Архив рубрики: Дин

Яҙмыш һәм уның серҙәре

                                                                       Яҙмыш һәм уның серҙәре

     Билдәле сиктәрҙә күҙ күрә, ҡолаҡ ишетә. Ниндәйҙер алыҫ арауыҡтан нимәнелер күреү, ишетеү мөмкин түгел. Шулай уҡ кешегә тәҡдир (ҡадар) һәм тәҡдирҙең алға килеүен (ҡада) аңлау бирелмәгән. Беҙ һәммәһен сәбәп – эҙемтә бәйләнештәре аша танып беләбеҙ. Ә улар артында торған хикмәтте төшөнә алмайбыҙ.

     Элементар өлөшсәләрҙән ҡатмарлы молекулаларға ҡәҙәр, ваҡ ҡына есемдәрҙән иң ҙурҙарына ҡәҙәр, беҙҙең донъяны ла индереп, бәләкәй дәүмәлдәр донъяһынан бөтә ғаләмдәргә ҡәҙәр ваҡыты, урыны, образы һәм сәбәбе билдәләп ҡуйылған. Билдәләнгән ваҡыты етһә, Аллаһу Тәғәлә Илаһи ниәтен бөтә күркәмлегендә тормошҡа ашыра.
     Аллаһу Тәғәлә бар иткән һәр нәмәнең үҙ тәғәйенләнеше, маҡсаты бар. Тормошобоҙҙа булып үткән бөтә ваҡиғалар асылда яҙмыш һыҙаттары. Ай, ҡояш, йондоҙҙар, үҫемлектәр, хайуандар һәм бихисап башҡа бөтә барлыҡ – һәммәһе тәҡдир прогаммаһы эсендә. Ағастан өҙөлөп төшкән япраҡ та шул программаның бер өлөшө. Әгәр ҙә бөтә барлыҡ тәҡдир ҡануниәтенә буйһонмаһа, йыһанда ғәләмәт ҙур хаос һәм анархия хөкөм һөрөр ине. Читать далее

Тәҡүәлек

                                                                            Тәҡүәлек

     Аллаһу Тәғәлә, ҡолдарын хаҡ юлға төшөрөү өсөн, холҡо һәм һәләттәре менән улар араһынан айырылып торғандарҙы һайлап ала һәм был тәҡүәле кешеләргә остаҙлыҡ эшен йөкмәтә.
     Әҙәм тәбиғәте менән көслө шәхестәргә эйәреүсән, йәғни, аҡылына һәм йөрәгенә тәьҫир итеп, рухи тәрбиә биреүселәрҙең, Хаҡ Тәғәләгә һәм хәҡиҡәткә йүнәлтеүселәрҙең үрнәгенә эйәреү теләге һалынған уға. Шуға күрә Аллаһу Тәғәлә изге китаптар ғына ебәрмәгән, кешеләргә нәсихәт биреүсе һайлам ҡолдарын, йәғни пәйғәмбәрҙәрен һәм әүлиәләрен дә ебәргән. Пәйғәмбәрҙәр һәм әүлиәләр иҫ киткес гүзәл сифаттарға эйә булған, хатта дошмандары ла улар хаҡында насар һүҙ һөйләй алмаған. Күпме кеше улар аша Раббыбыҙға һәм Хәҡиҡәткә ҡайтҡан, иман юлына баҫҡан. Уларҙың барыһы ла Ҡөрьәндең тере кәүҙәләнеше булған бөйөк шәхес – Аллаһ Илсеһе, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, йоғонтоһонда иманға килгән һәм Уның тирәһендә тупланған. Тереләй ҡыҙ балаларын күмгән ҡырағай халыҡ юҡҡа сыҡҡан һәм улар урынына Ислам тарихының иң яҡшы биттәрен яҙған шәхестәр тыуған. Читать далее

Байрам (ғәйет) намаҙҙары

                                                                    Байрам (ғәйет) намаҙҙары

     Йома намаҙы фарыз булған кешеләргә байрам намаҙҙары вәжиб. Ике байрам намаҙы бар: Ураҙа байрамы намаҙы менән Ҡорбан байрамы намаҙы. Уларҙың ваҡыты ҡояш ҡалҡып 45 минут үткәндән алып өйләгә хәтлем дауам итә. Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм Ҡорбан байрамы көнө һәм Ураҙа бөткән көндө барыбыҙға ла байрам намаҙына барырға ҡушҡан. Был байрам көн иң беренсе намаҙҙан башлана. Әгәр Ҡорбан ғәйете булһа, байрам намаҙынан һуң ҡорбанлығы булғандар ҡорбан сала башлай.
     Байрам намаҙҙары йәмәғәт менән ике рәҡәғәт уҡыла. Тап иртәнге намаҙҙың фарызы шикелле башҡарыла, тик айырмаһы шунда — һәр рәҡәғәттә өс тапҡыр тәкбир әйтелә. Өсөһө әүәлге рәҡәғәттең «Ҫәнә»һенән һуң һәм ҡыраәттән элек, өсөһө икенсе рәҡәғәттең ҡыраәтенән һуң әйтелә. Был алты тәкбирҙе әйтеү — вәжиб. Рөҡуғ тәкбирҙәре лә был вәжиб тәкбирҙәргә яҡын булған өсөн — вәжиб. Һәр намаҙҙағыса, ифтитах тәкбире байрам намаҙҙарында ла — фарыз. Ҡалған тәкбирҙәр сөннәт булып һанала. Читать далее

Әхирәткә ышаныу

                                                                       Әхирәткә ышаныу

     Әхирәт һүҙе нәтижә, һуңғы тигән мәғәнәгә тура килә. Ислам дине йәһәтенән әхирәт тигәндә «икенсе донъя» аңлашыла. Сөнки Ислам диненә күрә, үлгәндән һуң башҡа тормош башлана һәм был тормош йәшәйәсәк урын — әхирәт. Әхирәт көнөнә иман — вафат булғандан һуң тағы бер ҡат терелеүгә һәм үлгәнсе башҡарылған ғәмәлдәр өсөн иҫәп-хисап биреүгә ышаныу ул.
     Ҡөръән Кәримдә әхирәткә ышаныу һәм теге донъя тормошон аңлатыусы күп һанлы аят бар. Уларҙан ҡайһы берҙәре түбәндәгеләр: «Донъялағы тормош, әхирәттәгеһе менән сағыштырғанда, мәшәҡәт уҙып китеүсе (ләззәт)». («Рәғид» сүрәһе, 26-сы аят).
     «...әхирәт йорто фәдәт (гонаһ эшләүҙән һәм Аллаһтан) ҡурҡҡандар өсөн генә хәйерле булыр. Һеҙҙең аҡылығыҙ әле һаман шуға ирешмәнеме?» («Әғрәф» сүрәһе, 169 сы аят). Читать далее

Иғтикәф

                                                                             Иғтикәф

     Иғтикәф – мәсеттән сыҡмайынса ғибәҙәт ҡылыу

     Иғтикәфтең фәзыйләте тураһындағы хәҙистәр һәм бөйөктәрҙең һүҙҙәре.
     Ибн Ғаббас (радыйаллаһу ғәнһү) тапшырғанса, иғтикәф (берәр изге урындан, мәсеттән сыҡмайынса, бер ни тиклем ваҡыт доға ҡылып йәшәү) ҡылыусы кеше тураһында Рәсүлүллаһ (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) былай тигән:
     «Иғтикәф гонаһтарҙы тотҡарҙар (эйәһен барлыҡ гонаһтарҙан һаҡтар) һәм барлыҡ яҡшылыҡтарҙы ҙа ҡылған кеүек уға (иғтикәф ҡылыусыға) сауаптар яҙылыр» (Ибн Мәджә, «Сыйам», 67). Имам Синди (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) әйткән: «Хәҙистең башында килтерелгән һүҙ иғтикәф ҡылыусыны аңлатырға мөмкин. Был осраҡта әйтелгәндең мәғәнәһе: «иғтикәф ҡылыусы кеше гонаһтарға батмаҫ, нәфесен уларҙан тыйып ҡалыр» тигәнде белдерә. Был һүҙ иғтикәф тураһында әйтелгән осраҡта иһә һөйләмдең мәғәнәһе: «иғтикәф гонаһтарға ҡамасау булыр, иғтикәф дауамында гонаһтар ҡылынмаҫ» тигәнде белдерә. Хәҙистең маҡсаты бары тик иғтикәф дауамын ғына түгел, ғөмүмән, унан һуң да гонаһ ҡылмаҫҡа кәртә булыуында. Сөнки рөхсәт ителгән иғтикәф дауамында Аллаһы Тәғәләнең иғтикәф ҡылыусыны гонаһтарҙан һаҡлауы мөмкин. Хәҙистең икенсе яртыһында иғтикәф ҡылып, был ваҡытта гонаһ ҡылыуҙан үҙен тыйған бер мосолман барлыҡ яҡшылыҡтарҙы эшләгән кеүек сауап ҡаҙаныр, был хәҙистең маҡсаты — иғтикәфкә өндәү». Читать далее

Ҡәҙер кисе хаҡында хикмәттәр

                                                              Ҡәҙер кисе хаҡында хикмәттәр

     — Был кис, — тип аңлата дин ғалимдары, — мөьмин- мосолмандарҙың үҙҙәре өсөн тип тәғәйенләп ҡуйылған Рамаҙан айындағы иң ҡәҙерле кистәрҙең береһе — атап әйткәндә, Тәҡдир кисе булараҡ ул, ғөмүмән, бер үҙе мең айҙан оҫтөнөрәк, мең айҙан яҡшыраҡ кис. Был кистә, ти Ҡөрьән, Аллаһ рөхсәте менән бәндәләр тормошона ҡағылышлы төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү, хәл итеүҙә ярҙам булһын тип, фәрештәләр һәм изге Рух — Ябраил, ғәләйһис-сәләм, Ер күгенә төшә. һәм бәндәләр тормошонда иҫ китмәле мөһим урын тотҡан илаһи Китап — Ҡөрьән индерелә башлай.
     Ҡөрьәндең тәүге аяттары менән бер үк ваҡытта таң атҡансы дауам итеү өсөн ер йөҙөнә тынғылыҡ, тыныслыҡ — «Сәләм» һүҙҙәре инә.

Читать далее

Тәрәуих намаҙы зекерҙәре

                                                                Тәрәуих намаҙы зекерҙәре

     Тәрәуих намаҙың зекерҙәре лә һәм намаҙы ла төрлөсә (рәҡәғәттәре) уҡыла.
     «Тәрәүих» — ял итеп алыу өсөн бер аҙ ултырып тороу тигәнде аңлата. Был — Рамаҙан айында, уның тәүге көнөнән үк башлап йәстү намаҙынан һуң, йәмәғәт менән уҡыла торған нәфел намаҙы.
     Бер ваҡыт Рамаҙан айының бер төнөндә пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, өйөнән сығып, мәсеттә намаҙ уҡып ала, уның менән бергә был намаҙҙы мәсеттә булған башҡа кешеләр ҙә уҡый ҙа, иртән был турала башҡаларға ла һөйләй. Икенсе кистә мәсеткә халыҡ күберәк йыйыла. Күберәк кеше пәйғәмбәребеҙ менән бергә намаҙ уҡый. Был туралағы хәбәр телдән телгә күсеп китә лә бик күп халыҡ ҡатнашлығында намаҙ уҡыуҙар өсөнсө кистә лә ҡабатлана. Дүртенсе кистә инде намаҙға килгән халыҡ мәсеткә лә һыймай башлай. Әммә пәйғәмбәребеҙ үҙе мәсеткә сыҡмай, иртәнге намаҙға ғына килә. Иртәнге намаҙҙы уҡып бөтөү менән, ул халыҡҡа боролоп Аллаһҡа зекер-тәсбихтәр әйткәндән һуң: «Кисә мин һеҙҙең мәсеткә йыйылып килгәнегеҙҙе белдем, әммә артабан был намаҙ фарызға әйләнер ҙә, һеҙ уны үтәй алмай башларһығыҙ, кәмселектәргә юл ҡуйылыр тип ҡурҡтым. Тәрәүих намаҙҙарын өйҙәрегеҙҙә генә уҡығыҙ!» — тип белдерә. Читать далее

Алдаҡсынан

                                                                           Алдаҡсынан

                                                    Алдаҡсынан... фәрештәләре лә ҡаса
     Алдашыу нимә ул? Был йыш ҡына аңлы рәүештә аралашҡан, телмәр тотҡан ваҡытта сағылып ҡалған ысынбарлыҡты үҙгәртеп күрһәтеү. «Уларҙың күңелендә сир (ике йөҙлөлөк сире) бар. Аллаһ уларҙың был сирен тағын да арттырҙы. Ялған һөйләгәндәре өсөн уларға хәтәр ғазап барҙыр», — тиелә Ҡөрьән-Кәримдә (Баҡара).
     Алдашыу кешенең күңелен боҙоусы рухи ауырыу. Кеше йыш ҡына ниндәй ҙә булһа ярамаған хәлен, йә ысынында нисек бар, шулай күренмәҫ өсөн, йәки ниндәйҙер файҙа алыр, теләгенә тиҙерәк ирешер өсөн алдауға бара. Уның сәбәптәре күп төрлө булыуы ихтимал. Алдашыуҙа күпме насарлыҡ һәм ҡурҡыныс булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр барыбер, көйә күбәләге ҡанаттарын яндырыуына ҡарамаҫтан, утҡа ынтылған кеүек, үҙҙәренең тормошонда алдауға юл ҡуя. Алдауҙың Ҡиәмәт көнөндә үҙенә ҡаршы шаһитлыҡ итеүен белеү уға был ҡурҡыныс ауырыуҙан ҡотолорға ярҙам итеүе мөмкин. Читать далее

Кешелек йөҙөң

                                                                          Кешелек йөҙөң

                                          Кешелек йөҙөңдө юғалтма, ул Хоҙай Тәғәлә бүләге...
     Һәр киң мәғлүмәт сараһы, әгәр уның үҙ аудиторияһы, уҡыусылары булмаһа, үҙ йөҙөн тапмаҫ, үҙ тәғәйенләнешен юғалтыр ине. Тап шул тоғро дуҫтарыбыҙ, әүҙем авторҙарыбыҙ, аҡыллы кәңәшселәребеҙ булғаны өсөн дә беҙ, матбуғат сараларын донъяға бар итеүселәр, үҙ тауышыбыҙҙы ишеттерә, кемдеңдер күңеленә үтеп инә, уйландыра, һыҙландыра, ҡыуандыра алабыҙ. Ошо көндәрҙә редакцияға килеп ингән Фәүзиә апай Йәнтилина, милләтем, тип тә, башҡорт матбуғаты, тип тә йән атып йөрөүсе әүҙем авторҙарыбыҙҙың береһе. Кәрәк саҡта кәңәштәрен дә әйтә, кәрәк саҡта етешһеҙлектәрҙе лә еткерә ул. Был юлы ла һүҙ артынан һүҙ сығып, тормошобоҙҙағы борсолдорған мәсьәләләр тураһында һөйләшеп алдыҡ һәм апайҙың фекерҙәрен уҡыусыларыбыҙға ла тәҡдим итмәксебеҙ.

Читать далее

Фатихалы ғаилә

                                                                        Фатихалы ғаилә

                                           Фатихалы ғаилә усағы – Ерҙәге ожмах сағылышы ул
     Бөгөнгө көндә никах тураһында күп кенә бәхәстәр тыуа. Ни өсөн кешеләр йәмғиәттә йәшәргә һәм ғаилә ҡорорға тейеш? Улар айырым ғына йәшәй алмаймы?
     Яңғыҙлыҡ Аллаһы Тәғәләгә хас, сөнки Ул, бөйөк Яралтыусы, ошо өҫтөнлөклө хоҡуҡты барлыҡ йән эйәләренә биргән һәм барыһын да үҙ ише менән яралтҡан. Шуға күрә лә Аллаһы Тәғәлә яралтҡан бөтә йән эйәләре бер-береһенә мохтаж. Шул уҡ ваҡытта бөтә йән эйәләренең дә тәбиғәттән үҙ етешһеҙлектәре бар. Аллаһы Тәғәлә яралтҡан бөтә йән эйәләренең бер-береһенә, шулай уҡ Аллаһы Тәғәлә яралтҡан башҡа йән эйәләренә лә мохтажлығы бар. Читать далее