Хәтерҙәге хикмәттәр

                                                              Хәтерҙә генә тотор хикмәттәр

     Күңелдәрегеҙҙә нимәләр йәшеренеп ятҡанын Раббығыҙ Үҙе бөтәһенән дә яҡшыраҡ белә. Әгәр ҙә һеҙ ғәҙел була белһәгеҙ, тәүбәгә килеп доға ҡылып ҡына торғандарҙы бит Ул ғәфү ҙә итә.
     Бер нәмә лә, хәстәрлектәрҙең бигерәк тә ата-әсәгә ҡарата мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы булғандары, Уның иғтибарынан ситтә ҡалмай. «Әл-Исра» («Төндәге күсереү») сүрәһе, 25-се аят
     Файҙалы ғәмәлең булһа, ул дауамлы булһын, дауамлы ғәмәлдәр бәндәгә үҙ алдына ҡуйған изге ниәттәрен бойомға ашырыу өсөн мөмкинлек бирә.
     «Ҡулдарығыҙ хәрәмгә ҡағылмаһын, ҡолаҡтарығыҙ хәрәм тураһында ишетмәһен, аяҡтарығыҙ хәрәмгә ҡағылышлы ерҙәргә баҫмаһын, ашҡаҙанығыҙға хәрәм инмәһен, телегеҙ юҡ-бар һүҙ һөйләмәһен, бөтә тәнегеҙҙе хәрәмдән һаҡлай күрегеҙ, һаҡлап ҡала алмаһағыҙ, харап булыуығыҙ бар. Әгәр ҙә күҙҙәрегеҙ, үҙегеҙ ҙә аңғармаҫтан, хәрәм нәмәләрҙе күреп ҡалһа, бында гонаһ юҡ. Әммә күргән нәмәгеҙгә ҡабат-ҡабат ҡарау — гонаһ. Хәрәмде күреү менән ҡараштарығыҙҙы ситкә йүнәлтегеҙ», — тип нәсихәт биреп кенә торған ололар.

     Хәрәмдәрҙән дә хәүефлерәк нәмә Исламда ата-әсә хаҡын танымауҙан башлана.
     Үҙенең хаҡ илсеһе Мусаға, ғәләйһис-сәләм, Аллаһы Тәғәлә әйтә: — Эй, Муса! — ти. — Ата-әсәһенә баш бирмәгән кешенең телен киҫ, әгәр ҙә инде уларҙы башҡа берәр төрлө рәнйетә ҡалһалар, рәнйеткән ерен өҙөп ташла. Ата-әсәһенә күндәм булған кеше алдында Йәннәттәрҙең ике ҡапҡаһы асып ҡуйыла, ата-әсәһенә баш бирмәгән кеше алдында ла ике ҡапҡа асылып ҡуйылыр, әммә ул ҡапҡалар йәһәннәмгә генә илтер. Ата-әсәләре ғәҙел була белмәгән, ҡаты бәғерле булған хәлдә лә, уларға ҡаршы тороп, дорфалыҡ күрһәтеүгә рөхсәт юҡ.
     Гонаһтар араһында иң ауыры һәм иң олоһо — ата-әсәң һиңә өндәшкән ваҡытта тиҫкәрелек менән уларға яуап биреүең. Асыуҙары ҡабарып, һиңә ҡысҡыра ҡалһалар ҙа өндәшмәй тор.
     Һинең бәхетле булыуың да, бәхетһеҙлегең дә улар ҡарамағында. Әгәр ҙә ата-әсәң олоғайып йәки ауырып китһә, тәрбиәңдән ташлама.
     «Эй, Муса! — тигән Аллаһ. — Ата-әсәләре ҡәнәғәт булған балалар менән Мин дә ҡәнәғәтмен. Ата-әсә менән яҡшы мөнәсәбәттә булыу нәфел намаҙҙары, нәфел ураҙалары, хаж һәм ғөмрә хажынан да яҡшыраҡ. Ата-әсәһенә хеҙмәт күрһәтә белгән кешенең тормошо бәрәкәтле, ғүмере оҙонораҡ буласаҡ, ата-әсәгә баш бирә белмәгәндәрҙең йәшәүе — мәғәнәһеҙ, ғүмере ҡыҫҡа булыр. Улар — Аллаһтың ләғнәтенә юлыҡҡан кешеләр».
     Ҡәғбәтуллаға барып, тәүәф ҡылып йөрөгәндә Хәсән Әл-Басри бер ваҡыт арҡаһына кәрзин аҫып, мосолмандар менән бергә Ҡәғбә, тирәләй тәүәф ҡылып йөрөгән бер кешене күрә: «Дуҫ кеше! Әгәр ҙә арҡаңдағы был йөктө ҡуйып торһаң, тәүәф ҡылырға ла еңелерәк булмаҫ инеме? » — ти.
     «Һинең йөк тип атағаның — ул минең атайым. Тәүәф ҡылыр өсөн мин уны Димәшектән етенсе тапҡыр алып киләм. Ул мине иманға һәм иман талаптарын үтәргә өйрәткән, Ислам тәрбиәһе биреп үҫтергән зат», — ти кеше.
     «Һин уны бына ошолай тәүәф ҡылыу өсөн Ҡиәмәт көнөнә тиклем йөрөтә алаһың, әммә шуны ла бел: ғүмереңдә тик бер генә тапҡыр атайыңдың кәйефен ҡырыр булһаң, бөтә был тырышлыҡтарың юҡҡа сығыр. Киреһенсә, ғүмерендә бер тапҡыр ғына атайыңа һөйөнөс бирер булһаң, һинең әллә күпме игелегеңә бирелер әжер-сауаптарҙы ла алмай ҡалмаҫһың», — ти Хәсән Әл-Басри.
     Фәҡирҙәргә, сабыйҙарға, ололарға ҡарата мәрхәмәтле бул, тип ҡабат-ҡабат нәсихәт биреп тора дин.
     Юлыңда бер сабый күрһәң: «Был сабыйҙың бит бер гонаһы ла юҡ, ә мин гонаһтарға батып бөткәнмен. Шул сәбәпле был бала минән яҡшыраҡ», — тип уйланып ал. Олоғайған бер мөъмин- мосолманды күреп ҡалһаң да: «Был бит ғибәҙәттә минән күберәк торған, шуға уның күңеле лә минекенән яҡшыраҡ», — тип уйлап ҡуй. Мосолмандарҙан динде яҡшы белгән бер ғалимды осратһаң, күңелеңдә: «Мин наҙанмын, ул минән белемлерәк, тимәк, дәрәжәһе лә олораҡ», — тигән уй сағылып үтһен. Бер наҙанды күреп ҡалһаң да: «Был бит белмәүе сәбәпле гонаһҡа батып йөрөй, ә мин белгән көйө гонаһ эшләйем. Тимәк, ул да минән яҡшыраҡ», — тип фекереңде эшкә ек.
     Бөтөнләй иманы булмаған бер әҙәмде күрһәң дә: «Был әҙәмдең дә бит иманға килгән хәлдә донъянан үтеп китеүе бар, ә мин иман менән үтерменме? Белеп булмай. Был йәһәттән ҡарағанда әле иманға килмәй йөрөгән кеше лә бит минән өҫтөнөрәк була түгелме һуң? » — тип игелек эшләп ҡалырға ашыҡ.
     Ислам алып килгән хөкөмдәрҙә бәндәгә ауырлыҡ тыуҙырыу, диндән баш тартыуға сәбәп булырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Мәрхәмәт, шәфҡәт, игелек, миһырбанлыҡ менән тулы иман, Аллаһы Тәғәлә тарафынан индерелгәндәргә, Аллаһтың Барлығына һәм Берлегенә, Ул ебәргән илселәрҙең һәр береһенә инаныу ғына бар. Мосолман ана ошо инаныуы менән көслө.
     Был турала Ҡөрьән үҙе аңлатып бирә: Иман килтергән бәндәләрҙең һәр береһе Аллаһы Тәғәләгә, Уның фәрештәләренә, Китаптарына һәм илселәренең һәр береһенә бер һүҙһеҙ инанып һәм бер үк төрлө хөрмәт күрһәтеп, улар: «Һинең саҡырыуҙарҙы ишеттек һәм уға буйһонабыҙ! һинең, Раббым, ярлыҡауыңа өмөт бағлайбыҙ. Ҡайтыр урыныбыҙ ҙа тик Үҙ хозурыңда», — тиҙәр.
     «Бер кемгә лә Аллаһ көсө етмәҫлек вазифалар тапшырмай. Яҡшылыҡ эшләһә, бәндәнең үҙ файҙаһына, насарлыҡҡа барһа, үҙенә зыян килтерә».
     «Эй, Раббыбыҙ, — тиҙәр улар, — йә онотоп, йә яңылышлыҡ менән гонаһ эшләп ҡуйһаҡ, беҙҙе ғазаптарға һала күрмә. Беҙҙән алда килеп киткәндәргә тапшырған кеүек ауыр йөктө, көсөбөҙ етмәҫлектәрҙе беҙгә лә тапшырма, һин бит беҙҙең Хужабыҙ, мәрхәмәтеңдән ташлама, иманға килмәгәндәргә ҡаршы тора белергә ярҙам ит». «Әл-Бәҡара» («Һыйыр») сүрәһе, 284—286-сы аяттар
     Ете төрлө доға менән Раббыһына мөрәжәғәт итә мосолман, дөрөҫөрәге, доға менән мөрәжәғәт итергә Аллаһы Тәғәлә уны Үҙе өйрәтә.
     Әгәр ҙә онотоп ҡуйһаҡ йәки хаталанып, гонаһ эшләүгә барһаҡ, язаға тарта күрмә, тиҙәр. Тормошта бит кеше яңылышыуҙарҙан, хаталанып ҡуйыуҙарҙан да азат түгел. Бындай осраҡтарҙа бәндә доға ҡылып, гонаһтарын таный һәм Аллаһтың ярлыҡауына ла өмөт бағлай ала. Белеп торған көйө гонаһтар эшләп ҡуйыуҙан да бәндәне тыя.
     Элек йәшәп үткән өммәттәргә бирелгән кеүек, ауырлыҡтарға, көсөбөҙ етмәҫлек бәләләргә дусар итмә, ти. Ете төрлө доға менән Раббыһына мөрәжәғәт итә. Был доғалар бәндәнең фани донъялағы тормошона ла, ахирәттәге тормошона ла ҡағыла.
     Дини ҡанундар, бойороуҙар һәм тыйыуҙар бәндәнең тормошона ауырлыҡ килтереү өсөн бирелмәй. Әйтәйек, ауырып китһә йәки тәненә зыян килтерерлек ниндәйҙер йәрәхәт барлыҡҡа килһә, таҙарыныу өсөн уға һыу урынына ҡом йәки таҙа тупраҡ ҡулланырға рөхсәт ителә.
     Ғибәҙәтте еңеллек менән генә үтәп барыу өсөн тыуҙырған мөмкинлектәр: Кешегә намаҙ уҡыу вазифаһын тапшырып, дин намаҙҙың төрлө рөҡөндәрен үтәгәндә көсө етер тиклем еңеләйтеп, уларҙы баҫҡан, ултырған, ятҡан көйө уҡырға, йә булмаһа башын һәм керпектәрен хәрәкәткә килтереп, күңеле менән генә бирелеп тә үтәргә рөхсәт итә. Аҡылы бар ваҡытта бәндәгә намаҙ Аллаһ менән элемтәлә генә торорға мөмкинлек бирә. Был элемтәнең юлдарын еңеләйтә. Был еңеллекте аяттары менән дә дәлилләп бирә: «Һеҙгә Аллаһ еңел булыуын теләй, ауырлыҡ теләмәй», — ти.

                                                                                                                Башҡортса дини календарь 2019 йыл.