Архив рубрики: Пәйғәмбәрҙәр тарихынан

Муәтә алышы (Битва у Мута)

                                                        Муәтә алышы (Битва у Мута)

                                                         Ғалиб ибн Ғабделлаһ сәриәһе
     Бәни Мурра ғәпрәптәренә ебәрелмеш Башир ибн Сәғд сәриәһенең еңелеп шәһит булыуҙары юғарыла яҙылғайны инде. Ғалиб ибн Ғабделлаһ Бәни Мулух ғәрәптәрен еңеп ҡайтҡас, рәсуллулаһ уны Мурра ғәрәптәрен яза бирер өсөн ике йөҙҙән ғибәрәт бер сәриә ебәрҙе. Сәриә, уларҙың ерҙәренә барып, ҡаты рәүештә һуғыш ҡылып, уларҙы еңде үә бик күп ғәнимәт һәм әсирҙәр алып, Мәҙинәгә ҡайтты. Ғәнимәт ғәскәргә бүленеп бирелгәс, һәр береһенә унар дөйә тейҙе. Читать далее

Хәйбәр алышы

                                                          Хәйбәр алышы

                                                            Аллаһ бүләге

     Аллаһ (сүбхәнә үә тәғәлә) Хөдәйбиәлә Ридуан антын биреүселәрҙе, яҡынлашып килгән еңеү һәм оло табыш менән ҡыуандырып, былай ти: «Ағас аҫтында (Хөдәйбиәлә) һиңә ант иткән мөьминдәрҙән Аллаһ риза булды. Күңелдәрендә ни барын белеп, уларға тыныслыҡ бирҙе. Бүләк итеп, тиҙ арала еңеү, алыр өсөн мул ғәнимәт бирҙе. Аллаһ олуғ, хикмәтле!» (Ҡөръән, 48:18-19).

     Был еңеүҙәрҙең һәм табыштарҙың тәүге күрһәткесе — Хәйбәр алышы. Мәҙинәнән етмеш миль алыҫлыҡта урынлашҡан Хәйбәр йәһүдтәр йәшәгән ер була. Унда йәһүдтәрҙең үтеп инә алмаҫлыҡ ҡәлғәләре һәм хәрби базалары тора. Аллаһ Рәсүле улар яғынан бер ниндәй ҙә хәүеф-хәтәр янамауын, именлек булыуын теләй. Читать далее

Хайбәр ғәзүәһе (һуғышы)

                                                             Хайбәр ғәзүәһе (һуғышы)

     Худайбиә солохонан һуң, мөшриҡтәр тарафынан ҡурҡыныстар бөткәс, рәсүлуллаһ мосолмандарҙың иң ҙур үә иң ҡеүәтле дошмандары булып, һәр ваҡыт уларға мәшәҡәттәр сығарып тормаҡта булған Хайбәр йәһүдиҙәрен яза итмәк өсөн рәсүлуллаһ ғәскәр әҙерләне. Худайбиәнән ҡайтышлай, Аллаһу Тағәлә, Фәтх сүрәһен иңдереп, Худайбиә солохон рәсүлуллаһ үә мосолмандарға бик файҙалы бер солох икәнлеген бәйән иткән үә Хайбәрҙең еңелеүе менән мосолмандарға шатлыҡ хәбәре биргәйне. Етенсе йыл мөхәррәм айында бер мең дүрт йөҙ (улар эсендә ике йөҙ атлы ине) ҡәҙәр ғәскәр менән Хайбәргә йүнәлде. Улар эсендә Худайбиә ваҡиғаһында ҡатнашҡан сәхрә ғәрәптәре лә бар ине. Сәхрә ғәрәптәренән бик күбеһе был һуғышҡа сығырға теләһәләр ҙә, маҡсаттары фәҡәт ғәнимәт малы алыу булғанлыҡтан, рәсүлуллаһ уларға: «Теләһәгеҙ, сығығыҙ, фәҡәт һеҙгә ғәнимәт бирелмәйәсәк», — тигәне өсөн, улар сыҡманылар, һуғышҡа рәсүлуллаһ ҡатыны Үмм Сәләмә менән бер нисә сәхәбиә лә сыҡҡайны. Мәҙинәлә Сибағ ибн Ғүрфәтә Әл Ғиффәри ҡалды. Читать далее

Хандаҡ йәки Әхзәб ғәзүәһе (алышы)

                                                       Хандаҡ йәки Әхзәб ғәзүәһе (алышы)

     Бәни Назир йәһүдиҙәре ватандарынан һөрөлгәндәренән һуң Шам тарафтарына үә бәғзелэре Хәйбәргә китеүҙәре юғарыла яҙылғайны. Хәйбәргә киткән йәһүдиҙәр һәр ваҡыт мосолмандарҙан үс алырға, ҡулдарынан киткән ерҙәрен яңынан үҙҙәренә ҡайтарырға форсат көтөп тормаҡта инеләр. Икенсе Бәҙергә сығыуға һүҙ биреп тә, сығыуға муафиҡ булмаған Ҡөрәйштәрҙең күңелдәрендә лә, форсат килгәндә, мосолмандарға бик ҙур бер ҡеүәт менән сығып, ҡаты бер һуғыш биреү ниәте бар ине. Быны бик яҡшы белгән Хүйәй ибн Ахтаб, Сәллам ибн Әби Хукайк, Кинәнә ибн әби Рабиғ, Сәлләм ибн Мишкәм кеүек ғәрәп ҡәбиләләрен ҡоторта башланылар. Иң элек Ҡөрәйш ҡәбиләһенә барып рәйестәрен күрҙеләр һәм уларға, әгәр әһел Ислам менән һуғышһалар, ярҙам итәсәктәрен вәғәҙә иттеләр. Мөшриҡтәр уларҙың һүҙҙәрен ҡабул иттеләр, һуңынан Ғатафан (Фәзәра, Мурра, Әшжәғ) ҡәбиләһенә барып, рәйестәре Ғуяйиә ибн Хисн Фәззәри, Хәрис ибн Ғәуф Мурра, Мисгар ибн Рухайлә Әшжәғи менән һөйләшеп, уларҙы мосолмандарға ҡаршы һуғышырға ҡыҙыҡтырҙылар. Уларға Ҡөрәйш мөшриҡтәренең дә һуғышҡа әҙерләнгәндәрен һөйләнеләр. Былар ҙа уларҙың һүҙҙәрен ҡабул иттеләр. Бынан һуң башҡа ғәрәп ҡәбиләләрен күреп, уларҙан да бер ни ҡәҙәр тарафтарҙар йыйҙылар. Читать далее

Әл-Әхзәб алышы

                                            Әл-Хәндәҡ йәки әл-Әхзәб алышы

     Бишенсе йылдың шәүүәл айында әл-Хәндәҡ йәки әл-Әхзәб алышы була. Хәл иткес һәм михнәтле һуғыш. Мосолмандар бик ауыр һынауҙарға дусар ителә. Уларҙың был көндәгенән дә хәтәрерәк Һынау күргәндәре булмаған. Ошо турала Аллаһ Тәғәлә былай ти: «Бына улар өҫтән дә, аҫтан да уратып алды. Һеҙҙең күҙегеҙ аларҙы, йөрәгегеҙ боғаҙығыҙға килде. Аллаһ тураһында төрлө нәмә уйланығыҙ. Шунда мөьминдәргә һынау булды: улар, бик ҡаты тетрәнеп, ҡойолоп төштө» (Ҡөръән. 33:10-11). Читать далее

Өхөд янындағы алыш

                                                               Өхөд янындағы алыш

                                                                Асыу менән үс алыу
     Бәдер көнөндә күренекле Ҡурәйш халҡы еңелеүгә дусар ителгәндән һуң Мәккәгә ғәскәрҙең ҡалдығы ғына ҡайтып етә. Был улар өсөн бик оло юғалтыу була. Һуғышта ятып ҡалғандарҙың аталары, улдары һәм ағай-энеләре Әбү Суфйанға һәм теге каруанда тауарҙары булған кешеләргә киләләр ҙә, кәңәшләшеп, шул байлыҡтарҙы мосолмандарға ҡаршы көрәштә ҡулланырға ҡарар итәләр. Ҡурәйш ҡәбиләһе халҡы Аллаһ Рәсүленә ҡаршы алыш өсөн туплана. Шағирҙар шиғырҙары менән кешеләрҙе алышҡа әйҙәй, уларҙа көс-ғәйрәт уята.
     Ҡурәйштәр һижрә буйынса өсөнсө йылдың шәүүәл айында үҙҙәренә эйәргән башҡа ҡәбилә вәкилдәре менән бергә алышҡа сыға. Күренекле ҡурәйштәр үҙҙәре менән ҡатындарын да ала. Улар ғәскәрҙәре менән Мәҙинә ҡаршыһына барып еткәнсе бара. Аллаһ Рәсүле ﷺ, мосолмандар Мәҙинә эсендә булырға тейеш, дошмандар баҫып ингән хәлдә генә ҡаршы көрәшкә сығасаҡбыҙ, тигән ҡарарға килә. Ул ҡаланан китергә теләмәй. Ғабдуллаһ ибн Өбәйй ҙә Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡарарын ҡеүәтләй. Тик Бәдер алышында ҡатнаша алмай тороп ҡалғандар ғына: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Әйҙә, бергә дошман ҡаршыһына сығайыҡ. Беҙ уларҙан ҡурҡа йәки көс-ҡеүәтебеҙ юҡ, тип уйламаһындар әйҙә», — тип ныҡыша. Аллаһ Рәсүле ﷺ өйөнә инеп, хәрби күлдәген кейгәнсе, уның артынан эйәреп йөрөйҙәр. Әммә аҙаҡ был ҡылыҡтары өсөн үкенеп: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Беҙ һине ошо аҙымға этәрҙек. Беҙ бит һине мәжбүр итергә теләмәгән инек. Теләһәң, туҡтат. Аллаһ бәрәкәт бирһен үҙеңә», — тиҙәр. Аллаһ Рәсүле ﷺ уларға: «Кейгән икән, пәйғәмбәргә, алышмайса тороп, хәрби күлдәген сисеү килешмәй», — тип яуап бирә.
     Пәйғәмбәр ﷺ, үҙенең меңәрләгән сәхәбәһе менән яуға сыға. Мәҙинә менән Өхөд араһында булған саҡта Ғабдуллаһ ибн Өбәйй: «Уларҙы тыңланың, мине тыңламаның», тип өс йөҙләгән кеше менән ғәскәрҙе ташлап китә. Читать далее

Ухуд (Өхөд) һуғышы

Ухуд (Өхөд) һуғышы

     625 йыл, Һижрәнең 3 йылы, Ухуд (Өхөд) һуғышы.
     Бәҙер һуғышынан һуң Мәккәлә рәйес булған Әбү Суфьян ибн Хәрбтең, әһел Исламдан үс алыу маҡсаты менән, ике йөҙ ғәскәр йыйып, Мәҙинәгә барып та, был сәфәрҙән уңышһыҙ ҡайтҡанлығы юғарыла яҙылғайны.
     Бәҙер ваҡиғаһы әсеһе өҫтөнә тағы ла был уңышһыҙлыҡҡа дусар булған Әбү Суфьян нисек тә булһа әһел Исламдан үс алыу ниәтендә йөрөй ине. Бәҙер һуғышында үлгән кешеләрҙең яҡындары ла үс алыу ниәтендә инеләр. Бының өҫтөнә Бәҙер һуғышынан һуң мөшриҡтәрҙең сауҙа юлдары ла бикләнеү дәрәжәһенә еткән тиәрлек ине. Шунлыҡтан ҡеүәтле бер ғәскәр туплап, әһел Исламдың шәүҡәт үә ҡеүәттәрен һындырыу мөшриҡтәргә иң мөһим бер нәмә ине.
     Бәҙер һуғышына сәбәп булған каруандағы малдар, уның эйәләре, ул ваҡытта шул каруанды яҡлайбыҙ тип, Мәккәнән сығып Бәҙерҙә булғанға, ул каруан Мәккәгә ҡайтҡас, бүленмәйсә Дәрун нәдүәлә һаҡларға ҡуйылғайны, һуңынан уның эйәләренең күбеһе Бәҙерҙә үлеү сәбәпле, икенсенән, Бәҙерҙә еңелеүҙең әсеһе сәбәпле, каруан малын бүлеүгә күңелдәре бармай ине. һуңынан мөшриҡтәр, Әбү Суфьянға барып, ошбу каруан малдарын мосолмандарға ҡаршы һуғышыу өсөн файҙаланыу тураһында һүҙ һөйләнеләр. Әбү Суфьян да, быны бик хуп күреп, бергәләп халыҡты шуға ҡыҙыҡтырҙылар. Халыҡ быға ризалыҡ белдерҙе. Каруандағы мал, илле мең алтынға иҫәпләнеп, һуғыш кәрәгенә сарыф ителде. Читать далее

Бәдер янындағы оло һуғыш

                                                      Бәдер янындағы оло һуғыш

     Һижрә буйынса икенсе йылдың Рамаҙан айында оло һуғыш була. Аллаһ был көндө «Айырыу көнө» тип атай: «Әгәр (хаҡты ялғандан) айырыу көнөндә, ике йәмәғәт осрашҡан көнгә, Аллаһҡа һәм Беҙҙең Үҙ ҡолобоҙға күндергән аяттарға иман килтергән булһағыҙ...» (Ҡөръән, 8:41).
     Аллаһ Рәсүле ﷺ Әбү Суфйандың, ҡурәйштәрҙең оло каруанында тауарҙар тейәп, Шам ерҙәренән ҡайтып килеүе хаҡында ишеткәс, мосолмандарҙы алышҡа әйҙәй башлай.
     Мосолмандар менән мәжүси ҡурәйштәр араһында яу була. Барыһы ла изге Ислам һуғышы өсөн барлыҡ милкен ҡорбан итә, сөнки мосолмандарҙың хәле мөшкөлләнә барған була. Уларҙың ғәскәре Мәҙинә сигенә һәм ҡаланың көтөүлек ерҙәренә тиклем һуҙыла. Читать далее

Бәҙер һуғышы

                                                             Бәҙер һуғышы
     Тарихҡа инеп ҡалған Ислам дине өсөн беренсе Бәҙер (Бәдер) һуғышы 623 йылда, Һижрә йылының Рамаҙан айында була. Һеҙҙең иғтибарға ике төрлө китаптан алынған ошо Бәҙер һуғышы тураһында мәғлүмәт.
                                                             Бәҙер һуғышы
     Йомадил әүүәл айында сығып та, тура килтерә алмаған әлеге ҙур каруандың Мәккәгә ҡайтыуын рәсүлуллаһ көтөп, күҙәтеп тора ине. Рамазан айының баштарында ҙур каруандың Мәккәгә ҡайтып барыуын ишетеү менән, рәсүлуллаһ сәхәбәләргә әҙерләнергә ҡушты. Каруанда мөшриҡтәрҙең һаны бик аҙ булғанға, рәсүлулллаһ был сәфәргә ул ҡәҙәр әһәмиәт бирмәне. Сәхәбәләрҙе лә сығыуға ҡаты рәүештә дәғүәт итмәне. Шунлыҡтан байтаҡ кешеләр был сәфәргә сыҡманылар. Уның өҫтәүенә, каруандың китеп барыуы мөмкин булғанлыҡтан, сәфәргә бик ашығыс хәлдә киткәнгә, ҡайһы бер сәфәргә сығаһы кешеләр ҙә, өйҙәрендә булмағанға, йәки ат үә дөйәләре әҙер булмағандан, сыға алмай ҡалдылар. Бик ашығыс хәлдә 313 кеше сәфәргә сыҡты. Улар араһында 86 мөһәжир булып, ҡалғаны ансарҙар ине. Етмеш дөйәләре булып, уларға икешәр, өсәр, дүртәр кеше сиратлап алмаш- тилмәш ултырып барҙылар. Рәсүлуллаһ, Ғәли бин Әбү Талиб, Мүрсәд бин әби Мурсәд Ғәнәүи- өсөһө бер дөйәлә, Әбү Бәкр, Ғүмәр, Ғабдуррахман бин Ғәүеф — өсөһө бер дөйәлә сиратлап ултырып барҙылар. Ғәскәр эсендә барлығы ике атлы кеше бар ине: Муктад бин Әсүәд, үә Зәбир бин Ғәввәм. Мәҙинә тышында, Бөйүтүл Сәҡыяға туҡтап, рәсүлуллаһ ғәскәрҙе ҡарап сыҡты. Һуғышҡа барырға йәш булған бәғзе йәштәрҙе Мәҙинәгә кире ҡайтарып ебәрҙе. Улар эсендә Ғабделлаһ бин Ғүмәр, Рәбиғ бин Хадиж, Бараз бин Ғәбз, Зәид бин Сәбит бар ине. Раухаәгә еткәс, Мәҙинәгә вәли итеп Әбү Лүбәбәне ебәрҙе. Сафраәгә яҡынлашҡас, Бисбис бин Ғәмрү менән Ғәли бин әби Зүғбәне каруан хаҡында мәғлүмәт алып килеү өсөн Бәҙергә ебәрҙе. Читать далее

Мөхәммәт пәйғәмбәр (аҙағы)

Аллах Акбар

                   Мөхәммәт пәйғәмбәр (аҙағы)

   Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ хаҡында Ғайса ХӨСӘЙЕНОВтың «Ватандаш» журналында (№ 6) сыҡҡан хикәйәте.

   Вәғәздән — ҡоралға, изге яуға Ислам динен таратыуҙа вәғәздән ҡоралға ысулы — йыһат. Каруандарға һөжүмдәр. Был хаҡта Ҡөръәндәге вәхи.

   Алла исеменән өгөт-нәсихәт, вәғәз ысулы ғына яңы дингә өндәүҙә әллә ни ҙур һөҙөмтәләр бирә алманы. Ислам диненә өндәмәгә ун өс йыл тулды, хаҡ мосолмандар бер-ике меңдән бигүк артманы. Мөхәммәт пәйғәмбәр тоғро сәхифәләре, ғаиләләре, бар мөьминдәре менән туған Мәккә ҡалаһын ташлап күсеп китергә — һижрәткә мәжбүр булды. Үҙ ырыуҙаштары көрәйештәрҙән, яһил башлыҡтарынан күпме ыҙа-яфа, мәсхәрә, ҡыҫым, эҙәр кисерҙеләр. Яңы урында, Мәҙинәлә, һәр тарафта дошмандары, кафырҙар, монафиҡтар һаман ҡайнап тора. Мөьминдәре йүнле, төшөмлө эш-һөнәр таба алмай, мохтажлыҡ эсендә йәшәй.

Читать далее