Тәбуҡ алышы

                                                                 Тәбуҡ алышы

     Румдарҙың әһел Ислам менән һуғыш итеү өсөн ғәскәр әҙерләгәндәре рәсүлуллаһҡа ишетелде. Шунлыҡтан рәсүлуллаһ сәхәбәләргә Румдар менән һуғыш итеү өсөн Шам тарафына сәфәр итәсәген һөйләне. Башҡа һуғыштарҙа рәсүлуллаһ, халыҡҡа таралмаһын өсөн, ҡайҙа сығасағын асыҡ әйтмәй ине. Был сәфәрҙә иһә, барасаҡ ер оҙаҡ булып, уға әҙерләнеү тейеш булғанлыҡтан, ҡайҙа сығасағын асыҡ һөйләне. Был ваҡытҡа ҡәҙәр Исламиәтте ҡабул иткән бөтә Бәдиә ғәрәптәрен үә Мәккә халҡын да һуғышҡа сығырға әмер итте. Был һуғышҡа сығыу халыҡҡа бик ауыр килде. Сөнки уларҙың һуғыш итәсәк дошмандары ул быуаттың иң ҡеүәтле дәүләттәренән булған Рум императорлығы булып, барасаҡ ерҙәре лә бик алыҫ ине. Мәҙинә әтрафында был ваҡытта аслыҡ булып, халыҡ бик уңайһыҙ хәлдә ине. Көндәрҙең эҫе булыуы уңайһыҙлыҡты тағы ла арттыра ине. Уның өҫтөнә был ваҡыт емештәрҙең өлгөргән ваҡытына тура килеп, баҡса эйәләре үҙҙәренең баҡсаларында яңы емештәр ашап, күләгәлә рәхәтләнеп ятаһылары килә ине.

                                                                      Иғәнә итеү
     Ғәскәр әҙерлеге өсөн рәсүлуллаһ мосолмандарҙы ярҙам итеүгә өндәне, был турала хөтбәләр һөйләне һәм вәғәз-нәсихәттәр ҡылды, һәр кем ҡулынан килгән ҡәҙәр ярҙам итә, ярҙам итә алмаған кешеләр әжер үә сауаптан мәхрүм ҡалыуҙарына бик ҡайғырҙылар. Мәҙинәнең ҙур байы Ғусман ибн Ғәффән бөтөн барлығы белән өс йөҙ дөйә, илле ат үә мең динар бирҙе. Быға рәсүлуллаһ ғәйәт шатланып, ҡул күтәреп оҙон доға ҡылыуы билдәлелер. Әбү Бәкр Сиддыҡ үҙендә булған бөтә дүрт мең дирһәм аҡсаһын килтереп бирҙе. Ғүмәр ибн Хаттаб ярым малын бирҙе. Ғасим ибн Ғәди етмеш дөйә йөгө хөрмә бирҙе.
     Талха ибн Ғөбәйдуллаһ, Ғаббас ибн Ғабдел Мутталиб вә Ғабдрахман ибн Ғәүфтәр ҙә күп миҡдарҙа иғәнә бирҙеләр. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡулдарынан килгән ҡәҙәр иғәнә ҡылдылар.: алҡа, йөҙөк, мунсаҡ, беләҙек, аяҡ беләҙеге кеүек зиннәттәрен асла ҡыҙғанмаҫтан рәсүлуллаһҡа килтереп бирәләр ине. Һәр кем сәфәр әҙерлеген күрә, Аллаһ үә рәсүлдең ризаһы өсөн ҡорбан булырға әҙер ине. Һуғышҡа атланып сығыуға ат үә дөйәләре булмаған фәҡирҙәргә иғәнә малынан ат үә дөйә бирелә, иғәнә бөтөп, бирергә бер нәрҫә лә табылмайса кире ҡайтарылған кешеләр, һуғышҡа сыға алмауҙан ҡурҡып, балалар кеүек илайҙар ине. «Тәүбә» сүрәһендәге 92-се аят ошондай фәҡирҙәр хаҡындалыр:
     «Йәнә шуларға гонаһ юҡ, улар һинең алдыңа килеп: «Йә рәсүлуллаһ! Беҙҙең һис нәрҫәбеҙ юҡ, әгәр беҙгә ат үә һуғыш ҡоралдары бирһәң, беҙ ҙә һуғышҡа барыр инек», — тинеләр, һин уларға: «Һеҙҙе ултыртып һуғышҡа ебәрергә һис нәрҫә таба алмайым», — тинең. Шул ваҡытта улар күҙҙәренән йәштәр ағыҙып ҡайтып киттеләр, һуғышҡа сығыу өсөн мал тапмауҙарының ҡайғыһынан».
                                                                  Монафиҡтар
     Башҡа ваҡыттарҙағы кеүек был ваҡытта монафиҡтар, форсаттан файҙаланып, мосолмандарға төрлө ҡотҡо бирмәктәләр ине: «Мөхәммәд Шам ҡәҙәр алыҫ ергә барып Бәни Әсфәр (Румдар) менән һуғышмаҡсы була, улар менән һуғышыуҙы уйынсыҡ тип белә торғандыр. Уларҙы ғәрәптәргә оҡшатырға ярамай. Оҙаҡ үтмәҫ, иптәштәре менән арҡандарға бәйләнеп әсир алынырҙар», — тигән һүҙҙәр һөйләйҙәр ине. Әҙ- мәҙ иғәнә биргән фәҡир-фөҡәрәнән көләләр: «Быларға ни ҡалған инде, үҙҙәренә юҡты килтереп биргән булалар, рия икәнлеге күренеп тора инде», — кеүек һүҙҙәр һөйләйҙәр ине.
     Тәүбә сүрәһендәге 79-сы аят иғәнә биргән фәҡирҙәрҙән көлгән монафиҡтар хаҡындалыр:
     «Монафиҡтар Аллаһуға итәғәт итеп саҙаҡа биреүсе мөьминдәрҙе яманлап шелтә ҡылалар, шулай уҡ ярлы мөьминдәрҙең аҙ ғына булған саҙаҡаларын ғәйепләп, мәсхәрә ҡылалар. Уларҙы Аллаһ мәсхәрә ҡылыр һәм уларға рәнйетеүсе ғазап булыр».
     Монафиктарҙың халыҡҡа ҡотҡо биреүҙәре рәсүлуллаһҡа ишетелгәс, мәсьәләне белер өсөн ибн Ясирҙы ебәргәйне. Улар: «Юҡ, беҙ бындай һүҙҙәрҙе уйын-көлкө итеп кенә һөйләнек, ҡотҡо һалыу ниәте менән түгел», — тип яуап бирҙеләр.
     Тәүбә сүрәһендәге 65-се аят ошбу хаҡта инде:
     «Әгәр һин уларҙан Аллаһуҙы, аяттарҙы үә рәсүлде кәмһетеп һөйләшеп торған саҡтарында, ни һөйләйһегеҙ, тип һораһаң, улар әйтерҙәр: «Үҙ-ара уйнап-көлөп һөйләшәбеҙ», — тип, һин уларға әйт: «Һеҙ Аллаһуҙы үә Уның аяттарын, үә Уның рәсүлен мәсхәрә ҡыла инегеҙ түгелме».
                                                 Ғөзөр күрһәтеп сәфәрҙән ҡалыусылар
     Жәддә ибн Каис исемле береһе рәсүлуллаһтан сәфәргә сыҡмаҫҡа рөҡсәт һораны үә ғөҙөрөн күрһәтте: «И Мөхәммәд, минең ҡатын-ҡыҙҙарҙы яратҡан бер кеше икәнлегем бөтөн ҡәүемемә билдәле. Мин Шамға барһам, Бәни Әсфәр ҡыҙҙары мине фетнәгә төшөрөрҙәр тип ҡурҡам, мин уларҙы күрһәм, түҙә алмамын, миңә рөҡсәт бир бармайса ҡалырға», — тине. Бындай кешенән, тәбиғи, хәл, хәйер сыҡмаясағынан рәсүлуллаһ рөҡсәт бирҙе.
     Тәүбә сүрәһендәге 49-сы аят ошбу кеше хаҡында иңде тиҙәр:
     «Йәнә ҡайберҙәре әйтер: «И рәсүлуллаһ! Миңә һуғыштан ҡалырға рөҡсәт бир! Мине фетнәгә һалма (сөнки мин ҡатындарҙы бик тә яратам, һуғышҡа сыҡһам, ҡатындарға бәйләнермен, тип ҡурҡам», — тип). И Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм, әгаһ бул! Улар күңелдәрендә монафиҡлыҡ сире булған өсөн фетнәгә төштөләр. Йәһәннәм, әлбиттә, кафырҙарҙы үә монафиҡтарҙы сорнап алыусы».
     Сәхрә ғәрәптәренән һикһән ҡәҙәр кеше ғөҙөрлө булмағандары хәлдә, төрлө сәбәптәр күрһәтеп, рәсүлуллаһтан һуғыштан ҡалырға рөҡсәт алдылар.
     Тәүбә сүрәһендәге 90-сы аят шул ғәрәптәр хаҡындалыр:
     «Бәдәүи ғәрәптәренең монафиҡтары , үҙҙәрен ғөҙөрлө күрһәтеп, һуғышҡа сыҡмаҫҡа рәсүл ғәләйһи үә сәлләмдән рөҡсәт һорарға килделәр һәм уларҙан Аллаһуҙы һәм рәсүлде ялғанға тотоусылар һуғышҡа сыҡмай ҡалдылар. Уларҙың кафырҙарына Аллаһуҙан ғазап тиҙ ирешер».
     Ғабделлаһ ибн Үбәй үә башҡа күп монафиктар ҙа, төрлө ғөҙөрҙәр күрһәтеп, Мәҙинәлә ҡалдылар. Исламға асла кереп бөтмәгән Әбү Хайсәмә, Ҡәғб ибн Мәлик, Һиләл ибн Үмәйә, Мирара ибн Рабиғтар ҙа сәфәргә сығырға ауырһынып, йәки арттан барып етербеҙ әле, тигән уй менән сыҡмай ҡалғайнылар.
                                                               Мәҙинәнән хәрәкәт
     Әҙерлек тамам булғас, рәсүлуллаһ, Мәҙинәлә үҙ урынына Мөхәммәд ибн Мәсләмә Ансариҙы, ғаиләһе янында Ғәли ибн әби Талибты ҡалдырып, утыҙ мең ғәскәр менән сәфәр китте. Мәҙкүр ғәскәр эсендә ун мең ҡәҙәреһе атлы ғәскәр ине. Иң ҙур әләмде Әбү Бәкргә, мөһәжирҙәрҙең әләмен Зөбәир ибн Гәввәмгә, Әус әләмен Үсәид ибн Хузаирға, Хазраж әләмен Хәббәб ибн Мунзирға үә башҡа ҡәбилә башлыҡтарына ла әләмдәр бирҙе. Ғәли Мәҙинәлә ҡалғас, монафиҡтар: «Мөхәммәд уны ҡулынан эш килмәгәнгә алып сыҡманы», — тип мыҫҡыллағандарынан һуң, рәсүлуллаһтың артынан сыҡты, фәҡәт рәсүлуллаһ уға: «Мин һине ғаиләмде ҡарар өсөн ҡалдырҙым. Уларҙың һүҙҙәренә әһәмиәт бирмә, һин миңә, Мусаға Һарун нисек яҡын һәм ҡәҙерле булһа, шулайһың, фәҡәт шул айырма бар ки, минән һуң пәйғәмбәр килмәйәсәк», — тип тынысландырып ҡайтарып ебәрҙе.
     Ғәскәр Хижргә еткәндә, рәсүлуллаһ Сәмуд ҡәүеменең ҡиссаларын хәтерҙәренә төшөрөп, уларҙан ғибрәт алырға, һәр ваҡыт Аллаһуҙың бөйөклөгөн күҙ алдарында тотоп, ҡайғы үә тәьҫир менән үтәргә ҡушты. Шул юл менән ғәскәр Шамдың ситенә етеп, Тәбуҡ тигән урынға төштө. Ул ваҡыттар Тәбуҡта кеше йәшәгән әҫәре юҡ ине. Рәсүлуллаһ Муғәз ибн Жәбәлгә: «Әй Муғәз, иҫән булһаң, был ерҙәрҙе баҡсалар менән тулы күрерһең», — тине. Ваҡиған рәсүлуллаһтың һүҙе тура килде. Тәбуҡ мосолмандар тарафынан фәтх ителеп, йәшәү рәүеше менән тулды. Ғәскәрҙең Мәҙинәнән сығыуы рәжәб айында ине.
                                                              Әбү Хайсәмә
     Ғәскәр Мәҙинәнән сәфәр иткәс, юғарыла зекер ителгән Әбү Хайсәмә ғәйәт эҫе бер көн баҡсаһына ҡайтып керҙе. Ике ҡатыны икеһе лә уның өсөн сатырҙарын сисендереп, һалҡынлатып ҡуйғандар, яңы емештәр үә һалҡын һыуҙар әҙерләгәндәр, биҙәнеп-төҙәнеп уны ҡаршы алғайнылар. Быны күреү менән Әбү Хайсәмәнең хәтеренә рәсүлуллаһ килеп төштө. Бик ҡаты тәьҫире булып: «Рәсүлуллаһ бындай эҫе көндәрҙә мәшәҡәт эсендә була тороп, минең күләгә аҫтында матур ҡатындар ҡосағында, татлы емештәр ашап ятыуым дөрөҫ түгел», — тине. Һәм сатырҙарына инеүҙән ваз кисеп, шул сәғәттә үк юл хәҙерлеген күреп, ғәскәр артынан сәфәр китте. Әбү Хайсәмә ғәскәр артынан килеп еткәндә, ғәскәр Тәбуҡта урынлашҡайны. Алыҫтан бер кеше килгәнен күргән сәхәбәләр рәсүлуллаһҡа: «Йыраҡтан бер ҡара күренә, кем булыр икән?», — тип торғанда, рәсүлуллаһ: «Әбү Хайсәмә булһа ярар ине», — тигәйне. Әлеге алыҫтан күренгән ҡара Әбү Хайсәмә булып сыҡҡас, рәсүлуллаһ бик шатланды.
                                           Әйлә халҡы үә башҡалар менән солохнамә яһау
     Ғәскәр Тәбуҡта егерме көн торҙо. Шул ваҡытта ул тирәлә булған бәғзе халыҡ килеп рәсүлуллаһ менән солохнамә яһанылар. Әйлә башлығы Юхәннә, ошбу ваҡыт рәсүлуллаһҡа килеп, йылына 300 динар биреп тороу шарты менән солохнамә яһаны. Бынан башҡа Азрух үә Жәрба әһелдәре лә йылына 100 динар биреп тороу шарты менән солох яһанылар. Мина халҡына емештәренең өстән берен биреп тороу шарты менән солох яһалды.
                                                        Укәйдиргә сәриә ебәреү
     Рәсүлуллаһ Тәбуҡта булған ваҡытта Дүмәтүл Жәндәл әмире Укәйдир ибн Ғабдел Мәлликкә Халид ибн Вәлид етәкселегендә дүрт йөҙ егерме атлы ғәскәрҙән ғибәрәт бер сәриә ебәрҙе. Был ваҡыт Укәйдир ау менән мәшғүл ине. Халид, Укәйдирҙе тотоп алып, рәсүлуллаһ хозурына килтерҙе. Укәйдир рәсүлуллаһ тарафынан Исламға дәғүәт ителһә лә, ҡабул итмәгәс, билдәләнгән миҡдар һалым биреп тороу шарты менән арала солох яһалды.
                                                    Мәҙинәгә ҡайтыу хаҡында кәңәшләшеү
     Рәсүлуллаһ Тәбуҡта егерме көн торғас, алға хәрәкәт итеү тураһында сәхәбәләр менән кәңәш итте. Сәхәбәләр иһә ары барыуҙы мәғкүл күрмәнеләр: «Хәҙер беҙ Тәбуҡ ҡәҙәр ергә килеп еткәнебеҙ хәлдә дошмандан бер әҫәр күрмәнек. Тимәк, беҙҙең килеүҙән улар ҡурҡтылар. Хәҙергә беҙ шуның менән ҡәнәғәтләнәйек. Беҙ Шамға ҡәҙәр барһаҡ, бер ҡәҙәр мәшәҡәткә осрарбыҙ, сөнки унда дошманыбыҙ күп, әһел Исламдан әҫәр юҡ. Был йыл Мәҙинәгә ҡайтайыҡ, киләсәктә эшебеҙҙе күрербеҙ», — тинеләр. Бының өҫтөнә Шамда тағун сире барлығы ла ишетелгәйне. Шунлыҡтан рәсүлуллаһ, уларҙың фекеренә эйәреп, Мәҙинәгә ҡайтыуға ҡарар бирҙе.
     Тәбуҡ ғәзүәһенә сығыуҙан төп маҡсат әһел Исламды имтихан итеү ине. Уларҙың дәрәжә имандарын, диндәренең ни ҡәҙәр ныҡ булыуҙарын һынау өсөн иң беренсе аслыҡ ваҡытында, иң эҫе көндәрҙә, ҡеүәтле дошман менән һуғыш итеү өсөн алыҫ ергә сыҡмаҡ ине. Шуның өсөн дә рәсүлуллаһ бәғзе бер сәбәп менән ғәскәрҙән артҡа ҡалған кешеләрҙе көтөп тормай: «Әгәр унан хәйер сығырлыҡ кеше булһа, килеп етер әле», — тип юлында дауам итә ине.
                                                                  Әбү Зәр
     Ғәскәр туҡтап торған бер ваҡытта Әбү Зәр исемле бер сәхәбә дөйәһен юғалтып артта ҡалғайны. Быны күреп сәхәбәләр: «Йә рәсүлуллаһ, Әбү Зәр ҡалды бит!» тиешә башланылар. Рәсүлуллаһ уларға: «Ҡалһын, әгәр ҙә унан хәйер сыға торған булһа, килеп етер әле», — тине. Ваҡиған Әбү Зәр дөйәһен таба алмағас, ғәскәрҙән айырылып ҡалыуҙан ҡурҡып, әйберҙәрен күтәреп ғәскәр артынан китте. Ғәскәр туҡтап ял иткән ваҡытта Әбү Зәр күренде. Быны күргәс, сәхәбәләр бик шатланып, рәсүлуллаһҡа уның килеп еткәнен һөйләнеләр. Шул ваҡыт рәсүлуллаһ: «Аллаһ Әбү Зәргә рәхмәт итһен. Ул яңғыҙ йөрөй, яңғыҙ хәлдә үләсәк, яңғыҙ хәлдә ҡубарыласаҡ» мәғәнәһендә һүҙҙәр әйтте. Ғусман сәхәбә тарафынан Әбү Зәр Рабзаға ебәрелмеш ине. Үлем ваҡытында яңғыҙ ҡатыны менән хеҙмәтсеһе генә бар ине. Улар уны кәфенләгәс, күмә алмайса, юлдан уҙған мосафирҙарҙы көтөп торҙолар. Шул ваҡыт Ибн Мәсғүттәр тура килделәр. Ибн Мәсғүт быны күргәс илап ебәреп: «Рәсүлуллаһ әйткәйне лә: «Ул яңғыҙ йөрөй, яңғыҙ хәлдә үләсәк, яңғыҙ хәлдә ҡубарыласаҡ», — тип.
     Был сәфәр сәхәбәләрҙең Ислам юлында ни ҡәҙәр мәшәҡәттәр күтәреүҙәренә, Аллаһ юлында мал үә йән ҡорбан итеүҙе иң ҙур бурыс иткәнлектәре майҙанға сыҡты. Был ваҡиғаиаи һуң монафиктарҙың хәҡиҡәт хәлдәре бик асыҡ мәғлүм булды. Улар мосолмандарҙы фетнәләүҙән башҡа эшкә ярамағанлыҡтан, уларҙан мөмкин ҡәҙәр йырағыраҡ булыу тейешлеге заһир булды.
                                                           Монафиктарҙың яуыз ниәте
     Тәбуҡтан ҡайтҡанда, рәсүлуллаһ ғәскәрҙе икенсе юлдан ебәреп, үҙенә насар бер юлдан үтергә тура килде. Быны монафиктарҙан бер нисәһе һиҙеп ҡалып, рәсүлуллаһ үтәсәк юлға алдан барып торҙолар. Уларҙың маҡсаттары — уның дөйәһен өркөтөп, уны йығытмаҡ ине. Фәҡәт рәсүлуллаһ эште һиҙеп ҡалып, һаҡлыҡ сараларын күрҙе. Ғәммәр ибн Ясирға дөйәнең теҙгенен тотторҙо, Хузәйфәгә дөйәнең артынан барырға ҡушты. Шуның өсөн монафиктар маҡсаттарына ирешә алманылар. Улар рәсүлуллаһтың артынан килеп етһәләр ҙә, Хузәйфә ҡулындағы таяғы менән дөйәләрҙең башына һуғып алға ебәрмәне. Монафиктар, эштең һиҙелгәнлеген белеп, шыпырт ҡына тайҙылар.
                                                            Мәсет зирарҙы емертеү
     Рәсүлуллаһ Мәҙинәгә етергә бер сәғәтлек юл ҡалғас, бер нисә сәхәбәне ебәреп, мәсет «Зирар»ҙы емертте. Ошбу мәсетте Кубә монафиктарынан бер йәмәғәт бина итеп, рәсүлуллаһ Тәбуҡ сәфәренә сығар алдынан уға килеп: «И рәсүлуллаһ, беҙ, ҡарт-ҡоро, зәғиф-зуғәфә еңеллек яһар өсөн бер мәсет бина иттек, һинән ошбу мәсеттә башлап намаҙ уҡып биреүеңде үтенәбеҙ», — тигәйнеләр.
     Рәсүлуллаһ, сәфәр әҙерлеге менән мәшғүл булғанлыҡтан, уларҙың үтенестәрен Тәбуҡтан ҡайтыуға кисектергәйне. Фәҡәт уларҙың маҡсаттары мәхәллә айырып, әһел Ислам араһын айырыу булғанлығы рәсүлуллаһҡа мәғлүм булғанлыҡтан, Тәбуҡтан ҡайтышлай был мәсетте емертте. Тәүбә сүрәһенең 107-110-сы аяттары ошбу хаҡта иңдерелде:
     «Йәнә мосолмандар тирәһендә яуыз монафиҡтар бар ки, улар мосолмандар зарарына мәсет бина ҡылырҙар, был эштәре менән хаҡты үә ниғмәттәрҙе инҡар итеүҙәрен арттырыу өсөн үә мосолмандарҙың берлеген бөтөрмәк өсөн, үә әүәлдә Аллаһуға үә Уның рәсүленә ҡаршы һуғышҡан кешеләрҙе көтөп алмаҡ өсөн. Был аят иңгәс, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм уларҙың мәсетен емертте. Мәсет төҙөүселәр: «Беҙ мәсетте яҡшы ниәт менән төҙөгәйнек», — тип, Аллаһ исеме илә ант иттеләр, ләкин: «Улар ялғансылар» тип Аллаһ шәһәҙәт бирә».
     «Монафиҡтар төҙөгән мәсеттә мәңге намаҙ уҡыма, әүәл көндән башлап Аллаһуҙан ҡурҡыу нигеҙенә төҙөлгән рәсүлуллаһ мәсетендә намаҙ уҡымаҡ тейешлерәк, ул мәсеттә һыу менән донъя керенән, Ислам менән күңел керенән паклауҙы яратыусы ирҙәр барҙыр. Әлбиттә, Аллаһу Тағәлә тәндә һыу менән, иғтиҡәдтә Ҡөрьән менән пакланыусыларҙы һөйә».
     «Әгәр берәү мәсетте Аллаһуҙан ҡурҡып үә Уның ризалығын өҫтәп бина ҡылһа, шул хәйерле, йәки емерелә торған яр өҫтөнә һалған монафиктың бинаһы хәйерле булырмы? Ҡөрьән хөкөмдәре йөрөмәй торған мәсеттәрҙе төҙөүселәр мәсеттәре менән бергә йәһәннәмгә ишелеп төшөрҙәр, шулай уҡ биҙғәттәрҙән төҙөлгән батыл динде тотоусылар диндәре менән бергә йәһәннәмгә ишелеп төшөрҙәр. Әлбиттә, Аллаһ залимдарҙы һиҙәйәткә һалмаҫ».
     «Һин уларҙың төҙөгән биналарын емергәс, биналары күңелдәрендә ҡайғы булып торалыр. Аллаһ — белеүсе үә ғәҙел хөкөм итеүсе».
     Ғәскәрҙең Мәҙинәгә ҡайтып кереуе рамаҙан айында ине.
                                            «Хәҙрәт Мөхәммәд саллалаһу ғәләйһи үә сәләм», Сөнғәтулла Бикбулат