Мәккәне алыу
Мәккәне алыу өсөн әҙерләнеү
Рәсүлуллаһ ни ҡәҙәр Ҡөрәйш мөшриҡтәре менән тыныс тороу үә солохто дауам иттереү тарафында булһа ла, мөшриҡтәрҙең ошбу эштәре өсөн, рәсүлуллаһ мөшриҡтәрҙең эштәренә миҫал эшкә әҙерләнергә ҡарар бирҙе. Худайбиә солохонан һуң мосолмандарҙың һаны күбәйеп, ҡеүәте үә дәрәжәһе артҡайны, мөшриҡтәр иһә зәғифләнгәнлектәренән, мосолмандарға ҡаршы тора алмаҫтар ине. Мөшриҡтәрҙең солохто боҙоуҙары ҡан түгелмәйсә Мәккәне еңеп алыуға, Бәйтуллаһты һындарҙан таҙартып, бөтөн донъяға Исламиәтте таратыуға бөйөк бер форсат ине. Шуның өсөн рәсүлуллаһ, шул килгән форсатты ғәнимәт тип белеп, Мәккәне еңеү өсөн ғәскәр әҙерләй башланы. Мәҙинә тирәһендә булған мосолман сәхрә ғәрәптәренә лә әҙерләнергә ҡушты. Ғәскәргә ҡайҙа сәфәр итәсәктәрен халыҡҡа мөмкин ҡәҙәр белдермәҫкә ҡушты. Сөнки рәсүлуллаһтың маҡсаты Мәккәне ҡан түкмәйсә генә алыу ине. Бының өсөн Мәккә мөшриҡтәренә хәбәр ирешмәҫкә тейеш ине.
Хатибтың хаты
Сәхәбәләрҙән Хатиб бин әби Бәлтәгә исемендә береһе Ҡөрәйш мөшриҡтәренә бер яҡшылыҡ ҡылыу ниәте менән, рәсүлуллаһтың Мәккәне алыуға әҙерләнгәнлеген, тиҙ арала ҙур ғәскәр менән Мәккәгә сәфәр итәсәген белдереп хат яҙып, бер ҡатын арҡылы Мәккәгә ебәрҙе. Ошбу ҡатын, хатты эҙләгәндә табылыуынан ҡурҡып, хатты толом аҫтына йәшерҙе. Рәсүлуллаһ Аллаһ тарафынан вәхи менән мәсьәләнән хәбәрдар булып, Ғәли ибн әбү Талиб менән Зүбәир ибн Ғәввәмде шул ҡатындың артынан ебәрҙе. Улар, ҡатындың артынан етеп, хатты эҙләһәләр ҙә, хатты таба алманылар, һуңынан, әгәр бирмәгәндә, яланғасландырып ҡарау менән ҡурҡытҡас, ҡатын толомон һүтеп, хатты бирҙе. Рәсүлуллаһ Хатибты саҡырып, хат яҙыуының сәбәбен һораны. Быға Хатиб шулай яуап бирҙе: «И рәсүлуллаһ, минең ғөҙөрөм бар, минең Ҡөрәйш эсендә ҡатын, балаларым үә яҡындарым бар. Хәлбүки үҙем Ҡөрәйш ҡәбиләһенән булмағанлыҡтан, уларҙы химая итәсәк кешеләрем юҡ. Һинең сәхәбәләрең Ҡөрәйштән булғанлыҡтан, уларҙы химая итәсәк кешеләр бар. Мин уларға шул яҡшылығымды иғтибарға алып, ҡатын үә балаларымды химая итһендәр тип хат яҙҙым». Хатибтың һүҙе ғөҙөрлө булғанлыҡтан, рәсүлуллаһ уны шелтә итмәне, ғәфү итте. Ҡөрьәндә был ваҡиға тураһында Мүмтәхәнә сүрәһендә, 1-се аятта әйтелә:
«И, мөьминдәр, Минең дошманым үә һеҙҙең дошманығыҙ булған кафырҙарҙы дуҫ тотмағыҙ, ул кафырҙарҙы йәшерен дуҫ тотаһығыҙ үә дуҫлыҡ сәбәпле пәйғәмбәрҙең эшенән уларға хәбәр ебәрәһегеҙ. Тәхҡиҡ, ул Мәккә кафырҙары һеҙгә Раббығыҙҙан килгән хаҡ булған Ҡөрьәнде инҡар иттеләр, рәсүлде үә һеҙҙе Мәккәнән сығарҙылар, фәҡәт Аллаһуға иман килтергәнегеҙ өсөн, әгәр һеҙ Минең юлыма жиһад өсөн һәм ризалығымды эстәп сыҡһағыҙ, кафырҙарға йәшерен дуҫлыҡ ҡылаһығыҙ. Мин һеҙҙең йәшергән нәрҫәгеҙҙе лә һәм әшкәрә ҡылған эштәрегеҙҙе лә белеүсерәкмен. Һеҙҙән берәрегеҙ кафырҙарға йәшерен дуҫ булһа йәки мосолмандарҙың серен кафырҙарға ирештерһә, дөрөҫлөктә, ул кеше тура юлдан аҙашты, йәғни иманһыҙ ҡалды». Рәсүлуллаһ, ун меңдән артыҡ ғәскәр әҙерләп, Мәккәне еңеп алыр өсөн юлға сыҡты. Мәҙинәлә үҙ урынына Әбү Раһим бин Хусайн Ғафари ҡалды. Ғәскәрҙең Мәҙинәнән сығыуы рамаҙан айының 10-сы көнөндә ине.
Ғәскәр Әбвәгә еткәндә, рәсүлуллаһ янына Әбү Суфьян ибн Харис менән Ғабделлаһ ибн әби Үмәйә килделәр. Улар, мөшриҡтэрҙең олуғтарынан булып, Мәккәлә рәсүлуллаһҡа күп ҡыйынлыҡ үә яфа иткәндәр ине. Хәҙер инде рәсүлуллаһ хозурына килеп, Исламиәтте ҡабул иттеләр һәм рәсүлуллаһҡа: «Аллаһ менән имен итәбеҙ ки, Аллаһ һине беҙҙән өҫтөн ҡылды, беҙ хаталанғанбыҙ», — тинеләр. Рәсүлуллаһтың уларға мәрхәмәте килеп, уларҙы шелтәләмәне. Киреһенсә: «Был көн һеҙҙе шелтә ҡылыу юҡтыр. Аллаһ һеҙҙе ғәфү ҡылһын. Ул рәхимле, шәфҡәтле», — тип, уларҙың күңелдәрен тынысландырҙы. Ғәскәр Жүғфәгә еткәндә, ғаиләһе менән Мәҙинәгә һижрәт итеп килә торған Ғаббас ибн Ғабдел Мутталиб осраны. Ғаббас күптән Исламиәтте ҡабул иткән булһа ла, бығаса һижрәт итә алмай тора ине. Рәсүлуллаһ үә сәхәбәләр уның һижрәт итеп килеүенә бик шатландылар. Ғаббастың ғаиләһен Мәҙинәгә ебәреп, үҙен Мәккәгә алып киттеләр. Ғәскәр Кудәидкә еткәндә, сәхәбәләргә ураҙа тотоу ауыр килгәнлектән, рәсүлуллаһ ифтар итергә ҡушты. Үә сәхәбәләргә ауыҙ асырға ауыр булмаһын өсөн, үҙе иң беренсе ифтар ҡылды.
Мәккәлеләрҙә ҡурҡыу
Был ваҡыттарҙа Мәккә мөшриҡтәре, бер ҙә Ислам ғәскәренең сығыуынан хәбәрдар булмаһалар ҙа, һәр көн ҡурҡыу эсендә торалар ине. Сөнки солох яңыртыу өсөн барған Әбү Суфьянға рәсүлуллаһтың асыҡ йөҙ күрһәтмәүенән уның үҙҙәрен яза итеү ниәтендә булғанын заң итәләр ине. Шуның өсөн дэ Әбү Суфьян Мәккә тирәһенә сығып күҙәтеп йөрөй ине. Ислам ғәскәре Марру Заһранға етеп ял итергә туҡтағас, рәсүлуллаһ уларға ут яғырға әмер бирҙе. Шунан һуң, ун мең ерҙә ут яғылып, төтөнө әтрафты ҡапланы.
Ғаббас үә Әбү Суфьян
Ғәскәр ял иткән арала, Ғаббас ибн Ғабдел Мутталиб, Мәккә мөшриҡтәренән берәрһен күреп, Мәккәнең һәр хәлдә Ислам ғәскәре тарафынан еңеләсәген, был ҡәҙәр ғәскәргә ҡаршы ҡан түгеүҙән башҡа һис бер нәтижә килтермәйәсәген, әгәр Мәккәгә кереп ҡорал ҡулланылмаҫтан элек мосолмандарға бирелһәләр, мал үә йәндәрен ҡотҡарасаҡтарын һөйләмәк үә уларға ҡәрҙәшкә нәсихәт бирмәк өсөн, рәсүлуллаһтың ҡасырына атланып, Мәккәгә табан йүнәлде. Ғаббас ҡараңғыла Әбү Суфьян үә иптәштәренең (Бүдәил үә Хәким) тауыштарынан таныны үә уларға яҡын барып мәсьәләне аңлатты. Рәсүлуллаһҡа итәғәт итергә өндәне. Ҡаршы тороп һис бер файҙа сыҡмаясағын һөйләне. Улар, бик теләп булмаһа ла, Ғаббастың тәҡдимен ҡабул иттеләр. Бүдәил менән Хәким Мәккәгә ҡайтып киттеләр. Әбү Суфьян иһә, Ғаббастың ҡасырына ултырып, рәсүлуллаһ хозурына киттеләр. Ғаббас рәсүлуллаһтың ҡасырында булғанлыҡтан, һәр ут янынан үткән һайын: «Рәсүлуллаһ ҡасырында ғамие (ағаһы) килә»нән башҡа һүҙ әйтмәйҙәр, артындағы кешенең кем икәнлеген артыҡ тикшермәйҙәр ине.
Ғүмәр ибн Хаттаб янынан үткәндә, Әбү Суфьянды танып ҡалып: «Ә, Аллаһуҙың дошманы Әбү Суфьян икән! Әл-хәмдулилләһи, беҙҙең ҡулға төштөң», — тине. Һуңынан уларҙан элек барып етеү ниәте менән рәсүлуллаһҡа йүгерҙе. Ғаббас та, Ғүмәр уларҙан элек барып етмәһен өсөн, ҡасырҙы ҡыуып, Ғүмәрҙән элек барып етте үә Әбү Суфьянды үҙенең яҡлауы аҫтына алыуын һөйләне. Ул арала Ғүмәр килеп етте, Әбү Суфьянды үлтертеү тураһында һүҙ һөйләһә лә, рәсүлуллаһ уны үлтертмәне. Рәсүлуллаһ Ғаббасҡа, Әбү Суфьянды янында ҡундырып, иртә менән уның янына килтерергә ҡушты. Рәсүлуллаһтың әмере буйынса Ғаббас иртән Әбү Суфьянды алып барҙы, рәсүлуллаһ, уны күргәс: «И, Әбү Суфьян, һиңә Аллаһуҙан башҡа мәғбүд юҡлығын белергә ваҡыт етмәнеме инде?» — тине. Быға ҡаршы Әбү Суфьян: «Әгәр Аллаһуҙан башҡа илаһә булһа, бығаса беҙгә файҙа иткән булыр ине инде?» — тине. Һуңынан рәсүлуллаһ: «Һиңә минең Аллаһуҙың рәсүле икәнлегемде белергә ваҡыт етмәнеме инде?» — тине. Быға ҡаршы Әбү Суфьян: «Әммә был турала күңелдә әҙерәк төйөр бар әле», — тине. Һуңынан, оҙаҡ ваҡыт үтмәҫтән, Ислам динен ҡабул итте.
Марру Зәһранда бер ҡәҙәр ял иткәс, рәсүлуллаһ ғәскәргә ҡуҙғалырға әмер бирҙе. Ғәскәрҙе тәртип менән сафланы, һәр ҡәбиләгә махсус әләм тотторҙо. Ғаббас ибн Ғабдел Мотталибҡа ла ғәскәр үтәсәк тар бер ергә Әбү Суфьянды алып барып ғәскәрҙе күрһәтергә ҡушты. Ғәскәр, бик тантаналы рәүештә Әбү Суфьян алдынан үтеп, Ғаббас та Әбү Суфьянға ғәскәрҙең ниндәй ҡәбилә икәнлектәрен берәм-берәм бәйән итә ине. Иң камил булған үә иң ахырғы үтеүселәрҙән мөһәжирҙәр менән ансарҙар ине. Ансарҙарҙың әләме Сәғд ибн Ғүбәдәлә, мөһәжирҙәрҙең әләме Зүбәир ибн Ғәввәмдә ине. Рәсүлуллаһ үҙе шул иң ахырҙағы мөһәжирҙәр бүлегендә ине. Әбү Суфьяндың ҡарашын йәлеп иткән үә уға дәһшәт биргән бүлек ансарҙар менән мөһәжирҙәр бүлеге ине. Сөнки улар камил рәүештә ҡоралланған булып, тимер кейемдәрҙән бары күҙҙәре генә күренә ине. Ансарҙар бүлеге Әбү Суфьян янынан үткән ваҡытта әләм Сәғд ибн Ғүбәдәлә булып, ул Әбү Суфьянға: «Был көн һуғыш көнө, был көн Ҡәғбә хәләл ҡылына торған көн», — тине. Әбү Суфьян мөһәжирҙәр бүлеге үткәндә рәсүлуллаһҡа Сәғдтең һүҙен һөйләне. Быға ҡаршы рәсүлуллаһ: «Юҡ, был көн — Ҡәғбә хөрмәтләнә торған көн», — тине. Рәсүлуллаһтың Сәғдтең ошо һүҙе өсөн, әләмде унан алып, улы Каис ибн Сәғдкә биреүе мәғлүмдер.
Әбү Суфьян, Ислам ғәскәренең дәрәжә ҡеүәтен аңлағас, тиҙ Мәккәгә ҡайтып, Ҡөрәйштәрҙе рәсүлуллаһҡа итәғәт итеүгә өндәне. Ҡаршы тороу менән файҙа итмәйәсәктәрен уларға аңлатты. Ошбу ваҡыт Әбү Суфьяндың ҡатыны Һинд бинт Ғүтбәнең уның һаҡалына йәбешеп: «И Ҡөрәйш халҡы, ошбу хаин ахмаҡ ҡартты донъяла йәшәтмәгеҙ!» — тип әйтеүе риүәйәт ителәлер.
Ғәскәрҙең Мәккәгә инеүе
Ғәскәр Мәккәгә бер нисә яҡтан инһә лә, иң күп ғәскәр рәсүлуллаһ етәкселегендә Мәккәнең өҫ тарафынан, Халид ибн Вәлид ҡул аҫтындағылар түбән тарафынан керҙе. Халид ибн Вәлид ғәскәре, мөшриҡтәрҙең бер өлөшөнә ҡаршы килеүҙәре сәбәпле, ҡорал ҡулланырға мәжбүр булды. Шул бәрелештә мөшриҡтәрҙән 13 кеше, мосолмандарҙан ике кеше үлтерелде. Рәсүлуллаһ иһә, асла ҡаршылыҡ күрмәйсә Мәккәгә барып керҙе. Хәжүн тигән урында үҙенә сатыр яһатып, әләмен шунда ҡаҙатты. Бәйтуллаһ, Әбү Суфьян йорто йәки үҙ йорттарына инеп бикләнгән кешеләргә имен буласаҡтарын иғлан итте. Шунан һуң яза бирелеүҙән ҡурҡҡан ҡайһы бер мөшриҡтәр йорттарына, йәки Әбү Суфьян йортона, йәки Мәсет Харамға инеп ҡастылар. Ислам ғәскәре Мәккәгә һигеҙенсе йылдың рамаҙан айында, егермеһендә, йома көндө инде. Рәсүлуллаһ, сатырында бер ҡәҙәр ял иткәс, мөһәжир үә ансарҙар менән Бәйтуллаһты барып тауаф итте. Хәжәр әсүәдте ҡулындағы йәйәһе менән үбә ине. Тауафты дөйәгә атланып ҡылды. Ул ваҡыт Бәйтуллаһ тирәһендә өс йөҙ алтмыш һын бар ине. Рәсүлуллаһ тауаф ҡылғанда: «Хаҡлыҡ килде, батыл китте», — тип ҡулындағы йәйәһе менән поттарга төртөп китә ине. Һуңынан мөәзин Билал менән Бәйтуллаһҡа керҙе. Ундағы һүрәттәрҙең барын да сығарҙы. Улар араһында Ибраһим үә Исмәғил ғәләйһи үә сәлләмдәрҙең һүрәттәре лэ бар ине. Бәйтуллаһтың эсе һүрәттәрҙән таҙартылғас, рәсүлуллаһ Аллаһуға бындай бөйөк ниғмәте өсөн шөкөр йөҙөнән намаҙ уҡыны. Бәйтуллаһ эсендә йөрөп тәҡбирҙәр әйтте. Рәсүлуллаһтың Бәйтуллаһтан сығыуын халыҡ ишек төбөнә йыйылып көтөп тора ине.
Аллаһ үә рәсүленең ризалығы өсөн, мал үә мөлкәттәренән айырылып, ғәзиз ватандарын ташлап киткән мөһәжирҙәр менән рәсүлуллаһҡа үә сәхәбәләргә ярҙам иткән ансарҙар, Мәккәне еңеп, уны һындарҙан таҙартылыуына, Аллаһуҙың уларға ҡылған вәғәҙәһе үтәлеүенә нисек шөкөр итергә белмәйсә бөтөн вөжүдтәре менән шатланып торғандары ваҡытта, Аллаһуҙың рәсүленә үә уға эйәргән мосолмандарға золом үә ҡәбәхәттәрҙе ҡылыуҙан тартынмаған Мәккә әһелдәре, енәйәттәренең нәтижәһе ни буласағын белмәйсә, ҡурҡыуҙарынан бөтөн ағзалары тетрәй ине. Әгәр рәсүлуллаһ урынында Әбү Суфьян, сәхәбәләр урынында Мәккә мөшриҡтэре булһалар ине, һис кемде ҡалдырмаҫтан ҡылыстан кисергән булырҙар ине. Фәҡәт шәфҡәт һәм мәрхәмәттең иң юғары дәрәжәһендә булған Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм уларҙың яуызлығына ҡаршы яуызлыҡ ҡылманы. Киреһенсә, уларға ҡәрҙәш ҡәрҙәшенә ҡылған мөғәмәлә кеүек мөғәмәлә ҡылды. Уларҙы бөтөнөһөн ғәфү итте. Бәйтуллаһтан сығыуы менән: «Барығыҙ, һеҙ азатһығыҙ!» — тине. Ҡурҡыуҙан бөтөн кәүҙәләре ҡалтырап торған Мәккә әһеле, быны күреп, шатлыҡтарынан ни эшләргә белмәнеләр. Рәсүлуллаһҡа күп шөкрана ҡылдылар.
Бынан һуң рәсүлуллаһ, халыҡҡа хөтбә һөйләп, күп хөкөмдәрҙе бәйән итте. Ошбу хөтбәлә шундай һүҙҙәр барҙыр: «И Ҡөрәйш, Аллаһ һеҙҙән яһилиәт һындарын юҡ итте. Ата- баба менән тәккәберләнеүҙе бөтөрҙө, һеҙ барығыҙ ҙа әҙәм балалары. Әҙәм тупраҡтан яратылды, һеҙ бөтөнөгөҙ ҙә бер тигеҙ. Бер-берегеҙҙән артыҡлығығыҙ фәҡәт изге ғәмәл менән буласаҡ», — тине. һуңынан ул Хүжүрәт сүрәһендәге 13-сө аятты уҡыны:
«И кешеләр, Беҙ һеҙҙәрҙе ир үә ҡатын итеп яраттыҡ үә һеҙҙән тармаҡтар үә ҡәбиләләр ҡылдыҡ, бер-берегеҙҙе танымаҡлығығыҙ өсөн, тәхҡиҡ, һеҙҙең Аллаһ хозурында хөрмәтлерәгегеҙ — тәҡүә булған кешеләрҙер. Аллаһ — белеүсе һәм һәр эшегеҙҙән хәбәрдар».
Ҡәғбә асҡысы
Ошбу ваҡыт Ғәли ибн әбү Талиб рәсүлуллаһтан хижәбәт (Ҡәғбәнең хеҙмәте) вазифаһын үҙенә биреүен үтенгәйне. Әммә рәсүлуллаһ ҡабул итмәне. Ғусман ибн әбү Талханы саҡыртып, ҡулына Ҡәғбәнең асҡысын тоттороп: «Мә асҡысыңды, мәңгегә һеҙҙә булһын, был көн — вафа көнө», — тине. Был ваҡытҡа ҡәҙәр Ҡәғбәнең хеҙмәте Ғәбдел Дар балаларында ине, бынан һуң да уларҙа ҡалды.
«Һикәйәт» (хажиҙарҙы һыу менән тәьмин итеү) иһә, Бәни Һашимда булып, Ғаббаста ине. Ғәли был ике вазифаның икеһен дә үҙҙәрендә итәһе килгәйне.
Мәккәлеләрҙең бәйғәте
Бынан һуң Мәккә халҡы, рәсүлуллаһ хозурына килеп, берәм-берәм бәйғәт бирә үә Исламиәтте ҡабул итә башланылар. Әбү Бәкрҙең атаһы Әбү Кухафә менән Әбү Суфьяндың улы Муғавиә лә ошбу ваҡыт Исламға килделәр. Әбү Бәкр ҡартлыҡтан сәс үә һаҡалдары ағарған үә һуҡырайған атаһын рәсүлуллаһ хозурына килтергәс, рәсүлуллаһтың мәрхәмәте килеп: «И Әбү Бәкр, ҡарт атайыңды мәшәҡәтләгәнһең, мин уға үҙем барған булыр инем», — тине.
Бәйғәт өсөн килгән бер кешенең ҡурҡыуҙан артыҡ тетрәгәнен күреп рәсүлуллаһтың: «Ҡурҡма, тыныс бул! Мин падишаһ түгелмен, ҡаҡлаған ит ашай торған бер Ҡөрәйш ҡатынының уғлымын», — тип мәҙкүр кешене тынысландырыуы риүәйәт ителәлер. Ирҙәр бәйғәттән бушанғас, ҡатындар килеп бәйғәт бирә башланылар. Улар Аллаһуға һис бер кемде ширк ҡылмаҫҡа, зина ҡылмаҫҡа, урламаҫҡа, балаларын үлтермәҫкә, ифтира үә боһтан ҡылмаҫҡа бәйғәт бирерҙәр ине. Мәҙкүр ҡатындар араһында: Үмм һәи бинт әби Талиб, мәшһүр Һинд бинт Ғүтбә, Ғәкрәмә ҡатыны Үмм Хәким бинт Хәрис һәм башҡалар ҙа бар ине.
Хөтбә һөйләү
Еңеү көнөнөң иртәһендә рәсүлуллаһтың халыҡҡа ошбу һүҙҙәрҙе һөйләүе билдәлелер: «И йәмәғәт, Аллаһ Мәккәне күк үә ерҙе халыҡ ҡылған көндән бирле иғтибарын хәрам ҡылды. Уның хөрмәте Аллаһ уны хәрам ҡылғанлыҡтан. Аллаһ үә ахирәт көнөнә иман иткән кешегә унда ҡан ағыҙыу үә ундағы ағастарҙы киҫеү хәләл түгелдер. Минең Мәккәне еңеп алыуым Аллаһуҙың рөҡсәте менән ине. Миңә ҡарап һис кем уны баҫып алмаһын, миңә лә ул бик аҙ ваҡытҡа хәләл булды. Инде әүәлге хөрмәтенә ҡайтты. Ишеткән кешеләр быны ишетмәгәндәргә ирештерһендәр».
Мәккә еңелгәс, рәсүлуллаһтың Үмм Һәи өйөнә кереп һигеҙ рәҡәғәт намаҙ уҡыуы билдәлелер. Ошбу намаҙ Аллаһуға шөкөр йөҙөнән уҡылған намаҙ ине.
Мәккә фәтх ителеү менән һындарға табыныу бөтөрөлдө. Бәйтуллаһ эсендә һәм тирәһендә булған бөтә һындар ҡырылды. Ғибәҙәт бары Аллаһуға булып ҡалды. Бөтөн Мәккәлә «Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр» һүҙҙәре яңғыраны. Бәйтуллаһтың үҙендә аҙан уҡылды.
Ғәфү ителгән һәм ғәфү ителмәгән кешеләр
Рәсүлуллаһ Мәккә әһелен ғәфү иткән ваҡытта, ҡәбәхәтлектәре ҙур булған кемсәләр булып, уларҙы ҡайҙа күрһәләр, шунда үлтерергә әмер иткәйне. Уларҙың бәғзеләре үлтерелһә лә, бәғзеләре һуңынан ғәфү ителде.
1) Ғиҡримә ибн әби Йәһил — был кемсә атаһы кеүек, рәсүлуллаһҡа бик күп йәбер үә золом итә ине. Мәккә фәтх ителгәндә, үлтерелеүҙән ҡурҡып, Йәмән тарафына ҡасҡайны, һуңынан ҡатыны, бының өсөн рәсүлуллаһтан именлек алып, иренең артынан барып алып ҡайтты, һуңынан Ғиҡримә рәсүлуллаһ хозурында Исламиәтте ҡабул итеүе менән мөшәррәф булды. Ғиҡримә һуңынан Исламиәттең икенсе илдәргә таралыуында ҙур дәрәжә үә батырлыҡ ҡаҙанған кешеләрҙән булды.
2) Сафүән ибн Үмәйә — был да Ғикримә кеүек рәсүлуллаһтың иң ҙур дошмандарынан ине. Мосолмандар Мәккәне фәтх иткәс, Жиддәгә ҡасһа ла, Ғумайр ибн Вәһб Жумахи, рәсүлуллаһтан именлек алып, артынан эҙләп Мәккәгә алып ҡайтты. Сафүән рәсүлуллаһ хозурына килгәс, Исламды ҡабул итмәне. Унан ике айға кисектереү талап итте. Рәсүлуллаһ уға: «Түгел ике айға, дүрт айға кисектереүҙе бирәм», — тине. Сафүән Таиф ғәзүәһенән һуң Исламды ҡабул итеү менән мөшәррәф булды.
3) Ғабделлаһ ибн Сәғд ибн әби Сахр — был, уғылдары мосолман булып, рәсүлуллаһҡа Ҡөрьән аяттарын да яҙғайны, һуңынан Мәккәгә ҡайтып, унда рәсүлуллаһҡа ифтира итеп ҡаршы күп һүҙҙәр һөйләне. Мәккә мөшриҡтәренә: «Һеҙҙең динегеҙ Мөхәммәдтең диненән артыҡ, үҙ динегеҙҙән айырыла күрмәгеҙ!» — ти ине. Мәккә фәтх ителгәс, һөт ҡәрҙәше Ғусман ибн Ғәффәнгә килеп яҡлауын һораны.
Ғусман, Мәккәлә тыныслыҡ булғансы, быны үҙендә йәшереп тороп, һуңынан, рәсүлуллаһ хозурына килтереп, уға именлек һораны. Рәсүлуллаһ бының үтенесен ҡабул итмәү тарафында булһа ла, Ғусмандың һорауы сәбәпле, именлек бирҙе, һуңынан Ғабделлаһ Исламиәтте ҡабул итте.
4, 5 , 6) Ғабд ибн Хатл — был да әүәл мосолман булһа ла, һуңынан Исламды ташлап, Мәккәгә ҡайтҡайны. Ул кешенең рэсүлуллаһты һәр ваҡыт мыҫҡыл итеп һөйләй торған ике йәриә ҡатыны бар ине. Шул ҡатындарҙың береһе Фәтх Мәккә көнөндә Ғабд ибн Хатл менән бергә үлтерелде. Икенсеһе, Фәтх Мәккә көндәрендә ҡасып тороп, һуңынан килеп Исламды ҡабул иткәненә күрә ғәфү ителде.
7) Әл Хувайрис ибн Нәҡид — был да рәсүлуллаһтың ҙур дошмандарынан булып, уны мыҫҡыл итә үә уға төрлө ифтиралар ҡыла ине. Фәтх Мәккә көнөндә Ғәли тарафынан үлтерелде.
8) Микяс ибн Субаба — Мәҙинәлә бер ансариҙы үлтереп, мөртәт булып Мәккәгә ҡайтҡайны. Ул да үлтерелде.
9) Ғабделлаһ ибн Зигабра — ул да рәсүлуллаһҡа күп йәбер иткән кешеләрҙән булып, уны һәр ваҡыт мыҫҡыл итә ине. Фәтх Мәккә көндәрендә ҡасып тороп, һуңынан рәсүлуллаһҡа килеп ғәфү үтенгәне өсөн ғәфү ителде.
10) Вәхши — был Хәмзә ибн Ғабдел Мутталибты шәһит иткән кешелер. Фәтх Мәккә көнөндә Таифҡа ҡасты, һуңынан Таиф әһеле менән рәсүлуллаһ хозурына килеп, Ислам динен ҡабул итте. Бының енәйәте ҙур булһа ла, рәсүлуллаһ уны ғәфү итте. Фәҡәт үҙенең күҙенә күренмәүен шарт итте.
11) Һинд бинт Ғүтбә — ул да рәсүлуллаһҡа бик ҡаты дошман булып, уға күп насарлыҡ ҡылған ине. Һинд Ухуд һуғышында, Хәмзәне Вәхшиҙән үлтерттереп, йөрәген сәйнәгән ине. Мәккә фәтх ителгәс, Ҡөрәйш ҡатындары менән рәсүлуллаһҡа килеп, Исламды ҡабул итте һәм ғәфү үтенде. Рәсүлуллаһ уны ғәфү итте. Исламиәткә килгәс, әүәлге эштәренә үкенеп, күп яҡшылыҡтар ҡылғанлығы риүәйәт ителәлер, Һинд йәһли ҡатындарҙың мәшһүрҙәренән үә аҡыллыларынан ине.
12) Сәрра — был Ғәмр ибн Ғабдел Мутталибтың йәриәһе булып, рәсүлуллаһты мыҫҡыл итә ине. Был әүәл Исламиәткә килгән булһа ла, Исламды ташлап, яңынан Мәккәгә ҡайтҡайны. Фәтх Мәккә көнөндә Ғәли ибн әбү Талиб тарафынан ҡылыстан кисерелде.
Ләт, Гүззә, Мәнәттәрҙе емертеү
Рәсүлуллаһ Мәккәлә тамам шәүкәт үә бөйөклөк менән ун туғыҙ көн торҙо. Был ваҡытта намаҙҙы ҡыҫҡартып уҡыны. Рәсүлуллаһ Мәккәлә ваҡытында, Халид ибн Вәлид етәкселегендә утыҙ фарси ебәреп, Гүззә һынын ваттырҙы. Ғәмр ибн Гасты Сувәгте емерергә ебәрҙе. Ғәмр ибн Ғас һын янына барғас, һындың хеҙмәтсеһе ҡаршы сығып:«Бында ни эшләп йөрөйһөң?» — тип һораны. Ғәмр: «Рәсүлуллаһ мине Сүвәгте емерергә ебәрҙе. Шуның өсөн килдем», — тине. Хеҙмәтсе быға: «Бушҡа йөрөмә, булдыра алмаҫһың», — тине. Ғәмр быға: «Әле һаман шул батыл иғтиҡатыңда дауам итәһеңме? Уның күрмәй, ишетмәй торған бер таш икәнен белмәйһеңме?» — тине лә иптәштәре менән шул һынды емереп бөтөрҙө. Хеҙмәтсе шаҡ ҡатып ҡарап торҙо, һуңынан ул Исламға килде. Мәнәтте емереү өсөн егерме фарси менән Сәғд ибн Зәид Әшһәли ебәрелде, улар ҙа потты емереп ҡайттылар. Рәсүлуллаһ был ваҡыт мәккәлеләрҙең өйҙәрендә булған ваҡ һындарҙы ла ваттырып бөтөрттө. «Аллаһуға үә ахирәт көнөнә иман килтергән кеше өйөндә һын ҡалдырмаһын», — тип, Мәккә урамдарында нида ҡылдырып йөрөттө.
Мәккәгә вәли билдәләү
Рәсүлуллаһ Мәккәнән киткәндә вәли итеп Ғутаб ибн Үсәидте ҡалдырҙы. Быға көндәлек бер дирһәм хеҙмәт хаҡы билдәләне. Был ваҡытҡа ҡәҙәр һижрәт тейешле булып, бик күп аяттарҙа мосолмандарҙы шуға ҡыҙыҡтырыу, һижрәт иткән кешеләргә ҙур әжер үә сауаптар вәғәҙә ҡылына ине. Бының хикмәте лә бик мәғлүм, бөтә мосолмандарҙы бергә йыйыу ине.
«Хәҙрәт Мөхәммәд саллалаһу ғәләйһи үә сәләм», Сөнғәтулла Бикбулат