Үлем тураһында
                                                                 الَّذِي خَلَقَ الْمَوْتَ وَالْحَيَاةَ لِيَبْلُوَكُمْ أَيُّكُمْ أَحْسَنُ عَمَلًا وَهُوَ الْعَزِيزُ الْغَفُورُ
     «Әлләҙии халәҡаль-мәүтә үәл-хәйәәтә лийәблүүәкүм әййүкүм әхсәнү ғәмәләү-үә һүүәл-ғәзиизүл-ғафуур».
     "Кемдең яҡшыраҡ (изге) эш эшләгәнен һынар өсөн Ул үлем менән тереклекте булдырҙы. Ул олуғ, ярлыҡаусан « („Мөлк“ сүрәһе, 2 аят).
     Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем!
     Бөгөн беҙ ахирәткә илтә торған юл тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Был юлдың фани донъяла уҡ башланыуын әйтәһем килә. Уны ике төргә бүлеп ҡарарға була:
     а) ҡыҫҡа юл,
     б) оҙон юл.
     Ҡыҫҡа юл тураһында Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән-Кәримдә шулай тип әйтә:
                                                    هُوَ الَّذِي جَعَلَ لَكُمُ الْأَرْضَ ذَلُولًا فَامْشُوا فِي مَنَاكِبِهَا وَكُلُوا مِن رِّزْقِهِ وَإِلَيْهِ النُّشُورُ
     «Һүүәл-ләҙии джәғәлә ләкүмүл-арда ҙәлүүләң фәмшүү фии мәнәәкибиһәә үә күлүү мир-ризҡиһи үә иләйһин-нүшуур».
     »Ул — Аллаһ, һеҙгә ерҙе йөрөргә уңай ҡылды, ул ерҙең елкәһендә йөрөгөҙ, теләгән ерендә йәшәгеҙ, үә ул ерҙең ризыҡтарын ашағыҙ, хатта үлгәндән һуң терелеп Аллаһ хозурына барасаҡһығыҙ" (Мөлк" сүрәһе, 15-се аят).

     Ҡөрьәндең икенсе бер аятында былай тип әйтелә:
                                                                                       يَا أَيُّهَا الْإِنسَانُ إِنَّكَ كَادِحٌ إِلَى رَبِّكَ كَدْحًا فَمُلَاقِيهِ
     "Йәә әййүһәл-иңсәәнү иннәкә кәәдихүн иләә раббикә кәдхәң фәәмүләәҡииһ".
     "Эй, әҙәм балаһы, тәхҡиҡ һин Раббыңа юлығыу өсөн ғәмәлендә, йәғни күберәк гонаһ эштәрҙә тырышыу йәки тырышаһың, йәғни һинең ҡылған һәр эшең Аллаһҡа күрһәтер өсөндөр, Ҡиәмәт көнөндә ғәмәлдәреңә осрарһың" (Иншираҡ", 84-се сүрә, 6 сы аят). Ҡөръәндең был аят кешегә уның иртәме-һуңмы Аллаһы Тәғәләгә ҡайтасағын әйтә. Шул сәбәпле беҙ һәр ваҡыт үлемгә әҙер булырға тейешбеҙ.
     Аллаһы Тәғәлә ҡолоның йәнен алырға теләһә, үлем фәрештәһе Ғазраилгә былай тип әйтә: «Әй, Ғазраил! Башҡа фәрештәләр менән бергә ҡолом янына бар һәм уны донъя мәшәҡәттәренән азат ит». Шунан һуң Ғазраил, хуш еҫтәр алып, фәрештәләр менән бергә Аллаһы Тәғәләнең ҡоло эргәһенә китә. Килеп еткәс, ул уға сәләм бирә һәм былай тип һорай: «Һин көнбайыштан алып көнсығышҡа тиклем ил гиҙҙең. Әйт әле беҙгә нимә менән килдең?». Аллаһы Тәғәлә ҡоло былай тип яуап бирер: «Аллаһы Тәғәлә менән ант итәм! Кеше был донъяла мең йыл дауамында байлыҡта хәсрәтһеҙ һәм мәшәҡәтһеҙ тормош кисерһә лә, ҡәбергә ингәндә уға байлығы ла, матурлығы ла булыша алмаясаҡ».
     Был хаҡиҡәт: Аллаһы Тәғәлә ҡанундары буйынса йәшәгән мосолман кешеһенә үлгәндә былай тип әйтеләсәк: «Әй, гүзәл һәм камил йән! Был тәндән еңеллек менән сыҡ». Был миҙгелдә йән тәндән еңел сыға, ә бының өсөн яуаплы фәрештәләр, йәнде алып, уны етенсе күккә күтәрәләр. Етенсе күктә уларҙы башҡа фәрештәләр менән бергә Джәбраил (ғәләйһи-ссәләм) ҡаршы ала һәм йәнде Аллаһы Тәғәлә эргәһенә алып баралар. Йән Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына килеп еткәс, Ул әйтәсәк: «Әй, фәрештәләрем! Был матур йәнде алығыҙ ҙа, сәнскеһеҙ ағастар үҫә торған баҡсаларға индерегеҙ, унда банан тәлгәштәре аҫтында йылғалар сылтырап аға, шул йылға ярҙарында улар етешлектә һәм ләззәттә ятырҙар». Шунан һуң Аллаһы Тәғәлә 500 фәрештәгә әмер бирер: «Был кешенең йортона барығыҙ һәм ҡайғыларын уртаҡлашығыҙ».
     Үлгән кешенең тәнен йыуалар, уны йә уң, йә һул яҡҡа әйләндереп ҡуялар. Ул ҡыймылдай ҙа алмай, ҡулына бер нәмә ала алмай, тороп та китә алмай. Уның күҙҙәренең нуры һүнгән. Ауыҙы ярым асыҡ, тәне яланғас... Әй, Әҙәм балаһы! Тере сағыңда яныңа кем булһа килеп, һине сисендереп, был хәлдә ҡалдырыуын теләр инеңме? Ә бына кейемеңде һалдырып, һине йыуырға әҙерләнеләр.
     "Әй, кеше! Тәүбәгә кил! Үлем бик яҡын. Теләктәреңде кире ҡаҡ, сөнки йәнең асыу менән ҡатҡан".
     "Әй, кеше! Бар мөлкәтең һәм байлығын ҡаласаҡ. Кеше был донъянан бер киҫәк кәфен менән генә китә".
     Хөрмәтле ҡәрҙәштәрем! Үлгән кешеләрҙең тәнен йыуыусы кеше һеҙҙең йәки минең тәнде йыуа тип күҙ алдына килтерәйек. Һәм һеҙҙең нимәне лә булһа төҙәтергә көсөгөҙ ҙә, мөмкинлегегеҙ ҙә юҡ. Байлығығыҙ ҙа, хоҡуҡығыҙ ҙа юҡ.
     Балаларығыҙ һәм яҡындарығыҙ ҡайҙа ул? Һеҙҙе бер кем дә күрмәй — дуҫтарығыҙ ҙа, балаларығыҙ ҙа, ә һеҙ мәйеттерҙе йыуа торған ябыҡ бүлмәлә ятаһығыҙ.
     Ҡөрьәндең бына был аяттарын иғтибар менән уҡып, мәғәнәләренә төшөнөп ҡарайыҡ. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән-Кәримдә нимә тип әйтә һуң?
     "Әгәр үлемгә әҙерләнгән кешенең йәне боғаҙына етһә, һеҙ шул ваҡытта уға ҡарап тораһығыҙ. Ул кешенең хәлен белеү өсөн һеҙгә ҡарағанда Беҙ белем үә ҡөҙрәтебеҙ менән уға яҡыныраҡбыҙ, ләкин ул кешегә килгән хәлде һеҙ белмәйһегеҙ һәм күрмәйһегеҙ. Әгәр беҙҙең хозурыбыҙҙа хөкөм ителмәй торған булһағыҙ, йәғни кешенең үлеме Аллаһтан түгел, үләбеҙ ҙә бөтәбеҙ тиһәгеҙ, ул кешене үлемдән ҡотҡарып донъяла йәшәү өсөн кире ҡайтарығыҙ, әгәр Аллаһтан башҡа эш итә алабыҙ тигән һүҙегеҙ дөрөҫ булһа! Әгәр ул үлгән кеше Аллаһҡа яҡын кешеләрҙән булһа, уға оло бәхет һәм хуш еҫле гөлдәр араһында яҡшы ниғмәттәр үә нәғим йәннәтелер. Әгәр уң яҡ кешеһе булһа һиңә йәннәттәге уң яҡ юлдашыңдан сәләмдәр. Әгәр ул үлгән кеше Ҡөръәнде үә Пәйғәмбәрҙе ялған тейеүсе аҙашҡан кеше булһа, уның һыйы йәһәннәмдең ҡайнар һыуынандыр. Шулай уҡ йәһәннәм утының яндырыуылыр. Ысынында был зекер ителгән нәмәләр яҡын булған хаҡтыр. Олоғ булған Раббыңдың исемен маҡтап тәсбих әйт!«(„Ваҡиға“ сүрәһе, 83 — 96-сы аяттар).
     Йә, Раббым! Һинең сифаттарың камил. Әй, Көс һәм Ҡеүәт эйәһе, Аллаһым! Һин етешһеҙлектәрҙән азат һәм бар яҡтан да камил. Әй, Аллаһ! Һин „бул“ тиһәң, һис шикһеҙ буласаҡ. Һинең сифаттарыңдың камил булыуы — хаҡиҡәт.
     Әй, Әҙәм балаһы! Хәҙер һин кейемһеҙ. Тәнеңдә кәфендән башҡа бер нәмә лә юҡ. Тере сағыңда һин көн һайын төрлө кейемдәр кейә инең, шул уҡ ваҡытта һинең эске донъяла тыныслыҡ юҡ ине.
     Мәңгелек бары тик Аллаһы Тәғәлә генә! Ул ғына бер нәмәгә лә мохтаж түгел. Унан башҡа бер кем дә йәшәмәйәсәк. Ул биреүсе, Ул кәртә ҡуйыусы, Ул файҙа һәм зыян килтереүсе, Ул бар нәмәнең Хужаһы. Уға тиңдәр юҡ.
     Әй, Әҙәм балаһы! Иғтибар ит: „Һин тыуғанда илағанһың, ә кешеләр һин тыуыуға шатланғандар, көлгәндәр. Иҫән сағыңда шундай ғәмәлдәр ҡылырға тырыш, һин үлгәс, барыһы ла иларлыҡ, ә һин шатланырлыҡ булһын“.
     Әй, Әҙәм балаһы! Тәнеңде йыуыусы ҡорһағыңа баҫҡас, һин һис бер өн дә сығара алмаясаҡһың. Ауыр хәлдә ҡалған йәтимдәр менән нимә булыр?
     Күҙҙәрең күрмәй — уларға нимә булған ? Ҡолаҡтарың ишетмәй. Йөрәгеңдә ни эшләп ҡурҡыу юҡ? Тормошоң менән нимә булды ? Ни өсөн унда ғибәҙәт ҡылыуға урын юҡ?
     Әй, кеше! Кем һин? Бары тик йән һәм тән. Һинең йәнең — Аллаһы Тәғәлә сере, ә тәнең — бер ус тупраҡ. Ә хәҙер йән һәм тән ҡиммәте тураһында уйланығыҙ... Йән бер ҡасан да юҡҡа сыҡмаясаҡ. Сөнки йән — Аллаһы Тәғәлә әмеренән. Ул юҡҡа сыға алмай. Уға ләззәттә йәки ғазапта булырға яҙған.
     Аллаһы Тәғәлә Илсеһе ﷺ үҙенең бер хәҙисендә беҙгә былай тип тапшыра:
     »Йән тәндән сыҡҡас, йәндәр йыйылған урынға китәсәк. Килеп еткәс, бөтә йәндәр уның эргәһенә ул килгән донъяла булған яңылыҡтарҙы ишетер өсөн йыйылырҙар". Шуға күрә һеҙҙән алдан киткән йәндәргә игелек ҡылығыҙ.
     Әй, тереләр! Ҡөръән-Кәримде үҙегеҙгә юл күрһәткесе итеп, ә Пәйғәмбәребеҙ сөннәтен таж итеп алығыҙ.
     Бер ваҡыт Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сәхәбәләренән Әуф ибн Мәлик (раҙый — Аллаһу ғәнһү) һәм Сад ибн Джусамә (раҙыйАллаһу ғәнһү), Аллаһы Тәғәлә ҡаршында бер-береһенә былай тигәндәр: «Арабыҙҙан беренсе булып үлеүсе, төшкә инеп, үлгәндән һуң нимәләр менән осрашыуы тураһында һөйләр». Беренсе булып Сад ибн Джусамә (раҙыйАллаһу ғәнһү) үлә. Ләкин бер йыл уҙһа ла Мәлик (раҙыйАллаһу ғәнһү) уны төшөндә күрмәй. Көндәрҙән бер көндө Әуф ибн Мәлик (раҙыйАллаһу ғәнһү) Сад ибн Джусамәне (раҙыйАллаһу ғәнһү) төшөндә күрергә ниәтләп йоҡларға ята. Һәм был юлы күрә. Төштә ибн Әуф Мәлик (раһыйАллаһу ғәнһү) Сад ибн Джусамәнән (раҙыйАллаһу ғәнһү) ни сәбәпле бер йыл буйы төшөнә килмәүен һорай.
     - Мин Аллаһы Тәғәләнең һорауҙарына әле генә яуап биреп бөтөрҙөм, — тип әйтә ул.
     Әуф ибн Мәлик (раҙыйАллаһу ғәнһү) һорай:
     - Миңә ниндәй ҙә булһа йомошоң бармы?
     Сад ибн Джусамә (раҙыйАллаһу ғәнһү) былай тип әйтә:
     - Әлбиттә, бар. Мин бер кешенән 3 дирһәм бурысҡа алып торған инем, өйлә намаҙынан һуң бирергә тейеш инем, ләкин иртәрәк үлеп киттем. Минең йортома бар, махсус урында аҡса табырһың. Аҡсаны алып, мин бурыслы кешегә бир һәм былай тип әйт: «Һиңә Садтың бурысын алып килдем, ул иҫәп — хисабын көтә һәм йәннәткә инә алмай».
     Уянғас, Әуф ибн Мәлик (раҙыйАллаһу ғәнһү) Сад ибн Джусамә (раҙыйАллаһу ғәнһү) бурысҡа биргән кеше эргәһенә юл тота һәм унан һорай:
     - Иҫән сағында Сад ибн Джусамә һиңә бурыслы инеме?
     - Әйе, ул минән өс дирһәм алып торған ине.
     Шунан һуң Әуф ибн Мәлик Сад инб Джусамә йортона юл тота. Килеп еткәс, инергә рөхсәт һорай. Рөхсәт алғас, төшөндә Сад күрһәткән ерҙә өс дирһәм таба һәм Садҡа бурысҡа биргән кешегә барып, уға бурысты ҡайтара ла шулай тип әйтә:
     - Мин һинән Аллаһы Тәғәләнән Садты кисереүен һорауыңды үтенәм. Сөнки Сад һиңә бурысын ҡайтармағанға күрә йәннәт ҡапҡаларына инмәйәсәк".
     Ғабдулла ибн Рабах (раҙыйАллаһу ғәнһү) улы әйтә: "Мут'а һуғышы ваҡытында минең атайым һәләк була. Мин шул көндө үк гонаһ ҡылдым һәм Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанға ҡаршы сыҡтым. Шул уҡ төндө мин атайымды төштә күрҙем. Ул миңә былай тине: «Улым, ни сәбәпле һин Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанға ҡаршы сығып гонаһ ҡылдың? Һин был гонаһты ҡылғанға миңә башҡа әрүахтар алдында оят».
     Аллаһы Тәғәлә Илсеһе ﷺ шулай тигән: «Үлгән кеше яҡындары һәм туғандары ҡайғырып илағанда, уның эргәһенә фәрештә килеп, маңлайына һуғып, һораясаҡ: „Һин ысынлап та улар һөйләгән кеүек инеңме?“Шуға күрә үҙегеҙҙең үлгән яҡындарығыҙ өсөн Аллаһы Тәғәлә алдында ҡурҡығыҙ».
     Беҙҙең замандағы кеүек үк, Аллаһы Тәғәлә Пәйгәмбәре ﷺ заманында ҡатын-ҡыҙҙар яҡындары үлгәс, бик илағандар. Бер ҡатындың үлгән кеше өҫтөндә ҡысҡырып илағанды күргәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ шулай тигән: "Был ҡатын тәүбәгә килмәйсә үлһә, Ҡиәмәт көнөндә, үлгән кеше өҫтөндә ҡысҡырып илаған, кейемен һәм сәстәрен йолҡоған, үҙен тырнаған өсөн, йөҙө ҡара, ә күҙҙәре зәңгәр буласаҡ. Фәрештәләрҙең береһе уны Аллаһы Тәғәлә эргәһенә алып киләсәк. Аллаһы Тәғәлә әйтәсәк: «Донъяла сағыңда һин үлгән кеше эргәһендә ҡысҡырып иланың, йәһәннәмгә индә, шулай уҡ унда булыусы өҫтөндә ила».
     Хөрмәтле ҡәрҙәштәрем! Йән тураһында нимә белһәк, һеҙгә бөгөн шуны һөйләп бирҙек. Ә балсыҡтан яһалған тәнгә килгәндә иһә, биология, физика һәм химия өлкәһендәге ғалимдар шулай тиҙәр: «Әгәр ҙә кеше тәнен алһаҡ һәм уны молекуляр киҫәксәләргә бүлһәк, беҙ уның май, углеводтар, фосфор, магний, тимер, известь һәм һыуҙан тороуын күрербеҙ. Кеше организмындағы майҙан ете киҫәк һабын яһарға була. Углеродтан бары тик ун ҡәләм, магнийҙан диареяға ҡаршы бер бары тик төймә дарыу яһап була, ә организмдағы известь бер тауыҡ ояһын буярға, көкөрт бер нисә бөрсәне үлтерергә етә. Тимерҙән уртаса ҙурлыҡтағы бер сөй яһап була. Әлеге әйберҙәрҙең барыһын йыйып баҙарға алып сығып һатһаҡ, ҙур булмаған табыш аласаҡбыҙ. Был — хәҡиҡәт. Әй, үҙ тәненең ҡоло булған кеше! Үҙ тәнеңде ҡарарға күпме көс түгәһең, арыйһың. Аҙағы барыбер күңелһеҙ булған нәмәнән файҙа күрергә теләйһеңме?»
     Йәнеңә иғтибар ит һәм уны тәрбиәләргә тырыш. Сөнки тәне булғандар түгел, йәне булғандар кеше була.
     Ике ҡуллап Аллаһы Тәғәлә ебенә тотон. Ул ғына һине башҡаларҙан яҡлап ҡаласаҡ.
     Бөтә шатлыҡ һәм зирәклек йәндә. Шул сәбәпле Аллаһы Тәғәлә үҙенең Илсеһе Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ былай тип әйткән: «Үле кеше батып барыусы кешегә тиң. Ул һәр ваҡыт яҡындарынан һәм туғандарынан уның өсөн доға ҡылыуҙарын көтә. Доға уға барып ирешкәс, ул уға был донъяла булған бар нәмәнән дә ҡиммәтерәк».
     Түбәндәге хәҙискә ҡарайыҡ: «Мосолман кешеһе зыяратҡа килеп, унда ятыусыларға сәләм бирһә, улар уның сәләменә яуап бирәләр һәм ул кеше киткәнсе уға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булалар».
     Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ башҡа хәҙистә былай тип әйткән: "Арағыҙҙан берегеҙ зыяратҡа килһә һәм унда «ләә иләһә иллә Аллаһ» тип әйтһә, әруахтар уға яуап бирәсәктәр: «Һин был һүҙҙәрҙең ҡиммәтен белһәң, уларҙы ҡабатлауҙан бер ҡасан да туҡтамаҫ инең».
     Бер мәле бер кеше үлгән ағаһының ҡәберен ҡарарға зыяратҡа китә. Унда ике рәкәғәт намаҙ ҡыла. Намаҙҙан һуң уны йоҡо баҫа. Төшөндә уның эргәһенә кәфенгә төрөнгән ағаһы килә. Билдәле булғанса, төш — йәндәрҙең осрашыу урыны. Ағаһы унан һорай:
     - Йоҡлап киткәнсе, һин нәмәләр эшләнең?
     - Мин намаҙ ҡылдым.
     - Әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә беҙгә бында ике генә рәкәғәт намаҙ ҡылырға рөхсәт итһә лә, был беҙҙең өсөн һеҙҙең ер йөҙөндәге барлыҡ нәмәләрҙән дә яҡшыраҡ булыр ине.
     - Һеҙ бит теге донъяла. Унда беҙ ҡылған ғәмәлдәр тураһында билдәлеме?
     - Эйе, билдәле, ләкин беҙ бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ. Ә һеҙ иһә ғәмәлдәр ҡылаһығыҙ, ләкин уларҙың Аллаһы Тәғәлә алдында дәрәжәһен күрмәйһегеҙ.
     Шул сәбәпле беҙ үлгәндәргә ҡарата хөрмәт күрһәтергә һәм улар өсөн Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылырға тейеш. Үлгән яҡындарына игелек теләгән кеше улар өсөн Аллаһы Тәғәлә алдында күп итеп доға ҡылһын.
     Хөрмәтле ҡәрҙәштәрем! Тыныслыҡҡа ирешер һәм Ҡиәмәт көнөндә тамуҡ утынан ҡотолор өсөн беҙгә ныҡлы иман кәрәк. Был өлкәлә беҙ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сәхәбәләренән өлгө алырға тейеш. Улар камил һәм ныҡлы иман эйәләре булғандар, бер ҡасан да Аллаһы Тәғәлә юлынан тайпылмағандар.
     Бер ваҡыт Әуф ибн Мәлик (раҙыйАллаһу ғәнһү) Аллаһы Тәғәлә Илсеһе ﷺ эргәһенә килеп:
     - Эй, Аллаһы Тәғәлә Илсеһе ﷺ! Минең улым Мәлик һинең менән бергә көрәшкә китте, бөтөн китеүселәр ҡайтты, минең улым ғына ҡайтманы. Миңә хәҙер нишләргә? — тине.
     - Әй, Әуф! Ҡатының менән бергә «лә хәүлә үә лә ҡуүүәтә илләә билләһ» һүҙҙәрен даими ҡабатлап тор.
     Әуф өйөнә ҡайта, — ҡатыны унан Пәйғәмбәрҙең ﷺ нимә тип яуап биргәнен һорай. Әуф:
     - Ул беҙгә «лә хәүлә үә лә ҡуүүәтә илләә билләһ» доғаһын уҡырға ҡушты, — тип яуап бирә.
     - Аллаһы Тәғәлә Илсеһе һиңә әйткән — хаҡиҡәт, — тип әйткән уға ҡатыны.
     Шунан һуң улар күп тапҡыр «лә хәүлә үә лә ҡуүүәтә илләә билләһ» тип ҡабатлайҙар.
     Төн еткәс, ишектәрен кемдер шаҡый.
     Әуф ибн Мәлик (раҙыйАллаһу ғәнһү) тороп ишек аса һәм һарыҡ көтөүе эйәртеп ҡайтҡан улы Мәликты күрә. Әуф:
     - Улым, был нимә? — тип һорай. Мәлик:
     - Мин әсирлеккә эләктем, атай. Мине сылбырҙар менән бығауланылар. Нисек кенә тырышһам да, ысҡына алманым. Кинәт бығауҙар бушай башланы. Мин бик шатландым. Бер аҙ ваҡыт уҙғас, тимер бығауҙарҙан азат булдым. Мәжүсиләрҙән ғәнимәт (трофей) булараҡ бына ошо һарыҡтарҙы алдым.
     Әуф ибн Мәлик:
     - Улым, һин булған ерҙән беҙҙең йорт араһы йыраҡмы? Ниндәй рәүештә бер төндә өйгә ҡайта алдың? — тип һорай.
     Мәлик яуап бирә:
     Атай, мин бығауҙарҙан ҡотолғас, фәрештәләр мине күтәреп алып, ҡанаттарында өйгә ҡайтарып ҡуйғандай булды . Мин «лә иләһә иллә Аллаһ» һүҙҙәрен ҡабатларға яратам. Эштәрҙән буш ваҡытымда мин был һүҙҙәрҙе ҡабатлайым. Тормошомдың күп өлөшө был һүҙҙәрҙе ҡабатлап уҙа. Был зекерҙәр минең менән гонаһтарым бөтә. Мин был һүҙҙәр менән ҡәбергә инәсәкмен һәм Аллаһы Тәғәлә ҡаршына баҫасаҡмын.
     Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Әуф ибн Мәлик (раҙыйАллаһу ғәнһү) Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тарафына юл тота. Ауыҙ асырға өлгөрмәй, уға Пәйғәмбәребеҙ ﷺ былай ти:
     - Шатлан, Мәлик! Аллаһы Тәғәлә һинең турала Ҡөръән-Кәримдең был аяттарын иңдерҙе: «Берәү Аллаһҡа гонаһлы булыуҙан һаҡланһа, ул кешегә Аллаһ донъяла һәм ахирәттә хәсрәтле булыуҙан ҡотолоу юлын аса. Дәхи ул кешене Аллаһ уйламаған ерҙән ризыҡландырыр. Бер кеше үҙен, бар эшен Аллаһҡа тапшырһа , уның хәжәттәрен үтәргә Аллаһ етәлер. Ысынын да Аллаһ Үҙенең эштәрен еренә еткереүсе, һис шикһеҙ, Аллаһ нәмәгә сик үлсәү ҡуйҙы» («Талаҡ» сүрәһе, 2-3 сө аяттар).
     Тағы бер ғибрәтле хәлде һөйләйһем килә. Ул — сәхәбәләрҙең береһе булған, Әбү Талха (раҙыйАллаһу ғәнһү) — ҡатыны Өммө Суләймә (раҙыйАллаһу ғәнһә) тураһында.
     Өммө Суләймәнең (раҙыйАллаһу ғәнһә) бары тик бер балаһы була. Бер ваҡыт бала ауырый башлай. Әбү Талха балаһын үбеп, эш эҙләргә сығып китә. Ул сығып китеп бер аҙ ваҡыт уҙғас, бала үлә. Өммө Суләймә (раҙыйАллаһу ғәнһә), баланың кәүҙәһен йыуып, кәфенгә төрә лә йыназа намаҙы уҡып, уны ерләй. Балаһы үлгәс күрһәткән сабырлығы өсөн Өммө Суләймә (раҙыйАллаһу ғәнһә) Аллаһының рәхмәтенә өмөтләнә. Әбү Талха (раҙыйАллаһу ғәнһү) ҡайтҡас, улының ҡайҙа булыуын һорай. Өммө Суләймә (раҙыйАллаһу ғәнһә): «Был төндө балабыҙ бик тыныс йоҡланы, бер ҙә ғазапланманы», — тип яуап бирә. Шунан һуң ул иренә ашарға әҙерләй. Ашағас, улар йоҡларға яталар. Һис бер нәмә лә белмәгән Әбү Талха (раҙыйАллаһу ғәнһү) таң атҡансы тороп, ғөсөл ҡойона һәм Өммө Сүләймәгә былай тип әйтә: «Иртәнге намаҙға киткәнсе улымды үбәһем килә». Өммө Суләймә (раҙыйАллаһу ғәнһә) ни әйтергә лә, нимә эшләргә лә белмәй һәм былай ти:
     - Әй, Әбү Талха! Минең кәйефем юҡ, мине тыныслыҡта ҡалдыр!
     Әбү Талха:
     - Эй, Өммө Суләймә... — ти.
     Өммө Суләймә (раҙыйАллаһу ғәнһә) яуап бирә:
     - Мин күршеләрҙән аманат алған инем, улар уны кире һоранылар.
     Әбү Талха (раҙыйАллаһу ғәнһү) уға:
     - Ваҡытлыса биргән аманатты кире һорағанға борсолорға яраймы һуң? — тигән.
     Өммө Суләймә (раҙыйАллаһу ғәнһә):
     - Аллаһы Тәғәлә һиңә биргән аманатты алһа, һин борсолаһыңмы? Аллаһы Тәғәлә уны беҙҙән алғас, ни эшләй алабыҙ?
     Был һөйләшеүҙән һуң Абу Талха иртәнге намаҙға китә, ә намаҙҙан һуң Пәйғәмбәр ﷺ янына килеп, ҡатынынан зарлана: «Әй, Аллаһы Тәғәлә Илсеһе ﷺ! Балабыҙ үлгән көндө ҡатыным нисек миңә ризыҡ әҙерләп, минең яныма йоҡларға ята алды икән?»Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ Әбү Талхаға түбәндәге доғаны уҡый: «Әй, Әбү Талха! Аллаһы Тәғәлә үткән төндө һеҙҙең өсөн бәрәҡәтле итһен!»
     Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һеҙгә был доғаның нәтижәһе билдәлеме? Уның нәтижәһен ошо хәҙис тапшыра: «Һуңыраҡ Әбү Талханың (раҙыйАллаһу ғәнһү) туғыҙ балаһы тыуа, улар барыһы ла Ҡөръән хафиз (яттан белеүсе) булалар һәм намаҙҙарын Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ мәсетендә уҡыйҙар».
     Аллаһы Тәғәлә Илсеһе ﷺ университетында белем алған кешеләр бына шундай булғандар. Аллаһы Тәғәләнән беҙҙе уларҙан йырағайтмауын үтенәм!
                     «Дин һәм Мәғийшәт» баҫмаһы, №11, ноябрь, 2014 йыл. Камил хәҙрәт Сәмиғуллин, Татарстан Республикаһы мөфтөйө.

      Һин әҙерме? https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%BBin-%D3%99%D2%99erme-2.html

     Үлемде хәтерләү:  https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%AFlemde-x%D3%99terl%D3%99%D2%AF.html

     Йәндең һуңғы әсенеүе:  https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/j%D3%99nde%D2%A3-%D2%BBu%D2%A3%D2%93y-%D3%99sene%D2%AFe.html

     Ҡәберҙәге ҡаты һорау:  https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%A1%D3%99ber%D2%99%D3%99ge-%D2%A1aty-%D2%BBorau.html

     Ҡәбер ғазабы: https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%A1%D3%99ber-%D2%93azaby.html

     Әй, Әҙәм балаһы: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/7493.html