Архив рубрики: Доғалар һәм намаҙ

Йоғошло сирҙәрҙән (коронавирустан) доға

                                     Йоғошло сирҙәрҙән (коронавирустан) доға

     Йоғошло сирҙәрҙән (коронавирустан) ҡотолоу  өсөн Аллаһының ун исемле доғаһы. Джаушан Кәбир доғалығынан Аллаһ Тәғәленең ун күркәм исемдәре. Аҫтағы доғаларҙы ла шуның өсөн файҙаланырға була. Аллаһ Тәғәлә һынау өсөн ебәргән йоғошло сирҙән – коронавирустан беҙ Аллаһыға инанмайынса, ҡотола алмайбыҙ. Ул йоғошло грипп һымаҡ ауырыуҙарҙың бер төрө, үлемгә алып барған осраҡтары ябай грипп менән сағыштырғанда аҙ. Тик беҙҙе көнө-төнө алдаған йүнһеҙ матбуғат саралары арҡаһында ғына ул ҡиәмәт итеп күрһәтелә. Әле бына уның яңы төрҙәре сыға башланы. Маска (битлек) кейеп йөрөү һеҙҙе, әгәр Аллаһ теләһә ҡотҡармай. Маска кейеп йөрөү арҡаһында кешенең иммуните́ты юғала, уға кислород етешмәй, шул арҡала ла үлемдәр осрағы теркәлә башланы. Читать далее

Баш ауырыуынан. Джаушан Кәбир доғалығынан

                                                   Баш ауырыуынан. Джаушан Кәбир доғалығынан.
     Баш ауырыуынан ҡотолоу өсөн Джаушан Кәбир доғаһынан Аллаһының ун исеме. Джаушан Кәбир доғаһы йөҙ бүлектән тора. Ошо доғалыҡтан баш ауыртыуынан ҡотолоу өсөн Аллаһ Тәғәләнең ун исеме яҙылған ике бүлекте тәҡдим итәм. Ҡөръән Кәримдә: «Иң, гүзәл исемдәр Аллаһыныҡылыр, Уға хастыр. Аллаһыға был исемдәр менән доға ҡылығыҙ», — тип бойоролған. (Әғраф (Кәртәләр) сүрәһе, 180 аят). Читать далее

Баш ауырыуынан доғалар

                                             Баш ауырыуынан доғалар
     Баш ауыртыуына һәр кем тейерлек зарланып ала. Баш ауыртыуына төрлө сәбәптәр: муйын остеохондрозы, елкә менән бәйле башҡа ауырыуҙар, юғары ҡан баҫымы, нерв күҙәнәктәренең ҡыҫылыуы, гипертония, төрлө ялҡынһыныуҙар, глаукома – һәм организмдағы башҡа сәбәптәр баш ауыртыуына килтереүе мөмкин. Баш ауыртыуын нисек дауаларға һуң?
     Дауалауҙың ысулдары төрлө. Ул һәр пациенттың хәленә, диагнозына ярашлы рәүештә билдәләнә. Ғөмүмән, дауалау ысулдарын бер нисә төркөмгә бүлергә мөмкин. Беренсеһе – медикаменттар менән дауаланыу. Икенсе ысул – массаж, физиотерапия һәм башҡа саралар ярҙамында дауалайҙар. Дөрөҫ һайланған дауалау күнегеүҙәре, етерлек күләмдә физик эш тә баш ауыртыуын баҫырға мөмкин. Шулай уҡ халыҡ медицинаһы ысулдары ла етерлек. Баш ауыртҡанда үләндәр, тамырҙыр, емештәр һәм башҡа нәмәләр файҙалана. Читать далее

Балаға уҙыр өсөн доғалар

                                         Балаға уҙыр өсөн доғалар
     Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар балаға уҙа алмай, йә иһә балаға уҙа, ләкин уны аҙағына ҡәҙәр йөрөтөп бөтөрә алмай, яралғы төшә. Ислам динендә был нисек аңлатыла? Ислам дине кешеләргә йәшәргә ярҙам итә һәм тормоштарын еңеләйтә. Быны аңларға һәм ҡабул итергә кәрәк. Әлбиттә, балаға уҙа алмау проблемаһының сиселешен Аллаһы Тәғәләгә тапшырыу, хәйерлеһен һорап доға уҡыу, тәүбәгә килеү, хәйер-саҙаҡа биреүҙең мөһимлеген белгәндә мөғжизәләр булыуы мөмкин. Ҡәҙимге дауаланыу ысулдарынан башҡа Ислам медицинаһы менән дә ҡыҙыҡһыныр кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең сөннәт ғәмәлдәренән һаналған дауаланыу сараларының да һөҙөмтәһе ыңғай була. Шулай уҡ Ҡөръән сүрәләре менән өшкөрөлгән тмин майын ҡулланыу, зәм-зәм һыуын эсеү һәм башҡа саралар, шулай уҡ хиджама ҡулланыу балаға уҙыуға стимул бирә.
     Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире менән кемгәлер ир, кемгәлер ҡыҙ бала бүләк була, кемгәлер бөтөнләй булмай. Сабыйҙың был донъяға тыуып, ауаз һалыуы фәҡәт Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенән генә тора. Әлбиттә, йөклө ҡатын-ҡыҙ һаҡланырға, табип кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға бурыслы. Ә инде бөтә ҡағиҙәләрҙе үтәгәндән һуң, бала төшә икән, был Аллаһы Тәғәләнең ғазабы йәки рәхмәте. Барыһы ла Раббыбыҙ ҡулында. «Ни өсөн Аллаһ Тәғәлә миңә бала бирмәй икән?»– тип уфтанырға ла кәрәкмәй. Сөнки сабыйҙың кем булып тыуасағын белмәйбеҙ, ата-әсәһен йәберләүсе, рәнйетеүсе лә булыуы мөмкин. Читать далее

Атай-әсәйҙе рәнйеттем

                                          Атай-әсәйҙе рәнйеттем
     Ата-әсәм иҫән ваҡытта уларҙы һүҙ менән рәнйеттем. Хәҙер улар юҡ инде, уларҙың ризалығын алыу өсөн миңә ни эшләргә кәрәк? «Шүрғәтүл-ислам» китабының «Атай-әсәйҙе риза ҡылыу намаҙы» бүлегендә килтерелә: «Рәсүлуллаһ ғәләйһис-сәләм әйтте: кемдер ата-әсә хаҡын үтәп, ата-әсәһе ҡулы аҫтынан сыҡҡас, ата-әсә хаҡын үтәүенең тәғәте ҡабул булмағандыр тип, йәһәннәм әһеле хәҙистәрен ишетеп, шикләнһә, ҡиәмәттә ата-әсә хаҡын үтәгәндәрҙең сафында ҡубырға теләһә, ахшам намаҙы менән йәстү намаҙы араһында кесе йома кисендә ике рәкәғәт намаҙ уҡыһын. Һәр рәкәғәттә «әл-Фатиха», биш «Аятүл-Көрси» һәм биш мәртәбә «әл-Ихлас», биш мәртәбә «әл-Фәләҡ» һәм «ән-Нәс» сүрәләрен уҡыһын. Намаҙҙан бушағас, ун биш мәртәбә тәүбә-истиғфар һәм унбиш мәртәбә салауат әйтһен. Быларҙың барыһының сауабын ата-әсәһенә бағышлаһын. Иншә Аллаһ, ул кеше ҡиәмәт көнөндә ата-әсәһенең ризалығында булыр һәм ата-әсәһен төшөндә күрер, улар әйтерҙәр: «Донъяла ваҡытта беҙ һинән риза түгел инек, бына хәҙер ризалығыбыҙ булды, Аллаһы Тәғәлә һиңә ризалығы булһын». Читать далее

Йөклө ҡатындар өсөн доғалар

                                 Йөклө ҡатындар өсөн доғалар.
                                  اللَّهُمَّ اغطِنَا صِحَّةٌ وَ عَافِيةٌ وَأَولاَدًا صَالِحًا وَرِزْقًا وَاسِعَا وَدُعَاءَ مَقْبُولاً
     «Аллаһүммә әғтыйнәә сиххәтән үә ғәәфийәтән үә әүләдән салихән үә ризҡан үәсиған үә дуға-ән мәҡбүлә!»
     («Әй Аллаһ! Беҙгә һаулыҡ һәм сәләмәтлек бир. Хәйерле балалар бүләк ит, мул ризыҡ биреп, доғамды ҡабул ит!»).

     Изге бала һорап уҡыла, был доғаны бала тыуғас та, үҫә килә уҡыла:
                                         رَبَّنَا هَبْ لَنَا مِنْ أَزْوَاجِنَا وَذُرِّيَّاتِنَا قُرَّةَ أَعْيُنٍ وَ اجْعَلْنَا لِلْمُتَّقِينَ إمَامَا
     

     «Раббәнә һәб ләнәә мин әзүәджинәә үә ҙүрриййәтинәә ҡурратә әғйүниү-үәджғәлнәә лил-мүттаҡиинә имәмә.»

     («Әй, Раббыбыҙ! Беҙгә ҡатындарыбыҙҙан һәм нәҫелдәребеҙҙән күҙҙәребеҙҙең нуры, һөйөнөсө булырлыҡ яҡшы кешеләр бүләк ит һәм беҙҙе тәҡүә эйәләренә хужа ҡыл!») Читать далее

Юғалған әйберҙе табыу өсөн (доға)

                                    Юғалған әйберҙе табыу өсөн (доға)
     Юғалған әйберҙе эҙләү алдынан мосолман кеше шуны аңларға тейеш, был донъялағы һәр нәмә Аллаһ Тәғәләнең рөхсәте менән эшләнә. Һәр ваҡиға кешенең тормошонда ниндәйҙер мәғәнәгә эйә булыуы мөмкин. Әгәр ҙә беҙ күңелһеҙ хәлдәрҙән ҡотолорға теләһәк, Аллаһ Тәғәләнән был хаҡта һорайыҡ. Ул әйберҙе табырға, йәки башҡа нәмәгә ирешә алмаһаҡ, хәйерлегә булһын тип, шөкөр итәйек.
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйтә: «Минән һорағыҙ һәм Мин һеҙгә яуап бирермен». Сүрә 40, 50 аят, (Ғәфү итеүсе) Читать далее

Истиска намаҙы һәм хөтбәһе тәртибе

                                       Истиска намаҙы һәм хөтбәһе тәртибе
     Аллаһ Тәғәлә тураһында тулы мәғлүмәтле булмаған наҙандар ҡоролоҡ килгәндә, ямғыр яумауҙы муллаларға япһарып, уларҙаң ғәйеп табырға тырышалар. Имеш мулла ямғыр теләмәгәс ул яумай. Бар ғәйеп кешенең аңһыҙлығында, уның бик гонаһлар ҡылыуында һәм тәүбә итмәүе арҡаһында Аллаһ ошо бәлә-ҡаза ебәрә. Был Аллаһтың бер ҙур һынауы, әле Аллаһ беҙҙе кешеләрҙе йәлләп түгел, ә Үҙенә шөкөр ҡылып торған ағас-үҫемлектәренә, хайуан-бөжәктәренә, еренә ямғыр яуҙыра. Әҙәм балаларының барыһы ла тәүбә итмәһә ошо ҡоролоҡтың бер-нисә йылдар буйы һуҙылыуы мөмкин. Ҡоролоҡтың әфәт икәнең, ҡаза икәнең аңламаған кешеләр  фекере буйынса халыҡ йыйылып ямғыр һораһа, мәжлес ойоштороп ашап-эсеп, хәлдәре бөткәнсә һыу һибешеп ҡойонһалар, Аллаһ быны мәрәкә күреп ямғыр яуҙыра башлай имеш... – көтөгөҙ өҫтөгөҙгә боҙ-таш яуғаның!

Читать далее

Короновирустан һаҡланыу доғалары

                                         Коронавирустан һаҡланыу доғалары
     Интернет киңлегендә коронавирустан һаҡланыр өсөн мосолман илдәрендә ошо түбәндәге доғаларҙы уҡыйҙар.
     Коронавирус һәм башҡа ауырыуҙарҙан һаҡланыу өсөн Аллаһ Тәғәләгә һыйынырға һәм ошо доғаларҙы йыш уҡыр кәрәк.
     Ауырыу кеше табибҡа барып күренергә тейеш һәм ул ҡушҡан дарыуҙарҙы файҙаланһын. Әммә ауырыуынан йүнәлеүҙе табибтан йәки дарыуҙан өмөт итергә тейеш түгел, тик Аллаһынан ғына. Аллаһ Тәғәлә генә шифа бирә. Читать далее

Күңел төшөнкөлөгөнән доғалар

                                               Күңел төшөнкөлөгөнән доғалар
     Күңел төшөнкөлөгөнән (депрессиянан) доғалар.
     1.   Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үәс-сәләм күңел төшөнкөлөгөнән ошо доғаны уҡый ине.
لا إِلَهَ إِلَّا اللَّهُ الْعَظِيمُ الْحَلِيمُ، لَا إِلَهَ إِلَّا اللَّهُ رَبُّ الْعَرْشِ الْعَظِيمِ، لَا إِلَهَ إِلَّا اللَّهُ رَبُّ السَّمَوَاتِ، وَرَبُّ الْأَرْضِ، وَرَبُّ الْعَرْشِ الْكَرِيمِ
              Ләә иләәһә илләллааһүл-ғәҙиимүл-хәлиим,
              Ләә иләәһә илләллааһүл раббул-ғәршил-ғәҙиим,
              Ләә иләәһә илләллааһүл раббус-сәмәәүәәти
              үә раббул әрҙи үә раббул ғәршил-кәриим. Читать далее