Төштәрҙе юрау

                                                                       Төштәрҙе юрау

     Төштәрҙе юрар алдынан уларҙың асылдары (сущность чего-либо) бармы әллә юҡмы икәнлеген бик яҡшы белергә кәрәк. Һаташыу икән, уны юрауҙың кәрәге юҡ.
     Тәғбирнәмәләрҙә билгеле булғанса, төштәрҙең дөрөҫ булыуы йылдың ҡайһы ваҡытында күренгәнлеген лә бәйле, сөнки йыл башында күргән төшөң йыл ахырындағыһын яҡшыраҡ һәм дөрөҫөрәк. Яҙ башында күргән төшөң дә, йыл аҙағындағына ҡарағанда тиҙ сығар.
     Ҡайһы дини айҙа төштәрҙең нисек булыуына ла бәйле:
     Мөхәррәм айында төштәр хата булмай.
     Сәфәр айында күрелгән төштәрҙе бик маҡтамайҙар; төш күреүсегә ҡатылыҡ, йәғни насарлыҡ ирешеп, аҙағы яҡшы түгел, шулай ҙа зыянға булмаҫ.

     Рабиғел-әүүәл айында күрелгән төштәрҙең асылы һатыу — алыуҙан табыш ирешеүгә булыр һәм шатлыҡтар, күп мал-тыуар табыуға юраланыр.
    Рабиғел-ахир айында төш күрһәң, әгәр ҙә яҡшылыҡҡа дәлиле булһа, ашығыслыҡ менән ирешер.
     Йомадиәл-әүүәлдә төш күрһәң, эштәрең файҙаһыҙ булыр, айырым алғанда, һатыу һәм алыуҙан килем килмәҫ.
     Йомадил-әхыр төшөңдө яҡшыға тип уйлаһаң да, кисегелер.
     Рәжәб айында төштәр яҡшыға булырҙар. Изгелек ишеге асылыр һәм яуыз эштәр яҡшыға алмашыныр.
     Шәғбан айында төш күреү яҡшыға булыр, әммә эштәр тарлыҡҡа юраланыр. Яҡшылыҡ булһа ла, әҙ килер, насар тип күрһәң, дөрөҫкә сыҡмаҫ.
     Рамаҙан айында күрелгән төштәр мәшәҡәт һәм боҙоҡлоҡ ишектәрен биктәр. Изге эштәргә дәлилле төш иһә, һуңламаҫ. Рамаҙан айында төштәрҙә дөрөҫ аҙҙыр, сөнки йоҡо алдынан ашау сәбәпле ул шулай булыр.
     Шәүүәл айында бәхетһеҙлек төшөн күрһәң, тиҙ килер, һаҡланырға кәрәк.
     Зөлҡағиҙә айында сәфәргә иҫбат итеүсе төш күрһәң, сәфәргә сыҡмаҫҡа кәрәк. Үҙеңде өйөңдә һаҡлау тейешле.
    Зөлхизә айында сәфәргә дәлил итеүсе төш күрһәң, бар. Эштәреңдә киңлек булыр, ашығыу ҙа файҙалы, сөнки был ай муллыҡ айы һаналыр.
    «Төхфәтел-мөлөк»тә айҙың һәр көнө күрһәтелеп, уларҙа күрелгән төштәрҙең хөкөмдәренә бәйле юрамалар яҙылған. Бында, әлбиттә, күктәге Ай менән бәйле мосолман ай иҫәбе күҙҙә тотола.
    Шуның өсөн төш юраусылар мосолман календарына нигеҙләнеп эш итһәләр, дөрөҫ булыр.
    Айҙың беренсе көнөндә күрелгән төш хәйерле була, һөйөнөс ирешеүгә дәлил.
    Айҙың икенсе көнөндә күрелгән төштөң асылы өс көндән билдәле буласаҡ һәм шатлыҡҡа хөкөм игелә.
    Айҙың өсөнсө көнөндәге төш яман була, саҙаҡа биреү кәрәк.
    Айҙың дүртенсе көнөндәге төш мал-тыуар һәм ниғмәт ирешеүгә була.
    Айҙың бишенсе көнөндәгеһе сәфәрҙә мал, ниғмәт һәм теләккә ирешеү ул.
    Айҙың алтынсы көнөндәге төш рәхәткә хөкөм ителә.
    Айҙың етенсе көнөндәге төш иһә ғауғаға була.
    Айҙың һигеҙенсе көнөндәге иһә көтөлмәгән урындан малдың ҡулға кереп, һөйөнөс килтереүе була.
    Айының туғыҙынсы көнөндә төш күрһәң, һөйөнөскә хөкөм ителә.
    Айҙың унынсы көнөндәге юғалтҡан әйберенде табылыуға һәм шатлыҡҡа хөкөм ителә.
    Айҙың унберенсе көнөндә күрһәң, ул төшөң ниндәй хәйергә ни шөкөр итеүгә түгел, буш төштөр.
    Айҙың уникенсе көнөндәге төш тормош бәхете һәм ниғмәткә, һөйөнөскә.
    Айҙың унөсөнсө көнөндә төш яҡшыға булмай, саҙаҡа бирергә кәрәк.
    Айҙың ундүртенсе көнөндә төш күрһәң, бер айҙан һуң яҡшы хәбәр ирешеп, һөйөнөскә хөкөм ителә.
    Айҙың унбишенсе көнөндә күрелгән төш яҡшы хәбәр ишетеп һөйөнөс килтерә.
    Айҙың уналтынсы көнөндәге төш дуҫтың үлеменә һәм ҡайғы һағышҡа.
    Айҙың унетенсе көнөндә төш күрһәң, мал, ниғмәт һәм күңел асыу була.
    Айҙың унһигеҙенсе көнөндә күрһәң, шатлыҡҡа хөкөм ителә.
    Айҙың унтуғыҙынсы көнөндә төшөң яман була, саҙаҡа бирергә кәрәк.
    Айҙың егермеһенә төштөң ваҡиғаһы ил башлығына, йәки бер оло кешегә дуҫты булыуыңа хөкөм ителер.
    Айҙың егерме беренсе көнөндә төш күрһәң, ил башының яҡшылығына дәлил ителер.
    Айҙың егерме икенсе көнөндәге төшөң халыҡтың һөйөнөслө булыуына юралана.
    Айҙың егерме өсөнсө көнөндә төш күрһәң, ҡурҡыу була.
    Айҙың егерме дүртенсе көнөндә төш тулыһынса күңел төшөнкөлөгө булып, ҡайғыға һәм һағышҡа хөкөм ителә.
    Айҙың егерме бишенсе көнөндә төшөң оло һөйөнөс килеүгә дәлил.
    Айҙың егерме алтыһында төшөң ҙур бәхет һәм ғәҙелеккә юралар.
    Айҙың егерме етенсе көнөндә төш белмәгән-күрмәгән ерҙән ҙур шатлыҡ килеүгә булыр.
    Айҙың егерме һигеҙендәге төш һөйөнөс менән юраланыр.
    Айҙың егерме туғыҙынсы көнөндә төш күрһәң, ҡаршылыҡ булыуға дәлил ителер.
    Айҙың утыҙынсы көнөндәге төш яратҡан дуҫыңды күреп шатланыуға булыр. («Төхфәтел-мөлөк»).
    Төштәрҙе аҙнаның ҡайһы көнөндә күреүенә ҡарап та юрай белергә кәрәк. Сөнки аҙна көндәренең һәр ҡайһыһының үҙ хәсиәттәре бар. «Тәғбирнамән-йәнабиғ тәржемәһе»н — дә был хаҡта бындай хәбәрҙәр яҙылған:
    Шәмбе көнөндә нисек тип төш күрһәң, өйөңдә шулар булыр, сөнки был ял көнө, бәндәләр еңеләйеп ял итергә тейештәр.

    Йәкшәмбелә Аллаһы Тәғәлә көндәрҙе бар ҡыла башланы, тиҙәр. Был көндө башланған эштәрҙең аҙағы яҡшыға булыр, төштәр ҙә шул хаҡҡа инер; әммә төшөңдә яуызлыҡ күрһәң, һаҡланырға кәрәк.
    Дүшәмбелә төш күреү хәжәттәрең үтәлеүгә булыр.
    Шишәмбе ҡайғы һәм хәсрәт, ҡан көнө һанала. Был көндө төш күрһәң, ил башы йәки солтан ҡаршыһына бармаҫҡа, һуғышҡа дәлил төш күрһәң, һуғышта ҡатнашмаҫҡа кәңәш ителә.
    Шаршамбы көнөндә ҡайғы төшөн күрһәң, һуңламай, дәлиле бик тиҙ килеп етәр.
    Кесеаҙна төштәр эштәрҙең ауырҙан еңелгә булыуына күренер.
    Йома көнө ярашыу, солох, килешеү көнө һанала, төштәр ҙә яҡшыға юралына («Тәғбирнамән-йәнабиғ тәржемәһе».— Б. 23.).
    Шуныһын да онотмаҫҡа кәрәк, мосолмандарҙа тәүлек кис менән башланып китә.
    Төштәрҙе юрау, уларҙың асылын тикшереү һәм фәнни бер системаға килтереү ғәжәйеп дәрәжәлә ҡатмарлы ғилми эш. Баҡтың иһә, һәр күрелгән төш өң мәғәнәһе ниндәй кеше булыуына ла, айҙың һәм йылдың ниндәй көнөндә күреүенә лә бик ныҡ бәйле икән. Кемдәрҙер — ай, ҡайһыларыбыҙҙың — йыл, күптәребеҙ көн стихияһында лә йәшәйбеҙ шул әле. Быны ла иҫтән сығарырға ярамай.
    Алда күрһәтелгән был хәбәрҙәр боронғолар тарафынан күп тапҡырҙар тәжрибә ҡылып, тормошто аңлау һәм белеп, төшөнөп етеүҙәренә нигеҙләнгән
    Төштәрҙе аңлатыу ғәжәйеп дәрәжәлә тойомды, ғилемде, динде, Ҡөръәнде, хәҙистәрҙе белеүҙе талап итә. Һәр кем төштө дөрөҫ юрай алмай. Төштәрҙең ҡайһы берҙәре шундай булырҙар, уларҙы тәғбир ҡылыуҙа, йәғни юрауҙа һс мохтажлыҡ күрелмәҫ. Миҫал өсөн тип был осраҡта Ибраһим пәйғәмбәрҙең улы Исмәғил ғәләйһис-сәләм Зәбихи күргән төштәрҙе әйтәләр. Ундай төштәрҙе шуға күрә «Зәбихинең төшө» тип кенә билдәләп уҙалар.
    «Тәғбирнамәи-йәнабиғ тәржемәһе» китабында был мәсьәләгә айырым туҡталып үтелгән.
    Икенсе төрлө төштәр ҙә булырҙар, уларын махсус юрарҙар һәм быларҙың тәғбирен (толкование) табыу кәрәк һаналыр. Ундайҙарын «Йософ пәйғәмбәрҙе кеүек» тийәрҙәр («Тәғбирнамәи-йәнабиғ тәржемәһе»).
    Әммә тағын да оноторға ярамай, төштәр бер нисә өлөштән торорға мөмкиндәр, уның беренсе йәки бер өлөшө «зәбихи» булып, ә икенсе «йософи» булыуы мөмкин.
    Шуға күрә беренсе өлөшөн нисек бар шулай ҡабул итергә, икенсеһен юрарға кәрәк. Беренсе өлөшө икенсеһенә инҡар икән, ул ваҡытта төшөң һаташыу тип һанала һәм тәғбир ителмәй.
    Ҡайһы ваҡыт төштәрҙә шулай ҙа була, әйтәйек, һиңә таныш хәл-ваҡиға ҡасандыр йөрөлгән юл булып күренергә мөмкин, йәғни таныш әйберҙәр, хата осраҡтар ҙа. Әммә бында таныш урыныңа йәки әйбергә ниҙер буласаҡ тип юрарға ярамай, нәмәне күреүеңә ҡарап тәғбирләү дөрөҫ булыр. Шулай ҙа теге йәки был кешене күргәндә, ул кешегә нисбәтле юраланыр. «Зәбихи» төштәр шундай булалар, ҡайһы ваҡыт тормошта: «Был хәл йәки ваҡиға минең менән булды бит инде. Мин быға осраным шул»,— тип тә уйлап ҡуяһың. Дөрөҫөн әйткәндә былар элегерәк төшөңә кергән була һәм тормошоңда ҡабатлана.
    Төштәр бер үк төрлө ваҡиғалар менән бер нисә тапҡыр керергә мөмкиндәр.
    Ваҡиғаларҙан шул билдәле (ул «Тәғбирнамәи-йәнабиғ тәржемәһе»ндә иҫкә алынып үтелә), Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙгә бер ҡатын килә һәм төшөндә өйөнөң өрҙөгөн һынғанлығын күреүен әйтә. Уға яуабында пәйғәмбәребеҙ ул ҡатындың ситкә киткән иренең иҫән-һау әйләнеп ҡайтасағы менән юрай, һәм шулай булып сыға ла. Был ҡатының ире ситтән ҡайта, төшө һөйөнөслө була. Бер ни тиклем ваҡыт уҙыуға был ҡатын тағы шул уҡ төшөн күрә. Уны юратыр өсөн Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙгә килә. Әммә Рәсүлуллаһны тапмайынса, төшөн иң тәүҙә Әбү-Бәкер Әс-Сыйддыйҡҡа һөйләй һәм иренең үләсәге тураһында хәбәр ала. Бынан шул аңлашыла: бер үк төш ҡабатланып күренгәндә икенсе төрлө юраланырға ла мөмкин.
Әммә был ҡатын Әбу-Бәкерҙән алған мәғлүмәт биреү менән генә ҡәнәғәтләнмәйенсә, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе эҙләп таба һәм унан да ошо төшөн юрауын үтенә. Шул ваҡыт уға Мөхәммәд пәйғәмбәр: «Төштәрҙе әгәр ҙә элгәре кемгәлер һөйләп, унан тәғбирен ишетһәң, шул дөрөҫкә сыға»,— тип яуап бирә. Бынан тағы ла шундай нәтижәгә киленә: төшөңдө беренсе ишеткән кеше нисек юраһа, шуныһы дөрөҫ булыр, унан һуң бүтәнгә һөйләһәң дә, уның тәғбиренсә булмаҫ.
     Хәбәрҙә һөйләнелгәнсә, ул ҡатының төшө Әбү-Бәкерҙнең юрағанынса килеп сыға, ире үлә.
Төштәрҙе юрау китаптарында төштәреңде шуның өсөн теләһә кемгә һөйләмәҫкә тәҡдим итәләр. «Ҡасан төш күрһәң,— тиелә «Тәғбирнамәи-йәнабиғ тәржемәһе»ндә,— ғалимдәргә ҡыйсса ҡыл, йә бер аҡыл эйәһенә һөйлә, ҡатындарға һәм дошмандарға һәм наҙандарға әйтмәгеҙ». Сөнки төшөңдө, әле генә әйтеп уҙылғанса, дошмандарса «хата» юрарға мөмкин — дәр һәм, Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙҙең хәҙисендәгесә, төшөңдә әүәл дошманың нисек насарға тәғбир ҡылһа, шулай яманға сығасаҡ, хатта дөрөҫө яхшы булырға тейеш күрелһә лә. Шуға күрә төшөңдө кемдән юрауыңды белеп эш итеүең хәйерле. Тағы ла оноторға ярамай, әгәр ҙә яҡшылыҡҡа күрелгән төшөңдө йәшерен дошманың тыңлап торһа, бәләләре ҙурыраҡ була. Был хаҡта Йософ пәйғәмбәрҙең төшөң йәшерен тыңлаған Яҡуптын үгәй ҡыҙы уның ағаларына еткереп, Йософ пәйғәмбәргә ҙур бәләләр килтерә.
     Төш юраусылар көнсөллөк һәм дошманлыҡ хистәренән азат булырға тейештәр. Бигерәк тә сер һаҡлауҙы имандары дәрәжәһендә күреүҙәре талап ителә.
     Төштәрҙе юраусылар, «Тәғбирнамәи-йәнабиғ тәржемәһендә айырым күрһәтелгәнсә, дөрөҫөн әйткәндә унике сифаттың эйәһе булырға тейештәр:
     Беренсенән, күргән төшөн һөйләүселәрҙе төш юраусылар иң тәүҙә тынысландырһындар, төшөн изгелеккә юрарға тырышһындар һәм яуызлыҡтан һаҡланырға өндәһендәр. Ҡөръән аяттарынан күренгәнсә һәм хәҙистәрҙән билдәле булғанса, әгәр ҙә бер-бер кешегә төшөндә алда көтөлгән яманлыҡтан хәбәр бирелгән икән, ул кеше саҙаҡа-хәйерҙәр өләшеп, Аллаһы Тәғәләгә һыйынһын. Аллаһы Тәғәлә үҙенең бәндәләрен ситкә ҡуймаҫ һәм ташламаҫ, намаҙ һәм доғаларын ҡабул итер, тәүбәләрен ишетер тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.
    Икенсенән, төш юраусы кешенең ғәмәле изге булһын. Әгәр ҙә насар эштәре менән мәшғүл әҙәм икән, ялған һәм миһырбанһыҙлыҡтан уҙмаған иһә, уның күңелендә ниндәй изге эш торһон да, хәҡиҡәттең асылын ҡайҙан белһен ти?
    Өсөнсөнән, төш юраусылар дини булһындар. Динһеҙ һәм иманһыҙ кешелә серҙәр тормаҫ, улар бар нимәгә көлөп һәм түбәнһетеп кенә ҡарарҙар. Рухтары дөрөҫөн әйткәндә үле йәки йоҡлаусылыр.
    Дүртенсенән, төш юраусылар әҙәпле булһындар. Әхлаҡһыҙ кешенең аҡылы тәрбиәһеҙ һәм сикләнгәнлек сире менән ауырыр. Әҙәпле кеше ҡаты бәрелмәҫ, һаҡ күңелеңде ауыр һүҙ менән кинәт бәреп ватмаҫ.
     Бишенсенән, төш юраусылар кеше һүҙенә ғәжәйеп тә иғтибарлы булһындар, ғәйбәттән телдәрен һаҡлаһындар, берәүҙең серен икенсегә һөйләмәһендәр, сер һандыҡтарын даими йоҙаҡта тотһындар.
     Алтынсынан, төш юраусылар һис бер ваҡытта маҡтанмаһындар, кеше алдында: «Мин фәлән-фәлән кешенең төшөн дөрөҫ итеп юраған инем, ҡара әле»,— тип танауҙарын сөйгәндәр дөрөҫөн әйткәндә тәғбирҙәрҙән булмаҫтар.
    Етенсенән, төш юраусылар һорауҙы төшөнөп етеүселәрҙән, һүҙҙе яҡшы аңлаусыларҙан булһындар. Сөнки төштөң асылы кешенең өмөтөнән ситтә түгелдер.
    Һигеҙенсенән, төш юраусылар яуап таба алыусы булһындар, улар бының өсөн: ғилемле, Ҡөръән һәм хәҙистәрҙе белеүсе, кәрәгендә китаптарҙан һүҙ дәлилен төшөндөрөрлөк дәрәжәлә аҡыллы кешенән һаналһындар.
    Туғыҙынсынан, төш юраусылар кешенең төштө һөйләүен тыныс һәм сабыр ғына тыңлаһындар, күңелдәрен даими тыныслыҡта тотһондар, яуапты ярты һүҙҙән үк белеп алһалар ҙа һүҙгә керешергә ашыҡмаһындар. Сабырлыҡ иң ҙур һәм аҡыллы кәңәшсе һәм фекерҙәштәрҙән ул. Яуабында ла һалмаҡлыҡ һәм аҡрынлыҡ менән эш итһендәр.
    Унынсыһы, төш юраусылар фәтле — киң күңелле һәм йомшаҡлыҡ эйәһе булһындар. Күңел тарлығы ул үҙе мохтажлыҡ, наҙанлыҡ һәм бәндәләргә дошманлыҡтыр.
    Унберенсеһе, төш юраусылар, ниндәй булһа ла хәжәттәр күренеүгә ҡарамаҫтан, ҡояш сыҡҡан ваҡытта, көндөң төш тураһында һәм ҡояш батҡанда төштәрҙе аңлатма ҡылмаһындар. Шул ваҡыттарҙа намаҙ һәм доғалар ҙа үтәлмәҫ, сөнки былар донъялыҡтың хәйерһеҙ миҙгелдәре һаналалар.
    Уникенсе, төш юраусылар үҙҙәренең серҙәрҙе белеүҙә көстәре сикһеҙ булыуға батырсылыҡ итмәһендәр, сөнки бар нәмәләрҙе асылда тик Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белер.
    «Һәр бер кешенең төшө мәртәбәһенә күрә булыр»,— тиелә «Тәғбирнамәи-йәнабиғ тәржемәһе» китабында.
    Яман, уҫал, ҡаты күңелле кешенең төшө үҙенә генә хас сифатта керер; яҡшы, киң күңелле, күндәм бәндәгә иһә шулай уҡ мәртәбәһенә ярашлы рәүештә күрелер. Йәғни, яҡшы кеше төшөндә бығау күрһә, мәҫәлән, бығауланыу тәғбирҙә насарға булһа ла, мәртәбәһенә күрә был заттың төшө яҡшыға юраланыр; сөнки бығау ул миһырбан эйәһен һәр төрлө насарлыҡтарҙан тыяр, һаҡлап ҡалыр. Әммә ямандар өсөн бындай төш, уларҙың ғәмәлдәре насарлыҡта булыу сәбәпле, яманлыҡ эсендә ҡалыуға булыр.
    Шулай итеп, төштәрҙе юрағанда ул кешенең нимәгә, ниндәй хөкөмгә лайыҡ булыуын иҫәбенә алып эш итеү тейешле.
    Төштәр ул — серҙәр донъяһы, әммә әһәмиәттәре шунда: улар киләсәкте һәм үткәнде бер юлы үҙенсәлектә көҙгөләгеләй сағылдыралар. Наҙанлыҡ һәм монафиҡлыҡ эсендә булыусыларҙың төштәре лә шул тартынҡыларҙан уҙа алмай. Төштәрҙе мөьмин дә, кафыр ҙа күрер. Әммә юрамалары ғына төрлөсә булыр.
    «Тәғбирнамәи-йәнабиғ тәржемәһе» китабында төштәр көндәрҙең иң оҙонайған һәм дә иң ҡыҫҡарған ваҡыттарында дөрөҫ була, тиелә, сөнки «был ике ваҡыттарҙа кем, замандар яҡын, йәғни сәғәттәр мусави (яҡынайған, ҡыҫҡарған) булыр...».
    Әбул-Һашимдан риүәйәт итеп, төштәрҙең сәхәр ваҡытында йоҡлағанда ла дөрөҫ булыуын һөйләйҙәр. «Төштәрҙең раҫлығы көндөҙгө төштәрҙер. Уның өсөн, Аллаһы Тәғәлә пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең (йәғни, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе) вәхи берҙән көндөҙҙәре хаслады». Имам Джәғфәр Садыйҡтан Ғәлинең улдары, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйендең күргән төштәре риүәйәт итеп һөйләнелә.
    Улар көндөҙгө (төшкө) сәғәттә йоҡлағанда бындай төш күрәләр: Мөхәммәд пәйғәмбәр уларға өндәшеп әйтә, и балаларым, сәфәргә ашығығыҙ, ти. Ул ваҡытта Әхирәткә күсенгән булғанлыҡтан олаталары Мөхәммәд пәйғәмбәр уларҙы әлбиттә үҙ янына саҡыра, йәғни үлем сәғәттәренең яҡын килгәнлеген белдерә. Хәсән менән Хөсәйен иһә, и бабабыҙ, әлегә донъяға ҡайтырға теләгебеҙ юҡ, тип белдерәләр. Әммә Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙ уларға сәғәттең тамам ирешмәүен әйтә. Ошо төшөнән һуң Хөсәйен шәһит була.
    Төш юраусыларын алынған хәбәрҙәргә таянып, «Тәғбирнамәи-йәнабиғи тәржемәһе» китабында төштәрҙең ниндәй ваҡыттарҙа күрелеүенә ҡарап, ҡасан асылы билгеле буласағы, ҡаршыға ваҡиға сифатында киләсәге хаҡында ошолай белдерелә:
    Әгәр ҙә бер кеше кистең әүүәленә төш күрһә, ул ун көндән йәки бер айҙан һуң ғына беленәсәк хәлдәрҙән икән.
    Кистең аҙағында күрелгән төш бер йылға тиклем кисерелеп ваҡиға буласаҡ.
    Әгәр ҙә төшкө ашты ашап, йәстү йәки ахшамдан серем итеп алғанда төш күрһәң, ул төш дөрөҫ булмай һәм тәғбир ителмәй икән.
    Әммә йәстүлә ашамаған килеш йоҡлағанда төш күрһәң, уның ваҡиға булып килеүе биш йылға тиклем ҡәҙәр, тиелә.
    Кистең һуңғы ваҡытының бер миҙгелендәге төш бер йылға ҡәҙәр дөрөҫләнәсәк.
    Кистең иң һуңғы миҙгелендәге төш бер айҙа беленер.
    Таң атҡанда күргән төшөң бер йоманан бер айға тиклем дөрөҫ булыр.
    Таңда ҡояш сығыр алдынан төш күрһәң, көн эсендә йәки йомаға тиклем беленер.
    Ҡояш тыуғандан һуң күрелгән төш һул яҡҡа йәки салҡан ятҡан хәлдә булһа, дөрөҫтөр.
    Йөҙ түбән ятҡан хәлдә күрелгән төш батил тип иҫәпләнелә.
    Насар төш күрһәң, саҙаҡа биреп, тәүбә итергә кәрәк. Яҡшы төш күреүсе иһә, «Аятүл-Көрси»не уҡып, был доғаны ҡылыу дөрөҫ: «Аллаһы Тәғәлә, күргән төшөмдө миңә мөбәрәк әйлә, әгәр ҙә яҡшы булмаһа, бәләһен минән ал, рәхмәтең хаҡы өсөн, йә Рабби!» Шунан ҡулдары менән битен һөртөп ҡуйыр.
    Ошо рәүешле ятҡас төш күрһәң, бары тик яҡшыға ғына юраланыр, насарҙы күрмәҫ.
   Кеше әгәр насар төш күрһә, был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәһен, тәһәрәт алып, ике рәҡәғәт намаҙ уҡыһын.
   Ошо өҫтә яҙылғандарҙан сығып, төш юрауҙа динебеҙ шундай ныҡ талаптар ҡуя икән, шуға таянып беҙ гәзитәге йәки интернеттәге теләһә ниндәй сонниктәргә ҡарап шулай-былай булыр икән тип йөрөүөбөҙ ахмаҡлыҡ булыр. Иблис ярҙамсыһы булған күрәҙәселәргә лә барыу һеҙҙе йәһәннәм утына дусар итә. Ауыр хәлдә булһағыҙҙа Аллаһ хаҡына сыҙағыҙ, әжере йәннәт булыр. Һәр ауырлыҡтан һуң еңелек килә шөкөр итегеҙ.

                                                                                                 «Төшлөк, төштәрҙе юрау» китабынан ҡыҫҡаса

    Төштәр, төштәр һәм мәрхүмдәр хаҡында ошо биттә: https://nazir1965.com/din/t%D3%A9sht%D3%99r-t%D3%A9sht%D3%99r-%D2%BB%D3%99m-m%D3%99rx%D2%AFmd%D3%99r.html#more-6185