Өҫтәл янында

                                                                       Өҫтәл янында

     Ризыҡ
     Яҡшы ризыҡ әҙерләү өсөн иғтибарҙы таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә һәм аҙыҡтың сифаты менән аштын төрлөлөгөнә нисбәттә (үлсәүҙә) самаһын белеүгә йүнәлдерергә кәрәк.
     1. Ризыҡ фәҡәт рөхсәт ителгән өлөштәрҙән генә әҙерләнергә тейеш, сусҡа ите, алкоголь, сусҡа итенән алынған желатин, алкоголле татлы ризыҡтар, Исламса һуйылмаған иттәр, тәлмәрйендәр, йыландар — быларҙың барыһы ла харам, һәм улар ҡулланыуҙан алып ташланырға тейештәр.
     2. Мосолман булмаған кешеләрҙең һауыт-һабаһынан файҙаланыр алдынан уны бик яҡшылап йыуырға кәрәк, сөнки таҙалыҡ һәм аҙыҡ мәсьәләһендә мосолман донъяһы башҡаларға ҡарағанда, башҡасараҡ ҡарашта тора.
     3. Һурпаны бер аҙ күберәк әҙерләргә тәҡдим ителә, сөнки был күберәк кешене туйындырырға ярҙам итә. Йәшелсәләрҙән ҡабаҡ тәҡдим ителә, сөнки был — ризыҡты күбәйтеүҙең һәм күберәк кешене туйындырыуҙың экономиялы юлы.

     4. Әгәр кем дә булһа һуған йәки һарымһаҡ ярата икән, уларҙы ашарға була, әммә сей килеш ашауы яҡшы түгел, сөнки был ваҡытта уларҙан тирә-яҡтағы кешеләргә насар еҫ тарала.
     5. Алтын йәки көмөш аш-һыу приборҙары ҡулланыу рөхсәт ителмәй.
     6. Һөт һәм бал — иң яҡшы ризыҡтар. Иң яҡшы ит булып малдың һырт өлөшө һанала.
     7. Иң яҡшыһы — ризыҡты иҙәндә ултырып ашау, был тыйнаҡлыҡ билгеһе булып иҫәпләнә.
     8. Исламда өҫтәлдең нисек биҙәлеүе төрлө мәҙәни кимәлгә ҡарап айырыла. Мосолмандарҙың өҫтәленә таҙалыҡ ябайлыҡ һәм саманы белеү хас. Матурлыҡ та тәҡдим ителә торған сифаттарға керә, әммә быға, йыш ҡына көнбайышта осрағанса, күп ваҡыт сарыф ителергә тейеш түгел. Ризыҡ үҙмаҡсат итеп түгел, ә туҡланыу сараһы итеп ҡарала.
     Ашау алдынан
     1. Ашарға ултырғанда мосолман Аллаға буйһонорға, Уның рәхимлектәрен иҫенә төшөрөргә тейеш. Табындың әллә ниндәй формалары булһа ла, тыйнаҡлылыҡ һаҡлау бик мөһим.
     2. Мосолман салҡан йәки ҡорһағына ятҡан килеш ашамаҫҡа тейеш, шулай уҡ йөрөгәндә һәм баҫып ашауҙан тыйылырға кәрәк.
     3. Ашағанда ризыҡтың артығын ашауҙан һәм күп ваҡыт сарыф итеүҙән һаҡланырға кәрәк.
     5. Ашаған ваҡытта үҙен дөрөҫ тотмаған, мәҫәлән, һул ҡул менән ашаған, йәмһеҙ һүҙҙәр әйткән, тәрилкәнең башҡаларға ҡараған яғынан ашаған кешеләргә, был хаҡта асыҡ аңларлыҡ итеп төшөндөрөргә кәрәк.
     Өҫтәл янында күркәм ғәҙәттәр
     1. Ҡасып-боҫоп ашау өсөн бер ниндәй сәбәп тә юҡ. Иң яҡшыһы — ғаилә менән бергәләп ашау, сөнки, мосолмандар инаныуынса, ғаилә дөйөм һауыттан ашағанда ризыҡ тәмлерәк була.
     2. Әҙәп ле кешеләр башҡалар менән, йәғни байҙар йәки ярлылар, йәштәр һәм ҡарттар менән бергә ашауҙан ерәнмәйҙәр.
     3. Зарарлы булмаған һәм кәмселектәре башҡаларҙа ерәнеү хисе тыуҙырмаған осраҡта кәмселекле кешеләргә сәләмәт һәм аҡылы камил кешеләр менән бергә ашарға рөхсәт ителә.
     4. Ҡулдарҙы ашау алдынан да, ашап туйғас та йыуырға кәрәк.
     5. Ҡайнар (эҫе) ризыҡты алырға һәм йоторға ашығырға ярамай. Иң яҡшыһы — уның бер аҙ һыуынғанын көтөү. Ризыҡты һыуытыу өсөн уға өрөргә ярамай.
     6. Ашар алдынан мосолмандарға “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим" (Рәхмәте һәм мәрхәмәте сикһеҙ булған Аллаһының исеме менән башлайым) тип әйтергә тейештәр. Унан һуң “Аллаһүммә бәрик ләнә фимә разәҡтәнә үә ҡыйнә ғаҙабәннәр” (Йә, Раббым, беҙҙең ризығыбыҙҙы бәрәкәтле ит һәм беҙҙе Йәһәннәм Утынан һаҡла) тип әйтергә мөмкин.
     7. Эгәр мосолман ашау алдынан Алланы иҫкә алырға онота икән, ул ашаған ваҡытта ‘‘Бисмилләһи, әүүәлүһү үә ахыйруһу” (Баштан һәм ахырҙан Аллаһ исеме менән) тип әйтергә тейеш.
     8. Бер генә төркөмдөң Алланы иҫкә алып башлауы ғына етмәй. Алланы иҫкә төшөрөү һәр кемдең бурысы булып тора.
     9. Ризыҡты тәрилкәнең бар яғынан да алырға ярамай, үҙеңә ҡараған яғынан ғына алырға кәрәк. Әммә тәрилкәлә емеш-еләк икән — уларҙы теләһә ҡайһы яҡтан һайлап алырға ярай.
     10. Әгәр мосолман ашап ултырған ваҡытта намаҙ ваҡыты еткән икән, ул ашағанда намаҙ ваҡытын уҙҙырып ебәреү ҡурҡынысы булмаған осраҡта, ризығын ашап бөтөргә тейеш, ашап бөтөрмәйенсә намаҙға ашығырға ярамай. Был тәкдимдәрҙең маҡсаты — уға намаҙҙа бөтөн барлығын биреү. Әгәр тамак туймай ҡалһа, быға ирешеү ҡыйын.
     11. Ҡалаҡтан файҙаланып, уң ҡул менән генә ашарға кәрәк. Әгәр ҡалаҡ менән ашау бик яйһыҙ булһа, алдан биҡ яҡшылап йыуып, уң ҡулдың өс бармағы менән ашарға кәрәк.
     12. Ашыҡмайынса һәм ҡомһоҙланмайынса ашарға кәрәк.
     13. Әгәр табындағы кешегә ризыҡ оҡшай икән, ул үҙенең хуплауын йәки һоҡланыуын белдерә ала, ә инде улай түгел икән, ул ҡәнәғәтһеҙлеген һиҙҙермәҫкә, тәнҡитләмәҫкә, ризаһыҙлыҡ күрһәтмәҫкә тейеш, һуңғы сиктә ул: “Минең быны ашағы килмәй” йәки “Мин бындай ризыҡ ашамайым” тип әйтә ала.
     14. Бер үк ваҡытта һалҡын һәм ҡайнар ризыҡтар ашарға кәңәш ителмәй, сөнки бының тештәр һәм ашҡаҙан өсөн зарарлы булыуы мөмкин.
     15. Һөйләшеү еңелсә генә барырға, бер-береңде ҡоторторлоҡ булмаҫҡа тейеш, бәхәсләшмәҫкә,, йәмһеҙ һүҙҙәр ҡулланмаҫҡа кәрәк, сөнки быларҙың башҡаларҙың кәйефен төшөрөүе ихтимал.
     16. Әгәр ашаған ваҡытта ризыҡ ауыҙыңдан төшөп китһә, уны "тейешенсә таҙартып, ашарға тырышырға кәрәк, сөнки әрәм- шәрәм итеү тыйыла, һөйәктәрҙә ҙур киҫәк иттәр ҡалдырыу ҙа әрәм-шәрәм итеүгә керә.
     17. Ауыҙың тулы ризыҡ менән һөйләшеү әҙәпһеҙлек булып һанала.
     18. Ашаған ваҡытта кешеләрҙе сәләмләү рөхсәт ителә, әммә уларҙың ҡул бирешеүе әҙәплелек түгел.
     19. Мосолман артыҡ күп ризыҡ ашарға тейеш түгел. Ашҡаҙаны тулғансы уҡ ашауҙан туктарға кәрәк. Убырлыҡ мосолмандар ғәҙәте түгел.
     20. Ашағандан һуң шундуҡ йоҡларға ятыу һәйбәт түгел.
     21. Файҙаланылмаған ризыҡ тәрилкәлә ҡалырға тейеш түгел.
     22. Ашап бөтөргәс, мосолман ризыҡ өсөн Аллаға: “Әлхәмдүлилләһи-ләҙи, әтғәнәмә үә сәҡанә үә жәғәләнә минәл муслимин ", — тип Аллаға рәхмәт әйтергә тейеш (беҙгә ризыҡ, һыу биргән һәм беҙҙе мосолман иткән Аллаға барса маҡтауҙарыбыҙ булһын.
     23. Ашағандан һуң ҡулдар һәм ауыҙ йыуылырға тейеш, һимеҙ, майлы ризыҡ ашағандан һуң ҡулды йыуыу айырыуса мөһим. Ашағандан һуң тештәрҙе теш щеткаһы ярҙамында ҡалдыҡ ризыҡтарҙан таҙартырға кәрәк. Был сәләмәтлеккә файҙалы.
     24. Әҙәплелек балаларҙың ата-әсәләренән, ә хужаларҙың ҡунаҡтарҙан алда ашай башламауҙарын талап итә. Ислам принциптарының береһе — өлкәндәргә хөрмәт.
     25. Әгәр аҙыҡҡа йәки зсемлеккә себен килен төшә икән, уны шунда батырырға, һуңынан алып ташларға кәрәк. Былай эшләүҙең файҙаһы ентекләп хәдистә килтерелә. Унда, себендең бер ҡанатында ауырыу, икенсе ҡанатында шуға ҡаршы дарыу була, тип әйтелгән.
     26. Мосолман уҙ йортонан ситтә ҡуллана торған ризыҡтың хәләл булыуына ышанырға тырышырға тейеш.
    27. Әгәр аш янында оҙаҡ ултырырға мәжбүр булһа, ашағанда гәзиттәр һәм китаптар укырға кәрәкмәй.
     Эсемлектәр
     1. Иҫергә торған эсемлектәрҙең барлыҡ сорттары һәм төрҙәре тыйыла.
     2. Алтын һәм көмөш һауыттарҙан эсеү тыйыла. Башҡа барлыҡ төр һауыттарҙы файҙаланырға ярай.
     3. Эсемлектәр, айырыуса һыу таҙа булырға, улар һалына торған һауыттар, айырыуса төнгә, ябылырға тейеш.
     4. Эсер алдынан, эсенә берәй нәмә төшмәнеме икән, тип һауытты тикшерергә кәрәк.
     5. Эскәндә һул ҡулды түгел ( быға ихтыяж булма гән осраҡта), ә уң ҡулды файҙаланырға кәрәк.
     6. Эсер алдынан “ Бисмилләһир-рахмәнир-рахим” (рәхмәте һәм мәрхәмәте сикһеҙ булған Аллаһ исеме менән башлайым) тип, Алланы иҫкә алырға кәрәк.
     7. Туранан-тура шешәнең, кувшин, күн ҡапсыҡтың ауыҙынан эсмәҫкә тырышыргә кәрәк.
     8. Ситтәре киҫелгән сынаяҡтар ҡулланмаҫҡа кәрәк.
     9. Эскәндә һауытҡа һуларға, ҡомһоҙланып эсергә ярамай. Сынаяҡты ситкәрәк этәреп, һулыш алып, унан тағы эсә башларға кәрәк.
     10. Әгәр кеше йылғанан, шишмәнән йәки күләүектән һыу эсә икән, ҡорһағына ятып, ауыҙы менән һемермәҫкә, ә бәлки, яҡшылап йыуып, усы менән һоҫоп алып эсергә тейеш.
     11. Сынаяҡтан йәки стакандан әкрен генә ашыҡмайынса эсергә кәңәш ителә. Эскәндә, һауытты ситкәрәк этәреп, һулыш алырға кәрәк. Шыйыҡлыҡты өс өлөшкә бүлеп, был эш өс тапҡыр ҡабатлана. Шулай эшләгәндә һыуһын яҡшыраҡ баҫыла, эскәнең бәрәкәтлерәк һәм шифалыраҡ була.
     12. Бер кемдә баҫҡан килеш, ярым ятып һәм ятып эсергә тейеш түгел. Эгәр инде фонтандан эсергә тура килһә, үҙенән-үҙе аңлашылғанса, баҫҡан килеш эсергә тура килә.
     13. Эсеп бөтөргәс, мосолман Алланы данларға һәм Уға хөрмәтен белдерергә тейеш. Һөт эскәс ул Алланы; “Аллаһүммә бәрик ләнә фиһи үә зилне минһү” тигән айырым һүҙҙәр менән хөрмәтләргә бурыслы. Был һөттөң айырыуса файҙалы булғаны өсөн шулай эшләнә.
     14. Бер нисә кеше эскәндә, беренсе булып уң яҡта торған кеше эсергә тейеш, йәки һауытты унда торған кешегә бирергә кәрәк.
     15. Әгәр бер кеше бер нисә кешегә ризыҡ бүлә икән, хатта үҙенең һул яғында өлкән кеше ултырыуға ҡарамаҫтан, ул уң яҡтап өләшә башларға тейеш. Өҫтөнлөк һәр ваҡыт уң яҡтағы кешегә бирелә. Эсемлекте уң ҡул менән бирергә кәрәк.
     16. Берәй кеше мосолманға эсергә тәҡдим итә икән, ул уға рәхмәт әйтергә һәм Алланан уға яҡшылыҡ ҡылыуын һорарға тейеш.
     17. Әгәр кеше майлы йә шәкәрле берәй нәмә эсә икән, таҙалыҡ һәм сәләмәтлек маҡсатынан сығып, ул һуңынан ауыҙын сайҡарга тейеш (әйтәйек, һөт эскәндән һуң).
     18. Ҡайнар эсемлеккә өрөргә ярамай, иң яҡшыһы, уның һыуыныуын көтөргә кәрәк.
     19. Әгәр һауыттан эт эскән икән, ул һауыт ете тапҡыр һыу менән, әгәр мөмкинлек булһа, берәр мәртәбә ҡом (балсыҡ), йәки һабын менән йыуылырға тейеш. Былай эшләү эт һеләгәйен бөтөрөү өсөн кәрәк (был башҡа хайуандарға ҡағылмай).

                                                                                                                     Ислам әхләге һәм ғәҙәттәре китабынан