Ғәмһеҙлек...

                                                               Ғәмһеҙлек... йөрәкте йоҡлата

     Бер сит ил кешеһе юл буйлап тәрән уйҙа китеп бара. Шул саҡ уның ҡаршыһына ҡурҡыныс бер хайуан килеп сыға. Кеше, ҡурҡышынан, яҡындағы ҡоҙоҡ эсенә һикерә һәм ҡолап барған ыңғайға ҡоҙоҡ бураһын тишеп сығып үҫкән ағастың олонона йәбешә. Был ағас олонон ике сысҡан кимерә, имеш. Уларҙың береһе аҡ, икенсеһе ҡара. Ә ҡоҙоҡ төбөндә ике йылан кешенең ҡолап төшөүен түҙемһеҙләнеп көтә...
     Кеше үлем һәм йәшәү араһында ҡалғанын аңлай, ҡурҡыу тойғоһо уның бар булмышын солғап ала. Уның хәлендә тиҙ генә уйлау һәм ҡарар ҡабул итеү талап ителә. Сысҡандар ағас олонон кимереп бөтмәҫ борон, уға был ҡоҙоҡтан сығырға кәрәк. Кеше тирә-яғына күҙ ташлай. Нимә күрә? Баллы кәрәҙҙәр... Ҡасандыр бал ҡорттары ҡоҙоҡ бураһына үрелеп үҫкән был ағастан бал йыйған. Кешелә балды тәмләп ҡарау теләге уяна. Татлы балдан ләззәтләнеү хыялы уның башҡа тойғоларын юҡҡа сығара. Хуш еҫле бал уның аңын томалай. Ул үҙ алдына: «Шундай саф һәм хуш еҫле балды... тәмләп ҡарайым да, һуңынан өҫкә үрмәләрмен», — ти. Бал уға оҡшап ҡала. «Шундай тәмле бал, мин бындайҙы тағы ҡайҙа тәмләй алам? туйғансы ашайым әле», — тип, бал ашауҙы дауам итә кеше һәм үҙенә янаған ҡурҡыныс хаҡында онота һәм, ниһайәт, сысҡандар үҙҙәренең эшен бөтөрә, олон емерелә — бәхетһеҙ кеше үҙенең үлемен ҡоҙоҡ төбөндә таба...

     Был ғибрәтле хикәйә кеше һәм уның ғәмһеҙлеге хаҡында. Унда күп кенә символик образдар бар. Ҡоҙоҡ — ерҙәге тормош, ҡоҙоҡ төбөндә көн күреүселәр — нәфсеһе кәүҙәләндерә, ҡара һәм аҡ сысҡандар — көн менән төн, йәғни кешенең ғүмерен йотоусы ваҡыт, бал — ерҙәге алдаҡсы ләззәттәр. Сит ил кешеһе — был ергә һынау ебәрелгән һәм үҙенең ғәмһеҙлеге арҡаһында һәләк булыусы кеше образы. Был мәҫәлдә һүрәтләнгән кеше хәлендә ҡалмаҫ өсөн һәр кеше аңлы булырға, ғәмһеҙлек төшмәҫкә тейеш. Тәбиғәт кешенән шуны талап итә. Әгәр кеше үҙенең йөрәгенә юлды онотһа, ғәмһеҙлек йоҡоһона бирелһә, күңел ҡиммәттәрен ергә һалып тапаһа, тулы тормош урынына уны дауамлы ғазаптар, әсенеүҙәр һәм ауыртыуҙар тулы күңелһеҙ тормош көтәсәк, уның аҙағы ла ҡурҡыныс булыр. Тормошта үҙ урыныңды белмәй, тыуымдың һәм үлек мәғәнәһен аңламай, нәфсенең тәбиғәтенә һәм хәҡиҡәте төшөнмәй йәшәү — әсе ғәмһеҙлек ул.
     Кеше ғәмһеҙ булһа, йәғни күңеле менән йоҡлаһа, уның аңы ла билдәһеҙ йоҡоға тала. Һиҙгерлек, фекер тәрәнлеге, тойоусанлыҡ, зирәклек уны ташлай. Кеше һаңғыраулана һәм үҙенең гонаһтарын да һиҙмәй, сафлыҡты гонаһтан айыра алмай башлай. Күптәр үҙҙәренең гонаһта йәшәгәнен һәм үҙҙәре тирәләй гонаһ тулҡындары таратҡанын һиҙмәй. Ғәмһеҙлек уларҙы тиклем сорнап ала, улар үҙҙәрен һаңғырауҙар һәм һуҡырҙар кеүек тота. Ҡөрьән Кәримдә ундайҙар тураһында: «Улар һуҡыр һәм телһеҙ-һаңғырауҙар. Шуға күрә улар тура юлға әйләнеп ҡайта алмай», — тиелә («Бәҡара», 18-се аят).
     Билдәле шағир-суфый һәм дин остаҙы Йәләлетдин Румиҙың «Мәснәүи» йыйынтығында бер-береһен ишетмәгән һәм аңламаған ике кешенең тарихы һүрәтләнә. Тарих шундай. Бер кеше үҙенең танышынан ни өсөн ауырыу күршеһенең хәлен барып белмәүе тураһында һораша. Танышы ҡолаҡка ҡатыраҡ һәм, өҫтәүенә, бер аҙ иҫәрерәк тә була. Шулай ҙа бер нисә көндән һуң вайымһыҙ күрше, уның тураһында башҡалар насар уйламаһын өсөн, күршеһенә барырға ҡарар итә һәм улар араһында буласаҡ диалог сценарийын төҙөй. Үҙенең һаңғыраулығын йәшерергә теләп, ул ауырыуҙың ирен хәрәкәттәрен күҙәтеп ултырырға ҡарар итә. Ул ауырыуға үҙе әйтә торған һүҙҙәрҙе ятлап килә. Күҙаллауы буйынса, барыһы ла ул уйлағанса килеп сығырға тейеш була. Һаңғырау: «Ҡәҙерле күршем, һеҙ үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ?» — тип һораясаҡ. Ауырыу: «Рәхмәт, мин үҙемде күпкә яҡшыраҡ тоям», — тип яуап бирәсәк. Һуңынан һаңғырау: «Берәй нәмә ашаныңмы?» — тип һораясаҡ. Ауырыу хәлһеҙ тауыш менән яуап бирәсәк: «Мин татлы шәрбәт эстем һәм бер аҙ аш ашаным». Һаңғырау: «Ашаған ашың сәләмәтлеккә булһын!» — тиәсәк. Һуңынан тағы ла ауырыуға һорау бирәсәк: «Һине ҡарарға ҡайһы врач килә?» Ауырыу яуап бирәсәк: «Фәлән-фәлән килә». Һуңынан һаңғырау: «Эйе, был врач яҡшы ҡарай. Уны саҡырып, дөрөҫ эшләгәнһең, ул килгәс, тимәк, барыһы ла яйға һалынасаҡ...»
     Үҙ-үҙенән ҡәнәғәт ҡалған һаңғырау, ауырыуҙың өйөнә килгәс тә үҙе ҡорған сценарий буйынса: «Ҡәҙерле күршем, һеҙ үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ?» — тип һораған. Күршеһе ауыртыныуҙан ҡалтырап, саҡ яуап биргән: «Хәлем шул тиклем насар, мин үлеп барам шикелле». Ләкин яуапты һаңғырау ишетмәгән һәм өйҙә төҙөгән диалогын дауам итеп: «Аллаһҡа рәхмәт!» — тигән. Был һүҙҙәр ауырыуға оҡшамаған. Ул үҙ алдына әсенеп былай тип уйлаған: «Ни өсөн күршем миңә изгелек теләмәй. Ул минең үлеүемде теләйме?» Ә һаңғырау үҙенең бурысын үтәүҙе дауам иткән һәм уға тағы ла һорау биргән: «Берәй нәмә ашаныңмы?» Үпкәләгән күршеһе: «Һин мине әле генә ағыу менән туйҙырҙың», — тигән. Һаңғырау быға әҙерләнгән тексы буйынса: «Тәмле булһын!» — тигән. Ауырыуҙың шул тиклем йәне көйгән. Һаңғырауҙың һорауы дауам иткән һәм ул: «Һине кем дауаларға килә?» — тип һораған. Һуңғы көсөн йыйып, ауырыу асыуланып яуап биргән: «Миңә Ғазраилдән башҡа тағы ла кемдең килеүе мөмкин! Һин, күршем, мин ныҡлап асыуланмаҫ борон үҙ юлың менән китә һалһаң ине». Әммә һаңғырау әңгәмәсеһен ишетмәгән, шуға уның хәлен дә аңламаған. Ул тыныс ҡына һорауҙарын яуҙырыуҙы дауам иткән. Өйҙән сыҡҡас: «Ҡалай барыһы ла яҡшы килеп сыҡты. Мин күршемдең хәлен белдем, хәҙер береһе лә минең турала насар уйламаясаҡ. Был бәхетһеҙҙе лә ҡыуандырҙым», — тип уйлаған. Ә ысынында, барыһы ла икенсе төрлө булған. Һаңғырау сауапҡа өлгәшмәгән, тик үҙен бөлгөнлөккә генә төшөргән. Ауырыу ҙа уңың килеүенә асыуланған, насар һүҙҙәр менән күршеһенең ҡылығын һүккән: «Мин уны яҡшы кеше тип уйлап йөрөһәм, ул минең дошманым булып сыҡты. Мин уны шундай яуыз, насар уйлы икән тип уйламаным да!» Бынан һуң ауырыу оҙаҡ ҡына күршеһен ҡарғаған. Ул һуңғы көсөн йыйып, мендәренән саҡ башын ҡалҡытып ҡысҡырған: «Ауырыуға дәрт бирер өсөн килә таныштары. Ә был кеше минең һуңғы көсөмдө һурырға, минән нимә өсөндөр үс алырға килгән. Ә минең бит уны бер ҡасан да рәнйеткәнем булманы»... Шулай итеп, уның физик ауырыуына рухи ауырыу ҙа өҫтәлгән.
     Һаңғырау яҡшы булып күренергә теләгән. Үҙенең иҫәрле арҡаһында ул ауырыу йөрәгенә ут ташлаған. Ул ихласһыҙлығы арҡаһында һәм кешеләргә яҡшы булып күренеү маҡсатында гонаһ эшләгән. Шулай итеп, ул үҙе лә белмәйенсә, күрше хаҡын боҙған. Ә ауырыу һаңғырау күршеһе әйткән һүҙҙәрҙең сәбәбен аңларға тырышыу урынына, уны ҡарғай башлаған. Ҡара уйға төшөп, үҙ-үҙенә зыян килтергән.
     Эштәрен Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн түгел, ә үҙҙәренең баһаһын арттырыу өсөн башҡарған кешеләр әллә күпме был донъяла. Улар ғибәҙәттәрен дә анһат ҡына сауап эшләп, ожмахҡа юл һалырға уйлап, нәфсеһенә бутап башҡара. Бындай кешеләр был осраҡта йәшерен гонаһ һәм ширек эшләйҙәр: Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн башҡарылмаған һәр төрлө ғибәҙәт — гонаһ. Башҡалар күрһен өсөн ҡылынған намаҙ, тыштан ҡарағанда намаҙ ҡылыуға оҡшаһа ла, эстән гонаһ менән тулы. Һауыттағы саф һыуҙы һаҫыҡ шыйыҡлыҡтың тамсыһы ла бысратҡан кеүек, йоҡлаған һәм ғәмһеҙ йөрәк менән башҡарылған ғибәҙәт тә шулай уҡ бысранған булыр.
     Бер ваҡыт Джунайд Бағдади йыназа намаҙы башҡарған ваҡытта кәрәккәнсә дүрт түгел, ә биш тәҡбир әйткән. Йоланы үтәп бөткәндән һуң мосолмандар уға: «Эй, Джунайд, йыназа намаҙы уҡыған ваҡытта биш тәҡбир әйтелмәй. Ни өсөн улай эшләнегеҙ?» — тип мөрәжәғәт иткән. Джунайд Бағдади былай тип яуап биргән: «Дүрт тәҡбирҙе мин мәрхүм кеше өс башҡарҙым. Ә бишенсе тәҡбирҙе мин был мәрхүмдән дә үлерәк тереләр өсөн башҡарҙым. Бәлки, улар аңларҙар һәм үлем килгәнсе уянырҙар».
                                                                                              «Киске Өфө» гәзитенән, № 47, 2009 йыл