Ҡәбер янында...

                                                   Ҡәбер янында... күңел асма, доға ҡыл
     Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ әүлиәләр иле булғаны күптәргә билдәле. Динһеҙлек заманында бындай кешеләр тураһында һөйләргә лә, иҫкә алырға ла һәм улар тураһында яҙырға ла ярамаған. Шул сәбәпле, әүлиәләр, изге кешеләр тураһында мәғлүмәттәр йылдан-йыл кәмегән. Тап шуға ла беҙҙең дәүер кешеләренең рухи ғилеме аҙ, күптәребеҙ әүлиәләр тураһында бөтөнләй белмәй. Бары тик һуңғы йылдарҙа ғына әүлиәләр тарихы менән ҡыҙыҡһынып, уларҙың рухына зыярат ҡыла башланылар.

     Учалы, Ҡыйғың Мәсетле, Баймаҡ, Хәйбулла һәм башҡа район төбәктәрендә бик күп әүлиәләр йәшәгәне билдәле. Мәҫәлән, Ҡыйғы районының Арыҫлан, Абдразаҡ, Сирбай ауылдарында Ҡара Сурый әүлиә йәшәгәне оло быуын кешеләре хәтерендә һаҡлана. Уларҙың һөйләгәненән шуныһы иҫтә ҡалған: «Ҡара Сурый әүлиә үлде, ҡәбере ҡаҙылды», — тип, бер кеше Абдразаҡ ауылы халҡына килеп әйтә лә, үҙе шунда уҡ юҡ була (Быны, ысынында иһә, кеше түгел, ә фәрештә килеп, халыҡты иҫкәртеп киткәндер, тип фаразларға кәрәктер). Кешеләр барһа, ысынлап та, әүлиә үлгән, эргәһендә ҡәбере ҡаҙылған була. Ҡара Сурый әүлиә ошо ҡәбергә ерләнгән һәм бөгөнгө көнгә тиклем Абдразаҡ ауылы эргәһендә, йылға янындағы ҡалҡыулыҡта таш менән уратып алынған ҡәбере һәйбәт һаҡланып ҡалған, тик уның өҫтөнә үҫкән ағастар ғына ҡартайған.
     Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылында Исрафил әүлиәнең ҡәбере бар. Әүлиә үҙе иҫән сағында уны күреп, үҙебеҙҙең өйөбөҙгә ҡунаҡҡа алып ҡайтҡанымды яҡшы хәтерләйем. Уның Башҡортостандағы үҙе күргән, белгән башҡа әүлиәләр тураһында һөйләгәне лә һаман иҫтә һаҡлана. Шулай уҡ Учалы районы Шәрип ауылышда тыуған әүлиә Зәйнулла ишандың Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһында, Ғатаулла әүлиәнең Хәйбулла районы Вәлит ауылышда, әүлиәләр Абдулла һәм Әнүәр ишандың Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында ерләнеүен беләбеҙ. Тағы ла Сибай менән Баймаҡ ҡалалары араһында Манһыр ауылы булған. Бөгөн унда бары тик өс кенә өй ҡалған. Беҙҙең заман кешеһе булған Мөжәүир хәҙрәт ғүмер буйы Манһыр ауылында йәшәп, 91 йәшенә етеп, 1967 йылда ошо ауыл зыяратында ерләнгән.
     Әйткәндәй, үҙенең баһалап бөткөһөҙ ижади хеҙмәте аша Мөжәүир хәҙрәт тураһындағы иҫтәлектәрҙе халыҡҡа ҡайтарғаны өсөн Лира Яҡшыбаеваға барлыҡ дини ҡәрҙәштәребеҙ исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Башҡа яҙыусылар, журналистар ҙа әүлиәләр, изге кешеләр тураһында яҙып, уларҙың бөйөклөгөн, данын, дәрәжәһен халыҡҡа еткерһә, ҡалай сауаплы ижади ғәмәл башҡарыр инеләр.
     Әүлиәләр ҡәберенә зыярат ҡылыу әҙәбе, йәғни шарттары тураһында ла яҙып үтәйем әле: тәһәрәтле бул; зыяратҡа ингәс тә ҡәбер эйәләренә сәләм бир; әүлиә ҡәберенә еткәнсе зекер әйтеп бар; әүлиә ҡәберенә еткәс, сәләм бир: «Әссәләмәғәләйкүм тәхиййәтән миннәиләйкүм»; ҡәбер янында әүлиәнең аяғы яғында баҫып торорға һәм шул килеш берәр тапҡыр «Фатиха», «Ихлас» сүрәләрен уҡырға («Ихлас» сүрәһен ете ҡабат уҡырға ла мөмкин), унан һуң ултырып, тағы ла Ҡөрьәндән иң кәмендә ун аят уҡырға; Ҡөрьән сүрәләрен һәр кем үҙе уҡый, ҡысҡырып уҡымаҫҡа ла мөмкин; сүрәләрҙе уҡығас, һәр кем әүлиә рухы өсөн, үҙе, ғаиләһе, мосолмандар (тереләр һәм әхирәткә күскәндәре) өсөн доға ҡыла; әүлиәнең ҡәберенә килгән кеше әүлиәнән йәки ҡәберҙән был донъя өсөн дә, әхирәт өсөн дә бер нәмә лә өмөт итергә тейеш түгел. Әүлиәнең ҡәберенә Аллаһы Тәғәләнең ризалығын алыу өсөн генә килергә кәрәк: әүлиәнең ҡәберенә килеүҙең кеше өсөн ҙур сауабы бар, был кешегә ыңғай тәьҫир итә (ыңғай энергия бирә); ҡәбер янында Аллаһы Тәғәләнән үҙеңдең гонаһтарыңды ярлыҡауҙы һорарға һәм йөҙ тапҡыр «Әстәғафируллаһ», тип әйтергә мөмкин; ҡәбер янында үҙеңде ғилемле, белемле һәм аҡыллы кеше, тип иҫәпләмә; үҙеңдең ниндәйҙер өҫтөнлөктәрең бар, тип асыҡлама; тере әүлиәләрҙе һәм әхирәткә күскән әүлиәләрҙе бер тигеҙ итеп хөрмәтлә, береһен икенсеһенән кәмһетеп ҡарама; ерләнгән әүлиәнең мөмкин тиклем күберәк яҡшы яҡтарын иҫкә алыу кәрәк; әүлиәнең ҡәберенә зыярат ҡылыу ниәте менән юлда барғанда һәм ҡайтҡанда осраған ҡыйынлыҡтарҙы Аллаһы Тәғәләнең бүләге итеп ҡабул ит; әүлиә ҡәберенә зыярат ҡылыу аҙағында, ҡәбер янынан китер алдынан, аяҡ өҫтө баҫып «Фатиха» һәм «Ихлас» сүрәләрен уҡыйҙар һәм хәйерле доға ҡылалар.
     Тыйыла: иҫтәлек өсөн ҡәбер янында фотоға төшөрөргә ярамай, ләкин ҡәберҙе генә фотоға төшөрөргә мөмкин; әүлиәнең ҡәберенә һуҡмаҡ буйлап барғанда башҡа ҡәберҙәрҙе тапауҙан һаҡланырға кәрәк; ҡәбер янында байрам итеү, күңел асыу тәртиптәре булырға тейеш түгел; ҡәберҙәргә аҙнаның теләһә ҡайһы көнөндә лә зыярат ҡылыу мөмкин, ләкин йома көндө зыярат ҡылыу бигерәк тә яҡшы ғәмәл һанала, сауабы күберәк була.
                                                                                             Исмәғил хәҙрәт ХӘКИМ. Учалы ҡалаһы.
                                                                                                          «Киске Өфө», 2009 йыл, №36

     Әүлиә ҡәберҙәренә зыярат, ошо биттә: //nazir1965.com/bez-rubriki/%D3%99%D2%AFli%D3%99-%D2%A1%D3%99ber%D2%99%D3%99ren%D3%99-zyyarat.html#more-5518

     Ошо яҙылғандарға өҫтәп: Әүлиә ҡәберҙәренә барғас, уларҙың ҡәберҙәрең урап әйләнмәгеҙ, бындай йола юҡ, ә һаҡаллы малайҙарға һеҙгә бәйләнергә бер сәбәп булыр. Ярҙам-хәлде ҡәбер әһленән түгел, тик Аллаһынан һорағыҙ, зыярат тупрағын алмағыҙ, ҡәбер янында ҡорбан салмағыҙ. Минең бер таныш Мөжәүир хәҙрәт ҡәберенә яҡын йәшәһәлә, ҡорбан салыу ниәте менән һарыҡ тейәп шунда юлана. Барып, етеп, һарығын сығарам тиһә, уныһы йән биргән була. Ҡорбандың маҡсаты: салып фәҡир-ярлыға өләшеү, күрше-тирәңде саҡырып аят уҡытып мәжлес үткәреү һәм ғаиләңде туҡландырыу.

    Ниәтегеҙ изге булһын: динебеҙҙе күтәреп, дин ғилемен таратып, халыҡты дауалап, беҙгә үрнәк булған мәрхүм хәҙрәттәребеҙҙе хөрмәтләп, уларҙың рухына Ҡөръән уҡып, Аллаһы Тәғәләнең ризалығында булһындар, — тигән маҡсатта булыу хәйерле. Динебеҙҙә ҙур эшмәкәрлек күрһәткән әүлиәләребеҙ Аллаһ Тәғәлә рәхмәтендә булһындар. Ә инде зыярат таштарын идолға һанап, уларҙы онтап йөрөгәндәр хурлыҡта. Тик әхләҡ юҡлығы һәм тулы наҙанлыҡ уларҙы шул юлға төшөрә.