Тәбүк яуы

                                                                   Тәбүк яуы

     Ғәрәптәр Рум ерҙәренә яу менән барып, уларға һөжүм итеү хаҡында хатта хыялланмай ҙа, сөнки улар үҙҙәрен бындай хәлдән күпкә түбән итеп тоя. Рум халҡы иһә үҙҙәре уңышһыҙлыҡҡа осраған Мөьтә яуын, ҡәнәғәт була алмайынса, һаман иҫендә тотҡан була. Шуға ла Аллаһ Рәсүле ﷺ ғәрәп ерҙәренә килеп етеп, Ислам үҙәгенә яу иғлан итмәҫ борон румдарҙың илен мосолмандар ғәскәре менән баҫып алырға теләй.
                                                                   Яу ваҡыты
     Был яу туғыҙынсы йылдың рамаҙан айында була. Аллаһ Рәсүле ﷺ томра эҫе көндө, емештәр бешкән мәлдә юлға сыға. Алда оҙон юл һәм еңел булмаған сәфәр. Дошмандарҙың һаны ла бик күп. Пәйғәмбәр ﷺ яу ҡоралдарын әҙерләһендәр өсөн хәлде аңлатып бирә, ниндәй илгә барырға теләүен әйтә. Ул саҡта илдә халыҡ өсөн бик ауыр ҡоролоҡ була.
     Монафиҡтар, эҫелектән ҡасып, Аллаһ Рәсүле ﷺ менән йыһатҡа сыҡмаҫ өсөн көсһөҙлөктәренә һылтанған. Улар ҡаршы яҡтың еңелмәҫ, ҡеүәтле булыуынан да ҡурҡҡан, хәҡиҡәттә лә шикләнгән. Аллаһ Тәғәлә ул хаҡта былай тигән: «Өйҙәрендә ҡалып, Аллаһ Рәсүле артынан (яуға) бармауҙарына шатландылар, ә үҙҙәре Аллаһ юлында малы, йәне менән тырышлыҡ күрһәтергә ҡыйынһындылар. Етмәһә, улар: «Көн эҫе саҡта сыҡмағыҙ», — тине. «Тамуҡ уты тағы ла эҫерәк бит», — тиң. Шуны белһендәр ине!» (Ҡөръән, 9:81).

                                                                           Ярҙам
     Аллаһ Рәсүле ﷺ тырышып яуға әҙерләнә башлай. Сәхәбәләренә барлыҡ кәрәк-яраҡты әҙерләргә ҡуша. Байҙарҙы Аллаһ хаҡына һуғыш ҡоралдары һәм эйәрле мал менән ярҙам итергә саҡыра, шулай итеп, улар ҙа был эшкә үҙ өлөшөн индерә. Ғөҫмән ибн Тәффән (радыйаЛлаһу ғәнһү), ауыр саҡта мосолман ғәскәренә бик ҙур ярҙам күрһәтеп, мең динар сарыф итә. Аллаһ Рәсүле ﷺ уның өсөн доға ҡыла.
                                                         Ғәскәр Тәбүккә юл тота
     Аллаһ Рәсүле ﷺ утыҙ меңлек ғәскәре менән Мәҙинәнән Тәбүккә ҡарай юл ала. Быға тиклем яу сапҡандарҙан ҙурыраҡ була был сиреү. Ҫәмүд халҡы йәшәгән әл-Хижер еренә килеп етәләр. Пәйғәмбәр ﷺ, бында ғазаплаусылар йәшәүен белдереп, сәхәбәләренә: «Үҙҙәренә зыян килтереүселәрҙең ерҙәренә илап инегеҙ. Уларҙың башына төшкән нәмә һеҙгә лә килмәһен», — тип әйтә.
     Ныҡ һыуһаған сәхәбәләре Аллаһ Рәсүленә ﷺ зарланырға тотона. Ул доға ҡылғас, Аллаһ (Сүбхәнә үә Тәғәлә) болоттар ебәрә. Кешеләр һыуһындарын ҡандырып, һауыттарына һыу тулпарын алғансы ямғыр яуа.
                                                               Мәҙинәгә ҡайтыу
     Аллаһ Рәсүле ﷺ Тәбүккә килеп еткәс, уның янына ғәрәп хакимдары йыйылып, солох килешеүе төҙөй һәм һалым түләй. Аллаһ Рәсүле ﷺ ике яҡтың да именлеге, һыу һәм юлдар менән тәьмин итеү шарттары хаҡында грамота яҙа.
     Аллаһ Рәсүленең ﷺкилеп етеүе хаҡында ишеткәс, Рум халҡында алыш теләге һүнә һәм улар һөжүм итеүҙән бөтөнләй баш тарта. Ошо арҡала Ислам дәүләте ерҙәре тағы ла нығыраҡ киңәйә.
     Аллаһ Рәсүле ﷺ Тәбүктә егерме көндән ашыу була ла Мәҙинәгә әйләнеп ҡайта.
                                                                Яза һәм уңыш
    Был яуҙа ҡатнашмаусылар араһында Кәғб ибн Малик, Мөрәрә ибн әр-Рәбиғ һәм Һиләл ибн Өмәййә лә (радыйаЛлаһу ғәнһүм) була. Улар ошоғаса Ислам динендә ҙур уңыш ҡаҙанған кешеләр тип иҫәпләнә. Мөрәрә ибн әр-Рәбиғ менән Һиләл ибн Өмәййә (радыйаЛлаһу ғәнһүмә) Бәдер яуында ла алыша. Яуҙарҙан баш тартыу, ғөмүмән, уларҙың ғәҙәтенә һис тап килмәй. Теләк белдермәй, һуҙа килеүҙәренә бары тик илаһи хикмәт һәм һынап ҡарау шарты һалынған була.
     Аллаһ Рәсүле ﷺ улар менән һөйләшмәҫкә ҡуша. Мосолмандар был әмерҙе ишетеү менән буйһона. Кешеләр илле көн дауамында уларҙан ситләшә. Кәғб ибн Малик мосолмандар менән йәмәғәт намаҙында ҡатнаша, баҙарҙы ҡыҙырып сыға, ләкин берәү ҙә уға һүҙ ҡушмай. Бындай шелтә уның һөйөүен тағы ла нығыраҡ көсәйтә.
     Эш бының менән генә бөтмәй, ул өсәүгә ҡатындарына бөтөнләй ҡағылмаҫҡа ҡушыла, һәм был әмергә буйһоналар.
     Шулай бер ваҡыт Ғәссән ҡәбиләһе хакимы ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү өсөн Кәғб ибн Маликты үҙ янына саҡырып илсе ебәрә. Илсе хат тотторғас, Кәғб ҡағыҙҙы йырта ла утҡа тыға.
     Шулай итеп, Аллаһ был өсәүҙе оло һынауҙарға дусар итә. Ошонан һуң улар үҙҙәрен күрә алмау сигенә етә, бар ғаләмде тар, ят итеп тоялар. Улар бик ныҡ һағышлана башлай.
     Аҙаҡ ете күк сигенән уларҙың тәүбәһе ҡабул ителеүе хаҡында аят төшөрөлә. Аллаһ былай ти: «Аллаһ пәйғәмбәрҙең һәм ауыр сәғәттә, күңелдәре аҙыр сиккә еткәндә, Уға эйәргән мөһәжирҙәр менән ансарҙарҙың тәүбәһен ҡабул итте. Шунан Ул уларға йөҙ борҙо. Ул бит күндәм, рәхимле... һәм ҡалдырылған өс кешегә (йөҙ борҙо). Иркен ер тап-тар булып, күңелдәре ҡыҫылған саҡта улар, Аллаһтан ҡотолор өсөн Уның Үҙенә һыйыныуҙан башҡа сара юҡ, тип уйланы. Шунан тәүбәгә килһендәр өсөн Аллаһ уларға йөҙ борҙо. Аллаһ бит ярлыкаусан, рәхимле!» (Ҡөръән, 9:117-118).
                                                    Тәбүк яуы — һуңғы яу
     Тәбүк яуы Пәйғәмбәр ﷺ алышҡан һуңғы яу була. Ул ҡатнашҡан яуҙарҙың һаны, дөйөм алғанда, егерме ете тип иҫәпләнһә, Аллаһ Рәеүленән ﷺ тыш үткәндәре алтмыш тирәһе. Ҡайһы бер яуҙар алышһыҙ ғына үтә. Ике яҡтың да ҡорбандары күп тигәндә лә мең дә ун һигеҙҙән артмай. Яу барышында түгелгән ҡан күләмен Аллаһ Үҙе генә белә. Ярымутрауҙа тыныслыҡ урынлаша. Барыһы ла Аллаһ Тәғәләнән генә ҡурҡа.
                                         Пәйғәмбәрҙәрҙең йөҙөк ҡашы Мөхәммәд Мостафа ﷺ, Нәркәс Алсынбаева