Таиф алышы
Хүнәиндә еңелгән мөшриҡтәрҙән бер фирҡә (Сәҡиф менән Һәүәзиндән бәғзеләре) башлыҡтары Мәлик ибн Ғәүф менән Таифҡа ҡасҡайнылар. Улар, үҙҙәренә бер йылға етерлек аҙыҡ әҙерләп, Таиф нығытмаһында бикләнделәр.
Рәсүлуллаһ уларҙың арттарынан ҡыуҙы. Юлда Мәлик ибн Ғәүфтең ҡәлғәһенә етеп, уны емереп киттеләр. Сәҡиф халҡының береһенең баҡсаһынан үткәндә, баҡса эйәһенең итәғәт итеүе талап ителгәйне. Был ҡабул итмәгәнлектән, баҡсаһы яндырылды.
Ғәскәр Таиф нығытмаһына яҡын бер ерҙә урынлашты.
Мөшриҡтәр ғәскәрҙе уҡ атып ҡаршы алдылар. Был атышыуҙарҙа Ислам ғәскәренән ун ике кеше шәһит булды, күп кеше йәрәхәтләнде. Йәрәхәтләнгән кешеләр араһында Халид ибн Вәлид, Ғабделлаһ ибн Әбү Бәкр үә Әбү Суфьян ибн Хәрб бар ине. Ҡамап алыу ун һигеҙ көн дауам иткән хәлдә, һис бер нәтижә булманы. Сөнки Таиф ҡәлғәһе ғәйәт ныҡ булып, мөшриҡтәрҙә аҙыҡ күп ине. Ҡамап алыу көндәрендә Халид ибн Вәлид ҡапма-ҡаршы һуғышырға талап итһә лә, сығыусы булманы.
Мөшриҡтәрҙең бирелмәүҙәрен күргәс, рәсүлуллаһ манжаник үә дәббәбәләр ҡулланды. Таиф тирәһендә булған хөрмә ағастарын киҫтерҙе. Фәҡәт мөшриҡтәр ҡәлғәнән сыҡманылар, ҡаршы тороуҙарында һаман дауам иттеләр. Бынан һуң рәсүлуллаһ ҡәлғәнән сығып итәғәт иткән ҡолдарҙың азат ителәсәктәрен иғлан итте. Шунан һуң ун бишләп ҡол ҡәлғәнән сығып итәғәт иттеләр. Ҡамап алыу оҙаҡ ваҡыт дауам итәсәктән, рәсүлуллаһ Таифты ташлап китеү фекеренә килде. Был турала Нәүфәл ибн Муғавиә менән кәңәшләште. Нәүфәл дә китеү тарафын ҡеүәтләне. — Шуның өсөн рәсүлуллаһ ғәскәргә Таифтан китеүгә әмер итте. Ғәскәр башта Таифты алмай китеүгә разый булмаһа ла, рәсүлуллаһ, улар үҙҙәре килеп тапшырылырҙар тип, уларҙы ҡәнәғәтләндерҙе. Ғәскәрҙән бәғзеләре рәсүлуллаһтан Таиф халҡына бәддоға ҡылыуын үтенһәләр ҙә, рәсүлуллаһ, киреһенсә, уларға хәйер доға ҡылып, Исламға килеүҙәрен Аллаһуҙан һораны.
Һәүәзин вәкилдәре
Таифтан рәсүлуллаһ тура Жиғранәгә ҡайтты. Унда Хүнәиндә алынған ғәнимәттәр ҡалдырылғайны. Ғәнимәт һәм әсирҙәрҙең хисабы алынды. Шул ваҡытта Һәүәзин ғәрәптәренән Зүһәйр ибн Сард рәйеслегендә ун дүрт кешелек бер илсе вәкилдәр килеп, үҙ ҡәүемдәренең Исламға килгәнлектәрен бәйән итеп, рәсүлуллаһтан малдарын, ҡатын үә балаларын ҡайтарып биреүен үтенделәр. Рәсүлуллаһ уларға: «Мин бөтөнөһөн дә ҡайтарып биреүгә ышандыра алмайым, һеҙгә ҡатын үә балаларығыҙ ҡәҙерлерәкме? Әллә малдарығыҙмы? Шуларҙан береһенең ҡайтарылыуы тураһында тырышырмын», — тине. Улар, тәбәғи, ҡатын үә балаларын ихтыяр иттеләр, һуңынан рәсүлуллаһ уларға: «Намаҙҙан һуң халыҡҡа үҙегеҙҙең Исламға килгәнегеҙҙе, уларға дин ҡәрҙәше икәнлегегеҙҙе һөйләгеҙ һәм әсирҙәрегеҙҙе ҡайтарып биреүҙәрен үтенегеҙ. Шул ваҡыт мин дә һеҙгә ярҙам итермен», — тине. Намаҙҙан һуң улар рәсүлуллаһ әйткәнсә сәхәбәләрҙән ҡатын үә балаларын ҡайтарып биреүҙәрен үтенделәр. Рәсүлуллаһ та ҡушылып үҙенең әсирҙәрен ҡайтарып биреү фекерендә булыуын һөйләне. Халыҡты ла шул эшкә өндәне.
Мөһәжирҙәр менән ансарҙар рәсүлуллаһ һүҙенә ҡаршы килмәйсә разый булдылар. Әкраг ибн Хәбис, Гуяйнә ибн Хисн, Ғаббас ибн Мәрдәс кеүек бәғзе ҡәбилә рәйестәре башта разый булмаһалар ҙа, рәсүлуллаһ уларға икенсе ғәнимәттән түләргә һүҙ биргәс, разый булдылар.
Рәсүлуллаһ ошбу азат ителгән кешеләргә, әгәр уларҙың рәйестәре Мәлик ибн Ғәүф килеп тапшырылһа, ҡатын үә балаларын һаҡлаясағын, бының өҫтөнә йөҙ дөйәгә хужа буласағын һөйләгәйне. Мәлик быны ишеткәс, Таиф ҡәлғәһенән йәшеренеп сығып, рәсүлуллаһҡа килде үә Исламиәтте ҡабул итеү менән мөшәррәф булды. Вәғәҙәһенә күрә, рәсүлуллаһ уға ғаилә әһелдәрен ҡайтарып бирҙе, бының өҫтөнә йөҙ дөйә лә бүләк итте. Һәүәзин ғәрәптәренән Исламиәтте ҡабул иткәндәргә уны рәйес итеп ҡуйҙы.
Хүнәин ғәнимәттәрен бүлеү
Бынан һуң Хүнәин ғәнимәттәре өләшенә башланы. Иң әүәл, ҡулдарынан рәйеслек китеүе сәбәпле күңелдәре һыныҡ булған һәм ни ҡәҙәр Исламиәтте ҡабул итһәләр ҙә, ҡәбилә рәйестәренең күңелдәрен табыу өсөн, уларға Исламиәтте һөйҙөрөү маҡсаты менән бик күп ғәнимәттәр бирелде. Шул йөмләнән Әбү Суфьян ибн Хәрб үә улдары Йәзид менән Муғәвиәгә һәр береһенә йөҙәр дөйә үә ҡырығар укиә (1 укия — 12 дирһәм) көмөш бирелде. Хәким ибн Хизамға йөҙ дөйә бирелде. Хәким тағы йөҙҙө һорағас, рәсүлуллаһ тағы бирҙе. Сүһәил ибн Ғәмр, Хүәтиб ибн Ғабдел Гүззә, Гүяйнә ибн Хисн, Әкраг ибн Хәбис, Сафүән ибн Үмәйә, Хәрис ибн Һишам, Ғаббас ибн Мирҙәс үә бынан башҡа бик күп ғәрәп рәйестәренә дәрәжәләренә күрә йөҙ, илле, ҡырҡ дөйәнән бүленеп бирелде. Бындай заттарға муәлләфәт кулуб тиелер. Исламиәткә кергән кемсәләргә мал биреп хәтерҙәрен табыу һәм уларҙы Исламға ҡыҙыҡтырыу, тартыу — Исламиәттең иң юғары сәйәсәтенәндер. Был сәйәсәттең файҙаһы шунда уҡ күренде. Шул ғәрәп рәйестәре рәсүлуллаһтың был мөғәмәләһенән бик шөкрана булып ҡалдылар. Уға ни ҡәҙәр шөкрана итергә белмәнеләр. Күңелдәре рәсүлуллаһҡа үә Исламиәткә тартылды. Әүәл быларҙың иң ҙур дошмандарынан булған рәсүлуллаһ уларҙың иң һөйөклө кешеләренән булып китте. Ошбу муәлләфәт кулубҡа бирелгән малдар асла ғәнимәттән түгел ине. Рәсүлуллаһ үә хөкүмәт эштәре өсөн сарыф ителә торған «хумстан» йәки рәсүлуллаһтың үҙенә хас булған «хумсу хумстан» ине. Шуның өсөн рәсүлуллаһ был турала ғәскәрҙең фекерен һораманы.
Бәғзе сәхрә ғәрәптәре муәлләфәт кулубҡа малдың бик мул бирелеүен күргәс, өлөштән ҡоро ҡалыуҙарынан ҡурҡып, рәсүлуллаһты бер ағасҡа ҡыҫырыҡлап килтерҙеләр. Рәсүлуллаһтың кейеме ағас ботағына эләгеп ҡалды. Шул ваҡыт рәсүлуллаһ уларҙың ошбу мөғәмәләләренән тәьҫир булып: «Әй йәмәғәт! Ашыҡмағыҙ, бирегеҙ кейемемде. Минең ҡулымда түһәмә ағасы һанынса мал булһа ла, үҙемә ҡалдырмайса һеҙгә бүлеп бирер инем», — тине. Һуңынан дөйәһенән бер йөн йолҡоп алып: «Миңә ғәнимәттән хумстән башҡа ошбу ҡәҙәр ҙә нәрҫә теймәй. Ул хумс та ахырҙа һеҙҙең үҙегеҙгә ҡайталыр үә һеҙҙең ихтыяждарығыҙға сарыф ҡылына», — тине. Бәғзе кешеләр, мәҙкүр эште күргәс, рәсүлуллаһҡа: «Ғәдәләт менән бүлмәнең, ғәдәләт ҡыл», бәғзеләре : «Был эштә Аллаһ ризаһы талап ҡылынманы», — тиештеләр. Фәҡәт рәсүлуллаһ уларға йомшаҡлыҡтан башҡа мөғәмәлә ҡылманы. Сәхәбәләрҙән бәғзеләре уларҙы үлтерергә кәңәш бирһәләр ҙә, уларҙы ғәфү итте.
Өлөшһөҙ ҡалғанға ансарҙарҙың кәйефтәре ҡырыла
Ғәнимәт бүленгәс, йәйәүлегә дүрт дөйә үә ҡырҡ ҡуй, атлыға бының өс мәртәбә күберәге тейҙе. Ошбу ғәнимәттән мөһәжир үә ансарҙарҙың береһенә лә өлөш бирелмәгәйне. Бының өсөн уларҙың, хосусан, ансарҙарҙың бер ни ҡәҙәр хәтерҙәре ҡалды: «Рәсүлуллаһ үҙ ҡәүеменә күп ғәнимәт бирҙе, беҙгә һис бер өлөш сығарманы, ә бит беҙ уға иң ауыр хәлендә ярҙам иттек, уны үә күсеп килгән сәхәбәләрҙе шәһәребеҙгә ҡабул иттек, мал үә йәндәребеҙҙе уны яҡлау юлында ҡорбан иттек. Бәдр, Ухуд, Хандак кеүек иң мөшкөл ваҡиғаларҙа, һуғыш майҙанында ҡатнаштыҡ. Шулай булғас ни өсөн ғәнимәт малынан беҙҙе ҡоро ҡалдыра?» Сәғд ибн Ғүбәдә рәсүлуллаһ хозурына килеп, был турала ансарҙарҙың хәтерҙәре ҡалғанын һөйләне.
Шуның өсөн рәсүлуллаһ ансарҙарҙы үҙенә йыйып, ошбу мәғәнәлә һүҙ һөйләне: «И ансар йәмәғәте, һеҙҙең хаҡта шундай һәм шундай һүҙҙәр ишеттем, һеҙ мин килгәнсе заләләттә түгел инегеҙме? Аллаһ һеҙҙе минең сәбәпле тура юлға күндерҙе, һеҙ фәҡир түгел инегеҙме? Минең сәбәпле Аллаһ һеҙҙе бай ҡылды. Бер-берегеҙгә дошман түгел инегеҙме? Аллаһ минең менән һеҙҙе бер-берегеҙгә дуҫ үә ҡәрҙәш яһаны. Ҡөрәйш ғәрәптәре — яңы ғына көфөрҙән сыҡҡан кешеләр. Мин уларға мал биреп, уларҙың күңелдәрен тапмаҡсы булдым. И ансар йәмәғәте, халыҡтың күңелен табыу өсөн бирелгән аҙ ғына донъя малы өсөн кәйефегеҙ ҡырылдымы? Хәлбүки мин һеҙҙе ныҡ үә сәбит иманығыҙға ышанып өлөштән ҡалдырған инем. Әй ансарҙар, халыҡ дөйәләр үә ҡуйҙар менән ҡайтып киткәндә, һеҙ рәсүлуллаһ менән ҡайтып китеүгә разый түгелһегеҙме? Ант итеп әйтәм ки, әгәр һижрәт булмаған булһа, ансарҙан бер кеше булыр инем, әгәр бөтөн халыҡ бер юлға кереп, ансарҙар икенсе юлға керһәләр, ансарҙар юлына керер инем. И Раббым! Ансарҙарға үә ансарҙарҙың балаларына рәхмәт ҡыл!» Ошбу һүҙҙәрҙе ишеткәс, күңелдәре иман менән тулы булған ансарҙар, һөйләгән һүҙҙәренә бик ҡаты рәүештә тәьҫирләнеп, балалар кеүек иланылар.«Беҙҙең өлөшкә рәсүлуллаһ төшөүенә разыйбыҙ», — тип таралдылар.
Жигранә ғөмрәһе
Рәсүлуллаһ Жигранәлә ун өс көн ҡалып, ғәнимәттәрҙе бүлеп үә муәлләфәт кулубҡа күп малдар биргәндән һуң, ғөмрә өсөн Мәккәгә барҙы. Ихрамды Жигранәлә бағланы. Мәккәгә кис кереп, ғөмрә хажын үтәне үә шул кистә үк Жигранәгә ҡайтты. Мәккәлә вәли итеп әүәл билдәләнгән Ғутаб ибн Үсәидте ҡалдырҙы. Халыҡҡа Ҡөрьәнде үә динде өйрәтер өсөн Мүғәз ибн Жәбәлде ҡалдырҙы, һуңынан сәхәбәләр менән Мәҙинәгә йүнәлде. Мәҙинәгә инеүҙәре зөлҡәғиҙә айының 25- ендә ине.
«Хәҙрәт Мөхәммәд саллалаһу ғәләйһи үә сәләм», Сөнғәтулла Бикбулат