Балаға уҙыр өсөн доғалар

                                         Балаға уҙыр өсөн доғалар
     Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар балаға уҙа алмай, йә иһә балаға уҙа, ләкин уны аҙағына ҡәҙәр йөрөтөп бөтөрә алмай, яралғы төшә. Ислам динендә был нисек аңлатыла? Ислам дине кешеләргә йәшәргә ярҙам итә һәм тормоштарын еңеләйтә. Быны аңларға һәм ҡабул итергә кәрәк. Әлбиттә, балаға уҙа алмау проблемаһының сиселешен Аллаһы Тәғәләгә тапшырыу, хәйерлеһен һорап доға уҡыу, тәүбәгә килеү, хәйер-саҙаҡа биреүҙең мөһимлеген белгәндә мөғжизәләр булыуы мөмкин. Ҡәҙимге дауаланыу ысулдарынан башҡа Ислам медицинаһы менән дә ҡыҙыҡһыныр кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең сөннәт ғәмәлдәренән һаналған дауаланыу сараларының да һөҙөмтәһе ыңғай була. Шулай уҡ Ҡөръән сүрәләре менән өшкөрөлгән тмин майын ҡулланыу, зәм-зәм һыуын эсеү һәм башҡа саралар, шулай уҡ хиджама ҡулланыу балаға уҙыуға стимул бирә.
     Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире менән кемгәлер ир, кемгәлер ҡыҙ бала бүләк була, кемгәлер бөтөнләй булмай. Сабыйҙың был донъяға тыуып, ауаз һалыуы фәҡәт Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенән генә тора. Әлбиттә, йөклө ҡатын-ҡыҙ һаҡланырға, табип кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға бурыслы. Ә инде бөтә ҡағиҙәләрҙе үтәгәндән һуң, бала төшә икән, был Аллаһы Тәғәләнең ғазабы йәки рәхмәте. Барыһы ла Раббыбыҙ ҡулында. «Ни өсөн Аллаһ Тәғәлә миңә бала бирмәй икән?»– тип уфтанырға ла кәрәкмәй. Сөнки сабыйҙың кем булып тыуасағын белмәйбеҙ, ата-әсәһен йәберләүсе, рәнйетеүсе лә булыуы мөмкин.

     Шул уҡ мәлдә үкенескә ҡаршы бөгөнгө көндә йәштәр араһында түбән әхләкһеҙлек күренештәрен күҙәтергә мәжбүр булабыҙ – алма кеүек йәш, матур ҡыҙҙарҙың бер-бер артлы балаға уҙып, унан һуң ҡарындағы баланы төшөрөүҙәре, йә тыуғас ташлап китеүҙәре ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Улай ғына түгел, шул яңы тыуған сабыйҙарҙы ғазаплағандарын, хатта үлтереүҙәрен ишетәбеҙ. Был фани донъя һынауға ҡоролған, кемдер балаһынан нисек ҡотолорға белмәй, ә кемгәлер бала – хыялға ашмаҫ теләк һәм ғүмерлек һағыш, бала табыу бәхетенән мәхрүм булыу. Әммә быға ҡарамай үҙеңде һәм йәреңде яратырға кәрәк. Нәтижәһе ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, бер-берегеҙҙе яратып һәм бер ғәилә булып йәшәр кәрәк. Ә бала бит мөхәббәтең дауамы ғына.
     Ғәиләлә бала тыуыу – иң шатлыҡлы ваҡиғаларҙың береһе. Изге бала — ул сикһеҙ ләззәт сығанағы: сабыйы янында һәр ата-әсә ял һәм ҡыуаныс таба. Дини китаптарҙа йыш ҡына бала тауышы — иң татлы тауыш, ә бала еҫе — иң татлы еҫ менән сағыштырыла. Әле бала ҡарында булғанда уҡ Аллаһ Тәғәлә биргән мөхәббәт емешенең аҡыллы, бәхетле һәм оҙон ғүмерле булыуын һорап күп кенә әсәләр бәпәйҙәре өсөн доға бышылдап йөрөй. Әммә Үҙенең иң ныҡ тәҡүә бәндәләрен ошо оло бәхеттән мәхрүм итеп, Аллаһ Раббыбыҙ һынай. Һәм оҙаҡ йылдар буйы ҡайһы бер ғәиләлә балалар булмай. Бындай һынауҙар Пәйғәмбәрҙәр тормошонда ла булған. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Ибраһим һәм Зәкәриә пәйғәмбәрҙәрҙең балалары ҡартлыҡ көндәренә еткәс кенә булғанын күрәбеҙ. Ибраһим пәйғәмбәр ғәләйһиссәлләм, ҡатыны – Сара инәбеҙ балаға уҙһын тип, тамам ҡартайғансы – йөҙ йәшенә тиклем Аллаһтан доға ҡылып һораған. (Ҡайһы бер ғалимдар һикһән йәшенә тиклем тип әйтәләр.) Ҡалған Пәйғәмбәрҙәр ҙә Аллаһы Тәғәлә алдында шул рәүешле һынау тотҡан. Тик бындай ҡайғыға дусар булған Пәйғәмбәрҙәр бер ҡасан да күңелдәрен төшөрмәгән. Киреһенсә, иманда ныҡ тороп Хоҙайға доға менән ялбарған. Аллаһ Раббыбыҙ беҙгә уларҙың доғаларын Ҡөръән Кәримдә еткерә. Бала табыу һәм уны һөйөү өмөттөн бер ҡасан да юғалтмаҫ кәрәк.
     Бер мәле Муса ғәләйһиссәләмгә янына бер ҡатын килә лә һәм теләген еткерә: Әй, Муса ғәләйһиссәләм, мин түлһеҙ ҡатын, Аллаһ Тәғәләнән миңә бала һора әле, тип әйтә. Муса ғәләйһиссәләм ҡатындың теләген еткереп Аллаһынан: Эй, Раббым, ошо ҡатынды бала менән бүләклә, тип доға ҡылып, ялбара. Аллаһ Тәғәлә: Әй Муса! Был ҡатынға тәҡдире менән балаһыҙ булыу тәғәйенләнгән, — тигән. Муса пәйғәмбәр теге ҡатынды күреп: Аллаһ Тәғәлә һине тәҡдирен буйынса балаһыҙ иткән, шуға бойһон, — тигән. Бер аҙан теге ҡатын йәнә Муса пәйғәмбәр янына килеп: Муса ғәләйһиссәләм, Аллаһ Тәғәлә мине иремдән йөклө итһен, тип ҡабаттан һораған. Муса ғәләйһиссәләм аптырап йәнә Аллаһынан: Эй, Раббым, Аллаһым шул ҡатындың нәҫелен дауам ит инде, тип һораған. Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә: Әй, Муса ул ҡатындың тәҡдиренә балаһыҙ булыу яҙылған бит. Был ҡатын бала таба алмаясаҡ, тигән яуапты еткерә.
     Бер йыл тирәһе ваҡыт үткәс Муса ғәләйһиссәләм был ҡатынды күкрәгенә бәпәй ҡосаҡлаған килеш осрата. Муса ғәләйһиссәләм ҡыҙығып, был ҡатындан: Был бала кемдеке? — тип һорай. Был ҡатын уның һорауына: Был бала минеке, — тигән.
     Быға ғәжәпләнгән Муса ғәләйһиссәләм Аллаһ Тәғәләнән: Йә, Раббым, мин Һинән был ҡатын өсөн үтенеп ике тапҡыр уны бала менән ниғмәтлә, тип һораным. Ә Һин, Раббым был ҡатындың тәҡдире буйынса, яҙмышы балаһыҙ йәшәүгә яҙылған, тинең. Шулай булғас ул ҡатын ни эшләп балалы? Аллаһ Тәғәлә: Әй Муса, ул ҡатын: Йә, Раббым, миңә бала бир, тип һораһа ла, Мин уға түлһеҙ булырға насип итем. Әммә ул ҡатын бер туҡтауһыҙ Миңә доға ҡылып, ялбарҙы: Йә Рәхимлеләрҙең Рәхимле Аллаһ, миңә бала бүләк ит, тине, өмөтөн өҙмәне. Һәм Аллаһтан һәр саҡ: Рәхимлеләрҙең Рәхимлеһе, Шәфҡәтлеләрҙән Шәфҡәтлеһе Раббым миңә бала бир, тип ялбарҙы һәм Минем Мәрхәмәтем Минең уға яҙылған тәҡдиремдән өҫтөн булды. Ул ҡатындың доғаһы ҡабул булды.
     Өмөтһөҙ шайтан тип әйтелә бит, шуға ниәтләнеп, ихлас күңелдән Аллаһ Тәғәләнән пәйғәмбәрҙәр кеүек тырышып һәм тәүбә итеп, күҙ йәштәре сығарып, йөрәк нескәлеге менән доғалар ҡылығыҙ, көндә һәм төндә. Аллаһы Тәғәлә ундайҙарҙы ҙур рәхмәтенән ирештермәй ҡалмаҫ, иншаллаһ.
     Аҫтағы Ҡөръән Кәрим доғаларын ғөсөл ҡойоноп йә иһә тәһәрәт алып, Аллаһ Тәғәләгә һәм уның пәйғәмбәре Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә маҡтауҙар һәм сәләмдәр әйтеп, ихлас күңелдән тәүбә ҡылып, 2 рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡып шул доғаларҙың берәйһең ҡылһағыҙ, үҙегеҙ сауап-әжерле булып теләгәндәрегеҙ ҡабул булыр, иншаАллаһ. Әлбиттә был доғаларҙы тәһәрәтһеҙҙә, намаҙһыҙҙа ҡылырға була. Сөнки күңелебеҙҙә ни барын тик Аллаһ ғына белеүсе һәм доғаларға яуар биреүсе.
     Әгәр ҙә һеҙ намаҙ уҡый белмәйһегеҙ икән, был ғибәҙәтте өйрәнһәгеҙ, бигерәк тә сауаплы булырһығыҙ, Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанын үтәүсе булырһығыҙ. Аллаһ Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы балаға уҙыу менән ниғмәтләгән икән, буласаҡ әсә Раббыбыҙға хәмде-ҫәнә әйтергә, Аллаһҡа шөкөр итергә тейеш.
     Ҡатын-ҡыҙҙарға балаға уҙыр өсөн Ҡөръән Кәрим китабынан аяттар:
                                                                            رَبِّ هَبْ لِي مِنَ الصَّالِحِينَ
     1. «Рабби һәб лии минәс-саалихиин»
     «Раббым, миңә изгеләрҙән булған улан бир!»
     «Господи, одари меня потомством из числа праведников» (Әс-Саффат сүрәһе, 37/100).
     Зәкәриә пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең доғаһы:
                                                               رَبِّ لا تَذَرْنِي فَرْدًا وَأَنْتَ خَيْرُ الْوَارِثِينَ
     2. «...рабби ләә тәҙарнии фардәү-үә әңтә хайруль-үәәриҫиин».
     «Раббым, мине яңғыҙ итмә, Һин иң яҡшы вариҫ бит!». (Пәйғәмбәрҙәр сүрәһе, 21:89)
     (О, Господь, не оставляй меня бездетным, ведь ты лучший из наследующих…) 
     Ошо икенсе төрлө күркәм Зәкәриә доғаһын төрлө осраҡтарҙа һәм балаға уҙыу өсөн дә уҡырға була:
                                     رَبَّنَا هَبْ لَنَا مِنْ أَزْوَاجِنَا وَذُرِّيَّاتِنَا قُرَّةَ أَعْيُنٍ وَاجْعَلْنَا لِلْمُتَّقِينَ إِمَامًا
     3. «...рәббәнәә һәбләнәә мин әзүәәджинәә үә ҙүррий-йәәтинәә ҡурратә әғйүниү-үәджғәлнәә лил-мүттәҡиинә имәәмәә».
     «Раббым. Ҡатыныбыҙ менән нәҫелебеҙҙән күҙ ҡыуанысы бир, тәҡүәлеләргә беҙҙе өлгө (имам) ит!»
     «Господь наш! Даруй нам отраду глаз в наших супругах и потомках и сделай нас образцом для богобоязненных». (Әл-Фурҡан сүрәһе, 25:74).
                                                     رَبِّ هَبْ لِي مِنْ لَدُنْكَ ذُرِّيَّةً طَيِّبَةً إِنَّكَ سَمِيعُ الدُّعَاءِ.
     4. «...рабби һәб лии мил-ләдүңкә ҙурриййәтәң таййибәтән иннәкә сәмииғүд-дүғәә».
     «Раббым! Миңә яҡшы нәҫел бир, Һин доғаны ишетәһең бит!»
     «О Господь! Дай мне от Тебя, по Твоему достоинству и щедрости, сына благого. Ведь Ты – слышащий молитву просящих!» («Әлү Ғимран» сүрәһе, 38 аят),
رَبِّ إِنِّي وَهَنَ الْعَظْمُ مِنِّي وَاشْتَعَلَ الرَّأْسُ شَيْباً وَلَمْ أَكُنْ بِدُعَائِكَ رَبِّ شَقِيًّا وَإِنِّي خِفْتُ الْمَوَالِيَ مِنْ وَرَائِي وَكَانَتِ امْرَأَتِي عَاقِراً فَهَبْ لِي مِنْ لَدُنْكَ وَلِيًّا.
     5. «...рабби иннии үәһәнәл-ғаҙмү миннии үәштәғәләррасү шәйбәү-үә ләм әкүм-бидүғәә'икә раббии шәҡиййәә үә иннии хыифтүл-мәүәәлийә миү-үәраа'ии үә кәәнәти-мра'ә-тии ғәәҡираң фәһәб лии мил-ләдүңкә үәлиййәә».
     «Эй, Раббым! Минең быуындарым бушаны, башымды ап-аҡ сал алды. Мин, Раббым, Һиңә доға ҡылып, бәхетһеҙ булманым. Хәҙер үҙемдән һуң (ҡала торған) туғандарымдан ҡурҡам. Ҡатыным түлдән ҡалған, миңә Үҙеңдән вариҫ бирсе әле!».
     «Господь мой! Поистине, я уже постарел и ослаб, и седина покрыла мою голову. Я был счастлив в молитвах к Тебе, на которые Ты отвечал. Я боюсь, что мои родственники не будут заботиться о Твоей истинной религии после моей смерти. Ведь моя жена бесплодна. Даруй мне Своей милостью наследника!» («Мәрйәм» сүрәһе, 4-5 аяттар, »).
     Әбү Джәғфәр раҙыйАллааһү ғәнһүмә: «Иртән-кисен 70 мәртәбә «Сүбхәнәллааһ», 10 мәртәбә «Әстәғфируллааһ» 9 мәртәбә «Сүбхәнәллааһ» 1 мәртәбә «Әстәғфируллааһ» тейеүсе балаға ирешер, (йөклө булыр) иншаАллаһ», тигән.

     "Әсмәә'үл-хүснәә" — Аллаһ Тәғәләнең күркәм исемдәре араһынан ошо исемдәрҙе ҡабатлауҙа балаға уҙырға ярҙам итер иншаАллаһ. Аҫта был исемдәр яҙылған.

 https://nazir1965.com/do%D2%93alar/%D3%99sm%D3%99%D3%99%D2%AFl-x%D2%AFsn%D3%99%D3%99.html

     «Хаалиҡ» исеме бөтөн бер яралтыуҙы аңлата. Был исем иһә яралтылғандар араһында бер тәртип, эҙлеклелек булыуын күрһәтә. Был исем ғаләмде ошо тәртип һәм гүзәллек эсендә яралтыусының Аллаһ булыуын раҫлай. Йөккә уҙа алмаған ҡатын-ҡыҙ, 7 көн ураҙа тотоп, һәр көн ифтарҙан һуң «әл-Хаалиҡ, әл-Бәәри, әл-Мусаууир» тип 21 мәртәбә ҡабатлап, һыулы һауытҡа өрһә һәм шуның менән ифтарҙы башлаһа, Аллаһ уға бала бүләк итер.

     «Әүүәл» тип әйтеү, икенсеһе «барҙыр» тип әйтеү түгелдер. Унан әүүәл бер ниндәй ҙә барлыҡ юҡ тимәктер. Бала теләгәндәргә әлеге гүзәл исемде көн һайын 40 мәртәбә ҡабатларға кәңәш ителә.

     "Ән-Нәәфиғ" исемен берәй транспорт сараһына ултырғанда уҡырға кәңәш ителә. Ул төрлө бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай, сәфәрҙе уңышлы итә. Эш башлар алдынан иһә уны 41 мәртәбә ҡабатларға кәрәк — маҡсатыңа тиҙ ирешерһең. Балаға уҙыр алдынан ҡабатлаһаң, донъяға изге бала ауаз һалыр.

     "Күптән түгел генә кейәүгә сыҡтым. Ирем дә, үҙем дә бала йәнле кешеләр. Шуға күрә ғәиләбеҙҙең тулы булыуын теләйбеҙ. Һау-сәләмәт, инсафлы бала тураһында хыялланабыҙ. Балаға уҙыр алдынан ир менән ҡатын доғалар уҡырға тейеш икән. Был дөрөҫме? Ғөмүмән яҡынлыҡ ҡылыр алдынан да доға уҡыламы?"- тигән һорауға буласаҡ балағыҙ шайтандан имен булһын өсөн доға ҡылыр кәрәк. Шайтандан һәм башҡа зарар килтереүсе нәмәләрҙән һаҡланыр өсөн яҡынлыҡ алдынан Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһис сәлләм түбәндәге доғаны уҡырға кәңәш иткән:
                                                    بِسْمِ اللَّهِ اللَّهُمَّ جَنِّبْنَا الشَّيْطَانَ وَجَنِّبِ الشَّيْطَانَ مَا رَزَقْتَنَا
     «Бисмилләһи, Аллаһүммә джәннибнәә шәйтаанә үә джәнниб шәйтаанә мәә разәктанәә».
     Тәржемәһе: «Аллаһ исеме менән башлаймын. Йә Раббым, беҙҙе шайтандан һаҡла һәм беҙгә бирелгән ниғмәттәрҙе лә шайтандан һаҡла». (Бохари 66/1, Мөслим 5/10).
     Был доғаны ир ҙә ҡатын уҡырға тейеш. Әлеге доға арҡаһында Аллаһтың рәхмәте менән буласаҡ балалар шайтандың йоғонтоһонан һау-сәләмәт буласаҡ. Аллаһы Раббыбыҙ һеҙгә һау-сәләмәт балалар табып, уларға күркәм тәрбиә бирергә насип итһә ине!