Архив рубрики: яңылыҡтар

Шайтан оялар төбәк

                                                                Шайтан оялар төбәк 

                                    Беҙҙең тормош шайтан сабынлығына әйләнә күрмәһен
   «Эй, Раббым! Әгәр ҙә йәшәп үтер ғүмерем шайтан оялар төбәккә әйләнер булһа, уны ҡыҫҡарта күр!» — тигән имам Сәжжәд.
   Залимдар ҡулға төшөргән байлыҡ та, дәрәжә лә уларҙағы тәҡүәлек йәки Аллаһ ризалығына өлгәшеү өсөн бер сәбәп тә түгел. Быны беҙ аңларға тейешбеҙ.
   Иманға килмәгәндәргә, монафиктарға, иманы зәғифтәргә ҡарата «лә йәхсабәннә — улар уйлай күрмәһен» тигән һүҙҙәр Ҡөрьәндә бик күп тапҡырҙар ҡабатлана. Сөнки ундай кешеләрҙә зирәклек, айыҡ аҡыл, уйлана һәм бөтәһен дә һәр яҡлап тикшерә белеү тигән нәмә етешмәй.
   Иманы булмаған кеше, ғәҙәттә, малы менән дә, абруйы, даны менән дә кемдәндер айырылып тороуын ваҡытлы ғына бер уңыш тип түгел, ә маңлайына яҙылған яҙмыш шауҡымы тип уйлай. Читать далее →

Экстремизм хаҡында

                                                                Экстремизм хаҡында
   Һуңғы йылдарҙа беҙҙең йәмғиәттә, киң мәғлүмәт сараларында экстремизм, ваһһабизм, радикаль исламсылар һәм башҡа шундай йүнәлештәр тураһындағы хәбәрҙәргә йыш юлығабыҙ.
   Гәзит уҡыусылар һорауы буйынса Рәсәй Фәндәр академияһы Философия институты ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре докторы, яҡташыбыҙ Илшат Рәшит улы Насиров ошо йүнәлештәр тураһында бер аҙ аңлатма бирә.
                                        Экстремизм нимә һәм эктремистар кемдәр улар?
   Экстремизм — иң киҫкен ҡараштарҙы яҡлау, бигерәк тә ғәмәли эшмәкәрлектә (мәҫәлән, сәйәсәт өлкәһендә). Экстремистарға йәмғиәттә йәшәп килгән ҡағиҙәләргә, нормалар һәм закондарға ҡырҡа ҡаршы тороу хас. Экстремизм яҡлылар үҙ маҡсатына өлгәшеү өсөн демагогия, тәртипһеҙлек, гражданлыҡ буйһонмауы акттары ярҙамында йәшәп килгән йәмғиәт структураһын тотороҡһоҙландырырға тырыша. Шул уҡ ваҡытта улар көс ҡулланыу алымын киң файҙаланып, власты һәм халыҡты ҡурҡытыу өсөн террористик акттар ойоштора, һәм башҡалар. Улар власть органдары менән үҙ-ара ташламаларға нигеҙләнгән һөйләшеүҙәрҙән, ниндәй ҙә булһа килешеүҙәрҙән һәм компромистарҙан ҡырҡа баш тарта.
                                             Нимә ул ваһһабизм һәм ваһһабиттар кемдәр?

Читать далее →

Монафиктар

                                                                 Монафиктар

                                         Монафиктар тураһындағы хөкөмдәрҙән
   Әҙәм балаларының төрлөһө була, тип өйрәтә дин, иманға килгәндәре, имандың нимә икәнен дә белмәгәндәре һәм... монафиҡлыҡ — ике йөҙлөлөк һаҙлығына батҡандар ҙа осрап тора.
   Кешеләр араһында шундайҙары ла була: «Беҙ Аллаһҡа ла, Ахирәт көнөнә лә инанабыҙ», — тип ышандырырға тырыша улар, ә хәҡиҡәт тә үҙҙәре иман тигәнде бар тип тә белмәй.
   Аллаһты ла, мөьминдәрҙе лә алдарға тырыша улар, ә ғәмәлдә, бер нәмә аңламай, үҙҙәрен үҙҙәре генә алдап йөрөй.
   Уларҙың күңелен ауырыу баҫҡан. Ул ауырыуҙы Аллаһ көсәйтә генә күрһен! Ялған һөйләп йөрөгәндәре өсөн бөтәһенә лә әрнеүле ғазап әҙерләнгән.
   Уларға: «Ер өҫтөндә боҙоҡлоҡ эшләп йөрөмәгеҙ!» — тип киҫәткән саҡтарҙа ла: «Беҙ яҡшылыҡ ҡына эшләп йөрөйбөҙ», — тип яуап бирәләр. Белеп ҡал, тап бына шулар инде иң боҙоҡ кешеләр. Быны тик үҙҙәре генә аңламай.
   «Башҡаларға оҡшап, һеҙ ҙә иманға килегеҙ», — тигәндә лә, улар: «Ахмаҡтарға оҡшап иман килтерәйекме?» — тип кенә ҡуя. Белеп ҡал, ана шулар бит инде иң ахмаҡ кешеләр. Быны тик үҙҙәре генә аңламай.
   Иманлы бәндәләр менән осрашҡанда ла улар: «Беҙ ҙә иман килтерҙек», — тиҙәр, ҙә, үҙҙәренең шайтандары менән генә торо ҡалғас, уларға ла: «Әлбиттә, беҙ һеҙҙең менән. Мөьминдәрҙән беҙ көлөп кенә йөрөйбөҙ», — тип белдерәләр. Аллаһ Үҙе уларҙан көлә, һуҡырҙарса аҙашып йөрөгән иманһыҙлыҡтарында ҡалдыра.
   Улар тура юлда йөрөр хаҡтарын түләп, аҙашҡан кешеләр. Ләкин бындай сауҙа уларға табыш та бирмәне, тура юлда йөрөгәндәр араһына ла индерә алманы».
                                                                                  «Әл-Бәҡара» («Һыйыр») сүрәһе, 8—16-сы аяттар
   Тарихтың үҙе өсөн ябай ғына булмаған бер боролошонда Ислам ана шундай дин тәғлимәтен ҡабул итергә лә, Исламға ҡаршы сығырға ла егетлектәре етмәгән ана шундай кешеләр менән осраша. Улар — монафиктар.
   Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Монафиҡлыҡтың билдәһе өсәү: һөйләгән һүҙе — ялған, вәғәҙә бирһә; вәғәҙәһендә тормай, аманат итеп бер нәмә тапшырһалар — хыянатҡа бара. Ундай кеше хатта ураҙа тотоп, намаҙ уҡып, мин — мосолманмын, тип йөрөгән хәлдә лә монафиҡ булып йөрөүҙән туҡтай алмаясаҡ», — тигән.
   «Эй, Аллаһ бәндәләре! Алдан уҡ киҫәтеп ҡуям: монафиктарҙан Һаҡланығыҙ. Улар үҙҙәре лә аҙашып йөрөй, һеҙҙе лә аҙашыу упҡынына ташлаясаҡ. Улар үҙҙәре лә гонаһтар һәм аҙғынлыҡтар араһында буталып бөткән, һеҙҙе лә хаҡ юлдан тайып төшөргә мәжбүр итер.
   Тирә-йүн мөхиткә ҡарап улар төҫтәрен үҙгәртеп кенә тора, һөйләгән һүҙҙәре лә мәкер менән тулы.    Башҡаларҙағы уңыштар уның теңкәһенә тейә, көнсөллөк, асыу тыуҙыра. Кешегә бәлә килтереү ниәте менән ул теләһә ниндәй этлеккә бара», — тип торған була Ғәли хәҙрәт.

Кеше таныу ғилеме

                                                            Кеше таныу ғилеме

                                                 Кеше таныу ғилеменән бер һабаҡ
   — Дини эштәрҙә, дини вазифалар башҡарып йөрөгәндә башҡа диндәгеләргә оҡшарға тырышыуҙы Ислам ҡанундары рөхсәт итмәһә лә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙә, ғөмүмән, донъяуи эштәрҙә ситтәргә оҡшауҙы, оҡшарға тырышыуҙы ул тыймай, — тип өйрәткән Ризаитдин бине Фәхретдин. — Ғилеме самалы булған ҡәүемдәрҙең ғилемдә алғараҡ киткәндәргә, мәҙәниәте кәмселекле булғандарҙың мәҙәниәт кимәле юғарыраҡ булғандарға оҡшарға тырышыуы бик тәбиғи.
                                                                Хәҙис Шәриф
   «Бер кеше бер ҡәүемгә оҡшаһа, шул ҡәүемдән хисап ителер», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
   Ижтиһад — юғалып ҡалыу түгел, тип тырышлыҡ менән донъя көтөргә саҡырған кешеләрҙе әрләп, үҙҙәренең аят һәм хәҙистәр хөкөмөнән бер ҡарыш та ситкә сыҡмаған әҙәмдәр булыуына дәғүә менән дин әһелдәре хисапһыҙ күп яңы хөкөмдәр сығарҙы. Ситтәргә оҡшау тип тыйырға тырышҡан нәмәләрҙең иң киң таралғаны «Ысулы жәдид менән уҡытыу үә яҙырға өйрәтеүҙәр, ҡара таҡталарға яҙҙырыу үә парталарға ултыртыуҙар, мөғәллимдәрҙең аяҡ өҫтөндә йөрөп дәрес биреүҙәре, ғөмүмән, низамлы мәҙрәсәләр... Оошҡа диндәгеләргә оҡшау була. Диндә был тыйыла тинеләр. Был турала бик күп хәбәрҙәр яҙылды, мәҡәләләр таратылды, бөтә мәмләкәт мосолмандары уҡынылар, ишеттеләр, һөйләштеләр... Читать далее →

Уҡымышлы заттарҙың вазифаһы

                                               Уҡымышлы заттарҙың вазифаһы

   Уҡымышлы заттарҙың вазифаһы — кешеләрҙе диндән ситләштереү түгел, ә дингә яҡынайтыу
Диндә сама тигәнде белмәү Аллаһты инҡар итеүгә тиңләшкән бер эш булыуын белмәй һәм аңламай бик күптәр: «Ғибәҙәт ҡылыуҙа ниндәй зарар бар?» — тигәнерәк фекер йөрөтәләр. Бының ярамаған бер эш булыуы хаҡында уй-фекерҙәре ышаныслы ғалимдар һәм Ҡөрьәнде яттан белгән хафиздар яҙған әҫәрҙәр был көндә күп һәм улар нәшер ителеп донъяға таралған булһалар ҙа, һәр мәмләкәттә яңы нәмәләр уйлап сығарыусыларҙың аҫтыртын эш итеүҙәре, Ислам хафиздарын аҙаштырып йөрөүсе, динһеҙ зиңдиҡтар, шиғыйҙар, гонаһҡа бирелгән наҙандар кеүек, ҡушаматтар тағып, ҡайҙа тура килһә, шунда әрләп, кәмһетеп йөрөүҙәре сәбәпле, иғтибарға алынып бөтмәй, тыйылмай Ислам донъяһында тарала, дауалау саралары күрелмәгән ваба ауырыуы кеүек бөтә тирә-йүнде ҡаплап алыу ҡурҡынысы тыуҙы.
   Әйткәнебеҙсә, бындай хәлдәр ғасры сәғәҙәттә булманы. Әле лә мосолмандарҙан кем дә булһа берәү ни тиклем дә ғалим, үҙенсә ни тиклем дә диндар булмаһын, башҡа бер мосолмандың диненә ҡыҫылырға, уның иманы, мәҙһәбе һәм һуңынан буласаҡ һөҙөмтәһе тураһында фекер йөрөтөргә хаҡы юҡ. Ғалим заттарҙың вазифалары халыҡты диндән ситләштереү түгел, ә дингә яҡынайтыу, кеше менән булашыу, башҡаларҙы тикшереү урынына һәр кем үҙен белеп, үҙ нәфсеһен яҡшыртырға тейеш.
   Артабан ғалим һуңғы ваҡыттарҙа дин мөхитенә килеп ингәң яңылыҡтарҙы барлап сыға. Читать далее →

Ризаитдин бин Фәхретдин анкетаһы

                                                         Ризаитдин бин Фәхретдин

   Тәғәйен генә кем тип беләбеҙ Ризаитдин бин Фәхретдинде? Фән эйәләре уны — ғалим, дин әһелдәре — дин белгесе, тарихсылар — тарихсы, философтар — философ, педагогтар — мәғрифәтсе, әҙәбиәтселәр — әҙип, тиҙәр. һанай башлаһаң, уның шөғөлө, һәләте ни саҡлы. Ысын мәғәнәһендә эрудит, энцеклопедик шәхес ул.

   Р. Фәхретдиндең тормошон һәм рухи мираҫын өйрәнеү — халҡыбыҙҙың XIX быуат аҙағындағы, XX быуаттың тәүге сирегендәге мәғрифәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, фән, дин, фәлсәфәүи, эстетик һәм йәмғиәт фекере үҫеше тарихын байҡау тигән һүҙ. Уның биографияһы һәм ғилми-ижтимағи эшмәкәрлеге йөҙөндә ике быуат арауығында йәшәгән башҡорт һәм татар уҡымышлыларының, атаҡлы ғалим-ғөләмәләренең байтаҡ уртаҡ һәм үҙенсәлекле яҡтары айырым-асыҡ сағыла.
   "Донъяла аҡыллы, булдыҡлы, һәләтле әҙәмдәр бик күп, — ти Фәхретдин үҙе. — Ләкин шул әҙәмдәрҙең камиллыҡ эйәләре булып етешеүҙәре өсөн сүкеш менән һандал араһында сүкелеп тороуҙары, әрем, борос йотоп, күҙҙәренән йәш ағыуҙары шарт". Бындай хәл күп кисергән, үҙ заманы һандалында ныҡ сүкелгән шәхес. Читать далее →

Ғазали бәһлеүән

                                                 Ғазали бәһлеүән

   Ҡәҙерле атайыбыҙ Ғаззали Ғимазетдин улы Үтәшевтың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы уның тормошо тураһындағы хәтирәләр изге рухына балаларынан сәләм үә доға булып ирешһен.

   Яңы өйөн бөтөрөп сыҡҡанда атайыма 65 йәш ине. Балаларыма иҫтәлек, атай нигеҙе булып ҡалһын, тигәндер инде, юғиһә, иҫке өй ҙә ярарлыҡ ине әле. Бураһын Йылайыр районынан алып ҡайтып төҙөгән яңы йортта атай тик өс йыл йәшәп ҡалды.
   Атайым ауыр ҙа, аяныслы ла, мажаралы ла тормош юлы үткән. 1909 йылдың 10 февралендә Хәйбулла районының Кәрим (Таштуғай) ауылында тыуа, 1977 йылдың 5 апрелендә вафат булды. Атайыма 9 йәш кенә булғанда атаһы менән әсәһе бер-бер артлы үлеп ҡала. Уларҙың өлкән ҡыҙҙары Өммөкамал инәй Йылайыр районында кейәүҙә була, иң оло улдары Хужәхмәт олатайға 11 йәш, Бибиғәйшә апайыма — 6, Тайба апайыма — 3, Юныс ағайға — йәш ярым ғына була. Ата-әсәһенән күп ҡалмай ул сабый ҙа донъя ҡуя. Етем ҡалғас, ул балалар ниҙәр генә күрмәгән. Әйберҙәрен, малдарын ҡайһыһын урлап, ҡайһыһын талап алыуҙар, кулак ҡалдыҡтары тип кәмһетеүҙәр, аслыҡ...
Читать далее →

Башҡорт булып йәшәргә

                                               Башҡорт булып йәшәргә
               

                   Хоҙай биргән хоҡуғыбыҙ – донъяла башҡорт булып йәшәргә
   Халыҡта "Сананды — йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә” тигән мәҡәл-әйтем бар. Был һүҙҙәрҙә тәрән мәғәнә ята.
   Ни өсөн тигәндә, беҙ ҡайһы бер мөһим сараларға, ваҡиғаларға алдан әҙер булмайынса, көнө килеп еткәс кенә, утҡа баҫҡан бесәй кеүек, йүгермәләргә тотонабыҙ. Һөҙөмтәлә күп кенә хаталар яһайбыҙ, бер сиктән икенсе сиккә һуғылабыҙ.

   Ошо күҙлектән ҡарағанда, 2010 йылдың октябрендә уҙасаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы беҙгә бөгөндән үк әҙерлек эштәрен башлауҙы талап итә. Хәҙерге замандың интенсив глобалләшеү шарттарында бар донъяға иҡтисад көрсөгө янағанда халыҡ иҫәбен алыуҙың ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын күҙаллауы ҡыйын түгел. 2010 йылда уҙасаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында төньяҡ-көнбайыш башҡорттары мәсьәләһе тағы ла һис шикһеҙ ҡалҡып сығасаҡ. Совет дәүерендә был төбәк башҡорттарына ҡарата үткәрелгән сәйәсәтте этноцид тип атарға ла мөмкин. Һәр хәлдә, һәр бер күренеш үҙ атамаһы менән аталырға, тәғәйен баһаһын алырға тейеш тә. Борай башҡорто Людвиғ Шабановтың мәҡәләһе тап шул хаҡта. Беҙ уның мәҡәләһен нисек яҙған, шул килеш, Борай башҡорттары һөйләшендә бирәбеҙ. Читать далее →

Башкиров, Башкирцев

                                              Башкиров, Башкирцев

   Башкиров, Башкирцев фамилияларының тамыры... һәм тарихыбыҙҙағы ҡайһы бер «аҡ таптар» тураһында

   Түбәндә һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим ителәсәк яҙмалар ҡулыма осраҡлы рәүештә генә тиерлек килеп эләкте. Уларҙың ҡайһыныһы дөрөҫ, ҡайныһы ялған — белмәйем. Әйтә алмайым. Тәү ҡарашҡа, барыһы ла хаҡ һымаҡ. Шиклерәк күҙ менән ҡарағанда иһә, йөрәкте шом баҫа. Хәйер, һүҙҙе баштан, был яҙмаларға ниндәй юлдар менән барып сыҡҡанымдан башларға кәрәктер.
   Бер мәл «Башкиров», «Башкирцев», «Башкирский» фамилияларын йөрөткән кешеләр менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. Буштан-бушҡа түгел, әлбиттә. Бер аҙ Силәбе өлкәһенең Нуғайбәк районында йәшәп алырға тура килде. Унда Европа ҡалаларының һәм ҡасабаларының атамаларын йөрөткән (Париж, Балкан, Кассель, Фершампенуаз һ.б.) ауылдарҙа нуғайбәктәр, йәғни керәшен татарҙары ғүмер итә. Исемдәре урыҫса, ә фамилиялары башҡортсамы, әллә татарсамы шунда. Байметов, Байгильдин, Ишимов, Ишменев, Ишкильдин, хатта Ишкинин тигәндәре лә бар. Шулар араһында Башкирский тигән фамилия ла йыш ҡына осрай. Ундай фамилияға нисек эйә булдығыҙ, тип һорайым. Читать далее →

Милләтебеҙҙең рух шишмәһе ҡоромаһын

башкирка                      Башҡорттың рух шишмәһе

   Әссәләмүғәләйкүм хөрмәтле уҡыусым, һеҙҙең иғтибарға Әнүзә Йомағолованың «Рисәләт» газетаһында сыҡҡан мәҡәләһен тәҡдим итәм.

               Милләтебеҙҙең рух шишмәһе ҡоромаһын

   Бөгөнгө күп милләтле мөхит шарттарында туған телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ дәүерендә ҡаныбыҙға, аңыбыҙға һендерелгән, башҡорт рухын һаҡлап ҡалыу еңелдән түгел. Әлбиттә, матбуғат, мәғлүмәт сараларының милләтте тәрбиәләүҙә әһәмиәте бик ҙур. Телевидение экрандары аша алып барылған тапшырыуҙар, гәзит, журнал биттәрендә баҫылған мәҡәләләр йәштәрҙең дә аңына, тормошҡа мөнәсәбәтенә йоғонто яһамай ҡалмай. Әммә бөгөн башҡорт телендә сыҡҡан гәзит, журналдарҙың тиражы бик аҙ, тотош милләткә барып етерлек түгел
   Бының, әлбиттә, объектив һәм субъектив сәбәпле лә етерлек. Күптәр үҙенә кәрәк мәғлүмәте интернет селтәренән ала. Ә барыбер ҙә милләтебеҙҙең күпселек өлөшө ауыл ерендә йәшәгәнлектән, интернет, компыотер мөмкинселектәре менән файҙаланыу сикләнгән. Ә мәктәп илебеҙ мәғарифында бер туҡтауһыҙ барған үҙгәртеүҙәр, реформалар менән мәшғүл, шуғалыр ҙа уҡыусыны рухи яҡтан тәрбиәләү функцияһын педагогтар үҙ өҫтөнән алып ташлаған. Ниндәй генә йәмғиәт ҡоролошонда йәшәһәк тә, ниндәй генә үҙгәртеп ҡороу елдәренә дусар ителһәк тә, беҙҙе бер милләт итеп берләштергән асылыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу һәр халыҡтың үҙенең мөҡәддәс бурысы ул. Әгәр был изге бурысты үтәй алмаһаҡ Аллаһы Тәғәлә беҙҙе икенсе халыҡ менән алмаштырыр. Был турала изге Ҡөрьәндә лә иҫкәртелгән.
    Читать далее →