Өфөсә солянка
1 өлөш өсөн кәрәк: 25 г бешкән һыйыр, һарыҡ йәки йылҡы ите. 25 г бешкән ҡош (ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ йәки күркә) ите. 25 г бешкән тел, 60 г картуф, 50 г тоҙло ҡыяр, 40 г башлы һуған, 10 г май, 350 г тоҙло ит һурпаһы, кәрәгенсә тәмләткестәр, тәмләткес үләндәр, ҡорот.
Әҙерләү:
Ҡайнап торған һурпаға оҙонсалап туралған картуф һалырға.10 минут бешерергә Унан һуң ҡабығы әрселгән, орлоҡтарынан таҙартылған һәм турап, бер аҙ ғына бешереп алынған тоҙло ҡыярҙы, еңелсә ҡыҙҙырылған башлы һуғанды, тоҙ, тәмләткестәр,
һаламлап туралған бешкән ит ризыҡтарын өҫтәргә һәм тағы бер аҙ ҡайнатырға.
Солянка әҙер булғас, уны 10 — 15 минутҡа ултыртып
ҡуйырға. Табынға биргәндә ваҡлап туралған тәмләткес үләндәр һәм ҡорот һалырға. Әскелт тәм биреү өсөн һурпаға бешеп сығыр алдынан ҡайнатылған һәм һөҙөлгән тоҙло ҡыяр һыуы өҫтәйҙәр. Солянканы, башҡа ит ризыҡтарын 75 грамға
тиклем арттырып, телһеҙ ҙә әҙерләп була
И. Арыҫланованың «Заманса башҡорт кухняһы» китабын
Флорида ИҪӘНБАЕВА әҙерләне.