺ, Нәркәс Алсынбаева