Олуғ зат нәҫеле

                                                                     Олуғ зат нәҫеле

                                     Олуғ зат нәҫеле беҙ шулай ти Зәйнулла ишан бүләсәре Сәүҙә инәй
     Ғәзиз еребеҙҙе әүлиәләр рухы төрлө афәттәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап, ҡурсалап тора, тигәнде ишеткәнем бар. Күрәһең, күп йылдар элек аяуһыҙ эҙәрлекләүҙәргә дусар булған халҡыбыҙҙың аҫыл улдарының изге рухтары әле булһа ерҙәге үҙ тәғәйенләнешенә тоғро ҡала торғандыр. Шуға ла бөтә мосолман илдәрендә бөгөн дә оло ихтирам менән телгә алынған башҡорт шәйехе Ҡотоп Заман Зәйнулла Рәсүлевтың исеме үҙ илен, ерен, халҡын һөйгән һәр башҡорт күңелендә милләтебеҙҙең рухи етәксеһе булараҡ күҙалланыуы һис тә ғәжәйеп түгел. Заманында әллә күпме һөргөндәр үткән, төрмәләргә бикләнгән алдынғы ҡарашлы дин әһеленең яҙмышындағы фажиғәле биттәр тураһында күп уйланғаным булды. Шундай шәхестәрҙең шәжәрә тармаҡтарын тергеҙһәң ине. Кемдәр улар бөйөк әүлиәнең ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре? Ниндәй икән уларҙың яҙмышы? Билдәле ишандың ҡөҙрәт-һәләттәре уларҙа ла сағылыш тапҡанмы? Белорет районының Шығай ауылында йәшәүсе 80 йәшлек Сәүҙә ЭНИЕВА (Иҡсанова) инәй менән осрашыуымдың маҡсаты ошо һорауҙарға яуап табыу ине. Уның һөйләгәндәрен «Киске Өфө»нөң хәтер китабына теркәп ҡуяйыҡ.

                                                                       Атайым һәм әсәйем
     Мин Зәйнулла ишандың бүләсәре. Атайымдың әсәһе Кәримә өләсәйем Зәйнулла ишандың ҡыҙы була. Ул бик иртә донъя ҡуя. Атайым Шәмсетдин өс йәшлек кенә сағында йәш ярымлыҡ Ғәләүетдин ҡустыһы менән етем ҡала. Кәримә өләсәйем үлгәс, Йософ олатайым бик уҫал татар ҡатынына өйләнә. Зәйнулла олатайым ейәндәрен йәлләп, уларҙы үҙенең тәрбиәһенә ала. Белем биреп, буй еткергәс, Шығай ауылына яңы мәҙрәсә һалдыртып, 1903 йылда атайымды шунда уҡытырға ебәрә. Бәләкәйҙән ҡалала үҫкәс, атайым тәүҙә ауыл ерен берҙә генә лә үҙһенмәй ыҙалай. Олатаһына Троицкиға ҡайтырға рөхсәт һорап, хат та яҙып ҡарай. Әммә Зәйнулла ишан: «Һин ошо ерҙә йәшәргә тейешһең!» — тип, ҡырт киҫә. Һуңынан күпме эҙәрлекләүҙәргә дусар булһа ла, олатаһы ҡушмағас, атайым Шығайҙан бер ҡайҙа ла китмәгән. Мин үҙем ҡайҙа барһам да Шығайҙы бик һағынып ҡайтам. Сит яҡта түҙмәйем, тыуып-үҫкән ерем үҙенә тарта.
     Атайым менән әсәйемдең өйләнеү тарихы ла бик ҡыҙыҡ ул. Ауылдың хәлфәһе, ошо ҡыҙымды һиңә бирәм, тип, 13 йәшлек Бибиәсмәне күрһәткәс, сәй эсеп ултырған ерендә атайымдың шәшкеһе төшөп киткән. Ҡаушағандыр инде. Шунан ул: "Юҡ, мин өйләнергә йыйынмайым'^ — ти. Һуңыраҡ икенсе бер мәжлестә Йософ олатайым ошо уҡ ҡыҙҙы күрһәтеп, «Улым, был ҡыҙ буй еткергән инде, үҙе ипле генә күренә», тип, тағы Бибиәсмәне кәләшлеккә димләй. Тик инде ҡыҙҙың ата-әсәһе ҡаршы төшә. Тәүҙә үк алмағас, үсеккәндәрҙер инде. Шулай ҙа тиҙҙән риза булып, үҙ фатихаларын бирәләр.
     Атайым менән әсәйем шул тиклем татыу булдылар. Матур йәшәнеләр. Беҙ 12 баланан өсәү ҡалып үҫтек: Нажиә, мин һәм Мөнир туғаным. Дин әһелдәрен элек бик эҙәрлекләйҙәр ине бит. Атайымды ла ҡулға алып, Мурманскиға алып киткәндәр. Ун айлыҡ ҡына сағымда әсәйемде ошо өйҙән ҡыуып сығарғандар. Әсәйем мине зыяратҡа йәшереп, үҙе һаҙлыҡта ҡасып ултырып ҡалғанын гел һөйләр ине. Уны үгәй әсәһе Өммөкамал үҙ ышығына алған. Хәйер, улар үҙҙәре лә түбәлек аҫтында, урамда ғына торған булғандар. Йәшәгән өйҙәрен һүтеп алып киткәндәр. Олатайым менән атайымды һөргөнгә бергә ебәргәндәр. Ҡайным һүтелгән өйҙө күргәс, эй иланы, тип һөйләр ине атайым. Илар инде үҙ ҡулдары менән һалған өй булғас. Ай яҡтыһында әсәйем еләк йыйып, көндөҙ ризыҡҡа алыштырған. Көндөҙ колхозда эшләтәләр ҙә башҡаларҙы ашатҡанда быларҙы ашатмай ҡалдыралар икән. Өләсәйем үгәй булһа ла, беҙгә һәйбәт ҡараған. Рәхмәт инде уға! Урыны ожмахта булһын!
     Ниһайәт, атайым һөргөндән ҡотолоп, төрлө михнәттәр менән Мурманскиҙан ҡайтып еткән. Ауыл ерендә төрлө һүҙ булғандыр инде. Төртмә телле бәғзе әҙәмдәр атайыма ҡара яғып та маташҡандыр. Бер саҡ шундай нахаҡ һүҙҙәрҙән илап ҡайтып ингәс, атайым менән әсәйемдең мине алдарына ултыртып алып: «Сәүҙә, беҙ бер ҡасан да бер-беребеҙгә лә, берәүгә лә хыянат итмәнек,» — тип, әңгәмә алып барғандары иҫтә ҡалған. Атайым мине Кәримә өләсәйемә оҡшатып: «Әсәйемә төҫөң менән дә, холҡоң менән дә, йыуашлығың менән дә оҡшағанһың,» — тип иркәләр ине.
     Әсәйем ҡул эшенә оҫта булды. Теүәтәйҙәрҙе лә үҙе тегеп, ҡусҡарлап сигеп бирә ине. Теген машинаһын тартып алғастары, бөтә нәмәне гел ҡулдан текте.
     Атайым ауылыбыҙҙа дини эштәрҙе алып барыусы ғына түгел, ғәйәт оло мәғрифәтсе ине. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ир-егеттәр атайымдан фатиха алып, ул яҙып биргән бетеүҙе тағып, яуға киттеләр. Атайым көндөҙҙәрен колхоз игенен киптерҙе, төндәрен келәт ҡарауылланы. Уны халыҡ бик ихтирам итә ине. Фронтҡа хәлдән килгәнсе ярҙам итәйек, тиһә, тыңлай инеләр.
     1943 йылда кеше шул тиклем төшөнкөлөккә бирелгәйне. Атайым халыҡтың рухын күтәрер өсөн дини байрам үткәрергә булды. Туғаным менән икебеҙҙән ер өҫтөн ҡыҙҙырып, өшөгән картуф йыйҙырттылар. Әсәйем шуның крахмалын һығып, ике ҡалаҡ он ҡушып, көлсәләр бешерҙе. Бер ҙә, балалар тамағынан айырам, тип уйламаған бит әле, халыҡтың күңелен күрәм, тип уйлаған. Ә кешеләр байрамдан сырайҙары үҙгәреп, йөҙҙәренә нур ҡунып таралды. Күҙҙәрендә өмөт осҡондары тоҡанды. «Абыстайҙың шул саҡта бешергән көлсәләре бик тәмле булғайны», тип, халыҡ бик оҙаҡ һөйләп йөрөнө. Мин дә уның тәмен иҫләйем. Күп йылдар үткәс, шундай ҡоймаҡты үҙем дә бешереп ҡарағайным, бер ҙә улай тәмле килеп сыҡманы.
     Һуғыш йылдарында шулай алһыҙ- ялһыҙ эшләүе, 42-46 градус һыуыҡтарҙа тышта ҡарауылда тороуы атайымды түшәккә ятырға мәжбүр итте. 1957 йылдың май айында ул бик ҡаты ауырыуына ҡарамаҫтан, ғәйет хөтбәһен уҡып, вәғәздәрен һөйләп, һуңғы тапҡыр ғәйет байрамын үткәрҙе...
                                                                     Ике мәҙрәсәле ауылым
     Ирҙәр мәҙрәсәһе Шығайҙа электән булған. Яҡшылап уҡытырға кешеһе генә табылмаған. 1902 йылда Зәйнулла олатаһы һалдырған яңы мәҙрәсәгә атайым уҡытырға килгәс, эштәр йәнләнеп киткән. Бик һәләтле шәкерттәр өҫтәлгән. Араларында шиғыр яҙғандары ла булған. Атайым шәкерттәрен бик яратҡан. Шаярһалар ҙа тыймаған. Мәҙрәсәлә дини ғилем менән бер рәттән, иҫәп- хисап, география кеүек фәндәр ҙә уҡытылған. Уҡыу әсбаптары менән атаһы ла, Зәйнулла олатаһы ла тәьмин итеп торған. Ауылға ылау менән 5-6 шкафлыҡ ғәрәп, фарсы телдәрендәге китаптар ҡайтарылған. Атайымды ҡулға алғас, ҡырҡлап егетте ауыл зыяраты эргәһенә ҡыуып килтереп атҡандар. Нисәмә шәкерттең берәүһе генә иҫән ҡалған. Уларҙан илебеҙгә файҙа килтерерҙәй ниндәй генә зыялылар үҫеп сыҡмаҫ ине!
     Атайым ғүмер буйы шуларҙы йәлләп, әсенеп йәшәне.
     Мин әле йәшәп ятҡан йорт элек ҡыҙҙар мәҙрәсәһе булған. Уны әсәйемдең атаһы һалған. Олатайым тирә-яҡта танылған балта оҫтаһы булған. Уға атайымдың атаһы Йософ олатайым да аҡсалата ярҙам иткән. Ҡыҙҙар мәҙрәсәһендә әсәйем мөғәллимә булған. Тәүҙә үҙе атайымдан һабаҡ өйрәнә лә, һуңынан ҡыҙҙарҙы уҡыта икән. Һабаҡ биргән ҡыҙҙары ла шул үҙенә йәштәш тиерлек булғандыр инде. Бер мәл аңғармаҫтан ҡыҙҙар эргәһенә барып инһә, берәүһе быны эләкләп, башҡаларҙы көлдөрә икән. Әсәйем быны бик ауыр кисергән. Уға бит ни бары 14 кенә йәш булған. Шунан әсәйем өләсәйемә барып: «Ниңә мине уҡытмай, кейәүгә бирҙең? Мине ҡыҙҙар үсекләй,» — тип, үпкәһен белдерә. Аҙаҡ ғүмер буйы «Әсәйемдең ғүмере былай ҙа ҡыҫҡа ғына булған. Ниңә генә әсәйемә ҡаты бәрелдем икән?!» — тип, шул ҡылығы өсөн үкенде.
Атайым менән әсәйем үҙҙәре лә ошо мәҙрәсәлә йәшәгән. Үрҙә әйткәнемсә, өйҙәренән ҡыуып сығарылғандан һуң бик күп йылдар үткәс кенә Мөнир ҡустым судлашып, ошо йортто үҙебеҙгә ҡайтарып алды. Әсәйем үлер алдынан миңә ошо өйҙө ҡалдырып китмәҫкә васыят әйтеп ҡалдырҙы. Был өйҙөң нигеҙенә Зәйнулла ишан өшкөрөп биргән ҡаҙауҙар ҡағылған бит.
                                                                     Ғабдрахман олатай
    Зәйнулла ишандың бер нисә ҡатыны булған. Балалары ла күп кенә булған. Үкенескә ҡаршы, барлыҡ туғандарымды ла белеп бөтмәйем. Ҡайһы берҙәре менән хатлашып торабыҙ былай. Ә бына Ғабдрахман олатайҙың ғаиләһе менән бәләкәйҙән аралаштыҡ. Атайым уның менән бигерәк тә дуҫ булды. Гел хат алышып торҙолар. Тик хаттарҙы бер ҙә почта аша йөрөтмәнеләр. Гел кеше аша ғына биреп ебәрерҙәр ине. Әсәйем Ғабдрахман ишандың мөрите ине. Ҡулы оҫта булғас, остазына күлдәк тегеп кейҙереп ҡыуандырғанын да иҫләйем. Ғабдрахман Зәйнулла улы 1936—1950 йылдарҙа Башҡортостан диниә назаратында баш мөфтөй булған. Рәсәйҙең берҙән-бер мөфтөйө! Әүлиәлек һәләте лә көслө ине. Ғабдрахман ишан тураһында ишетеп, бер мәл Сталин уны үҙенә саҡыртып ала. Олатайҙың: «Тәүҙә хәүефләндем, әлбиттә. Ул саҡыртып алған кешеләр, ғәҙәттә, кире ҡайтмай бит. Лә иләһи илләалла. Вәләйһе тәүәкәлтә ғә- ләллаһа, тип уҡынып, барыһын да Хоҙайға тапшырҙым да ил башлығы янына индем,» — тип һөйләгәне иҫтә ҡалған. Сталин уны фронт хәлдәре тураһында кәңәшләшергә саҡырған булған. Еңеүгә өмөтө уянған етәксе уға еңел машина бүләк иткән. (Был осрашыу тураһында Сәғит Исмәғилев яҙғанды яңынан иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ — Ред.) Ғабдрахман ишан Сталиндан «Ислам дине» китабын баҫтырып сығарыуға, шулай уҡ Башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаттары менән осрашыуға рөхсәт һораған. Сталин уның теләктәрен ҡәнәғәтләндергән. Ғабдрахман ишан Башҡорт кавалерия дивизияһы менән һуғыштың иң ауыр осороңда, һалдаттар күпләп ҡырылған ваҡытында осраша. Рәт араһынан үткәндә ул «Бында мин башҡорттарҙы күрмәйем» тигәс, уны оло һарайға алып инәләр. Һарай һалдат мәйеттәре менән тулы була, ишан улар янында ул тырып, доғалар ҡыла. Шуны йөрәге әрнеп гел һөйләй торған булған. Йөрәк ауырыуын да шул осрашыуҙан алып ҡайтҡан инде ул. Ә инде 1945 йылда Сталин рөхсәте менән баҫтырып сығарған китап Советтар Союзында ислам дине буйынса баҫылған берҙән-бер китап була.
                                                      Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
     Бәләкәйҙән уҡыуға отҡор булдым. Атайым менән әсәйемдең апайымды уҡырға өйрәткәндәрен күрәм дә, эй, рәнйейем. Мине яратмайҙар, ахырыһы, яратһалар, миңә лә өйрәтерҙәр ине, тип уйлайым. Әсәйемдең иң беренсе өйрәткән сүрәһе «Ихлас» ине. Ә хәреф танырға Аҡмулланың китабы аша өйрәндем. Шул тиклем ярата инем ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған ошо китапты. Башынан аҙағына тиклем ятлап бөттөм. 9-10 синыфтарҙы Сермәндә уҡыным. Мине тәүҙә атайым Белорет педагогия училище һына уҡырға алып барҙы. Директор менән завуч, «Бына, дин әһеле булһа ла, ҡыҙын үҙе алып килгән уҡырға», тип, хуплап ҡаршы алһалар ҙа, мине ыҙалатҡан, кәмһеткән уҡытыусылар ҙа булды. Ялға ҡайтҡанда Белореттан бер үҙем йүгерә-йүгерә ҡайтҡан булам. Бәләкәй генә икмәгемде ике туғаныма тотоп ҡайтам.
     Китап ене ҡағылыуы Өфөгә китапханасылар техникумына алып килде. Баш ҡаланың Салауат урамында Ғабдрахман ишан йәшәгән 7- се һанлы йортто эҙләп таптым да инергә ҡыймай, баҫып торам. Ғабдрахман олатайҙың ҡыҙҙары өйҙә булған икән. Уратып ҡына һүҙ башлайым: «Шығайҙа бер туғанығыҙ бар икән!» Шул саҡ Нөлөфәр: «Аһ, аһ, һин бит Шәмсетдин олатайҙың ҡыҙы! Атайыңа оҡшап тораһың да инде!» — тип ҡосаҡлап алды. Китапханасылар техникумында мин ихтирамлы мөнәсәбәт тойоп уҡыным. Бәлки, уның шулай булыуына Ғабдрахман ишандың йоғонтоһо ла булғандыр. Шулай итеп, мин хеҙмәт юлымды Шығайҙа китапханасы булып башланым.
                                                  Балаларымды башҡорт итеп үҫтерҙем!
     Беҙҙең яҡҡа репрессияға эләккән кешеләрҙе ағас ҡырҡырға ебәргәйнеләр. Шулар араһында Рамазан Эниев исемле бер чечен егете бар ине. Бәлки милләте буйынса чечен да булмағандыр ул. Чечняла йәшәгәндә күршеләре: "Һинең ирең чечен түгел. Аслыҡ йылдарында беҙҙең яҡта татарҙар үҙҙәренең балаларын һата ине. Ҡайның менән ҡәйнәңдең балаһы булманы, Рамазан һатып алынған бала! « — ти ине. Шул егеткә кейәүгә сыҡтым мин. Ул ни, миңә сыҡмаһаң, урлап алам, тип, артымдан ҡалмай йөрөнө. Үҙебеҙҙең ауыл егеттәре ялынып та, ялбарып та, асыуланып та ҡараны.
     Кейәүгә сығып, бында бер аҙ йәшәгәс, Чечняға алып ҡайтып китте. Алхазурово тигән ерҙә торҙоҡ. Үҙҙәренә алып ҡайтҡайны, тормош иптәшем үҙгәрҙе лә ҡуйҙы, йәберләй башланы: бер ғәйепһеҙгә тибеп ебәрһенме, төртөп ебәрһенме... Бер ҡунаҡҡа ҡайтҡанымда Мәһәҙей ағайым Өфөгә тиклем беҙҙе оҙата килгәйне, шунда әйтте: „Кейәү, Сәүҙәне рәнйетһәң, мин һине үлтерәм! Мин — башҡорт! Һуғышта ниместе үлтергән кеше! Һиңә генә көсөм етер!“ Шунан бер аҙ баҫылды ул. Үҙҙәрендә лә ҡыйын ине Рамаҙанға. Унда бит чечен булмаһаң, йәшәп булмай. Чечендарҙың: „Нисек итеп башҡорттар һине бушлай Рамаҙанға тоттороп ебәрҙе ул? Беҙҙә булһаң, был төҫ-ҡиәфәтең менән бик ҡыйбат торор инең: етмәһә, ғәрәпсә лә, урыҫса беләһең...“ — тип аптырағаны иҫтә ҡалған.
     Чечняла миңә башланғыс синыфтарҙы уҡытырға бирҙеләр. Мәктәп директоры Тамара Хасановна: „Маленькая, шустрая,“ — тип, мине бик ярата ине. Бер заман уҡытҡан класымда 36 бала урынына 46 булып киткән. Гел минең класҡа килергә тырышалар ине. Бергә эшләгән коллегаларым: „Сәүҙә Шәмсетдиновна, һеҙ чечен балаларын яратаһығыҙмы ни?“ — тип һорап та ҡуялар ине. Бәлки, һынап та әйткәндәрҙер. Балалар ни, барыһы ла бер инде ул. Уларҙы нисек яратмайһың. Үҙебеҙҙең өс балабыҙ булды: Роза, Рушан, Ғабдрахман. Иремдең тыуған яҡтарында 8 йыл торҙоҡ. Бер саҡ Нажиә апайым менән еҙнәм ҡунаҡҡа килделәр ҙә: „Был яҡта беҙ 8 йыл түгел, 1 йыл да тормаҫ инек!“- тип ҡайтып киттеләр. Илашып хушлаштыҡ. Миңә ни, етә ҡалды. Үҙемдең дә һағыныуҙарым үҙәгемә үткәйне. Күп уйлап тормай, ул саҡтарҙа мәғариф министрлығында эшләгән Бикә Таһироваға эш һорап хат яҙҙым. Тиҙҙән унан ыңғай яуап килде. Нажиә апайымдан, „Әсәйең ныҡ ауырый“, тигән телеграмма һуҡтырттым. Бер ни һиҙмәгән Рамазан үҙе үк мине Грозныйға тиклем илтеп ҡуйҙы. Балаларымды ла сит милләткә ҡалдырманым. Алимент та юллап маташманым. Үҙем үҫтерҙем.
     Башҡа кейәүгә сығып торманым. Һоратыусылар булһа ла күңелем тартманы. Әсәйем дә: „Һин ир менән тора белмәйһең, Сәүҙә! Башҡа йөрөмә!“ — тип әйтте. Рамазан үҙе йыл һайын килеп йөрөнө. Килгәнендә: „Әсәйегеҙҙе кейәүгә бирмәгеҙ!“ — тип, балаларҙы нығытып китә ине.
     Ҡайтҡаныма үкенмәйем. Балаларымды ысын башҡорт итеп үҫтерҙем! Һеҙ олуғ заттан, үҙегеҙҙе матур тотоғоҙ, тип өйрәттем. Аллаға шөкөр, балаларым йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәне.
                                                                 Ишанлы ил — көслө ил!
     Атайым көслө хәҙрәт ине. Дауалаһа, кеше йүнәлмәй ҡалмай ине. Үләндәр менән дә дауалай белде. Әсәйемде лә өйрәтте. Мин дә өшкөрһәм, име килешә. Әммә был эш менән шөғөлләнергә яратмайым. Бик ыҙалаған кешегә генә ярҙам итеп ебәрәм
     Атайымдың ҡәберенә зыярат ҡылып, рухын ололаусылар әле лә бар. Мин үҙем дә яңыраҡ, ниһайәт, Асҡарҙа йәшәгән Рәхилә киленем ярҙамында Троицкиға барып, Зәйнулла олатайымдың ҡәберенә зыярат ҡылып ҡайттым. Олатайым рухына әбйәлилдәр ике ҡорбан салдырҙылар. Мәсеткә ингәс, бөйөк ишандың бүләсәре килгән, тип, ҡулыма олатайымдың таяғын тотторҙолар. Мине ошо сәфәргә алып сыҡҡан кешеләргә мең рәхмәтлемен.
     Суфыйҙар нәҫеленән булыуым менән ныҡ ғорурланам. Һинең ҡылған ғибәҙәтең менән Аллаһы Тәғәлә риза булһа, итәғәтең, буйһоноуың менән бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис- сәләм риза булһа, ә үҙең менән бөтә мәхлүктәр, шул иҫәптән хайуандар ҙа риза булһа, һин суфый инде. Бәләкәйҙән намаҙҙамын. 3-сө класта ғына уҡығанмындыр, бер мәл мәктәптә өйлә намаҙын уҡырға булып киттем.
     Өйгә ҡайтып өлгөрмәгәнмендер инде, күрәһең. Уҡытыусым намаҙымдың тамамланғанын көтөп ултырҙы ла, һаҡ ҡына итеп: „Сәүҙә, намаҙҙҙы ҡартайғас уҡырһың, йәме!“- тип ҡуйҙы. Күңелемде ҡалдырмай ғына әйтте былай. Шулай ҙа һуңынан күп йылдар тик иртәнге намаҙҙы ғына уҡып йөрөнөм. Әле Хоҙайға мең шөкөр, барыһын да уҡып барам. Әбей- һәбей үҙ-ара ҡунаҡҡа саҡырышһаҡ, „Сәүҙә, һин нисек улай һаман да төҙ генә килеш йөрөйһөң ул?“ тип аптырашҡан булалар. Ғүмер буйы намаҙ уҡыным, шуға төҙмөн, тим. Ураҙаны ҡалдырмай тотам. Араҡы кеүек нәмәне бер ҡасан да ауыҙыма алманым. Эскән ҡатын-ҡыҙҙы күрһәм, йөрәгем һыҙлай. Ни тиклем ҡыйынлыҡтар күрһәк тә беҙ бит юғалып ҡалманыҡ. Ниңә эсәләрҙер иңде?
     Һуңғы йылдарҙа йыш ҡына Шаһи Ямалетдиновтың әсәһе Диңгеҙ инәйҙе иҫкә төшөрәм мин. Ундай ҡатын- ҡыҙҙар юҡ бит ул хәҙер. Аҡыллы, аҙ һүҙле, түбәнселекле ысын башҡорт ҡатыны ине ул. Бөтә ҡатындарҙан да айырылып тора ине. Шул хаҡта гел уйлайым: ҡайҙан килен булып төшкән икән ул Диңгеҙ инәй? Уның улы һуғыштан Советтар Союзы Геройы булып ҡайтҡан Шаһи Ямалетдинов атайыма гел рәхмәтле булды. Ямалетдинов колхоз рәйесе булып эшләне, үҙе атеист булһа ла, „Һүҙ теймәһен, намаҙҙарығыҙҙы йәшенеп кенә уҡығыҙ“, тип, халыҡты ҡурсалап торор ине. Халыҡ барыбер ҡорбан да салдырҙы, ғәйет намаҙҙарын да уҡыны. Мәсеттә вәғәздәр ҙә һөйләнелә ине. Ауыл халҡы ла тәрбиәле булды, эске юҡ ине. Шуға ла һуғыш йылдарында артта ҡалған колхоз тиҙҙән миллионер колхозға әйләнде.
     Бөгөн дә Башҡортостаныбыҙҙың һәр төбәгендә ил-еребеҙҙе ҡурсалап торорҙай, халыҡтың рухын күтәрерҙәй башҡорт ишандары булһа, беҙ ни тиклем көсәйер инек. Беҙҙе ҡурсалап торған әүлиәләребеҙ, шул иҫәптән Зәйнулла ишандың рухы ла шат булыр ине.
                                                                                                   Зөлфиә ХАННАНОВА яҙып алды

                                                               »Ни шагу назад!"
     Был фарман нисек яҙылған?
     1942 йылда Сталинға, Аҡһаҡ Тимерҙең мавзолей-ҡәберен асыу һуғыш башланыуға сәбәпсе булған, тигән мәғлүмәт еткерәләр. Йәш сағында дини белем алған Сталин был хәлгә осраҡлы күренеш тип ҡарамай һәм тәрән борсолоу кисерә.
     Сталин бөйөк хәрби етәксе Аҡһаҡ Тимерҙе ҡайтанан ерләү, мавзолейын тәртипкә килтереү өсөн 1 миллион һум аҡса бүлергә фарман бирә, шунда уҡ консультация өсөн Ислам динен тәрән белгән берәр инсанды табып килтерергә бойора. Ярҙамсылары Сталинға башҡорт халҡының рухи короле Зәйнулла ишандың улы мөфтөй Абдрахман хәҙрәт Рәсүлевтың кандидатураһын тәҡдим итә. Был хаҡта Асҡын районының Ҡашҡа ауылында йәшәүсе 85 йәшлек Ғәйзуллин Әғзәм Ғәйзулла улы һөйләгәйне. Әғзәм Ғәйзуллинды ул төбәктә ололап, хөрмәтләп Аҡ бабай тип атап йөрөтәләр. Уға илебеҙҙең барлыҡ төбәктәренән тиерлек кәңәш, башлаған эштәренә фатиха биреүен һорап киләләр. Аҡ бабай Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, күп тапҡырҙар яраланған, яуҙа уң ҡулын юғалтҡан. Ул йәшлегендә бик күп арҙаҡлы мосолмандар, шул иҫәптән Зәйнулла ишан Рәсүлев әл Нәҡшбәндиәнең улы Абдрахман Рәсүлев менән дә таныш була. Аҡ бабай һөйләүҙәре буйынса, 1946 йылда ул хәрби госпиталдә ауыр яраларын һауыҡтырып, тыуған яғына ҡайтып килгәнендә Европа һәм Себер мосолмандары дини идаралығы мөфтөйө Абдрахман хәҙрәткә һуғыла. Хәҙрәт уға бик ҡыҙыҡлы ваҡиға хаҡында бәйән итеп, 1945 йылда донъя күргән «Ислам дине» тигән китап бүләк итә.
     Хәҙер теге ваҡиға хаҡында. 1942 йылда фашистар Волгаға яҡынлай. СССР бик ауыр хәлдә тороп ҡала, сөнки Гитлер Волгаға үтә ҡалһа, бығаса нейтралитет һаҡлаған илдәр фашистар яғында Советтар Союзына ҡаршы һуғышырға әҙер тора. Бына шундай саҡта Абдрахман хәҙрәт Юғары хәрби командующий И. В. Сталиндың ставкаһына килтерелә. Сталин хәҙрәткә Икенсе донъя һуғышының артабанғы ваҡиғаларын нисегерәк күҙаллауы хаҡында һорау бирә. Абдрахман хәҙрәт Сталиндың биргән һорауына яуап биреү өсөн төндә махсус истихар намаҙы башҡарырға, шунан һуң Аллаһы Тәғәләнең яуабын ишетер өсөн ятып йоҡларға тейешлеге хаҡында белдерә.
     Истихар намаҙын уҡығас, хәҙрәт йоҡларға ята һәм төш күрә. Төшөндә Аллаһы Тәғәләнең, совет ғәскәрҙәре тағы ла бер аҙымға ғына сигенһә, һуғыш Гитлерҙың еңеүе менән тамамланасағы хаҡындағы иҫкәртеүен аңғара. Иртәгәһен хәҙрәт Сталинға төшөндә күргәндәрен һөйләп биргәс, Юғары хәрби командующий тарихта «Ни шагу назад!» тип аталған киң билдәле директиваһына ҡул ҡуя.
     Ошо ярҙамы һәм СССР мосолмандарын фашизмға ҡаршы изге һуғышҡа әйҙәгәне өсөн Сталин Абдрахман хәҙрәткә ярҙам йөҙөнән дин тотоусыларҙың йолаларын башҡарыуҙа бер аҙ ташламалар яһай, ошо юҫыҡта 1945 йылда «Ислам дине» тигән китап сығарырға рөхсәт бирә. Әйткәндәй, был китап Сталиндың Указы буйынса сығарылған берҙән-бер дини китап иҫәпләнә.
     "Һеҙ Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәтен тойғанығыҙ булдымы?" тип һораным мин Аҡ бабайҙан. «Аллаһы Тәғәләнең иң ҙур мөғжизәһе — Уның барыбыҙға ла мәрхәмәтле булыуында. Ә һуғышта иһә Аллаһы Тәғәлә миңә атыусы немец снайперының йөрәгенә шул мәрхәмәтлекте индерҙе, ул мине атып үлтермәне, ҡулымды ғына яраланы...», тип яуапланы ул.
                                                                                                                   Сәғит ИСМӘҒИЛЕВ

                                                                                                     Киске Өфө, №4, 2011 йыл