Архив рубрики: Доғалар һәм намаҙ

Түңджинә салауаты

                                                         Түңджинә салауаты

                                        Salaat at-Tunjeena (Salatu Munajiyyah)
                                                                   اللَّهُمَّ صَلِّ عَلَى سَيِّدِنَا مُحَمَّدٍ صَلاَةً تُنْجِينَا بِهَا
                                                                      مِنْ جَمِيعِ الأَهْوَالِ وَالآفَاتِ وَتَقْضِي لَنَا بِهَا
                                                                 جَمِيعَ الْحَاجَاتِ وَتْطَهِّرُنَا بِهَا مِنْ جَمِيعِ السَّيِّئاتِ
                                                                                وَتَرْفَعُنَا بِهَا عِنْدَكَ أَعْلَى الدَّرَجَاتِ
                                                                   وَتُبَلِّغُنَا بِهَا أَقْصَى الْغَأيَاتِ مِنْ جَمِيعِ الْخَيْرَاتِ
                                                                                              فِي الْحَيَاةِ وَبَعْدَ الْمَمَا  
                                                                            وعلى آله وصحبه وسلم تسليمًا كثيرًا. Читать далее

Эскелектән дауалау доғалары

                                                   Эскелектән дауалау доғалары
     Эскелек ул бөтә бәлә-ҡазаның башы, күпме юғалтыуҙарға, әллә күпме үлемгә алып барған юл. Күпме бала атай-әсәһенең, күпме ата-әсә балаһының эскеселегенән тилмерә, ғаҙаплана. Был хәлдәр күңел бушлығынан, иманһыҙлыҡтан, тормоштан йәм, рәхәтлек тапмауҙан килә. Бының хәл-сәбәбе күптер, ә ҡотолоу юлы иманға, дингә килеү генә.
     Эскелектән ҡотҡарырҙай дауалар бар. Улар диспансерҙар, наркологик үҙәктәр, дарыуҙар. Шулай уҡ халыҡтың үләндәр менән дауалау сараларын ҡулланыу ҙа урынлы. Ләкин ауырыуҙың беренсе сиратта үҙ ихтыяры булмайынса, был бәләнең яҡшыға илтмәүен, тик түбәнгә генә тәгәрәйәсәген, ғүмерҙең заяға уҙҙырмаҫҡа кәрәген аңлау талап ителә. Һәр ғәиләнең үҙ әхләҡ тәртибен үҙгәртеү кәрәк. Әле ғәиләгеҙҙә хәмер ҡулланағыҙ, хәмерле мәжлестәргә йөрөйөгөҙ икән, был бәләнән ҡотола алмайһығыҙ. Читать далее

Сәфәр намаҙы

                                                              Сәфәр намаҙы
     Мөким һәм мосафир
     1. Өйҙә тороусы кешегә мөким тип әйтелер. Йөҙ саҡырым самаһы ергә барыу ниәте менән юлға сыҡҡан кешегә мосафир тиерҙәр.
     2. Сәфәргә сыҡҡан кеше ҡалаһының йә ауылының йорттары тәңгәленән уҙғандан башлап, йәшәгән еренә ҡайтып ингәнсе йәки икенсе ерҙә (ҡалала, ауылда) 15 көн йәшәүҙе ниәт ҡылғанға тиклем мосафир хәлендә булыр.
     3. Әгәрҙә мосафир бер урында 15 көн йәшәү ниәт ҡылһа, шул сәғәттән ул мөҡим хөкөмөндә була, әгәр 15 көндө тултырмайынса тағы юлға сыҡһа, мосафир була. Читать далее

Хызыр һәм Ильяс хәҙрәттәр доғаһы

                                   Хызыр һәм Ильяс хәҙрәттәр доғаһы
     Был доғаны, риүәйәттәр буйынса, Хызыр хәҙрәт (ғәләйһиссәләм) һәм Ильяс хәҙрәт (ғәләйһиссәләм) йыл һайын хаж ваҡытында, Ғәрәфәт тауы эргәһендә осрашып бергәләп уҡыйҙар: Читать далее

Намаҙҙағы дәлилдәр

                                                         Намаҙҙағы дәлилдәр

     Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса намаҙ уҡыу рәүеше

     Инеш
     Йыш ҡына беҙҙең йәштәрҙән имам Әбү Хәнифә сығарған шәриғәт хөкөмдәре тик уның шәхси фекеренә, етешһеҙ хәҙистәрғә нигеҙләнгән, унан һуң йәшәгән ғалимдар имамдың һүҙҙәрен боҙоп күрһәткәндәр, шуға күрә лә Хәнәфи мәҙһәбе тәҡдим иткән намаҙ уҡыу ысулы дөрөҫ түгел, тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Атап әйткәндә, ихрам тәкбирендә ҡулдарҙы ҡолаҡ дәрәжәһенә тиклем күтәреүҙе, ҡыямда ҡулдарҙы кендек аҫтына ҡуйыуҙы, намаҙҙың рөкөндөре араһында ҡулдарҙы күтәрмәүҙе, “Фатиха” сүрәһен уҡып бөткәс “әәмиин” һүҙҙен эстән генә әйтеүҙе, имам Ҡөрьән уҡығанда уға ойоусоның Ҡөрьән уҡымауын, сәждәгә киткәндә ҡулдарҙан башта теҙҙәр менән таяныуҙы, сәждәнән торғанда теҙҙәрҙе иң аҙаҡ ҡына күтәреүҙе, һ.б., Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәренә ҡаршы килә, тип иҫбатлайҙар. Быға оҡшаш яңылыш фекерҙәр кешеләрҙең ғилем һайлығы һәм ҡараштарҙың тәғассублы[ref] ғәрәпсә — фанатик [/ref] булыуынан килә. Мәҙһәб имамдарының ҡараштары араһындағы айырма хәҙистәрҙең һәм уларҙың аңлатмаларының төрлө булыуына нигеҙләнә. Ләкин һәр имам килтергән дәлилдәр Ҡөрьән аяттарынан, Пәйғәмбәр сөннәтенән алынған. Шуға күрә, һәр кеше, үҙенең имамына ойоғанда, башҡа имамдарҙы һәм уларҙың ойоусоларын хөрмәтләргә тейеш. Мәҙһәбтәрҙе иңҡар иткән кешеләр туранан-тура Ҡөрьәнгә һәм сөннәткә эйәреүен белдерәләр икән, ысынында иһә улар ҙа тәҡлидте иңҡар итеүсе һуңғы осор, йәки хәҙерге заман дин белгестәренә эйәрәләр. Уларҙың үҙҙәре генә хәҙистәргә күрә ғәмәл ҡылыуҙарын иҫбатлау, улар ғына хаҡ юлда булып, башҡаларға ҡаршы ҡуйыуҙары бөтә мосолман өммәте намыҫына ҡағылыу тигән һүҙ. Был китаптың маҡсаты һүҙ көрәштереү, йәки низағлашыу түгел, уның эстәлеге Ҡөрьән һәм сөннәттәге дәлилдәрҙең Хәнәфи мәҙһәбенең намаҙ ҡылыу ысулы дөрөҫлөгөн генә дәғүә итә. Был хаҡта ғәрәп телендә күп кенә дәлилдәр менән нығытылған бихисап китап бар, ләкин тел белмәүселәр өсөн һәм күләмдәренең бәләкәй булыуы арҡаһында улар менән танышыу мөмкинселеге юҡ дәрәжәһендә. Был бәләкәй генә хеҙмәтебеҙ ярҙамында мәшһүр дүрт имамдарҙың береһенә — Әбү Хәнифә мәҙһәбенә эйәреүселәргә ҡарата барлыҡҡа килгән кире ҡараш юҡҡа сығыр, тигән өмөттәбеҙ. Был хеҙмәттә килтерелгән бөтә хәҙистәрҙең дә варианттары дөрөҫ, хәҙис ғалимдары фекере буйынса ҡулланыуға яраҡлы булыуҙарын иҫкәртәбеҙ.
           Сәид Дамир Шагавиев, Рәсәй Ислам Университетының теология факультеты деканы (Ҡазан)
Читать далее

Бәхет үә сәғәҙәтнәмә доғаһы

                                            Бәхет үә сәғәҙәтнәмә доғаһы
     Бисмилләәһир-рахмәәниир-рахиим
     Әлхәмдулилләһи Раббил ғәләмин үәссәләтү үәссәләмү ғәлә рәсүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әлиһи үә әсхәбиһи әждмәғин.
     Әгәр ҙә берәр кемдең бәхет үә дәүләте теүәл булмаһа, был доғаны йома көн, кис менән, шөкөр намаҙынан һуң камил тәһәрәтле булып, Аллаһ Тәғәләнән генә ҡурҡып, ихлас күңелдән уҡыһа, шунда уҡ бәхет үә дәүләте йәнә ҡайтыр.
     Берәйһе был бәхетнәмәне үҙе менән һаҡлаһа, башлыҡ үә хөкөм йөрөтөүселәр ҡаршыһында хөрмәтле булыр. Кемдер «Доға'и бәхетнәмә»не үҙе менән йөрөтһә: халыҡ уны ҡәҙер һәм ихтирам итер, һәм берәй кеше «Доға'и бәхетнәмә» үҙе менән һуғыш ҡырына алып инһә, уҡ үә ҡылыс, башҡа һуғыш ҡоралы уға тәьҫир итмәҫ. Аллаһ Тәғәлә үә иманына тоғро ҡалыр. Ләкин был «Доға'и бәхетнәмә» тән үә күңел менән ихластан ышанған ваҡытта ғына ҡабул була. Шулай уҡ берәйһе был «Доға'и бәхетнәмә»не үҙе уҡып башҡаларға өйрәтһә һәм үҙе менән һаҡлаһа, был доғаның беҙ белмәгән бынан башҡа ғәйре хасийәттәре бик күптер. Читать далее

Әсәләр доғаһы

                                                      Әсәләр доғаһы
     Намаҙҙан һуң әсәләр доғаһы.
     “Күпме һуҡыр кешеләр бар, ләкин улар бармаҡтары менән генә булһа ла, Ҡөръәнде уҡырға тырышалар. Күпме аяҡһыҙ кешеләр бар, улар мәсеткә йөрөргә бик өмөтләнеп торалар, ләкин бара алмайҙар. Күпме һаңғырау кешеләр бар, улар Ҡөръән-Кәримде бик тыңлар инеләр, ләкин ишетмәйҙәр. Әлеге кешеләрҙең Аллаһы ҡаршыһында әйтер һүҙҙәре булыр, сөнки уларҙың берәр кәмселектәре бар. «Ә беҙ һеҙҙең менән нимә әйтербеҙ икән?!"тип «Өмөт» гәзитендә яҙылып сыҡҡан. Хаҡ һүҙҙәр, уйланырлыҡ һүҙҙәр.
     Намаҙҙы уҡымаҫ өсөн, мәсеттәргә йөрөмәҫ өсөн ниндәй генә сәбәптәр тапмайбыҙ. Әйе, бер кемде лә көсләп ғибәҙәт юлына баҫтыра алмайбыҙ. Әммә, үҙен мосолман тип таныған кеше был донъяла намаҙҙарын уҡырға бурыслы. Беҙ бөтөнөбеҙ ҙә шуны яҡшы белергә тейешбеҙ: Ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә иң беренсе итеп намаҙ уҡыу тураһында һораясаҡ. Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәләм үҙенең хәҙисендә былай тигән: “Ҡиәмәт көнөндә кешенән иң тәүҙә намаҙ өсөн хисап алыныр. Әгәр намаҙҙары теүәл булһа, нисек кәрәк шулай итеп, еренә еткереп ҡылынған булһа, Аллаһы Тәғәлә был кешене үҙ рәхмәте менән хөкөм ҡылыр. Әгәр намаҙҙары ҡыҫҡартылған, кәмселектәре булһа, Аллаһы Тәғәлә фәрештәләргә: «Был бәндәне нәфел намаҙҙары менән тултырығыҙ, теүәлләгеҙ», — тип әйтер. Читать далее

Хатмүүл хаүәәджәгәән — хатмүл хуаджаган

                                     Хатмүүл хаүәәджәгәән — хатмүл хуаджаган
                                                        (Кесе йома зекере)
     1. Аллаһу тәғәләне ризалатыу өсөн Хәтм ҡылыу ниәте.
     2. Кәлимәтүш шәһәәдәһ: Әшһәдү әлләә иләәһә илләллааһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһүү үә расүүлүһ (3 тапҡыр)
     Шым ғына: саллаллааһу ғәләйһии үә сәлләм. (Шаһитлыҡ ҡылам: Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Мөхәммәд Уның ҡоло һәм илсеһе.
     Шым ғына: Аллаһтың уға сәләме һәм ризалығы булһын). Читать далее

Доға. Аманат итеп ҡалдырам

                                                  Доға. Аманат итеп ҡалдырам.
     Хәҙрәт Ғүмәр бер мәле улын яурынына ултырҡан бер ирҙе күрә. Ир менән улы йөҙҙәре менән бер-береһенә шул тиклем ныҡ оҡшағандар, хатта хәҙрәт Ғүмәр «Сүбеханаллааһа» — тип түҙмәй көлөп ебәрә: «Улын үҙеңә шул тиклем оҡшаған, бына ҡап-ҡара ҡарға балаһы ҡап-ҡара ҡарға инәһенә оҡшаған кеүек. Малайың шул тиклем үҙенә оҡшаған, тас бер бәләкәй һуйып ҡаплаған атаһы»
     - Әй, мөьминдәр әмире! Һеҙгә бер тарих һөйләйем әле. Әгәр тыңларға теләһәгеҙ бынан да иҫ киткесен һөйләйем, ни эшләп миңә оҡшағанын.
     - Һөйлә әйҙә – тине хәҙрәт Ғүмәр. Читать далее

Ҡәҙер төнө намаҙы

                                                       Ҡәҙер төнө намаҙы

     Ҡәҙер кисе намаҙҙары төрлөсә. Ике рәҡәғәтән алып мең рәҡәғәтҡә тиклем хатта. Аҫта дүрт рәҡәғәт күрһәтелгән.

     Ҡәҙер төнөндә дүрт рәҡәғәт намаҙ уҡыла. Ике рәҡәғәттән һуң сәләм бирелә.

     Беренсе рәҡәғәттә бер тапҡыр — «Әл-Фатиха», өс тапҡыр «Әл-'Ҡадр» сүрәһе укыла.

     Икенсе рәҡәғәттә бер тапҡыр — «Әл-Фатиха», өс тапҡыр «Әл-Ихлас» сүрәһе уҡыла.

     Өсөнсө рәҡәғәттә бер тапҡыр — «Әл-Фатиха», өс тапҡыр «Әл-Ҡадр» сүрәһе уҡыла.

     Дүртенсе рәҡәғәттә бер тапҡыр — «Әл-Фатиха», өс тапҡыр «Әл-Ихлас» сүрәһе уҡыла. Читать далее