Сөмбөльдөң етенсе йәйе.
Сөмбөльдөң етенсе йәйе. (Седьмое лето Сюмбель). Режиссер – Булат Юсупов тарафынан төшөрөлгән был кинола үткән быуат башында ысынбарлыҡта булған ауыр ваҡиғаларҙың бер бәләкәй генә өлөшө сағылдырыла. Иблис идеологияһына эйәргәндәрҙең аңдары томамланып бер туғаның, ҡатының, дуҫың, ауылдаштарын, халҡын дошман итеп күреп, уларҙы үлтереп, юҡ итеп ҡырырға тырыша... Ауыр ҡәһәр замандар.
Һәм бөгөнгө көндәргә лә шул уҡ буласаҡ яман хәлдәр яҡыная! Тыныс ҡына кеүек күренгән илебеҙҙә граждандар һуғышы тоҡаныу өсөн бер бәләкәй генә осҡон етмәй тора. Әле генә коммунистәр идеологияһында булған бәғзе бәндәләр үҙ партияһына хыянат итеп единоурыҫтар булып китеп урлашып, илде талап бик ныҡ байынылар һәм илде ялған менән тултырып халҡын төп башына ултыртҡансы алданылар. Әле генә коронавирус менән ҡурҡытып кешеләрҙе махсус лагерҙарға ябырға әҙер инеләр, тик вакцина һалғандарға ғына бөтә иркенлек биреп, уларҙы укол һалмағандарға ҡаршы һөсләтеп үҙ-ара дошман ителәр. Ни ғәжәп, үткән йылдарҙағы менән бөгөнгө көн статистикаларын сағыштырһаң — был шайтан мөғөҙлө ауырыу урыны менән шул ҡаңғырған йылдан ике тапҡыр көслөрәк булһа ла төкөрөп сәсеп аҡырған кеше юҡ!
Быға алмашҡа Украинаға ҡаршы йүнәтелгән бәләкәй генә махсус хәрби операция бара. Йыл ярымға һуҙылған был ҡырылыш, быны башлаған әҙәм аҡтығының ғүмере ауғансы һуҙылып дауам итәсәк. Байлығына сыҙамаған әҙәм аҡтыҡтарына ер тар һәм уларҙың туймаҫ ҡомһоҙлоғының сиге юҡ. Быны аңламаған халыҡ йәнә икегә бүленде: берәүҙәр Иблис туйын дауам итергә әҙер, икенселәре быға ҡаршы. Аҙағы хәйерлегә булһын, Аллаһ Тәғәлә нәфрәте менән ошо ҡырылышҡа риза булған халыҡҡа, илебеҙгә ҡарғыш ҡәһәре яман төшәсәк!
Халҡыбыҙ шул тиклем наҙан, ялғанға батҡан яман! Һарыҡ аҡыллы һәм ас бүреләй юлына ҡаршы сыҡҡанды ашарға әҙер. Йәнә тирә яҡта эске һәм тышҡы дошман! Имеш беҙҙекеләр беренсе булып яуҙы башламаһа, 6 мең ядро ҡоралы булған илде хохолдар туҙыра ла ҡуя! Тиҫтәләрсә йылдар буйы ағыу сәскән телекоммуникация тапшырыуҙары Аллаһ иҫкәртеүҙәренән һәм киҫәтеүҙәренән өҫтөн! Ялғанды фаш итеп, дөрөҫлөктө алға сығарһаң — барыһынан да һин яман! Улым һуғыштан ҡасһаң һин һатлыҡ йән. Әгәр шунда йән бирһәң, һин герой. Һине замандың ялағай муллалары сиратһыҙ йәннәткә индерергә әҙер.
Шайтан һымаҡ мәкерле, бысраҡ уйлы сәйәсмәндәр халыҡтар араһында дошманлыҡ усағы тоҡандырып, үҙ ара уларҙы аҙыра, араларын болғар өсөн аҫтыртын һәм күрәләтә яман эштәр алып бара. Тома наҙан әҙәмдәр шулар өсөн ҡорбан була. Әммә ваҡыты менән Аллаһ хаҡҡиҡәте яманлыҡтан айырып күрһәтә һәм йәнә халыҡҡа дөрөҫ юлға сығырға мөмкинлек бирә. Һәм ары халыҡ быны аңлаһа, йә хаҡиҡҡәт юлына баҫа, йә иһә йәнә һаҙлыҡҡа бата...