Архив рубрики: Дин

Ендәр

                                                                    Ендәр

     Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръән Кәрими китабында «Ендәр» тигән сүрә бар. Аллаһ Тәғәлә ошо изге китабы аша беҙҙе иҫкәртә: беҙҙән башҡа ерҙә үә күктә бик күп икенсе донъялар бар. Мосолман кеше был донъяла ендәрҙең һәм шайтандарҙың булыуына ышанырға тейеш. Сөнки ендәр һәм шайтандар тураһында Ҡөръәндә лә, Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең хәҙистәрендә лә күп яҙылған. Сөләймән пәйғәмбәрғәлә ендәр хеҙмәт иткән. Шулай уҡ тормошта ла быға дәлилдәр бик күп. Ен –шайтан ҡағышлы тарихтарҙы ишетеп тә, хатта ҡайһы берҙәребеҙ күреп ҡалғаны бар.
     Ҡөръәндә кешенең тупраҡтан, шайтан-ендәрҙең уттан, фәрештәләрҙең нурҙан яратылыуы хаҡында әйтелә. Ендәрҙең дә динһеҙҙәре һәм динлеләре бар. Бушҡамы ни Аллаһ Тәғәлә: «Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Миңә сәждә ҡылһындар өсөн яралтым», тип әйтеүе ни тора. Читать далее

Истинжә (подмывание)

                                             Истинжә (подмывание)

     Нимә ул – истинжә? Истинжә – ярау иткәндән һуң нәжес сыҡҡан урынды таҙартыу. Истинка – ярау иткәндән һуң ҡоро нәмә менән һөртөп, унан һуң һыу менән йыуып ҡоротоу. Истибра – ирҙәрҙең, кесе ярау иткәс, төрлө хәрәкәттәр менән енси ағзаһында ҡалған бәүелдән арыныу.
     Ни эшләптер күптәр тәһәрәт менән истинжәне бутайҙар. Был бер нәмә ул тип. Был ғәмәлдәр кәрәк саҡта айырым үтәлә торған эштәр. Иң яңылышҡандары – ҡомған, йә икенсе һауыт менән һыу тотоп бәҙрәфкә барһаң – тәһәрәт ала тиҙәр. Кемдең аҡылы башына килә икән шундай уй – бәҙрәфтә тәһәрәт алыу? Тәһәрәттең хәрәкәттәре: ҡул, бит, башҡа мәсех һәм аяҡ йыуыу бит ул! Читать далее

Мәүлид уҡыу тәртибе

                                                                     Мәүлид уҡыу тәртибе
                                                                        (ҡыҫҡа вариант)

     Әғүҙү билләһи минәш-шәйтаанир-рәджиим
     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
     Әл-хәмдү лилләәһи раббил-ғәәләмиин.
     Әр-рахмәәнир-рахиим.
     Мәәлики йәүмид-диин.
     Иййәәкә нәғбүдү үә иййәәкә нәстәғиин.
     Иһдинә-ссыирааталь-мүстәҡиим.
     Сыираата-лләҙиинә әнғәмтә ғәләйһим ғайриль-мағдууби ғәләйһим үә лә-ддааллиин.

     (Рәхимле һәм мәрхәмәтле Алла исеме менән)
     Ғаләмдәр Раббыһы Аллаға — маҡтау,
     рәхимлегә, шәфҡәтлегә,
     хөкөм көнөнөң батшаһына!
     Һиңә генә беҙ ғибәҙәт ҡылабыҙ, Һинән генә ярҙам һорайбыҙ!
     Беҙҙе хаҡ юлдан алып бар,
     изгелек күрһәткән бәндәләрең юлынан.
     Асыуына тейгән, аҙашҡан кешеләр юлына төшөрмә! Читать далее

Тәсбих (тиҫбе) бидғәтме?

                                                       Тәсбих (тиҫбе) бидғәтме?

     Тәсбих ҡулланыу тураһында фекер төрлө. Был яҙмала шуларға аңлатма, Ғәрәбстан дин ойошмалары һәм уҡыу йорттары ғалимдарынан һуңғы ваҡытта алынған мәғлүмәт-һығымта бирелә.
                                                       Тәсбих ҡулланыу яраймы?
     Тәсбихтең аңлатмаһы: имам Мөхөтдин ән-Нәвәүи «Тәхзиб әл-әсмә үә әл-лөғәт» китабында былай тигән: «Тиҫбе ул — епкә теҙелгән һәм зекерҙә ҡулланыла торған ынйы бөртөктәре. Икенсе атамаһы — мәсбәха, имән бармаҡ атамаһынан килеп сыҡҡан, сөнки намаҙ ваҡытында тәүхидте раҫлау өсөн беҙ уның менән хәрәкәт яһайбыҙ». Читать далее

Риба – биргән әйберҙе артырып алыу

                                             Риба – биргән әйберҙе артырып алыу

     Мәҫәлән: Бер кешегә бурысҡа бер мең һум биреп тороп, ҡайтарып алғанда бер мең ике йөҙ һум итеп алыу. Ул артыҡ ике йөҙ һум риба була.
     Риба ашау Аллаһы Тәғәлә алдында оло гонаһтарҙан һанала. Аллаһы Тәғәлә риба ашаусыға ахирәттә ут ғазабын вәғәҙә итә.
     Ҡөръәндән дәлил: «Бәҡарә» сүрәсенең 275-281 се аяттары:
     275. الَّذِينَ يَأْكُلُونَ الرِّبَا لَا يَقُومُونَ إِلَّا كَمَا يَقُومُ الَّذِي يَتَخَبَّطُهُ الشَّيْطَانُ مِنَ الْمَسِّ ذَلِكَ بِأَنَّهُمْ قَالُوا إِنَّمَا الْبَيْعُ مِثْلُ الرِّبَا وَأَحَلَّ اللَّهُ الْبَيْعَ وَحَرَّمَ الرِّبَا فَمَن جَاءَهُ مَوْعِظَةٌ مِّن رَّبِّهِ فَانتَهَى فَلَهُ مَا سَلَفَ وَأَمْرُهُ إِلَى اللَّهِ وَمَنْ عَادَ فَأُولَئِكَ  أَصْحَابُ النَّارِ هُمْ فِيهَا خَالِدُونَ
     275. Әлләҙиинә йәькүлүүнә-ррибәә ләә йәкүүмүүнә илләә кәмәә йәҡуумү-лләҙии йәтәхаббәтуһү-шшәйтаанү минәл-мәсси ҙәәликә би’ән-нәһүм ҡаалүү иннәмәл-бәйғү миҫлү-ррибәә үә әхәллә-ллааһүл-бәйғә үә харрамә-ррибәә фәмән джәә'әһү мәүғиҙатүм-мир-раббиһи фәңтәһәә фәләһү мәә сәләфә үә әмруһүү илә-ллааһи үә мән ғәәдә фә'үләә'икә асхәәбү-ннәәри һүм фииһәә хаалидүүн. Читать далее

Ғәли хәҙрәт тураһында

                                                             Ғәли хәҙрәт тураһында

                                               Ғәли хәҙрәт тураһында бер нисә кәлимә
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафаның, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, вафатынан һуң Ислам донъяһы менән идара иткән дүрт ғәҙел хәлифәнең һуңғыһы —- мөьминдәр әмире Ғәли (Аллаһы Тәғәлә уның менән риза була күрһен!) пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, 30 йәшкә еткәндә, рәжәб айының ун өсөндә йома көндө Мәккәлә донъяға килә. Бала ваҡытынан башлап пәйғәмбәребеҙ эргәһендә, уның менән бергә йәшәй, унан тәрбиә ала һәм аҙаҡ — пәйғәмбәребеҙҙең Аллаһ тарафынан ебәрелгән илсе булыуына ирҙәрҙән иң тәүге булараҡ иман килтерә. Һуңынан 30 йыл дауамында, иң тоғро сәхәбәләренән береһе, улы урынына ҡалған ҡәрҙәше, кейәүе, иң яуаплы эштәрҙә ярҙамсы булараҡ Ислам диненә хеҙмәт итә.
     Пәйғәмбәребеҙ Ахирәткә күсеп киткәс тә мосолмандар араһында йомартлығы, ҡыйыулығы, әҙәбе, бер нәмәлә артығын өмөт итмәгән, тыйнаҡлығы менән айырылып торған юлбашсы, дин ғалимы булараҡ хөрмәт ҡаҙанған кеше була.

Читать далее

Кеше күңеле игелек

                                                       Кеше күңеле игелек

                                          Кеше күңеле игелек биреп яратылған
     Шағир Фидус Ямалетдиновтың «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатмалар»ынан бер аят:
           Беҙҙең диндең таҙалығы, ихласлығы
           Бағланышлы түгелме һуң бер Аллаға?
           Тик кем йөрөй башҡаларға өмөт итеп,
           Алланан тыш үҙҙәренә яҡлау көтөп,
           (Шулар) әйтә: «Беҙ (һындарға) табынабыҙ
           Хаҡ Сүбехәнә үә Тәғәлә эргәһенә
           Улар беҙҙе яҡынайтһын өсөн генә.
           Аллаһ (барын онотмаһын ине һәр кем)
           Барыһына сығарыр Ул ғәҙел хөкөм.
           Кемдең йәнен баҫып алған хәйлә, ялған,
           Шуны Аллаһ та йөрөтмәҫ тура юлдан. Читать далее

Риба

                                                                         Риба

     Һорау: «Риба» шәриғәттә һәм телдә  нимәне аңлата?
     Яуап: «Риба» телдә- «өҫтәү» тигән мәғәнәне аңлата. Шәриғәттә был аңлатма ике төрҙә ҡарала:
     1. Һатып-алыуҙағы риба;
     2. Залог һәм заем рибаһы.
     Был ике төрҙә Исламда — харам. Рибасы ла һәм проценттар менән аҡса биреүсе лә оло гонаһ ҡылыусыларҙан булалар. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә әйтте:
     «Әй иман килтереүсе бәндәләр! Риба ашамағыҙ, йәғни бурысҡа биреп торған өсөн арттырып алмағыҙ. Аллаһының һүҙҙәрен, хөкөмдәрен иғтибарһыҙ ҡалдырыуҙан һаҡланығыҙ, моғайын ғазабтан ҡотолоп, өҫтөнлөнлөк табырһығыҙ». «Әли Ғимран /Ғимран ғаиләһе», 3:130 Читать далее

Аҡсаны процентҡа бирһәң (риба)

                                               Аҡсаны процентҡа бирһәң (риба)

     Сайт авторынан: Нимә ул риба? Риба аҡсаны, йәки башҡа әйберҙе үҙ хаҡынан артырып алыу маҡсаты менән процент өҫтәү. Ә процентҡа биреүсенән башҡа алыусы риба хөкөмөнә инәме? Әйе. Сөнки ул был эштә ҡатнашҡан һәм рибаны хуплаған кеше булып сыға. Һеҙҙең иғтибарға аҫтағы мәҡәлә. Шулай уҡ ошо биттә «риба» хаҡында: https://nazir1965.com/din/riba.html#more-6574

                                  Аҡсаны үтескә бирһәң – сауап, процентҡа бирһәң — оло гонаһ
     Ростовщиклыҡ һәм проценттарҙан килем алыу менән шөғөлләнеүҙән дә ҙур гонаһ юҡ. Ҡөрьәндә: «Әгәрһеҙ быны эшләмәһәгеҙ (йәғни, Алла язаһынан һаҡланмаһағыҙ, өҫтәмә хаҡ алыуҙың хәрәмлегенә ышанмаһағыҙ йәки ышанып та унан баш тартмаһағыҙ), Алланан һәм Уның рәсүленән һуғыш тураһында ишетегеҙ, әгәр тәүбәгә килһәгеҙ, һеҙҙең төп малығыҙ — үҙегеҙгә!» (Әл- Баҡара сүрәһе. 2-279). Читать далее

Һуңғы һүҙ урынына

                                                              Һуңғы һүҙ урынына

     ”Һәр халыҡтың үҙ ваҡыты бар. Әжәле яҡынлашһа, ул уны бер сәғәткә кисектереп тә, ашыҡтырып та тора алмаҫ, уның килеүен тиҙләтергә лә хәленән килмәҫ ”. ”Әл-Әғраф”,"Кәртәләр” сүрәһе, 34 — се аят.
     Кешелек тарихында әллә күпме йәмғиәттәр, халыҡтар, хөкүмәттәр булып тора һәм булып торған да, әммә әжәле, ваҡыты етеү менән уларҙың һәр береһе үҙҙәре үк тыуҙырған үҫеш дәрәжәһенең, мәҙәниәттең, иҡтисадтың һәм ижтимағи ғөрөф-ғәҙәттәрҙең хәрәбәләренә күмелеп, юғалып ҡалған.
     Дин өйрәтә: Аллаһ ихтыярынан башҡа бер нәмә барлыҡҡа килмәй, бер нәмә юҡҡа ла сыҡмай.
     - Һеҙҙең ихтыярығыҙҙа булған көс һәм ҡеүәт ваҡытлы ғына. Була ла, бөтә лә. Мөмкинлегегеҙ бар ваҡытта уларҙы игелек өсөн файҙаланып ҡалығыҙ.
     - Донъялыҡтағы данға алданып, тәкәбберлеккә бирелмәгеҙ.
     - Иманһыҙлыҡ өсөн биреләсәк язаларҙың кисектерелеп тороуы Аллаһтын мәрхәмәт-шәфҡәте тип уйлама. Ул — билдәләп ҡуйылған, ул — киләсәк.
     - Юғары күтәрелеүҙәр ҙә, тәкәбберлеккә бирелеп түбән төшөүҙәр ҙә — бөтәһе лә һынау.
    — Шуға ла золом өҫкә сыҡҡанда ла иманлы бәндә өмөтһөҙлөккә бирелмәһен. Золомдоң да ваҡыты самалы, — ти. Читать далее