Архив рубрики: Дин

Заман һәм беҙ

                                                                       Заман һәм беҙ

    «Иманы көслө кеше — Аллаһ ҡаршыһында яҡшы кеше, — тип нәсихәт биреп тора дин. — Эштәрҙең файҙалыһын, ғәмәлдәрҙең изгеләрен эшләргә тырыш. Аллаһтан ярҙам һорап ҡына тор. Үҙең ебеп барма. Бәлә килгән саҡтарҙа ла: «Әгәр ҙә былай эшләгән булһам, әгәр ҙә тегеләй эшләгән булһам былай булмаҫ ине» тимә... «Әгәр ҙә» тигән һүҙ шайтан ҡотҡоһона юл аса».
    Үҙенең һәр эше, һәр ғәмәле өсөн бәндә Аллаһ алдында яуаплы. Ғәҙел һәм мәрхәмәтле зат булараҡ, Аллаһ Ул бөтә кешеләргә — мосолманмы ул, иманға килеп өлгөрмәгән кешеме — бөтәһенә ҡарата игелек ле булырға, уларҙың именлегенә ҡаршы ҡул күтәреп йөрөмәҫкә, зәғифтәрҙе ҡыйырһытыуға юл ҡуймаҫҡа, донъяла боҙоҡлоҡ таратып йөрөүҙән тыйыла һәм тыя белергә бойора.
    Дини йолалар Исламда тәрбиә дәрестәренең иң отошло юлы. Яҡындарынан кемделер юғалтыу сәбәпле күңеле нескәреп ҡалғанда ҡәрҙәштәрҙең һәм дуҫ-иштәрҙең ярҙамын тойоп тороу, тапҡыр тел менән һөйләнгән хикмәтле вәғәз һәм нәсихәттәр тыңлау бәндәне ғүмер тураһында уйланып алырға мәжбүр итә. Ни тиклем генә оҙон булып тойолмаһын, ғүмерҙең барыбер бер сиге бар. Дин өйрәтә: уйлан һәм үлем килгәнсе бөтә гонаһтарыңдан тәүбәгә килеп, Аллаһ тарафынан үҙеңә вазифа итеп тапшырылғандарҙы үтәүҙә юл ҡуйған хаталарыңды төҙәтеп, кеше хаҡына инеп алыу ихтималы булғандарҙың тамсыһын да ҡалдырмай эйәһенә тапшырып китергә тырыш. Шул саҡта ғына бәндәләр бер ниндәй яуапҡа тарттырылмай йәннәттәргә инә алыр, ти. Читать далее

ХАЖ ҺӘМ ҒУМРА

                                                       ХАЖ ҺӘМ ҒУМРА ТӘРТИПТӘРЕ

     ЙӨКМӘТКЕҺЕ
     

     ЮЛҒА СЫҒЫУСЫҒА БЕР НИСӘ ҺҮҘ
     ҒИбӘҘӘТТӘҒЕ ИКЕ ШАРТ
     ХАЖДЫҢ ТӨРҘӘРЕ
    ТӘМӘТТУҒ
    ИФРАД
    ҠЫЙРАН
    ИХРАМДА НИМӘ ТЕЙЕШЛЕ
    ҒУМРА ТӨРӨ
    ХАЖ ТӘРТИБЕ
    БӘЙҒӘМБӘР МӘСЕТЕН КҮРЕРГӘ БАРЫУ
    ХАЖДАҒЫЛАР ТАРАФЫНАН ЭШЛӘНГӘН ҠАЙҺЫ БЕР ХАТАЛАР
    ХАЖДЫҢ ТЕРӘКТӘРЕ

     Аллаһ ризалығына тип яҙылған, хажға барыусылар өсөн ҡулайлы булған был китапты укыусыларыбыҙ яратып ҡабул итерҙәр тигән ниәттә ҡалабыҙ. Амин.

     Китаптың мөәллифтәре: Шәйех Мөхәммәд бин Салих Ғусәймин, Шәйех Ғәрифулла-хажи Ғәбдрахман Читать далее

Хәтерҙәге хикмәттәр

                                                              Хәтерҙә генә тотор хикмәттәр

     Күңелдәрегеҙҙә нимәләр йәшеренеп ятҡанын Раббығыҙ Үҙе бөтәһенән дә яҡшыраҡ белә. Әгәр ҙә һеҙ ғәҙел була белһәгеҙ, тәүбәгә килеп доға ҡылып ҡына торғандарҙы бит Ул ғәфү ҙә итә.
     Бер нәмә лә, хәстәрлектәрҙең бигерәк тә ата-әсәгә ҡарата мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы булғандары, Уның иғтибарынан ситтә ҡалмай. «Әл-Исра» («Төндәге күсереү») сүрәһе, 25-се аят
     Файҙалы ғәмәлең булһа, ул дауамлы булһын, дауамлы ғәмәлдәр бәндәгә үҙ алдына ҡуйған изге ниәттәрен бойомға ашырыу өсөн мөмкинлек бирә.
     «Ҡулдарығыҙ хәрәмгә ҡағылмаһын, ҡолаҡтарығыҙ хәрәм тураһында ишетмәһен, аяҡтарығыҙ хәрәмгә ҡағылышлы ерҙәргә баҫмаһын, ашҡаҙанығыҙға хәрәм инмәһен, телегеҙ юҡ-бар һүҙ һөйләмәһен, бөтә тәнегеҙҙе хәрәмдән һаҡлай күрегеҙ, һаҡлап ҡала алмаһағыҙ, харап булыуығыҙ бар. Әгәр ҙә күҙҙәрегеҙ, үҙегеҙ ҙә аңғармаҫтан, хәрәм нәмәләрҙе күреп ҡалһа, бында гонаһ юҡ. Әммә күргән нәмәгеҙгә ҡабат-ҡабат ҡарау — гонаһ. Хәрәмде күреү менән ҡараштарығыҙҙы ситкә йүнәлтегеҙ», — тип нәсихәт биреп кенә торған ололар. Читать далее

Ғәмһеҙлек...

                                                               Ғәмһеҙлек... йөрәкте йоҡлата

     Бер сит ил кешеһе юл буйлап тәрән уйҙа китеп бара. Шул саҡ уның ҡаршыһына ҡурҡыныс бер хайуан килеп сыға. Кеше, ҡурҡышынан, яҡындағы ҡоҙоҡ эсенә һикерә һәм ҡолап барған ыңғайға ҡоҙоҡ бураһын тишеп сығып үҫкән ағастың олонона йәбешә. Был ағас олонон ике сысҡан кимерә, имеш. Уларҙың береһе аҡ, икенсеһе ҡара. Ә ҡоҙоҡ төбөндә ике йылан кешенең ҡолап төшөүен түҙемһеҙләнеп көтә...
     Кеше үлем һәм йәшәү араһында ҡалғанын аңлай, ҡурҡыу тойғоһо уның бар булмышын солғап ала. Уның хәлендә тиҙ генә уйлау һәм ҡарар ҡабул итеү талап ителә. Сысҡандар ағас олонон кимереп бөтмәҫ борон, уға был ҡоҙоҡтан сығырға кәрәк. Кеше тирә-яғына күҙ ташлай. Нимә күрә? Баллы кәрәҙҙәр... Ҡасандыр бал ҡорттары ҡоҙоҡ бураһына үрелеп үҫкән был ағастан бал йыйған. Кешелә балды тәмләп ҡарау теләге уяна. Татлы балдан ләззәтләнеү хыялы уның башҡа тойғоларын юҡҡа сығара. Хуш еҫле бал уның аңын томалай. Ул үҙ алдына: «Шундай саф һәм хуш еҫле балды... тәмләп ҡарайым да, һуңынан өҫкә үрмәләрмен», — ти. Бал уға оҡшап ҡала. «Шундай тәмле бал, мин бындайҙы тағы ҡайҙа тәмләй алам? туйғансы ашайым әле», — тип, бал ашауҙы дауам итә кеше һәм үҙенә янаған ҡурҡыныс хаҡында онота һәм, ниһайәт, сысҡандар үҙҙәренең эшен бөтөрә, олон емерелә — бәхетһеҙ кеше үҙенең үлемен ҡоҙоҡ төбөндә таба... Читать далее

Пәйғәмбәребеҙ тормошонан

                                             Пәйғәмбәребеҙ тормошонан бер нисә сәфихә

     Пәйғәмбәребеҙ йәшәп килгән ижтимағи тәртиптәргә ҡаршы сыҡмай. Киреһенсә: «Һеҙгә етәксе итеп һайланған кеше кескәй генә башлы хәбәши, йәғни Эфиопия кешеһе булһа ла, тыңлаусан һәм буйһоноусан булығыҙ», — тип өйрәтә.
     Ул илдә тамыр йәйеп алған әхлаҡи түбәнлектәргә, иманһыҙлыҡҡа ҡаршы сыға. Теләһә ниндәй юлдар менән донъяны ғына кәсеп итеп йөрөгәндәр быны, әлбиттә, ҡабул итмәй:
     — Һин, — тиҙәр улар, — затлы нәҫелдән сыҡҡан кеше. Халыҡ алдында абруйың ҙур, әммә әлегә тиклем ғәрәптәрҙән бер кем эшләмәгән эште эшләйһең, бер кем һөйләмәгән һүҙҙәрҙе һөйләйһең. Атаны — улына, ҡәрҙәште ҡәрҙәшенә ҡаршы ҡуйҙың, араларҙа дошманлыҡ тыуҙырҙың, татыулыҡтар юҡҡа сыҡты. Быны һин ниндәй ниәт менән эшләйһең? Әгәр ҙә мал кәрәк булһа, ҡәүемеңдә һинән дә байыраҡ кеше булмаҫлыҡ итеп мал бирербеҙ, юлбашсы булырға теләһәң — юлбашсы, батша булырға теләһәң, Мәккәнең батшаһы бул. Өйләнергә теләһәң, һиңә беҙ ҡорайыш ҡәүемендәге иң сибәр ҡыҙҙы табып бирербеҙ. Әгәр ҙә инде ауырыуың булһа, ендәр һәм шайтандар зәхмәте ҡағылһа, табип табып бирербеҙ. Нимә теләйһең, шуны ал, динеңдән генә баш тарт! Читать далее

ДУҪЛЫҠ ҺӘМ ДОШМАНЛЫҠ

ризаитдин

                      ДУҪЛЫҠ ҺӘМ ДОШМАНЛЫҠ

     Кеше ҡайғы-шатлыҡтарын уртаҡлашырлыҡ дуҫтарға һәр ваҡыт мохтаж. Ҡайһы бер дуҫтар матди яҡтан, ҡайһылары рухи яҡтан ярҙам итәләр. Кәрәк ваҡытта уларҙан аҡса йәки берәй әйбер һорап тора алаһың, бәләгә тарыһаң йәки ауыр хәлгә осраһаң дуҫтарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалаһың. Мәшәҡәттәре мәңге бөтмәҫ был донъяла дуҫтар һәр саҡ терәк. Дуҫлыҡҡа таянған кеше тормошта бер ҡасан да юғалып ҡалмай. Уның һәр аҙымы ышаныслы була. Тайғаҡ юлдан атлағанда йығылмаҫ өсөн таяҡ кәрәк, ғүмер юлынан уҙғанда дуҫтарҙың булыуы шарт.
     Дуҫлашып йәшәүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар. Шуларҙы белеү мотлаҡ. Уларҙы үтәү аралағы дуҫлыҡты нығыта. Был ҡағиҙәләр: үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттә булыу, йыш аралашыу, бер-береңдең хәлен белешеү һәм башҡалар. Читать далее

Өҫтәл янында

                                                                       Өҫтәл янында

     Ризыҡ
     Яҡшы ризыҡ әҙерләү өсөн иғтибарҙы таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә һәм аҙыҡтың сифаты менән аштын төрлөлөгөнә нисбәттә (үлсәүҙә) самаһын белеүгә йүнәлдерергә кәрәк.
     1. Ризыҡ фәҡәт рөхсәт ителгән өлөштәрҙән генә әҙерләнергә тейеш, сусҡа ите, алкоголь, сусҡа итенән алынған желатин, алкоголле татлы ризыҡтар, Исламса һуйылмаған иттәр, тәлмәрйендәр, йыландар — быларҙың барыһы ла харам, һәм улар ҡулланыуҙан алып ташланырға тейештәр.
     2. Мосолман булмаған кешеләрҙең һауыт-һабаһынан файҙаланыр алдынан уны бик яҡшылап йыуырға кәрәк, сөнки таҙалыҡ һәм аҙыҡ мәсьәләһендә мосолман донъяһы башҡаларға ҡарағанда, башҡасараҡ ҡарашта тора.
     3. Һурпаны бер аҙ күберәк әҙерләргә тәҡдим ителә, сөнки был күберәк кешене туйындырырға ярҙам итә. Йәшелсәләрҙән ҡабаҡ тәҡдим ителә, сөнки был — ризыҡты күбәйтеүҙең һәм күберәк кешене туйындырыуҙың экономиялы юлы. Читать далее

Төштәрҙе юрау

                                                                       Төштәрҙе юрау

     Төштәрҙе юрар алдынан уларҙың асылдары (сущность чего-либо) бармы әллә юҡмы икәнлеген бик яҡшы белергә кәрәк. Һаташыу икән, уны юрауҙың кәрәге юҡ.
     Тәғбирнәмәләрҙә билгеле булғанса, төштәрҙең дөрөҫ булыуы йылдың ҡайһы ваҡытында күренгәнлеген лә бәйле, сөнки йыл башында күргән төшөң йыл ахырындағыһын яҡшыраҡ һәм дөрөҫөрәк. Яҙ башында күргән төшөң дә, йыл аҙағындағына ҡарағанда тиҙ сығар.
     Ҡайһы дини айҙа төштәрҙең нисек булыуына ла бәйле:
     Мөхәррәм айында төштәр хата булмай.
     Сәфәр айында күрелгән төштәрҙе бик маҡтамайҙар; төш күреүсегә ҡатылыҡ, йәғни насарлыҡ ирешеп, аҙағы яҡшы түгел, шулай ҙа зыянға булмаҫ. Читать далее

Төштәр, төштәр һәм мәрхүмдәр

                                                   Төштәр, төштәр һәм мәрхүмдәр

     Иҫән булған кешенең йәне мәрхүмдәрҙең йәндәре менән аралаша аламы?
     Был һорауға яуап булараҡ бик күп тормош ваҡиғаларынан һөйләп бөтөрә алмаҫлыҡ дәрәжәлә дәлилдәр бар. Әлбиттә, тереләрҙең йәндәре мәрхүмдәрҙең йәндәре менән күрешә алалар. Изге Ҡөръәндә: “Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙең үлгән ваҡытта йәндәрен ала. Кеше йоҡлаған ваҡытта ла, кешенең йәнен сығара. Ә инде доньяла ғүмерҙәре бөткән кешеләрҙең йәндәрен тотоп ҡала, ғүмерҙәре бөтмәгәндәрҙең йәндәрен билдәле ваҡытҡа ғына, кире тәнгә ҡайтара" тип яҙылған.
     Ибн Ғаббас юғарыла килтерелгән аятҡа таянып «Тереләрҙең йәндәре үлеләрҙең йәндәре менән йоҡо ваҡытында күрешәләр. Һәм улар бер-береһенән төрлө нәмәләр хаҡында һорашалар», — тип әйтә. Читать далее

Яҙмыш һәм уның серҙәре

                                                                       Яҙмыш һәм уның серҙәре

     Билдәле сиктәрҙә күҙ күрә, ҡолаҡ ишетә. Ниндәйҙер алыҫ арауыҡтан нимәнелер күреү, ишетеү мөмкин түгел. Шулай уҡ кешегә тәҡдир (ҡадар) һәм тәҡдирҙең алға килеүен (ҡада) аңлау бирелмәгән. Беҙ һәммәһен сәбәп – эҙемтә бәйләнештәре аша танып беләбеҙ. Ә улар артында торған хикмәтте төшөнә алмайбыҙ.

     Элементар өлөшсәләрҙән ҡатмарлы молекулаларға ҡәҙәр, ваҡ ҡына есемдәрҙән иң ҙурҙарына ҡәҙәр, беҙҙең донъяны ла индереп, бәләкәй дәүмәлдәр донъяһынан бөтә ғаләмдәргә ҡәҙәр ваҡыты, урыны, образы һәм сәбәбе билдәләп ҡуйылған. Билдәләнгән ваҡыты етһә, Аллаһу Тәғәлә Илаһи ниәтен бөтә күркәмлегендә тормошҡа ашыра.
     Аллаһу Тәғәлә бар иткән һәр нәмәнең үҙ тәғәйенләнеше, маҡсаты бар. Тормошобоҙҙа булып үткән бөтә ваҡиғалар асылда яҙмыш һыҙаттары. Ай, ҡояш, йондоҙҙар, үҫемлектәр, хайуандар һәм бихисап башҡа бөтә барлыҡ – һәммәһе тәҡдир прогаммаһы эсендә. Ағастан өҙөлөп төшкән япраҡ та шул программаның бер өлөшө. Әгәр ҙә бөтә барлыҡ тәҡдир ҡануниәтенә буйһонмаһа, йыһанда ғәләмәт ҙур хаос һәм анархия хөкөм һөрөр ине. Читать далее