Шәйех Баһауетдин

                                                           Шәйех Баһауетдин

                                       Мөхәммәт Баһауетдин шаһ Наҡшбәнд әл-Бохари 

   Шәйех Мөхәммәд Баһауетдин әл-Бохари Наҡшбәнд Ҡаср-и-Хиндуан ауылында һөнәрсе тажиҡ ғаиләһендә тыуған. Һуңынан был ауыл уның хөрмәтенә Ҡаср-и-Арифам, тип атала, вафаты ла тыуған ауылында була. Уның атаһы туҡыусы һәм сүкеүсе булған («наҡш» фарсы телендә «биҙәк,» тигәнде аңлата). Суфыйсылыҡ тәриҡәтенең был тармағы, шулай итеп, уның һөнәре атамаһынан килеп сыҡҡан. Шәйех Баһауетдиндың тормошонда суфыйҙар менән тығыҙ бәйләнештә булған олатаһы ҙур урын тота. Нәҡ ул ейәнендә мистикаға ҡыҙыҡһыныу уята ла инде.

   Баһауетдиндың тәүге остазы шәйех Мөхәммәд бәбә Сәмәси була. Үлер алдынан (1340 йылда) үҙенең хәлифе Сәйед Әмир Кәләлгә (1370 йылда вафат) Баһауетдинды уҡыусы итеп алырға, дәрүиштәрҙең Хаүәәджәһ йәмғиәтенә ҡабул итергә һәм мистика юлындағы ҡағиҙәләргә өйрәтергә ҡуша. Дини йәмғиәт йолаларына ярашлы, Баһауетдин төшөндә күргән, уны Сәйед Әмир Кәләлгә ебәргән Ғәдүл Хаалиҡ әл-Ғүдждәүәәни ярҙамында бәйғәт ала. Уҡытыусы менән бәйғәт физик бәйләнешһеҙ, рухи бәйләнеш аша үткәнгә күрә, уның исеменә Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең замандашы Үүәйс'иил Ҡөрьәниҙең исеменән «Нисба Үүәйс'иил» атамаһы ҡушыла, ул да физик йәһәттән бер тапҡыр ҙа осрашмайынса пәйғәмбәрҙән рухи күрһәтмә алған булған.
   Баһауетдиндың олатаһы Ходжа Бәбә Сәмәсиҙән ейәненә фатиха биреүен һорай. «Ул беҙҙең балабыҙ булыр, беҙ уны ҡабул итәбеҙ,» тигән ходжа һәм юлдаштарына әйләнеп, өҫтәгән, — бер аҙ ваҡыттан һуң, уның йоғонтоһо бөтә донъяға тараласаҡ. Ул мөхәббәттән яралған «Муш ил гуша» (кешеләрҙең ауырлыҡтарын асыусы) буласаҡ".
   Баһауетдин бала саҡтан уҡ күрәҙәлек һәм дауалау һәләтенә эйә булған. Тормош юлының башында уҡ уның рухи мөмкинлектәре күренгән.
   "Бәләкәй малай ғына сағымда атайым мине үҙе менән Сәмәрҡәндкә алып барҙы, беҙ унда ҡаланың иң төп рухи башлыҡтары менән осраштыҡ. Миңә улар менән бер нисә тапҡыр намаҙ уҡырға тура килде. Бер аҙҙан Бохараға ҡайттыҡ һәм Ҡаср-и-Арибан ауылында туҡтаныҡ. Шунда миңә ҡасандыр бөйөк изге Ғәзизән Ғәли Раббани кейеп йөрөгән бер дәрүиштең баш кейемен бүләк иттеләр. Уны кейгәс, эске торошом тулыһынса үҙгәрҙе. Йөрәгем Аллаһҡа булған һөйөү менән тулды, ул мине әле лә ташламаны".
   Мин йыш ҡына иреп юғалыу хәленә бирелә инем. Бохаралағы иң төп зыяратҡа барып, был торошомдо башҡаларҙан йәшерергә тырыштым. Бер төндә өс ҡәбер янына килдем һәм уларҙың һәр береһе алдында май тултырылған, әммә филтәһеҙ янған шәм күрҙем. Мин Хаджи Мөхәммәд Үүәйс'иил ҡәберенә килдем. Унда миңә Ходжа Пакнәүи ҡәберенә барырға күрһәтмә бирелде һәм ҡылыс тотҡан ике кеше мине атҡа ултыртты. Төн үтеүгә беҙ Мадахандың кәшәнәһенә килеп еттек. Унда ла теге ҡәберлектәрҙәге кеүек шәм яна ине. Ҡиблаға ҡарап эйелдем дә шундай хәлгә индем, хатта бөтөн Ғаләм аша ҡарай алдым. Ҡибла яғындағы диуар юҡҡа сыҡты һәм уның артында ҙур тәхет күренде. Уның өҫтөндә атаҡлы кеше ултыра, тик йәшел япма уның кем икәнен танырға ҡамасаулай. Тәхетте халыҡ уратып алғайны. Улар араһында теге бөйөк әүлиәне — Ходжа Мөхәммәд Сәмәсиҙе күрҙем һәм эстән генә «Тәхеттә кем ултыра?» — тип һораным. Ундағыларҙың береһе «Ходжа Ғәдүл Хаалиҡ әл-Ғүдждәүәәни, ә беҙ — уның уҡыусылары һәм уға эйәреүселәр», — тине. Мин уларҙы күрҙем — Әхмәт Сәлих, Әүлиә Илан, Араиф Рикари, Мәхмүт Фәрнәүи, Ғәзизән Ғәли Раббани. Бәбә Сәмәси һине ошо уҡытыусылар тормошона индерҙе, хәҙер һин уларҙы ҙурларға, ҡәҙер итергә тейешһең, сөнки тап улар һиңә дәрүиштең баш кейемен бирҙе. Шул ваҡытта миңә билдәһеҙ кешенең дәрүиш япмаһын бүләк итеүе иҫкә төштө. Тирә-яҡты ҡарағас, уның мөйөштә тороуын шәйләнем. Нәҡ ошо япма арҡаһында миңә шундай хөрмәт күрһәтәләр ине. «Бөйөк Уҡытыусы һиңә кәңәш бирер. Уларҙы үтә, ул дөрөҫлөккә тура юл булыр», — тине ходжаларҙың береһе. Быны ишеткәс, урынымдан торҙом да Ходжа янына килеп, уның күҙенән үбергә теләүемде әйттем. Ике яғында тороусылар пәрҙәне асты. Мин уны сәләмләнем һәм фатихалы күҙҙәрен ололап үптем. Башымды эйгән килеш уның янында баҫып торам, бөйөк әүлиә: «Баһауетдин, беренсе кәңәш һиңә шәмдәр төҫөндә бирелде. Улар беҙҙең менән барырға әҙер икәнлегеңде белдерҙе, әммә әҙерлегең филтә һымаҡ ҡына — һин уның артынан барырға тейешһең. Тейешле әҙерлеге булған кеше, һәләтенә ярашлы, үҙ өҫтөндә эшләргә бурыслы. Икенсе кәңәш шул — Пәйғәмбәр күрһәткән дөрөҫ юлдан барырға кәрәк. Пәйғәмбәр заманында уҡ бик күп йолалар барлыҡҡа килгән. Уларға ышанма, пәйғәмбәр эшенә һәм уның фекерҙәренә таян», — тине. Шунда булған ходжаларҙың береһе «Иртәгә үк Сәйед Әмир Кәләлгә бар һәм ул ҡушҡанса эшлә. Юлда бер ҡарт осрар, ул һиңә бер икмәк бирер. Икмәкте ал, тик бер нәмә лә өндәшмә. Шунан һиңә каруан осрар, һуңғараҡ — яңғыҙ һыбайлы, ул һиңә хөрмәт күрһәтер. Дәрүиш япмаһын Әмир Кәләлгә бирергә тейешһең», — тине.
   Икенсе көндә мин юлға сыҡтым, алдан әйтеүҙәренсә, ҡартты осраттым. Ул миңә яңы бешкән икмәк бирҙе. Артабан каруан осраны, каруансылар минең ҡайҙан килеүемде һораны.
   - Эким ауылынан, — тип яуапланым.
   - Ә ҡасан сыҡтың?
   - Таң атыу менән.
   - Нисек улай шәп килдең?
   Каруансылар менән хушлашҡас, һыбайлы осраны. Мин сәләм биргәс, ул атын туҡтатты:
   - Һин кем? Һин минең күңелемә шом һалдың.
   - Һин баш эйергә, хөрмәтләргә тейеш кеше мин, — тигәс, аттан һикереп төштө, күҙҙәре йәшләнде, минең тубыҡтарымды ҡосаҡланы, аҙаҡ эйәрендәге шарап тулы турһығын ергә быраҡтырҙы, ололап баш эйҙе.”
   Ошоларҙан һуң шәйех Баһауетдин Нессеға Сәйед Әмир Кәләлгә юл тота. Ул уны уҡыусыһы итеп ҡабул итә һәм зекергә өйрәтә башлай. Шулай уҡ уға тыныс (хәфи) зекер тәҡдим итә. Баһауетдиндең ихласлығын, дини һәләтен белеп, Әмир Кәләл уның хаҡында айырыуса хәстәрлек күрә, был иһә башҡаларҙа көнсөллөк хисе уята. Шундайҙарҙың береһе, башҡалар зекер әйткәндә, Баһауетдин зекерҙе эстән уҡыны, тип ошаҡлай. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Әмир Кәләл биш йөҙләгән уҡыусыһы менән мәсет һәм йыйылыштар залын төҙөүҙә ҡатнаша. Ял ваҡытында ул Баһауетдинды яҡлай. «Һеҙ минең улым Баһауетдинды аңламайһығыҙ. Ул Аллаһтың айырым ҡарамағында һәм уға тулыһынса буйһона. Миңә уның менән етәкселек итергә лә түгел». Шунан тоҡ менән эзбиз ташыған Баһауетдинды саҡырып ала. «Һине Ходжа Бәбә Сәмәси күрһәткән кимәлгә еткерҙем. Ул үҙең башҡаларҙы уҡытырлыҡ булғансы һинең менән шөғөлләнергә ҡушҡайны. Мин тап шулай эшләнем. Үҙемдең йөрәгем һымаҡ күрҙем һине, ҡошсоҡ үҫте, хәҙер үҙ ояһын ташлап китә ала. Һинең аша бөтә кешелек фатиха алыр. Кемгә ниндәй ярҙам кәрәк, һиңә мөрәжәғәт итә ала», тине. (Дж. Г. Беннет «Учителя мудрости»)
   Шәйех Баһауетдинды нисек уҡытыуҙары тураһында ошондай мәғлүмәт бар. Үҙ хәтирәләрендә, ниндәйҙер осорҙа миңә үҫемлектәрҙе өйрәнеү менән шөғөлләнергә ҡушылғайны, тип яҙа. Ул үҫемлектәр донъяһы асылын өйрәнергә тейеш була. Баһауетдин йыш ҡына ҡала урамдары буйлап йөрөгән. Хәлдән тайған йәки ауырыу ат осраһа, уны тәрбиәләп, дауаларға тырышҡан. Йәйге эҫе, ҡоро көндәрҙең береһендә бер туҡтауһыҙ ҡояшҡа ҡарап торған ҡабанды күреп ҡала һәм: «Был да үҙенсә Аллаһты маҡтай», — тип уйлай. Баһауетдин эстән генә ҡабандың доға ҡылыуын һорай. Шул ваҡыт хайуан ҡом өҫтөндә аунай башлай, һуңынан тора ла яңынан ҡояшҡа ҡарап, баш эйә. Уҡытыусыһы янына ҡайтҡас, «Хәҙер һин аңланыңмы — бөтөн йән эйәһе лә үҙҙәренсә Аллаһҡа дан йырлай. Бынан һуң һин матди донъя тураһында хәстәрлек күреүгә көсөңдө тупларға тейешһең. Һиңә урамдар буйлап йөрөргә, кешегә зыян итерлек әйберҙәрҙе йыйырға тура килер», тигән остазы. Бер ни тиклем ваҡыт Баһауетдин ошо эш менән шөғөлләнә, бигерәк тә үҙен һәм кейемдәрен пак тоторға тырыша. Уның уҡытыусыһы шәхси таҙалыҡҡа бик талапсан була, хатта тәһәрәт алыу сигенән сыға. Ул, мәҫәлән, шәкерттәренең көн һайын үҙ кейемен йыуыуын талап иткән. 1357 йылғы ҡот осҡос чума эпидемияһы бөтөн Төркөстанға ҙур афәт килтерә, әммә Баһауетдинға ла, Ходжа әл-Ғүдждәүәәниҙең башҡа уҡыусыларына ла сир йоҡмай. Йыл буйы барған эпидемия ваҡытында, хәүефле булыуына ҡарамай, үҙ халҡының зарын еңеләйтергә теләп, балалар һәм үҫмерҙәрҙе үҙҙәренә алып ҡайта, уҡытыусылары күрһәтмәләренә ярашлы, уларҙың таҙалығы тураһында хәстәрләй.
   Көндәрҙән бер көндө Баһауетдин Нәҡшбәнди Реварту ауылындағы мәсеттә, колонналарҙың береһенә һөйәлеп ултырғанда, бер хәлгә осрай. Нимә булыуы тураһында ул үҙе бына нимә яҙа: «Ҡапыл ниндәйҙер билдәһеҙ тойғо биләп алды, ул бөтөн тәнемә таралды, һәм үҙемде юғалып, юҡҡа сығып барған һымаҡ тойҙом. Аҙаҡ аңымды юғалттым, күпме ваҡыт үткәндер, белмәйем, шундай эске тауыш ишеттем: „Бел, һин маҡсатыңа өлгәштең“. Аңыма килгәс, кешеләргә был тормошта үҙ юлын табырға ярҙам итергә тейешлегемде аңланым. Йәш саҡта уҡ шулай доға ҡылғайным: „Аллаһым! Ошо юлдың ауырлығын үтергә сабырлыҡ бир һәм бөтә һынауҙарҙы, ғазаптарҙы еңергә ярҙам ит“. Доғамды ишеткән Аллаһ, эҙләнеүҙәрем ваҡытында мин күп ғазап кисерҙем, әммә миңә остаз булырға ваҡыт етте һәм мин — хеҙмәт, ғазаптар ауырлығынан азат».
   Бер көн, оҙайлы зекерҙән һуң, тауыш ишеттем.
   - Һин ошо юлға баҫаһың. Беҙҙән нимә теләйһең һәм ниндәй шарттар ҡуяһың?
   - Мин теләгән нәмә булһын.
   - Юҡ, улай булмай. Һин беҙҙең күрһәтмәләрҙе үтәргә тейешһең.
   - Вәғәҙә бирә алмайым. Минең көсөм етмәҫ, бәлки. Мөмкинлектәрем сигенән сыҡҡан ауыр эш бирһәгеҙ нимә булыр?
   - Юҡ, беҙ әйткәнде һин үтәргә тейеш булаһың.
   - Үтәй алмаҫмын, минең көсөм етмәҫ! — тинем дә аңымды юғалттым.
   Тауыш башҡа ишетелмәне. Һуңғы ун көндә ҡайҙа барғанымды, нимә эшләгәнемде белмәнем, шунан тағы теге эске тауыш ишетелде:
   - Бөтәһе лә яҡшы. Һин ҡабул иттең. Хәҙер һин нимә тураһында һораһаң да, бөтәһе лә үтәлер.
   Икенсе яҙмаһында шәйех Баһауетдин үҙ тормошонан шундай миҫал килтерә.
   "Бер көндө иреү хәленә индем. Өҫтөмдән бөтә кейемемде сисеп, һарыҡ тиреһенә урандым. Ялан аяҡ һәм ялан баш сүллек буйлап йөрөнөм дә йөрөнөм. Аяҡтарым сәнскеләргә тишелеп бөттө. Ҡапыл, бер нигә ҡарамай, Әмир Кәләлгә барырға кәрәклеген аңланым.
   Мин өйгә ингәс, Әмир һораны:
   - Был кем?
   - Был — Баһауетдин, әфәнде, — тип яуаплайҙар уға.
   - Ҡыуып сығарығыҙ уны бынан!
   Ҡулымдан тоттолар ҙа ишектән сығарып ебәрҙеләр һәм шартлатып ябып та ҡуйҙылар. Минең асыуым ҡабарҙы. Үс алыу теләге менән яндым. Тик миңә ярҙамға Аллаһ килде. «Кәмһенеүем Аллаһҡа хеҙмәт итеү ысулы булыр. Ул шулай булырға тейеш, башҡаса бер нисек тә түгел,» тинем үҙ-үҙемә. Ошо һүҙҙәр менән йорт ишеге алдында башымды эйҙем. Ишек янынан төнө буйы китмәнем. Иртән Әмир Кәләл намаҙ уҡырға өйөнән сыҡты һәм аяғы менән башыма тейҙе. Йәйелеп ятҡанымды күргәс, ул миңә ҡулын биреп торғоҙҙо. Аҙаҡ өйөнә алып инеп, аяҡтарымдан сәнскеләрҙе алды, иркә итеп һөйләште һәм өҫтөндәге кейемен сисеп, миңә кейҙерҙе: «Улым, был кейемде һин генә кейергә лайыҡлыһың».
   Сәйед Әмир Кәләлдән һуң уның икенсе вариҫы мәүләнә Әриф дик Ҡөрьәни Баһауетдиндың остазы була. Уның уҡытыусылары араһында шулай уҡ мәүләнә Баһауетдин Ҡышлаҡи, ҡайныһы Әриф Ҡөрьәниҙәр бар. Баһауетдин Ҡышлаҡиҙы үҙ осороноң билдәле рухи юлбашсыһы, тип иҫәпләгәндәр. Ул фәндәрҙе лә белгән һәм дини белемгә, ғәҙәти булмаған күрәҙәлек һәм бағыусылыҡ һәләтенә эйә булған. Баһауетдин Нәҡшбәнд мәүләнә Ҡышлаҡиҙы беренсе тапҡыр мәүләнә Мөбәрәк шаһтың ҡышҡы биҫтәләрендә осрата. «Һин бейеккә оса торған ҡош, һиңә тик Әриф дик Ҡөрьәни генә иптәш була ала», — тигән уға. Был һүҙҙәр Баһауетдинда Әриф менән осрашыу теләген көсәйтә. Мәүләнә Ҡышлаҡи шунда уҡ өйөнөң ҡыйығына менә лә көньяҡҡа ҡарап өс тапҡыр: «Әриф, Әриф, Әриф...», — тип ҡысҡыра.
   Әриф был ваҡытта туҡһан саҡрым тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡан баҫыуында мамыҡ сәсеп йөрөгән булған. Хәбәр килеп еткәс, өйлә ваҡытында юлға сыға һәм киске аш мәленә барып етә. Ошо көндән уның менән Наҡшбәнди араһында дуҫлыҡ башлана. Әриф уның уҡытыусыһы була. Шәйех Баһауетдин үҙенең яҙмаларында Әриф менән үткән йылдарын бер туҡтамай иреккә, азатлыҡҡа ынтылыу осоро булараҡ билдәләй. Улар бергәләп Төркөстан, Иран, Ираҡ буйлап сәйәхәт итә, Мәккәгә хаж ҡыла. Наҡшбәнди донъя ваҡ-төйәгенән баш тартыуҙың мәғәнәһен, асылын аңлай. Әриф бер ҡасан да, бер ниндәй ҙә бүләк алмай, бүләкте ҡабул итеүсегә зарарҙан башҡа файҙаһы юҡ, тип иҫәпләй. «Бүләк биреүсе уны ҡабул итеүсе юғалтҡан бәрәкәтте ала. Тик камил кеше генә бүләкте зыянһыҙ эшләй һәм бәрәкәтле итә ала. Минең ундай һәләтем юҡ», — тигән ул.
   Үлеме яҡынлашҡанын һиҙгәс, Әриф дик Ҡөрьәни Мәрүәнән ашығыс эш менән киткән Ходжа Баһауетдин артынан Бохараға ебәрә. Әриф тыуған ауылында үлем түшәгендә ятҡан була. Ул шулай уҡ йәш уҡыусыһы Мөхәммәд Фарсиҙы алып килергә ҡуша. «Һеҙ беҙҙең арала дуҫлыҡ, берлек булыуын беләһегеҙ. Бергәләп беҙ оҙон юл үттек, ә хәҙер хушлашырға ваҡыт етте. Мин һеҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәтегеҙҙе күҙәтеп йөрөнөм һәм Мөхәммәдтең Баһауетдинға хеҙмәт итергә күсеүен һәм уның эштәрен еңеләйтеүен теләйем. Ул юлы бөткәнсе үҙе барыр һәм тулыһынса азатлыҡҡа өлгәшер. Һин уның ауырлығын үҙеңә алырға тейеш түгелһең», ти. Әриф дик Ҡөрьәни өс көндән вафат була.
   Рәшәхәттә Баһауетдин Наҡшбәнди һәм Әриф дик Ҡөрьәниҙең хеҙмәттәшлеге утыҙ йыл дауам иткән һәм улар дөрөҫлөк яҡлы кешеләрҙе табыу өсөн теләһә ҡайҙа барырға ла риза ине, тиелә.
   Әрифтең вафатынан һуң Баһауетдин, Әмир Кәләлдең кәңәшен тотоп, шәйех Ҡасимға, Әхмәт Йәсәүиҙең эшен дауам итеүселәрҙең береһенә, юл тота. Баһауетдин Ҡасимда ни бары өс ай ғына йәшәһә лә, улар араһында дуҫлыҡ уяна һәм шәйех Ҡасим Бохараға килгән һайын Баһауетдинға инмәй китмәгән.
   Шәйех Ҡасимда уҡығандан һуң, Баһауетдин, күптәнге бер төш арҡаһында, бөйөк төрки шәйехтәренең береһе Хәлил Ата ҡарауына күсә. Был тарих Нәфәхәт әл-Унста яҙылған. Баһауетдинға был төш ул уҡыусы булып йөрөгәндә ингән булған. Уға төшөндә һүрәте буйынса Хәлил Ата исемле дәрүиште табырға ҡушалар. Шунан алып Баһауетдин һәр ваҡыт уяу йөрөй. «Бер көн, — тип яҙа ул, — Бохараның ҙур баҙарында уны күрҙем һәм таныным. Халыҡ араһында мин уны юғалттым, исемен кешеләрҙән һорашып ҡына белдем. Миңә уны Хәлил Ата, тинеләр. Бик кәйефһеҙ ҡайттым өйгә. Ҡапҡа ҡарауылсыһы минең янға килде лә: „Теге дәрүиш Хәлил һине күрергә теләй“, — тине. Бик эҫе, томра кис ине. Бер аҙ емеш-еләк алдым да уның өйөнә йүгерҙем. Уны күргәс тә төшөмдө һөйләргә рөхсәт һораным. „Икебеҙ бергә булғанда элекке төштәр хәҙер нимәгә?“, — тине ул миңә төркисә. Мине уға шул тиклем ныҡ тартты һәм бөтә эшемде ташлап, үҙенең шәкерте итеп алыуын һораным».
   Ошо ваҡиғанан һуң Хәлил Ата Төркөстан тәхетен мираҫ итеп ала. Ул сығышы менән Сыңғыҙхан тоҡомонан һәм Бохарала алты йыл хакимлыҡ итә, был осорҙа Баһауетдин уның шәкерте була. Урта Азия тарихсылары Хәлил хаҡында, баҫып алыу һуғыштарында ҡатнашмаған, атаһы һымаҡ, монголдар килтергән зыянды тергеҙергә тырышҡан изге һәм ғәҙел хаким, тип билдәләй. Шул уҡ ваҡытта Хәлил эре ер биләүселәр һәм рәсми дини юлбашсылар менән ҡаршылыҡҡа осрай. Хәлил тигеҙлек һаҡларға тырыша, бында ул халыҡҡа уҡытыусыларҙың йоғонтоһон файҙалана. Ул заманда Ҡытай һәм Көнбайыш араһында сауҙа үҫешкән була, ә Сәмәрҡәнд һәм Бохара ҙур каруан үҙәктәренә әйләнә. Эре ер биләүселәр сауҙагәрҙәрҙе финанслай һәм уларҙың килемендә ҡатнаша. Сәмәрҡәнд һәм Ташкенттың ябай кешеләре яратҡан Хәлил аҡһөйәктәрҙә дошманлыҡ тойғоһо уятҡан. Ул замандың башҡа хандары өсөн ғәҙәти булған халыҡты күпләп ҡырыуға юл ҡуймайынса ғына халҡының ихтирамы ярҙамында власта ҡала.
   Баһауетдин идара эше менән ныҡлы шөғөлләнә, шулай булһа ла Хәлил уға дини фәндәр уҡытыуға ваҡыт таба. Үҙенең автобиографияһында Баһауетдин шулай тип яҙа: «Ул миңә бик изгелекле булды, нисек хеҙмәт итергә өйрәтте. Миңә рухи өлкәлә ҙур ғына уңыштарға өлгәшергә лә тура килде. Бер көн Хәлил Ата: „Миңә Аллаһ хаҡына кем ярҙам итә, шул кешеләр араһында бөйөклөк яулаясаҡ“, — тине. Был һүҙҙәрҙе йыш ҡабатланы, ул нимә әйтергә теләгәнде яҡшы аңлай инем».
   Алты йыл үткәндән һуң, аҡһөйәктәр күтәргән һәм армия булышлыҡ иткән ихтилал һөҙөмтәһендә, солтанат ҡолай. Үҙәк Төркөстанда буталыш, тәртипһеҙлек башлана. Шәйех Баһауетдин уның хаҡында шулай тип яҙған: «Күп йыллыҡ тырышлыҡтар күҙ асып йомғансы юҡҡа сыҡты. Шунан алып был донъя эштәренә бөтөн өмөтөмдө юғалттым. Кешеләрҙең һаранлығы һәм тәкәбберлеге алдында иң яҡшыларҙың яҡшыһы ла ярҙамһыҙ ҡалыуын күрҙем. Сәмәрҡәндте ташлап, Бохараға ҡайттым һәм ҡаланан бер нисә саҡрым алыҫлыҡтағы Ривда ауылына урынлаштым».
   Илле йәштәр тирәһендә генә Баһауетдин ходжа мөршитлеккә ирешә. Был дәрәжәлә ул 24 йыл була. Остазлыҡ ҡылған осорҙа икенсе тапҡыр Мәккәгә хаж ҡыла, был юлы Мөхәммәд Фарси менән бара. Остазлыҡ эшен алып барған осорҙа Баһауетдин ислам донъяһында иҫ киткес ихтирам ҡаҙана. Рәшәхәттә абруйлы кешеләрҙең мөһим эштәрҙә уға кәңәш һорап килеүе тураһында әйтелә. Бер көн Герат хакимы Баһауетдин Нәҡшбәнди менән кәңәшләшергә теләп, уны Гератҡа ҡунаҡ сифатында саҡырыуы тураһында хәбәр ебәрә. Баһауетдин үҙенең шәкерттәренә: «Батша һәм солтандар менән аралашыу беҙҙең бурысҡа инмәй, әммә, әгәр мин уға бармаһам, ул бында киләсәк, был иһә дәрүиштәр һәм халыҡ өсөн афәт буласаҡ. Шуға күрә миңә Гератҡа барыу яҡшыраҡ», ти.
   Хаким Баһауетдинды ҙурлап ҡаршылай. Эре ер биләүселәр, бай сауҙагәрҙәр һәм дин башлыҡтары уға хөрмәт күрһәтергә теләп йыйылған. Тик Баһауетдин Ходжаға был бер нисек тә тәьҫир итмәй. Бынан тыш, аҙыҡ- түлектең таҙалығына шикләнеп, уларға ҡағылып та ҡарамай. Батша уға бер нисә һорау биргән:
   - Остазлыҡты һин мираҫ итеп алдыңмы?
   - Ул мираҫ булып күсмәй, ул — булмыш, һәләт. Был байлыҡ миңә бүләк итеп бирелде.
   - Яңғыҙлыҡты, аралашмай йәшәүҙе дөрөҫ, тип иҫәпләйһеңме?
   - «Кеше араһында яңғыҙлыҡ», тигән һүҙҙәрҙе беҙҙең юлдағы бөйөк кешеләрҙең береһе Ғәдүл Хаалиҡ  Ғүдждәүәәни әйткән.
   - Ул нимә тигәнде аңлата?
   - Тыштан халыҡ менән, ә эстән — Аллаһ менән.
   - Быға кеше өлгәшә аламы?
   - Мөмкин булмаһа, Аллаһ Ҡөрьәндә ундай күрһәтмә бирмәгән булыр ине.
   - Ҡайһы бер шәйехтәр, әүлиәлек пәйғәмбәрлектән өҫтөнөрәк, тиҙәр. Ҡайһы әүлиәне пәйғәмбәргә ҡарағанда нығыраҡ хөрмәтләргә?
   - Был пәйғәмбәрҙәрҙең үҙҙәренең әүлиәлегенә ҡағыла. Пәйғәмбәрҙең әүлиәлеге уның пәйғәмбәрлек һәләтенән ҙурыраҡ.
   Ошо әңгәмәнән һуң Баһауетдин Ходжа тора ла Абдуллаһ Әнсәүиҙең ҡунаҡ йортона юл тота. Ул батша ебәргән бер ҡиммәтле бүләкте лә алмай. «Аллаһу Тәғәлә ғүмер буйы кемдер биргән бүләкте алмай йәшәргә ярҙам итте. Мин үҙ йолама хәҙер ҙә хыянат итмәйәсәкмен»,ти.
   Баһауетдин Ходжа йыш ураҙа тотҡан, әммә уға берәйһе килһә, ҡунаҡты лайыҡлы ҡабул итеү өсөн, ураҙаһын боҙған. Бер көн уҡыусыларының береһе, ураҙаға һылтанып, ҡунаҡ менән бергә табынға ултырмай. «Был кеше Аллаһтан йыраҡ, юғиһә ул ҡунаҡта Аллаһты күрер һәм үҙ бурысын үтәр ине», — тигән Баһауетдин Ходжа. Баһауетдиндың ҡайһы бер һүҙҙәре остазы ҡулланған ысулдарҙы күҙ алдына килтертә.
   "Зекер әйтә башлағас, бик мөһим сер янында булыуымды тойҙом. Шунан бирле уны аңларға, мәғәнәһенә төшөнөргә тырышам".
   "Шәкерт булғанда, Сәмәси ходжа күрһәтмәләренә ярашлы, төрлө йолаларҙы өйрәндем һәм бик күп белемле кешеләр менән әңгәмәләштем. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, төп уңыштарыма тик кәмһенеү арҡаһында өлгәштем".
   "Инҡар итеү, кәмһенеү һәм түбәнһенеү — был юлдың нигеҙен тәшкил итә. Нәҡ ошолар уңышҡа өмөтләнергә сәбәпсе. Мин шулай бөтә кешелек торошо аша үттем һәм уның үҙенсәлектәрен аңланым. Асылда, минән яҡшыраҡ бөтөн нәмәне күрҙем. Уларҙа үҙемдә булмаған бик күп яҡшы нәмә таптым. Шулай итеп үҙенең баһаһын һәм абруйын юғалтҡан заттар араһына килдем. Бер яҡшы нәмә лә табып булмаҫ, тип уйлап, эт хәлендә лә булып ҡараным, әммә яйлап шуны аңланым — был торош башҡаларҙан насар түгел икән. Мин үҙемде башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ беләм. Үҙемдең торошомдо нисек кенә баһалаһам да, мин һуҡыр бер тингә лә тормайым".
   "Тоғролоҡҡа, дөрөҫлөктө табырға уйынсынан өйрәндем. Бер көн берәүҙең аҡса оттороуын күҙәтергә тура килде. Дуҫы аҡылға ултыртырға, уны туҡтатырға тырышыуына уйынсы шулай ти: «Дуҫым, уйынға башыңды һал тиһәләр, башымды ла һалыр инем!» Был һүҙҙәр мине таң ҡалдырҙы. Шунан алып Хәҡиҡәтте шундай уҡ ынтылыш менән эҙләнем".
   "Беҙ маҡсатҡа өлгәшеү сараһына хеҙмәт итәбеҙ. Уҡыусыларҙың үҙ иғтибарын беҙгә түгел, ә маҡсаттарына йүнәлтеүе бик мөһим".
   "Бөтә йөрәктәрҙең мөмкинлеге бер төрлө, әммә улар ғәмәли аҡыл буйынса бер-береһенән айырыла. Әгәр мин дуҫтарымдың хаталарын күрһәтеп барһам, бер дуҫһыҙ ҡалыр инем. Бөтөн яҡлап та камил кеше булмай, әммә беҙ яҡшы кешеләрҙе яратабыҙ. Төп бурыс шунда — насарҙарҙы яратырға өйрәнергә".
   "Остаздар барған юлдың маҡсаты нимәлә?"- тип һораған бер билдәле кеше. «Кешеләргә ғәмәли аҡыл биреү. „Ғәмәли аҡылды алыу һәм асыу үҙеңдең шәхси тәжрибәңде табыуҙан ғибәрәттер, тигән башлаусылар“, тип яуаплаған.
   »Кеше берлек серен (тәүхид) асырға һәләтле түгел. Шул уҡ ваҡытта ғәмәли аҡылды (мәғрифәт) ауыр булһа ла алырға мөмкин".
   Баһауетдиндың кейәүе һәм уның эшен беренсе дауам итеүсе Аллаһитдин Ходжа Әбтәр тәриҡәткә ингәндән һуң йыш ҡына йөрәк юлы тураһында бер кеше менән һөйләшеүен һөйләр булған.
   "Бер көн, йөрәгемдең ысын асылын белмәйем тигәс, әңгәмәсем уның өс көнлөк айға оҡшашлығы тураһында әйтте. Был фекер менән ҡәҙерле уҡытыусым Баһауетдин Ходжа менән уртаҡлаштым. Яуап итеп, ул еңелсә генә минең аяҡҡа баҫты. Мине рәхәтлек солғап алды һәм Хәҡиҡәт менән берләшеүемде тойҙом. «Бына нәмә ул йөрәк, ә теге дәрүиш әйткән түгел. Һин нисек үҙеңдең йөрәгеңде (ҡәлб) беләһең, әгәр туранан-тура тәжрибәң булмағас», тине ул.
   "Үҙ асылының йәшерен етешһеҙлеген күреү һәләте булған һәм уларҙы теҙгендә тота алған кеше, һис шикһеҙ, бәхеткә өлгәшер, ләззәт татыр, юлында Аллаһ алдындағы булмышын асырға һәләтле булырға тейеш. Шул саҡта ғына ышанған булып ҡыланыу йөкмәтке менән тулған ысын иманға әйләнер".

«Нәҡшбәндиә тәриҡәте суфыйҙары вазифалары» китабынан, Лена Абдрахманова тәржемәһе

     Шәйех Ғабдуллаһ: https://nazir1965.com/tarix/sh%D3%99jex-%D2%93abdulla%D2%BB.html