Тал

ива
                                               Тал

     Тал (русса: ива, верба, латинса: Salix L.) — эре ағас. Бейеклеге 10-12 м-ға етә. Апрель — май айҙарында сәскә ата, май — июндә орлоғо өлгөрә. Талдың төрҙәре байтаҡ: аҡ тал, өйәңке (йәки мурт тал) һ. б. Тал йылға буйҙарында, дымлы тупраҡлы урмандарҙа үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек.
     Дауалау өсөн уның ҡайыры ҡулланыла. Уның составында салицилин исемле гликозид, катехиндар, ҡамаштырыу (дубильные) матдәләре һ.б. биологик актив матдәләр бар. Тал ҡайыры ағастың олоно һәм эре ботаҡтарынан апрель, май, июнь айҙарында һыҙырыла һәм ҡоро, елләтелеп торған урында киптерелә. Ғәҙәттәгесә һаҡлана. 4 йылға тиклем үҙ шифаһын юғалтмай.
     Тал ҡайырынан әҙерләнгән ҡайнатманы ревматизм, подагра сирҙәренән, берәй эске ағзанан (ашҡаҙандан, аналыҡтан һ.б.) ҡан килгәндә, биҙгәк тотҡанда эсергә кәңәш ителә. Ҡайнатманы әҙерләү: 2 аш ҡалағы киптереп ваҡланған тал ҡайырын 1 стакан һыуға һалып, 10-15 минут ҡайнатып алырға кәрәк. Дауаны көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә.
     Ауыҙ эсе боҙолғанда, теш ите шешеп ҡанағанда ауыҙҙы был ҡайнатма менән сайҡау файҙалы. Экзема кеүек тире ауырыуы булғанда ошо ҡайнатманы ҡушып ванна яһарға мөмкин.
                                                               «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре», Варис Ғүмәров