Һүҙ ыңғай әйтелгәндәр

                                             Һүҙ ыңғай әйтелгәндәр (Гүзәл СИТДИКОВА, яҙыусы)

    Тормош был... Көсөңдән килгәнсә уны яҡшыртыр өсөн эшлә, әжере — Алланан. Эшем емешһеҙ булды тимә, бер емеш — иртә, береһе һуң өлгөрә. Ҡайһылыр татлы емеште мәңгелек донъяла ҡулыңа алырһың.
* * *
    Милләтте эше күтәрә, ә башҡортмон тип күкрәк ҡағып йөрөү түгел.
Башҡалар һоҡланырлыҡ эштәр эшләй икән — бына Ирек Зарипов кеүек, уның әсәһе кеүек — ул шым ғына башҡорт тип әйтһә лә, йыраҡ ишетелә.

* * *
     Шуны аңларға кәрәк: халыҡты йығыр, бөгөр, бөтөрөр өсөн иң тәүҙә шәхестәрен юҡҡа сығаралар, аталар, киҫәләр, “бәхетһеҙ осраҡтар” яһайҙар, көтмәгәндә “йөрәктәр туҡтай”, һүҙ менән дә үлтерәләр! Шулай милләт арҡаһыҙ, башһыҙ ҡала. Дошман ҡотҡоһона бирелмәйек, шәхестәребеҙҙе һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ.
* * *
     Еңеү көнө яҡынайған һайын миллионлап һәләк булған ир-егеткәйҙәр менән бер рәттән үкһеҙ ҡатын-ҡыҙ, балалары иҫкә төшә. Вәхши заман... Күпме балалар һуғыш барған ерҙәрҙә, тылда астан һәләк булған! Атайымдың 5 йәшлек ҡустыһы Хәйерлезаман шулар исемлегендә. Исеме хәйерле лә ул, үҙе хәйерһеҙ заманға тура килгән...
* * *
     Аҡҡоштарҙың тәпәйе ҡап-ҡара. Ҡулдары эштән ҡурҡмаған сибәр ҡыҙҙарға оҡшатам мин уларҙы.
* * *
     Алма ла ваҡыты етмәй балланмай.
* * *
     Илаулаған ир-егеттән дә хәйерһеҙе юҡ! Бер быуынға ла бешереп өйөп ҡалдырмағандар. Һәр замандың үҙ юҡсыллығы. Тарихты кирегә бороп булмай. Беҙҙең старт майҙаны ғына бар. Алға, алға, алға! Булмағандан бар ҡылып, булғанын арттырып!
* * *
     Урал буйҡайҙары, әй, ҡалды инде,
     Һары баш, һары баш үләндәр алды инде.
Шулай йырлаған ҡанбабалар. Хәҙер үлән дә алмай — соҡор ҡала...
* * *
     Пророком была оставлена единственная Книга — Коран! И этого стало достаточно, чтобы миллионы людей веками учили ее наизусть...
* * *
     Һытыҡ көндә һытыҡ йөҙ менән һытыла яҙып йөрөһәң, һөйгәнеңдең һөйөүенең дә һытылып юҡҡа сығырын көт тә тор.
* * *
     Донъябыҙҙы ир йөрәкле ҡатындар тота (ир бөтмөшлө тип уйлай күрмәгеҙ).
* * *
     Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк — диплом түгел, белем кәрәк, йәмәғәт!
* * *
            Ҡыҙ булғансы, булһам ҡанатлы ҡош,
            Тотҡон булмаҫ инем донъяла.
(Элекке йырҙан)
Ир балаларҙың тотҡонлоғо тағы ла ҡурҡынысыраҡ...
* * *
     Һәр хатаңды артабан үҫеш өсөн ҡуллан. Хаталар юҡҡа бирелмәй ул.
* * *
     Бәхеттең күктән төшкәнен көтөп ятырға түгел, уға лайыҡ булыр өсөн көс тә һалырға кәрәк.
* * *
     Принципиально не худею. Нравлюсь себе такой, какая есть... Я, возможно, из семейства баобабов, а зачем баобабу быть ивушкой...
* * *
     Даже если летом выпадет снег — значит, есть в этом великий урок Всевышнего.
* * *
     Ғүмерең мәғәнәһеҙ эштәр менән үтеүенән дә үкенеслеһе юҡтыр...
* * *
     Интернет тәүфиҡһыҙ, интернет тегеләй-былай, тиҙәр. Әлләсе... Минең интернетым һәләк тәүфиҡлы, ғилемле, етмәһә, күберәк башҡортса ғына һөйләшә.
* * *
     Заманы шул тип, заманға япһарыу бик йыш фажиғәгә килтерә, сөнки мәңге үтмәҫ ҡиммәттәр бар. Заманы шул тип оятһыҙланма. Заман уҙыр, ояты ҡалыр.
* * *
     Ал-ял белмәй эшләмә, баш менән эшлә!
* * *
     Элек партияға алыу ысын имтиханға әйләнә ине бит. Биләрит райкомында сауҙала эшләгән бер дәрәжәле кешене ағзалыҡҡа ҡабул иткәндә беренсе сәркәтип А.Ғ.Ғүмәров:
     — Һуңғы ваҡытта Лениндың ниндәй әҫәрҙәрен уҡының? — тип һорай икән. Барлыҡ вуздарҙа мотлаҡ конспектлана торған хеҙмәттәре була торғайны пролетариат юлбашсыһының. Яҙа-йоҙа ҡолағына салынып ҡалғандыр инде, дәрәжәле әфәнде:
     — “Шаг вперед, три шага назад”, — тип яуаплаған.
     — Не многовато ли назад? — тип ҡуйған шунда беренсе сәркәтип.
    Ҡабул итеү комиссияһының етди булырға тейешле талапсан ағзалары йығылып ятып көлмәй булдыра алмаған.
     ...Лениндың “Шаг вперед, два шага назад” тигән хеҙмәтендә һүҙ ни хаҡында, кем хәтерләй, ҡорҙаштар?
* * *
     Күңел тәҙрәләре гел матурлыҡҡа асылһын!..
* * *
     Шулайтһа, былай булыр ине, тип аҡыллы башланып, үткәндәр тураһында һөйләү еңел. Ә бөгөн шулайтһаң, иртәгә тап көткәнсә булырын кем белә?
* * *
     Бәхетлемен — кемгәлер ярҙам итә алһам, онотам. Ә бына ярҙам итә алмаған осраҡтарҙың ҡайһы берҙәре йылдар буйы йөрәкте өйкәп тора.
* * *
     Баҡса ҡапҡаһы бикле булырға тейеш. Кәзә мөнтәп торған баҡсала уңыш алыу икеле...
* * *
     Хорошо, когда человек живет одним им — Всевышним...
* * *
     Тупрағыбыҙ беҙҙеке булғанда ғына, башҡорт булып ҡалырбыҙ.
* * *
     Хәтәр шәп туйҙар менән хәҙер шаҡ ҡатырып булмай, һеҙ хәтәр шәп ғаилә булып йәшәүегеҙ менән шаҡ ҡатырығыҙ.
* * *
    Төрөк илбашын тыңлағанда, күҙҙәремдән йәштәрем атылып сыҡты: “Халҡым, милләттә типкән йөрәк беҙҙә лә тибә, милләт ҡаны тамған ергә беҙҙең дә ҡан тама...” Шуларҙың тел оҫталыҡтарына, шағирәнә бөгөлдәренә хайран ҡалам.
* * *
     Һағыныуҙар һөйөү хаҡын арттыра.
* * *
     Аҡмулла шиғриәте — башҡорт әҙәбиәтенең ҡаймағы ла, хатта аҡ майы ла түгел — һары майы!
* * *
     Халҡым тигән депутатҡа ла тороп һүҙ әйтергә аяҡ терәрлек ҡаты ер кәрәк. Ә ул беҙҙә — һаҙмырт, уйнап тора...
* * *
                Гөл-сәскәле күңелдәрҙән
                Гөл-сәскә тамып тора.
* * *
     Ҡайғыларыбыҙға беҙҙән дә ныҡ ҡайғырыусы — ул әсә. Шатлыҡтарыбыҙға беҙҙән дә ныҡ шатланыусы — ул әсә. Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла уларға сабырлыҡ бирһен Раббыбыҙ.
* * *
     Һаман кемдер амбразураға ятырға тейеш, ә башҡалар, “ят, ниңә ятмайһың”, тип аҡырыша.
* * *
     Беҙҙең инйәр-ҡатай ҡатын-ҡыҙы ауыр эшкә беше ине бит — һыбай йөрөп, бесән эшләп, утын ҡырҡып, хатта бура ла һалып көн күреп ятҡас, урман эшенә сымыры ғына тотонғандар. Һуғыш сыҡҡас, ҡәйнәм ҡайныма арҡыры бысҡы менән ағас йығышып, көнөнә 8-әр кубометр әрҙәнә өйгәндәр. Ҡайнымды һуғышҡа алғас та, 5 балалы көйө (кесеһе яңы күренгән) бригадала эшләй. Уға иптәшкә ҡуйылған ҡыҙҙы һөйләй торғайны. Ялан яғыныҡы булған. Балтаһын һелтәһә — балтаһы ҡарға оса ла, бата-сума шуны эҙләй, саҡ табып алһа, һелтәнгән ыңғайы туңған бейәләйе осоп китә икән. Ҡатай ҡыҙҙары быны күреп көлә. Ә теге меҫкен ҡарға ултырып илай, ти.
     Шуларҙы гел ейәнсәрҙәремә һөйләйем. Ҡара эшкә өйрәтәм. Донъялар имен булһын. Тик кеше тормош рәхәттән генә тормай икәнен аңларға тейеш.
* * *
     Мөхәббәт ул тәрбиәләп үҫтерер ағас һымаҡ. Ул йә ҡороп ҡала, йә йылдар үтеү менән тәрән тамырлы, ҡолас етмәҫ олонло, мөһабәт сатырлыға әүерелә.
     Сибек кенә үҫенте лә, яҡшы тәрбиә булғанда, башҡаларҙы уҙып китеүе мөмкин...
* * *
          Һәр кухня — бер хөкүмәт, бер парламент!
          Ябай ғына итеп йәшәй белмәйбеҙ.
* * *
     Кешенең төрлөһө бар. Хатта кешенең үҙендә изгелек менән яуызлыҡ рәттән йөрөй.
* * *
     Тел дә ҡараялыр ул кәрәкмәгән нәмәләр яҙыуҙан.
* * *
     Йәнә бер көн үтте лә китте... Аҙна бер көндәй үтте... Йыл...
Ғүмерем дә әле кисә генә башланған кеүек.
Шиғырымдан:
      Бер йомарлаҡ ҡарҙыр — ғүмерҙәр...
      Керпектәремдә шул ҡар ирей...
* * *
     Эсең тулы бысраҡ уй, көнсөлөк, мәкер булһа, тыштан нисек ялтыраһаң да, еҫе таралмай ҡалмаҫ.
* * *
     Игелегең дә, яуызлығың да үҙеңә кире ҡайта. Тик ҡасан һәм нисек ҡайтҡанын ғына белмәй ҡалабыҙ.
* * *
     Айҙың ҡараңғы яғы беҙгә күренмәй. Тормошобоҙҙо ла Айҙы күргән кеүек күреп өйрәнһәк ине икән...
* * *
     Миңә туған телем ҡайҙалыр кәрәк булған өсөн түгел, ҡанбабаларым теле булған өсөн кәрәк, атам-әсәм теле булған өсөн кәрәк. Атай кәрәк, әсәй кәрәк булған кеүек үк.
* * *
     Усаҡ утын ташлап торғанда ғына йылыта. Хистәр һүрелмәһен өсөн яҡшы һүҙҙәр, яҡшы ғәмәлдәр кәрәк.
     Йылы алайым тиһәң, үҙең дә йылыт.
* * *
     Шариковтарға дин өйрәтһәң, улар динде лә эт ояһына әйләндерә инде...
* * *
     Башкирам не присуща алчность — хватать все, сколько сможет! Охотился — не убивал сверх нужного (а нужно было только чтоб прокормиться); дерево валил, прося разрешение у Духа леса (лишнего не брал, боясь его гнева) — когда даже приняли Ислам сохранилось такое самоограничение: воду брал только сколько нужно, возбранялось выливать без надобности, никогда не гадили в воду... Вот такая философия жизни — аскетизм. Который возможно воспринимается по- сторонними как лень, непредприимчивость, неповоротливость... Да, в нынешнем алчном мире нам тяжело... Трудно приспосабливаемся. А нужно ли?
* * *
     Кеше йөрәк-хис менән түгел, аҡыл менән йөрәген йүгәнләп өйләнергә тейеш. Хис — ул үтә торған һауа торошо. Кешегә иһә дөйөм климаттан сығып эш итергә кәрәк.
* * *
             Камил булмаған
             Камилдар ҙа була.
* * *
     Ир-ат ҡатнашҡан эштә ҡот була, арҡа турая!
* * *
     Ағас йортҡа магазин мебеле шул тиклем йоғашмай! Таҡта кәштәләр, һике (урындыҡ) күрге килә! Һике аҫтында өләсәйем әрмәк (балаҫ) һуҡҡыс, кеше күҙенән йырағыраҡ тота торған монаятын ҡуя ине. Һис юғы, ағас карауат, ултырғыс...
     Аҡса әрәм иткән кеүек күрәм шул бысҡы вағынан эшләнгән нәмәләргә...
* * *
     Карикатуры на Пророка — это вид террора, только на духовном уровне.
* * *
     Зыкина йырлағанса: часто мужчины нас любят нестрогими, а в жены лишь строгих хотят. Һаман да шулай ул.
     Бер кеше лә кемдер танау һемгергән ҡульяулыҡ менән танауын һөртмәй. Нормальный булһа...
* * *
             ...Хыялдағы ошо нур-бишеккә
             Ҡағылабыҙ икәү һаҡ ҡына...
(“Зөфаф төнө” шиғырымдан). Бына ҡушылыу төнөнөң оялсанлығы, тартыныуы, бер -берендең серен тәүгегә асыу... Һәм был сер — шул икәүҙеке генә...
* * *
     Әсәйем 57 йәшендә үлемесле ауырып китте. Тамағынан икмәк үтмәне. Үҫкәндә тамағым икмәккә туйманы, икмәк ашай алмай асығып китергә яҙған, тине. Шуға ла әсәйем бешергән икмәк — йәшкә сыланған икмәк минең өсөн.
* * *
     Төрлө илдәрҙә күп кенә булырға тура килде, шөкөр, сағыштырырға була. Үҙ йортоң — үҙ йортоң инде, Урал ташына баҫһаң күкрәктәр киңәйеп китә. Үҙ еремдә лә шуларҙан кәм йәшәлмәй! Юлдарыбыҙ хөртөрәк булһа ла, кешеләребеҙ ихлас!
* * *
     Элек ҡалын иренле, ҙур ауыҙлыларҙы беҙҙең халыҡ “сабата ауыҙ” тип тә ҡуя торғайны. Сөнки уймаҡ ауыҙ — матурлыҡ билдәһе һаналды. Софи Лоренды шуға күрә “матур” тигәндәр әҙ була торғайны.
     Хәҙерге заманда ҡыҙҙар үҙҙәре ауыҙҙарына ботокс менән сабата яһап алалар...
* * *
     Алтын ҡулдың баһаһы алтындан юғары бит ул!
* * *
     Ирек-ирек тип ҡысҡыра башланылармы — ҡан ҡойош көт! Ғәмәлдә “ирек” донъяның байлығын ҡармауға ҡайтып ҡала. Болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоу...
* * *
     Һәр халыҡтың күңеле — үҙе бер йоҙаҡ, һәм уның асҡысы тик үҙенеке генә.
* * *
     Беҙҙең халыҡта кеше алдында шыр яланғас сисенеү юҡ. Әҙәп көслө. Хатта әле бөгөн дә — тиҫтә йылдарса бысраҡ һыу эсендә йәшәһәк тә. Шиғриәтебеҙ ҙә шундай. Бик нескә, өрфөйә генә эротика боронғо йырҙарыбыҙҙа ла. Тәүфиҡ тигәнде онотмай ижад ителгән. Шуға ла сер бар, танһыҡлау бар.
Шыр яланғас эротика беҙҙең әҙәбиәткә килеп инһә, порнография кеүек ҡабул ителә лә ҡуя.
Аҡмулланың: “Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр”, — тигән һүҙҙәре иҫкә төшә.
* * *
     Ҡайһы бер әҫәрҙәрҙе уҡығанда эй тәмле инде! Ул төҫө, ул еҫе, ул композицияһы! Тик... Халҡыбыҙ әйтмешләй, ризыҡты ашағанда түгел, аш булып һеңгәс маҡта. Уҡып сығаһың да: “Ә был миңә нимә бирҙе әле?” — тип үҙеңә һорау бирһәң, эсеңде бора башлай...
* * *
     Таланттар тырнаҡ билдәһе эсенә алына алмай ул... Алырға тырышҡанда ла ярып килеп сыға...
* * *
     Ағинәй менән йәш ҡатын һөйләшеүенән:
     — Инәй, мин бер дуҫыма гел яҡшылыҡ эшләйем, әммә ул үҙе һәр саҡ минән генә ниҙер көтә, ә үҙенән бер игелек күргәнем юҡ.
     — Яҡшылығың өсөн ул түгел, ә Аллаһ ҡайтаралыр тип уйламайһыңмы? Бәлки, шул игелектәрең хаҡына Аллаһ өлөшөңдө арттырғандыр, һаулығыңды нығытҡандыр, бер бәләнән, ҡайғынан ҡотҡарғандыр, яҡындарыңды ҡурсалағандыр. Игелек бер ваҡытта ла юғалмай. Бары тик беҙ уға ниндәй бүләк бирелгәнен генә белә алмайбыҙ.
     Бер ваҡытта ла кешегә, мин һиңә шуны-шуны эшләнем, ә һин... тип үпкә белдермә. Игелекте Аллаһ хаҡына тип эшлә.
* * *
     Тормош, белеүебеҙсә, ирҙән — Әҙәм ғәләйһиссәләмдән башланған. Беҙ бары тик шул умыртҡаға береккән кәкре ҡабырға. Ир-атты тәрбиә өсөн яуапһыҙ итеп күрһәтеү һис дөрөҫ түгел! Атай кеше — арҡа һөйәге, ул ныҡлы булһа, кәүҙә лә, йәғни ғаилә лә, ныҡ тора.
* * *
     Итальян йырҙарында башҡорт йырындағы кеүек моң бар. “О соле мио” йырын Абдулла Солтанов ағайҙан йырлатырға кәрәк ине... Йә Лучано Павароттиҙан — башҡорт халыҡ йыры “Буранбай”ҙы.
* * *
     Беҙҙең илдә көн дә байрам, көн дә туй. Бөгөн “День тещи” тигән байрам, имеш. Урыҫта теща бик ҡурҡыныс икән ул. Башҡортта кейәү ҡәйнәһе:
     — Кейәү ҙә кейәү тиә-тиә, елкәм ергә тейә, — тип әйткән, ти.
* * *
     Ғүмәр Хәйәмдең: “Ты лучше голодай, чем что попало есть”, — тигәне һәр саҡ ҡолаҡ төбөндә.
Халҡыбыҙ ҙа “әҙ булһын, тәмле булһын” тигән. Бында тәмле тигәне — сифатлы тигәне лә. Ҡәйнәмдең, “яман ризыҡ үҙеңде ашай”, тигән һүҙе була торғайны...
* * *
     Египетта (Мысырҙа) кәләште мыҡты кәүҙәле, тештәре ныҡ булған ҡыҙҙар араһынан буласаҡ ҡәйнә үҙе һайлап ала. Элек дөйөм мунсаларҙа күҙләһәләр, хәҙер төрлө фитнес-клубтарҙа, спорт майҙансыҡтарында эҙләйҙәр икән. Ҡыҙҙың аяҡ-ҡулы йыуан булырға, ә тештәре менән ҡаты сәтләүек яра алырға тейеш.
* * *
     Тормошта ҡаралама юҡ. Барыһы ла һуңғы вариантта яҙыла бара...
* * *
     Принесли целую кучу праздничных номеров республиканских газет. Очень много фотографий пожилых людей, ветеранов. Муж просмотрел и сказал задумчиво:
     — Какие покорные глаза у старшего поколения...
* * *
     Кемдер үҙ ерендә ябай таш та таба алмай. Ауылымда йортобоҙ янынан аҡҡан Оҙонуйым буйы — һибелеп ята ҡыҙыл йәшмә!
* * *
         Төҙөк донъя ҡалдырманылар, тип зарланаһыңмы?
         Тот та үҙең төҙөкләндер...
         Ыратып булмаймы?
         Үәт, шул-шул...
* * *
     Сәйер замандар килде — утһыҙ ҙа төтөн сыға... Мине ярайһы йыш шундай төтөн солғап ала... Шырпыға ла тотонған юҡ үҙе...
* * *
              Эте уҫал, бесәйе лә,
              Һөҙгәк хатта һыйыры,
              Нисек шундай ихатаға

              Инергә һуң ҡыйырһың?!
              Әммә уҫал мал-тыуарҙың

              Онотолор нужаһы,

     Эттән яман өрә-өрә Килеп сыҡһа хужаһы!
* * *
     Япондарҙа, баҡһаң, ошондай инаныс бар — бер биҙрә йыйылған сакура сейәһе ашағансы, ҡул теймәгән тәлгәштән 5 сейә ашау етә!
* * *
     Торт, ризыҡ кеше һынында эшләнеүен өнәмәйем. Берҙән, динебеҙ ҡушмай, икенсенән, нисек инде кеше һынын киҫкеләп, ашап ултырырға мөмкин?! Нимә тәрбиәләй был?!!!
* * *
    Мин 10 йәштәрҙә булғанмындыр, өләсәйемә килгән инәйҙәрҙең һөйләшеп ултырғаны күҙ алдымда:
— Бала бала булһа ғына бала, уның сағаһы ла бар бит әле, — тине шунда берәүһе.
Ул саҡта бик аңлап етмәгәйнем. Йылдар үткәс, ҡайта-ҡайта иҫкә төшә.
* * *
     Беҙ барғанда Мөхәмәтша Буранғолов ауылындағы мәктәпте ябырға комиссия килеп ҡалды... Йән иланы...
2013, июнь. Ырымбур өлкәһе.
* * *
     “Өфө йүкәләре” йырын ишеттем дә, күҙҙәремдән йәш атылып сыҡты...
Ҡайҙа йүкәләр? Ҡайҙа Назар ағай... Ҡайҙа Өфө урамдарының бал еҫтәре аңҡытып ултырған саҡтары?
Йәшлектең ошо күренештән алҡынған мәлдәре...
* * *
     У нас природа очень красивая. Но не умеем мы относиться к ней по- человечески.
Как-то у меня взяли интервью после поездки в Швейцарию — спросили мои впечатления. Я сказала, что да, природа схожая. Но наша — как бедная доярка советских времен — в телогрейке и кирзовых сапогах, без следа макияжа на лице и укладки волос, а у них — ухоженная как королева.
* * *
     Сәй көнө лә бар икән.
Сәй — башҡорт аш-һыуында айырым урын тотҡан эсемлек. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев — мәғрифәтсе-шағир, ғалим, башҡорттарҙан беренсе булып илде өйрәнеүсе. Ул әсенеп, башҡорт сәй менән шәкәргә исрафланып бөлөнә, тип яҙып та ҡалдырған.
* * *
     Как говорил мой любимый Дед Щукарь, мы — люди староприжимные... Кстати, этот дед мне поднимал настроение, когда лежала прикованная к постели после тяжелой автоаварии.
    Родные приходят в палату и сидят такие понурые, как-будто я уже лежу в гробу. Естественно, сильно переживали, что даже улыбаться не могли... Не выдержала, потребовала привезти “Поднятую целину”. И стала читать вслух каждый раз мужу злоключения деда, хотя мне запрещалось читать... А как больно было смеяться!
     Но этот смех поднял меня на ноги...
* * *
    Ҡайһы берәүҙәр берәй шәхесебеҙ тураһында яман-яман нәмәләр әйтә лә, милләт өсөн ҙур эш ҡырғандай, кәпәренеп йөрөй башлай. Ғәмәлдә бындай кеше милләттең нигеҙен кимерә, сөнки кәмһетелгән, тапалған шәхестәр үҙҙәре лә һына, әйтер ерендә лә әйтә алмай — сөнки уның кәрен алғандар, уның аяҡ аҫтындағы ер уйнап тора, һаҙмырт, батҡыл!
Шунан инде ситтәр, әй ул башҡорттоң кеме бар, быныһы — тегеләй, тегенеһе — былай, бер йүнле кешеһе юҡ, ти.
     Шәхес менән милләт шул тиклем бәйле — милләте шәхесенең ҡәҙерен белмәһә, үҙе ҡаҡшай, ә милләт ҡәҙерен белмәгән кеше шәхес тә була алмай.
* * *
     — Күңел ҡояшым һүнде... — тип яҙа бер һылыу.
     Күңел ҡояшы бер генә ул, балаҡай, ул Аллаһ! Ул бер ваҡытта ла һүнмәй. Үҙең генә һүндермәһәң инде... Ә Ул булған ергә ҡояш инмәй ҡалмай...
* * *
     Һуғыш башланғанда әсәйем 11 генә йәшлек булған. Ул һөйләгәндәрҙән: “Ирҙәр һуғышҡа китеп бөттө. Тотош колхоз эше ҡатын-ҡыҙ, балалар елкәһендә ҡалды. Көндөҙ баҫыуҙа тырма артынан ҡалған башаҡты йыябыҙ, төнөн иген һуҡҡан ерҙә иген көрәйбеҙ. Үлтереп йоҡо килә, аяҡ өҫтө тороп, лобогрейкаға тотоноп йоҡлай торғайным.
     Ҡайтҡанда кейемде тикшерәләр — берәй ус иген урланмағанмы, йәнәһе. Ойоҡбаш ҡунысында иген табылған 18 йәшлек ҡыҙҙы төрмәгә ебәрҙеләр. Унан хат килде:
     — Эш колхоздыҡынан ауырыраҡ түгел, әммә режим менән ашаталар, ИКМӘК бирәләр.
     Шул хаттан һуң беҙҙең ҡыҙҙар рәттән иген менән тотола башланы. Ә күрше ҡатын өс балаһы менән астан үлде”.
* * *
     Ғаиләбеҙҙә күмер эҫеһендә бешкән көлсәләрҙе яраталар. Кисә, тыуған көнөмдә, шешлек мейесендә яҡындарым яратҡан башҡорт ризығы бешерҙем. Уттан төшә тора, ялт итеп ҡулдарға күсә тора. Заман балалары булһа ла, ейәндәрем дә башҡорт ризығына тартыла... Башҡортлоҡ шуның кеүек “ваҡ” нәмәләрҙән һалыналыр ул.
* * *
     Беҙҙең яҡта ат менеп йөрөй белмәгән ҡатын-ҡыҙ булмай торғайны, тау ҡыҙҙары бит беҙ. Педучилищеға уҡырға ингәс, Инйәргә, тимер юлға тиклемге 30 саҡрымдан ашыу юлды гел һыбай йөрөлдө. Яңғыҙ ғына ҡайтҡан саҡтар була торғайны. Ул мажаралар иҫкә төшһә, әле арҡа сымырҙап китә. Баламды ла, ейәнсәремде бигерәк тә, ҡурҡмай шулай сығарып ебәрергә йөрәк етмәҫ ине.
* * *
     Бөркөттәр, һунарға өйрәтелгән ыласындар һуғышҡанды күргәнегеҙ бармы?
Миңә быны Башҡортостанда ла түгел, Ҡаҙағстанда ла түгел, Чехияла күрергә насип булды. Туристар өсөн махсус әҙерләгәндәр...
     Их башҡортом, ниңә беҙ күрһәтмәйбеҙ?!
* * *
     Чехов — яратҡан яҙыусым. Уның “Гриша” тигән хикәйәһен яңынан уҡып, бөгөн дә күңелде күтәреп алдым. Бына өҙөк:
     “Няня и мама понятны: они одевают Гришу, кормят и укладывают его спать, но для чего существует папа — неизвестно...”
     ДЛЯ ЧЕГО СУЩЕСТВУЕТ ПАПА — минеңсә, быны бөгөн байтаҡ ҡына атайҙар ҙа аңлап еткермәй шикелле ул.
* * *
     Сестра мужа жила довольно долго на Украине. Она рассказывала, что там не верили, что в Башкортостане были голодные смерти во время войны.
     Свекровь спасла свою корову, которую хотели увести со двора за недоимки. Она посадила на корову младшую дочь 4 лет и сказала:
     — Забирайте вместе, все равно умрет с голоду.
    Свекор был на войне. Детей — 5.
* * *
     Йорт түгел — күрше һатып ал, ти халҡыбыҙ. Күп ҡатлы йортта ни — күршенең кеме юҡ!
Шуныһы бар: хәҙер кеше күршеләрен йыш ҡына хатта белмәй ҙә... Бер ауыл түгел, бер ҡасаба халыҡ һыя бит ҡайһы саҡ йортҡа!
* * *
Өлгөрөп тә булмай аптырарға —
Көн эсендә һауа үҙгәрә:
Кисә хаким булған — бөгөн тотҡон,
Кисә тотҡон — бөгөн эйәрҙә!
Төн эсендә Янукович “юғалып”, Юлия Тимошенко төрмәнән сығарылып,
Майҙанға килгәс яҙылған шиғырым.
24 февраль, 2014.
* * *
     Иҙелдә аҡсарлаҡтарҙың балыҡ тотоуын ҡарап тороуы үҙе бер тамаша! Тоҡойоп осоп киләләр ҙә саңғы менән уҙғандай ғына бер нисә секундҡа һыу өҫтөнә тейеп алып, аҡ сабаҡты тибеп, ялтыратып күтәреп алып китәләр. Өсөнсө көн 6 йәшлек ейәнебеҙ менән Иҙел буйына барғайныҡ, нишләп ул балыҡ тота, ә һеҙ тота белмәйһегеҙ, балыҡ бар бит, тип бик ҡаты үпкәләне.
* * *
     Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөн байтаҡтарҙың динлелеге түбәтәй-яулыҡ, һаҡал, тәһәрәт тирәһенән һирәк үтә.
     Аҡмулла әйткән:
Иң әүүәл паклау кәрәк эстең керен,
Эстә тулып ятмаһын һаҫыҡ эрен.
Аһ, дәриға! Эс таҙарһын, эс таҙарһын!
Булмаһа, файҙа бирмәҫ ҡоро белем.
     Эс таҙармаһа, уҙған быуаттарҙағы урыҫ мужиктарыныҡы кеүек йөнгә батып, ялбырап торған көрәк һаҡал үҫтереүҙәр, яулыҡҡа төрөнөүҙәр Аллаһ алдындағы иң ҙур хеҙмәт түгелдер.
* * *
     Булған хәл.
Бер егет ике ҡыҙ менән бер юлы йөрөп, береһе ауырға ҡалған. Ауырлыһы икенсеһенә килеп, “мин бала көтәм, бир уны миңә”, тип бик илап һораған. Ул саҡта ирһеҙ бала табыу ҙур ғәрлек, оятсылыҡ һанала ине бит. Хәҙер генә ул ҡараштар үҙгәрҙе.
     Икенсеһе, “юҡ, ул минеке”, тип яуап ҡайтарған. Ошоноһона өйләнгән теге егет. Күпмелер йәшәгәс, ирҙе сир түшәккә һалып ҡуйған. Ҡатыны хәҙер нисә йылдар шул ирҙе ҡарай.
     Теге алданған ҡыҙ балаһын тапҡан, үҙенә пар ҙа табылған. Ире менән килешеп, бик матур йәшәйҙәр.
Фәһем өсөн һөйләйем, бер һығымта ла яһамай ғына. Бары тик бер ваҡиға. Күҙ йәштәре алыу тураһында...
* * *
     В моей деревне кроме основного дома во дворе строят еще и маленький домик, который зимой используют для содержания новорожденной скотины в тепле, а летом он служит кухней. В нашем таком домике появились мыши. Мама однажды поругала кошку, что та ленится, не ловит мышей. И в этом же домике прилегла отдохнуть и уснула. Когда проснулась, увидела на стульчике напротив кошку, у которой будто искры сыпались из глаз. Увидев, что мама проснулась, она важно, с достоинством посмотрела на хозяйку и, спрыгнув со стула, вышла из домика. Мама приподняла одеяло и вдруг на груди рука нащупала что-то мягкое, пушистое. Это была задушенная мышка...
* * *
     Әгәр кеше ысынлап ижад итергә теләй икән, өйрәнергә, тәнҡитте лә күтәрә белергә тейеш.
Үҙе өсөн генә яҙғандар бар: был күңел ихтыяжы икән — яҙһындар. Әгәр улар яҡшылыҡҡа өндәй икән — насармы ни? Интернет ул — шырлыҡ, шул уҡ ваҡытта киңлек. Шырлыҡта ниндәй генә ҡош һайрамай! Һайраған бере һандуғас түгел. Тап ана шул төрлөлөк шырлыҡты йәнле итә, үҙенсә йәмле итә. Бик бысраҡ нәмәләр менән тулғансы, тулһын әйҙә шиғырға!
     Урыҫта кәкүкте өнәмәйҙәр, ә беҙҙә кәкүк — һағыш ҡошо. Мин таңдарҙа хатта әтәс ҡысҡырғанын да яратам, Шолоховтың Нагульновы һымаҡ уҡ булмаһа ла.
Шиғриәт урманында һәр ҡоштоң үҙ урынылыр. Һәм шул киңлектә урын барыбыҙға ла етә әлегә, шөкөр!
* * *
    Общество больное у нас не потому, что Аллах велел, а потому, что живем не по его предписаниям. На всех уровнях. Нарушаем его каноны и думаем, что не последует наказания.
     Каждый из нас ответственен за свои поступки, и проступки так же отражаются в жизни общества, ведь даже маленький укольчик иглы мы чувствуем всем телом. Общество — это одно тело.
* * *
     Атын менеп алып гел артҡа ҡарап китеп барған кешене күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Аты үҙе теләгән ергә алып бара, шырлыҡҡа ла инеп китә, батҡаҡҡа ла сума. Теге кеше атын юлға сығарып ала ла йәнә артҡа ҡарап барыуын дауам итә, ти. Икенсе бер һаҙға инеп батҡансы...
     Был мөмкин түгел тиһегеҙме? Ә мөхәббәтемде, яҡынымды юғалттым тип; теге саҡ хата эшләнем тип; анау кеше мине ҡыйырһытҡайны; бынау кеше кем генә ине, мине уҙып китте тип; тегенеһе юғары исем алды тип һ.б., һ.б. насар уйҙарынан сыға алмай, эсендә гел көйөк тә гел нәфрәт, гел көнсөлөк, гел ҡайғы йөрөткән кеше шул артҡа ҡарап барған атлыны хәтерләтмәйме ни?
     Арттағы — үткән инде, булыры булған — туны туҙған. Юлдарыңдан имен генә үтер, ниәтләгән ереңә барып етер, атыңдан осоп ҡалмаҫ, донъя матурлыҡтарын күрер өсөн алға ҡарап барыу хәйерлерәк түгелме?
* * *
     Әтәс булып ҡысҡырған тауыҡтарҙы ауылда көнөндә үк, афәт килтерә тип, салып ырғыталар ине.
Изге китаптарҙа енестәр буталыуы арҡаһында ҡылынған гонаһтар өсөн юҡҡа сығарылған ҡалалар, халыҡтар тураһында яҙылған. Бөгөнгө археологик асыштар ҙа унда яҙылғандарҙың дөрөҫлөгөн раҫлай. Янартау көлө аҫтында ҡалып юҡҡа сыҡҡан Помпей, Содом, Гоморра ҡалалары табылғас, ҡаҙыныу эштәре ваҡытында күпләп бер енеслеләрҙең оргия ваҡытында һәләкәт булыуы асыҡланған — былар мәңгелек хурлыҡ һәйкәлдәре булып шул хәлдәрендә ҡатып ҡалған. Хәҙер инде Европа яңынан шул сәғәттәргә яҡынлаша — унда, имеш, хөрлөк, демократия... Ошо хәшәрәтлекте пропагандалау бара, имеш, прогрессив бәндәләр. Нимәһе прогресс — помпей ваҡыттарына кире ҡайтыумы?! Әгәр шулай барһа, сәғәте һуғырға күп ҡалмағандыр...
* * *
     Ислам динендә милләт юҡ тигәне — Алланың бар милләттәргә лә бер тигеҙ итеп ҡарауы, милләттәрҙең үҙ-ара ихтирамлы мөнәсәбәте тип аңларға кәрәктер. Диндә раса, милләт нигеҙендә ҡыйырһытыуҙар ғәйепләнә. Бар милләттәр ҙә ергә тиң хоҡуҡлы булыр өсөн килгән. Һәммә милләттәр, төрлө сәскәләр кеүек, ер шарында бер матур гөлләмә тәшкил итә.
     Мәгәр ғаилә ҡорғанда милләткә иғтибар итеү бик кәрәк. Милләт — ул тәбиғәттәге бер сәскә кеүек. Мәҫәлән, рауза сәскәһе. Уны ҡайҙа ултыртһаң да, ул рауза булып үҫә, рауза булып сәскә ата. Умырзая менән дә, боланут менән дә ҡатнашмай. Уның үҫер өсөн тейешле мөхите, шарттары булыуы кәрәк. Милләт тә шулай, үҙен һаҡларға, үҫтерергә тейеш.
* * *
     Мәрйә һабаҡташым минең менән башҡорт көйҙәрен тыңлап ултыра торғас:
     — Бөтә көйҙәрегеҙ ҙә артыҡ һағышлы, хатта бер иш кеүегерәк, — тип әйтеп ҡуйҙы.
     — Тарихыбыҙ һағыш тулы, — тинем. — Әле һин һағышты ғына ишеттең. Тыңлаған һайын асыла ул беҙҙең йырҙар.
     — Ул тиклем ни ҡайғығыҙ бар һуң?
     Ни тип яуап бирәһең инде... Һөйләй башлаһаң, интернационализм тигән бөйөк сәйәсәт иғлан иткән ил тарихын һанламайым булып сығасаҡ. Ул саҡтағы тарих китаптарына яҙылмаған ҡанлы биттәр...
     — Беләһеңме, беҙҙең көйҙәрҙә ҡаялар иңрәүе, урман шауы, Ағиҙелдең уйсан ағымы, шишмәләр сылтырауы, дала еле, буран һыҙғырыуы, умарта гөжләүе, өйөр сабыуы, сулпы сыңы, ҡурай моңо һәм бүре олоуы, ир- азаматтың йөрәгенән сығармай тотҡан өнһөҙ күҙ йәше бар, — тип әйткем килде. Тик аңлар инеме икән ул быны?
     — Башҡорт йыры ул — ҡурайға ҡушылған бүре олоуы, — тинем.
Ысынлап тороп бүре кеүек олоғом килде шул мәлдә...
* * *
     По поводу фоторепортажа из женской колонии, где отражена и жизнь рожденных в тюрьме детей:
“Такие невинные малыши, а какая им уже жизнь уготована”, — пишет одна женщина.
     Какая жизнь кому уготована — мы не знаем в любом случае. Рождается ли в тюрьме или на свободе, в благополучной семье. Сладко ли детям там, где идет война? Родители пьющие... Или тяжелые инвалиды... Малообеспеченные... да много чего. Пусть будет суждено этим детишкам испытать счастье в будущем. Они не знают другой жизни, потому они и там могут чувствовать себя хорошо. Ведь счастье в мозгу у человека.
* * *
     Аллаһы тәғәлә тап иткән хәләлеңдең етешһеҙлектәренең яҡшы яҡтары ла бар икән ул.
Бер ауылда ире эшкә бик һәлкәү, ҡатыны иһә өлгөр ғаиләне белә инем.
     Тәү күргәндә хужабикә апай баҙ аҫтынан килеп сыҡты. Дөрөҫөрәге, башта баҙ аҫтынан иҙән таҡтаһына нимәлер һалынған туҫтаҡ сығып ултырҙы, унан бәрәңге һалынған тас ҡунаҡланы, шунан ғына иҙән таҡтаһына тотоноп сығып килгән апай башы күренде. Ул спортсылар таҫыллығы менән кәүҙәһен күтәреп, аяҡтарын иҙәнгә тартып алды!
     Аҙаҡ асыҡланыуынса, бында баҫҡыс тигәнең бары һарай башына менгән ерҙә генә бар икән. Уныһы ла бесән ятҡан ҡыйыҡ аҫтына барып етмәй, апайға йәнә “подтяжка” эшләргә тура килә.
     Ул ваҡыттан күп һыуҙар аҡты. Яңыраҡ улар хаҡында хәбәрҙәр килеп иреште. Ағай инде донъянан киткән, әммә 90 яғына ыңғайлаған теге апай һаман теремек, кәүҙәһе лә ҡыҙҙарҙыҡы кеүек һылыу... Баҙ аҫтынан да һаман баҫҡысһыҙ сыға икән.
     Хәрәкәттә — бәрәкәт шул.
* * *
     “Кавказская пленница” фильмында мәҙәк итеп күрһәтелһә лә, иҫ киткес фәлсәфәүи бер кадр бар — Шурик психбольницала аяғын терәп тороп ишекте тарта, ә теге асылмай. Баҡһаң, кире яҡҡа бары тик еңелсә генә этәргә кәрәк булған... Тормошта ла шулай була бит.
* * *
     Улымды, Ҡыш бабай бүләк килтерә, тип алдағаныма бик үкендем. Бик ышаныусан, бер ҡатлы, саф күңелле бала, әйткәнемә ышана ла ҡуя ине. 4-се синыфта уҡығанда күрше малайы Володя, бүләктәрҙе Ҡыш бабай килтермәй, әсәйең һала, тигән.
     Улым бәхәсләшкән, ул йоҡлағанда ғына килә лә шыршы төбөнә бүләк һала, тигән.
— Ә нишләп миңә килтермәй? — ти икән Володя.
     Улым шуны миңә һөйләне лә күҙҙәремә мөлдөрәп ҡараны. Мин балаға дөрөҫөн һөйләргә мәжбүр булдым, ҙур ғына бит инде, иптәштәре көлөр, тип уйланым. Үҙемә бик-бик ҡыйын булды. Йәлләнем баламды. Уның йөҙөнә лә ҡарай алманым.
     Алдарға ярамай баланы. Әкиәт ул, тип кенә әйтеү бик етә, ваҡлап һөйләп тә торорға кәрәкмәй.
* * *
     В досоветской башкирской поэзии нет пустого эстетства, бесплодного умствования, деланности. Есть очень эстетичная, мудрая поэзия, философия жизни.
* * *
     Ҡышҡы аяҙ көндә яңғыҙ ағас сатырҙарының һыҙатланыштарын ҡарарға яратам. Бөләңгерт кенә тәлгәштәрҙә әллә күпме нәфис төҫмөр, әллә күпме “селтәр”! Уҫаҡтарҙың наҙлы йәшкелт ҡайырыһы, тирәктәрҙең ҡыҙғылт-көрән суҡтары, ҡайындарҙың ҡарағусҡыл “толомдары”...
     Ҡышҡы урман матурлығы йәйгеһенән һис ҡалышмай. Тик бик баҫалҡы матурлыҡ был.
* * *
     Йәшәп ҡалырға кәрәк — нәфселәнеп өҙөп-йолҡоуҙы аңлатмай. Йәшәп ҡалырға кәрәк — донъяның тәмен, матурлығын тойоп, уның менән гармонияла йәшәп, ғүмер тупрағына матур орлоҡтар һибеүҙер. Кемдер емешен был донъяла татып ҡалыр, кемдекендер киләһе быуын татыр. Сәскәнен татымаҫ кеше юҡтыр. Тик өлгөрөр ваҡыты ғына төрлө.
    Тупраҡҡа ағыулы орлоҡтар ғына сәселеп ҡалмаһын. Тәмләргә бит үҙеңә!
* * *
     Һәр беребеҙҙең ғүмере — ҡыйыҡтан осоп төшөргә торған ысыҡ! Хәшәрәт шыйыҡса түгел, саф тамсы булып китергә яҙһын беҙгә донъянан.
* * *
     Тупраҡтан яралғанбыҙ, тупраҡҡа ҡайтабыҙ...
     “Тупраҡтан таҙа булып булмаҫ”, — ти торғайны ололар.
    Баҡсала яланҡул эшләргә яратам. Тупраҡ усым аша үткәндә күңелгә аңлап- аңлатып булмаҫлыҡ рәхәтлек килә. Тәүбабалар менән тоташтырған кеүек була ул мине.
    Усымдан төшкән тупраҡ минең йылымды ла, уй-ниәттәремде лә алып ергә ята. Түтәлгә бит орлоҡ ҡына түгел, улар ҙа инеп урынлаша. Улар ҙа шытымдар бирә кеүек миңә. Шуға тик һөйөнөслө уйҙар, теләктәр сәсергә тырышам еремә.
    Сәскәндәрем гел игелек, гел шатлыҡ, йән-тән сәләмәтлеге булып үҫеп сыҡһа ине!