Архив рубрики: яңылыҡтар

Граждандар һуғышы, аслыҡ йылдары

                                                      Граждандар һуғышы, аслыҡ йылдары

     Граждандар һуғышы, аслыҡ йылдары хаҡында хәтирәләр
     Революция, граждандар һуғышы, колхозлашыу йылдары халҡыбыҙ тарихында ҙур боролош, үҙгәреш заманы булараҡ урын алған. Был осор тарихсылар тарафынан бер ни тиклем өйрәнелһә лә, фольклорсылар тарафынан ентекле тикшерелгән тип әйтеп булмай.
     Аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышы ваҡытындағы вәхшилектәр һәм аслыҡ йылдарында милләтебеҙҙең күпләп ҡырылыуы, репрессия заманындағы ҡот осҡос хәлдәр барыһы ла тарихи риүәйәттәрҙә, хәтирәләрҙә сағыла. Билдәле булыуынса, 1918 —1939 болғанышлы йылдарҙа аҡтар һәм ҡыҙылдар яғында һуғышҡандарҙы — коммунистарҙы, кулактарҙы, дин әһелдәрен үлтереүҙәр, ҡулға алыуҙар, ғәйепләүҙәр көслө була. Һәр ауылда мәсеттәрҙе емергәндәр (ҡайһыһында хатта бер нисә мәсет тә булған). Былар барыһы ла милләтебеҙ тарихында уңалмаҫ яра булып ҡалған. Ошо осор мәхшәрҙәре хаҡында әбей-бабайҙар үҙҙәре күргәндәрен, ә йәшерәктәр ата-әсәләренән ишеткәндәрен әле лә иңрәп һөйләй.
Совет дәүләте осоронда, билдәле сәбәптәр буйынса, фольклорсылар был темаға ҡағылышлы материалдарҙы йыймаған. Шуға ла Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге архивында граждандар һуғышы, колхозлашыу, репрессия ҡорбандарына бәйле сығанаҡтар юҡ кимәлендә. Һуңғы ун йылда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан фольклор экспедициялары яңынан тергеҙелде һәм халыҡ ижадын туплау әүҙемләштерелде. Ауылдарҙа йөрөгәндә халҡыбыҙҙың үткәне хаҡында һорашып, ҡағыҙға теркәйбеҙ. Был риүәйәттәрҙә тарихи ысынбарлыҡ сағыла.
     Журнал уҡыусыларға беҙҙең тарафтан 1998 — 2011 йылдарҙа Башҡортостан һәм күрше өлкәләрҙең башҡорт ауылдарында яҙылып алынған риүәйәттәрҙе тәҡдим итәбеҙ.
                                                                                                                   Фәнирә ҒАЙСИНА Читать далее →

Олуғ зат нәҫеле

                                                                     Олуғ зат нәҫеле

                                     Олуғ зат нәҫеле беҙ шулай ти Зәйнулла ишан бүләсәре Сәүҙә инәй
     Ғәзиз еребеҙҙе әүлиәләр рухы төрлө афәттәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап, ҡурсалап тора, тигәнде ишеткәнем бар. Күрәһең, күп йылдар элек аяуһыҙ эҙәрлекләүҙәргә дусар булған халҡыбыҙҙың аҫыл улдарының изге рухтары әле булһа ерҙәге үҙ тәғәйенләнешенә тоғро ҡала торғандыр. Шуға ла бөтә мосолман илдәрендә бөгөн дә оло ихтирам менән телгә алынған башҡорт шәйехе Ҡотоп Заман Зәйнулла Рәсүлевтың исеме үҙ илен, ерен, халҡын һөйгән һәр башҡорт күңелендә милләтебеҙҙең рухи етәксеһе булараҡ күҙалланыуы һис тә ғәжәйеп түгел. Заманында әллә күпме һөргөндәр үткән, төрмәләргә бикләнгән алдынғы ҡарашлы дин әһеленең яҙмышындағы фажиғәле биттәр тураһында күп уйланғаным булды. Шундай шәхестәрҙең шәжәрә тармаҡтарын тергеҙһәң ине. Кемдәр улар бөйөк әүлиәнең ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре? Ниндәй икән уларҙың яҙмышы? Билдәле ишандың ҡөҙрәт-һәләттәре уларҙа ла сағылыш тапҡанмы? Белорет районының Шығай ауылында йәшәүсе 80 йәшлек Сәүҙә ЭНИЕВА (Иҡсанова) инәй менән осрашыуымдың маҡсаты ошо һорауҙарға яуап табыу ине. Уның һөйләгәндәрен «Киске Өфө»нөң хәтер китабына теркәп ҡуяйыҡ. Читать далее →

Һүҙ ыңғай әйтелгәндәр

                                             Һүҙ ыңғай әйтелгәндәр (Гүзәл СИТДИКОВА, яҙыусы)

    Тормош был... Көсөңдән килгәнсә уны яҡшыртыр өсөн эшлә, әжере — Алланан. Эшем емешһеҙ булды тимә, бер емеш — иртә, береһе һуң өлгөрә. Ҡайһылыр татлы емеште мәңгелек донъяла ҡулыңа алырһың.
* * *
    Милләтте эше күтәрә, ә башҡортмон тип күкрәк ҡағып йөрөү түгел.
Башҡалар һоҡланырлыҡ эштәр эшләй икән — бына Ирек Зарипов кеүек, уның әсәһе кеүек — ул шым ғына башҡорт тип әйтһә лә, йыраҡ ишетелә.
Читать далее →

Тал

ива
                                               Тал

     Тал (русса: ива, верба, латинса: Salix L.) — эре ағас. Бейеклеге 10-12 м-ға етә. Апрель — май айҙарында сәскә ата, май — июндә орлоғо өлгөрә. Талдың төрҙәре байтаҡ: аҡ тал, өйәңке (йәки мурт тал) һ. б. Тал йылға буйҙарында, дымлы тупраҡлы урмандарҙа үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек.
     Дауалау өсөн уның ҡайыры ҡулланыла. Уның составында салицилин исемле гликозид, катехиндар, ҡамаштырыу (дубильные) матдәләре һ.б. биологик актив матдәләр бар. Тал ҡайыры ағастың олоно һәм эре ботаҡтарынан апрель, май, июнь айҙарында һыҙырыла һәм ҡоро, елләтелеп торған урында киптерелә. Ғәҙәттәгесә һаҡлана. 4 йылға тиклем үҙ шифаһын юғалтмай.
     Тал ҡайырынан әҙерләнгән ҡайнатманы ревматизм, подагра сирҙәренән, берәй эске ағзанан (ашҡаҙандан, аналыҡтан һ.б.) ҡан килгәндә, биҙгәк тотҡанда эсергә кәңәш ителә. Ҡайнатманы әҙерләү: 2 аш ҡалағы киптереп ваҡланған тал ҡайырын 1 стакан һыуға һалып, 10-15 минут ҡайнатып алырға кәрәк. Дауаны көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә.
     Ауыҙ эсе боҙолғанда, теш ите шешеп ҡанағанда ауыҙҙы был ҡайнатма менән сайҡау файҙалы. Экзема кеүек тире ауырыуы булғанда ошо ҡайнатманы ҡушып ванна яһарға мөмкин.
                                                               «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре», Варис Ғүмәров

Мәҙһәбһеҙҙәргә

                                                            Мәҙһәбһеҙҙәргә

   Мәҙһәбһеҙҙәргә, баштарында исмаһам саҡ ҡына фекер йөрөтә белмәгәндәргә: ҡарышмай ғына уйларға, фекер йөрөтөргә, ғилемдәрҙе анализларға өйрәнегеҙ. Һарыҡтар һымаҡ баш һуҡҡан яҡҡа китмәгеҙ, күҙҙәрегеҙ тоноп ҡайҙа барғанығыҙҙы белмәйһегеҙ. Ибн Таймия, Абдуль Ваһһаб, Ибн Абдулализ Баз, Альбани һымаҡ ваххабтарҙың юлына төшмәгеҙ. Ошо өс-дүрт кешенең бөйөк дин ғалимдарына ҡаршы сығып юлдан яҙыуы йәштәрҙе лә упҡынға тарта. Тәҡҡәберләнмәгеҙ, интернет селтәрҙә хатта кешенең тәҡҡәбер икәне фотоларында ла сағыла. Зәйнулла ишан был хаҡта нимә яҙғаның ошонда уҡығыҙ: //www.dumrb.ru/?part_id=389,398,422 //www.dumrb.ru/?part_id=389,398,422

   Билгеләгән cиктәр бар, үҙегеҙҙе ғалимдар дәрәжәһенә күтәреп, бәхәскә инергә тораһығыҙмы? Мин һеҙҙең һымаҡ «ғалим» түгел шул. Ошонда ҡарағыҙ: //nazir1965.com/page/4

Аллаһы Тәгалә билгеләгән чикләр. Илдус Хәзрәт Фәиз. Ислам. Әхмәтхәди Максуди «Гыйбәдәт исламия» китабыннан дәресләр

хәҙрәт Ильдус Ахметович Файзов,  2011—2013 йылдарҙа Татарстан республикаһы муфтийе

биҙғәт табыусыларға!

                                        Һәр бер тишектән биҙғәт табыусыларға!

   Бөгөнгө көндө әлбиттә сөннәт тип әйтеп тә, үҙҙәре Ҡөръәндең аятың йолҡоп алып, тегенән-бынан хәҙистәрҙе йолҡоп алып, бына мин дә бит ошондай рәүештә Әбү Хәнифә күрмәгән икән был хәҙисте. Әбү Хәнифә, йәки Шәфиғи хәҙрәттәре, йәки Хәнбәл хәҙрәттәре бына был аятты күрмәгән икән, бына мин таптым тип әйтеүселәр бар. Ғәфү итегеҙ ундай кешеләр әйтә торған булһа, Әбү Хәнифә кеүек алты йәштә Ҡөръән ятлаһаң, йәки имам Шәфиғи кеүек ун йәштә Ҡөръән ятлаһаң, шул заманда ҡайнап үҫһәң, сәхәбәләрен күреп тә, Әнәс ибн Мәлик тигән сәхәбәнәндә, Джафағар Саддиҡ тигән пәйғәмбәребеҙҙең оноғынан дәрестәр алып та, шундай рәүештә әгәр ҙә ғилем алып ун ике йәшендә инде өйрәтә башлап ошо ғилемде, ун һигеҙ-егерме йәшендә үҙенең уҡытыусыһы Хаммат тигән, оло ғалим, шуның урынына ҡалып та, шуның ҡәҙәре йыйып йәшәгән булһаң бик хуш бит әле... видеонан тыңлағыҙ. хәҙрәт Ильдус Ахметович Файзов,  2011—2013 йылдарҙа Татарстан республикаһы муфтийе

Әүлиә ҡәберҙәренә зыярат

                                                          Әүлиә ҡәберҙәренә зыярат

                           Мосолман ­башҡорттарҙың әүлиә ҡәберҙәрен зыярат ҡылыу йолаһы
   Башҡортостандың Әүеш ауылы янындағы Әүеш тауында бик боронғо ҡәбер бар. Халыҡ хәтере буйынса, бында изге әүлиә ерләнгән һәм 1904 йылда Зәйнулла Рәсүлев ишан ҡушыуы менән ул ҡәбергә таш ҡуйылған. Мосолман башҡорттарҙың әүлиә ҡәберенә зыярат ҡылыу йолаһы тураһын да башҡорттар тормошон революцияға тиклем үк өйрәнеүсе Р. Игнатьев үҙ яҙмаларында аныҡ мәғлүмәт ҡалдырған.
   Ғәрәп хәрефтәре менән уйылған ҡәбер ташындағы яҙманан Берке хан ваҡытында, хижрә буйынса 651 йылда, Әүеш тауында Мөхәмәт Рамаҙан әүлиә үҙенең һуңғы төйәген тапҡанлығын беләбеҙ.

   Ҡәбер янында тигән мәҡәлә ошо биттә: //nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99ber-yanynda.html#more-5560 Читать далее →

Бала сағым

                                                                   Бала сағым

                                         Бала сағым, (яҙмышнәмә), Әҙһәм Исҡужин 
     Атайым, башҡа ауыл кешеләре кеүек үк, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Уның “суфый”, “мөйәтсе” тигән ҡушаматтары ҡалды. Бер йәй мөйәт үреп ултыра ине, янына барып: “Атай, шәкәр бир әле”,— тигәйнем, бер үҙ ҙә өндәшмәне. Шул һорауым өсөн артабан ныҡ үкендем, сөнки атайым больницала ятҡанда, шәфҡәт туташы килеп, мине алып китте. Атайымдың карауаты янындағы тумбочкала ике телем икмәк, дүрт — биш шаҡмаҡ шәкәр ята ине. Атайым ым менән шуларҙы алырға ҡушты. Шәфҡәт туташы миңә шәкәрҙәрҙе алып бирҙе лә: “Бар ҡайт, йәме”,— тип ишектән сығарып ебәрҙе.
     Мин ҡайтып еткәнсе, атайым үлеп тә ҡуйған. Март ҡарын кисеп барып, атайҙы ерләнеләр. Нисек шунда барып, ҡәберен ҡосаҡлап илап йоҡлап киткәнмендер, иҫемдә юҡ. Иштуған ағай алып ҡайтты. Иртәгәһенә Ғәбдрәшит ағайыбыҙ мине үҙе эшләгән магазинға килтерҙе. Унда ағай -апайҙар пластинкалар уйнатып, моңлана-дәртләнә ине. Һуңыраҡ мин был көйҙәрҙең “Урал”, “Буранбай”, “Сәлимәкәй”, “Зөлхизә”, “Ерән ҡашҡа” икәнен белдем. Читать далее →

солянка                           Өфөсә солянка
   1 өлөш өсөн кәрәк: 25 г бешкән һыйыр, һарыҡ йәки йылҡы ите. 25 г бешкән ҡош (ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ йәки күркә) ите. 25 г бешкән тел, 60 г картуф, 50 г тоҙло ҡыяр, 40 г башлы һуған, 10 г май, 350 г тоҙло ит һурпаһы, кәрәгенсә тәмләткестәр, тәмләткес үләндәр, ҡорот.

                              Әҙерләү:
   Ҡайнап торған һурпаға оҙонсалап туралған картуф һалырға.10 минут бешерергә Унан һуң ҡабығы әрселгән, орлоҡтарынан таҙартылған һәм турап, бер аҙ ғына бешереп алынған тоҙло ҡыярҙы, еңелсә ҡыҙҙырылған башлы һуғанды, тоҙ, тәмләткестәр,
һаламлап туралған бешкән ит ризыҡтарын өҫтәргә һәм тағы бер аҙ ҡайнатырға.
   Солянка әҙер булғас, уны 10 — 15 минутҡа ултыртып
ҡуйырға. Табынға биргәндә ваҡлап туралған тәмләткес үләндәр һәм ҡорот һалырға. Әскелт тәм биреү өсөн һурпаға бешеп сығыр алдынан ҡайнатылған һәм һөҙөлгән тоҙло ҡыяр һыуы өҫтәйҙәр. Солянканы, башҡа ит ризыҡтарын 75 грамға
тиклем арттырып, телһеҙ ҙә әҙерләп була
                                                                     И. Арыҫланованың «Заманса башҡорт кухняһы» китабын
                                                                                                 Флорида ИҪӘНБАЕВА әҙерләне.

Мөжәүир хәҙрәт хикмәттәре

мечеть Мужавир хазрата

      Мөжәүир хәҙрәт хикмәттәре

   Баймаҡ районы Кәрешкә ауылында тыуған, шунда ғумер кисергән 1920 йылғы Йәнтилина Һәҙиә Әйүп ҡыҙы Мөжәүир хәҙрәт тураһында бик күп ҡыҙыҡлы хәтирәләр белә, тигәйнеләр. Әммә беҙгә ҡапылда осрашыу насип булманы. Бер йыл тигәндә был изге күңелле инәйҙе үҙем эҙләп таптым.
   Башта миңә Һәҙиә инәйҙең ҡыҙы Тәнзиләнең Манһыр әүлиәһе Мөжәүир хәҙрәткә арналған шиғыры осраны. Шиғыр авторы йөрәк түрендә әсәһе Һәҙиә, атаһы Фәйзулла һөйләгәндәрҙе рухи хазина итеп һаҡлай. Көн дә тиерлек ишетеп, белеп йөрөгәнгә уның күңелендә тыуған яғының бөйөк әүлиәһе Мөжәүир хәҙрәткә ҡарата оло һөйөү һәм ихтирам йәшәй. Был ихлас, саф тойғо Тәнзилә күңеленән урғылып сығып, түбәндәге шиғри юлдарҙа сағылыш таба.
Читать далее →