Һин әҙерме?

                                                     Һин әҙерме?
     Әлхәмдү лилләһи раббил ғәләмин, үәс-сәләәтү үәс-сәләәмү ғәләә рәсүлинәә Мүхәммәд үә ғәләә әәлиһи үә сәхбиһи әждмәғин. Беҙ юҡтан бар итеп был донъяға һынау өсөн ебәргән, Үҙенең икһеҙ-сикһеҙ ниғмәттәре менән ниғмәтләндергән бөйөк Раббыбыҙ Аллаһы Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә маҡтау булһын, ошо донъя мәҙрәсәһенә бөйөк уҡытыусы булып килгән Аллаһ илселәренең һуңғыһы – пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдкә ﷺ салауат үә сәләмдәребеҙ ирешһен. Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтүллаһи үә бәрәкәтүһ!
     Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙис шәрифендә шулай тип бойора: «Донъяла бер сит кеше, йәки бер юлсы һымаҡ йәшә».

     Был хәҙисте риүәйәт иткән ибн Ғүмәр ҙә разыйАллаһу: «Кис еткәс – таң атҡанын, таң атҡас та – кис еткәнен көтмә, ауырыуың өсөн – сәләмәтлегеңдән, үлемең өсөн дә тормошоңдан файҙалан, ваҡытыңды бушҡа үткәрмә», – тип әйтә ине. Тимәк, һин юлсыһың, ҡәрҙәшем, һәр бер кеше кеүек китеп барырһың, үлем һәм хисаптан ҡотолоу юҡ, ни тиклем йәшәһәң дә, бер көндө һин дә үләсәкһең, кемде генә яратһаң да – бер көндө уларҙы ҡалдырырһың, ниндәй генә ғәмәл ҡылһаң да, бер көн килер – ҡылған нәмәңдең нәтижәһен күрерһең. Хисап ваҡыты яҡынлашыр – киткән һәр кем кеүек үк беҙ ҙә китербеҙ, китмәйенсә ҡалыр өсөн көсөбөҙ ҙә, мөмкинлегебеҙ ҙә юҡ!
     Был сәбәптән, һанаулы көндәребеҙ, һанаулы һулыштарыбыҙ бөткәнсе, төҫтәребеҙ үҙгәргәнгә тиклем, ләхеткә ятҡырғансы – мәңгелеккә барасаҡ урыныбыҙ өсөн ризығыбыҙҙы әҙерләйек! Ризыҡтарҙың иң хәйерлеһе иһә – тәҡүәлек, йәғни Аллаһҡа ни дәрәжәлә буйһонабыҙ.
     Әй ҡәҙерле ҡәрҙәшем! Арабыҙҙан китеп, һәр көн ҡәбер юрғаны менән күмелгән кешеләрҙең хәлдәренән ғибрәтләнәйек. Бәлки кәфенлек күптән әҙерләнгәндер? Барасаҡ ер – тупраҡтыр? Буласаҡ өй – ҡәберҙер? Хисап бирәсәк урын – мәхшәр майҙанылыр? Һуңғы туҡталыш – йәннәт йәки йәһәннәмдер? Ә һин йәннәткә лайыҡ булырға тырыш!
     Мосолман ҡәрҙәшем! Малдарына ышанып, Аллаһты онотҡан күпме бәндәләр булды? Ҡайҙа һуң хәҙер улар, ул гонаһ ҡылып, көлөп йөрөгән күҙҙәр? Ҡайҙа һуң ул йәшлектәренә алданып, ахирәткә күҙҙәре һуҡырайған бәндәләр? Ваҡыт уларҙы аңғартманымы? Татлы ризыҡтар ашағандан һуң улар ҡорттарға аҙыҡ булманылармы? Малдары, балалары, дуҫтары уларҙы үлемдән ҡотҡара алдымы?
     Аллаһы Сүбхәнәһү үә Тәғәлә Үҙенең китабы Ҡөръәни Кәримдә әйтә:
                                                   أَيْنَمَا تَكُونُوا يُدْرِككُّمُ الْمَوْتُ وَلَوْ كُنتُمْ فِي بُرُوجٍ مُّشَيَّدَةٍ
     «Ҡайһы бер урында булһағыҙ ҙа, һеҙгә үлем ирешер, әгәр күккә терәлгән, бик ныҡ төҙөлгән ҡәлғә (нығытма, башня) эсендә булһағыҙ ҙа». «Нисә / Ҡатындар», 4:78
     Ҡәҙерле ҡәрҙәшем! Был ҡунаҡ доньяһына килгән һәр кем бынан китте. Сираттары еткәндәре бер-бер артлы һуңғы юлға китәләр, сират беҙгә лә етәсәк, был бик йыраҡ түгел, күҙ менән ҡаш араһында. Үлем фәрештәһе юлда, ваҡыт үткән һайын беҙгә яҡыная бара һәм көндәрҙән бер көндө беҙҙең яныбыҙға килеп, Аллаһы Сүбханә үә Тәғәлә беҙгә аманат итеп биргән йәнебеҙҙе алыр. Һин быға әҙерме? Һинең күңелең таҙамы? Һин Аллаһы Тәғәләгә йәнеңде саф килеш тапшыра алырһыңмы?
     Аллаһы Сүбхәнәһү үә Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйтә:
                                                                     كُلُّ نَفْسٍ ذَائِقَةُ الْمَوْتِ ثُمَّ إِلَيْنَا تُرْجَعُونَ
     «Һәр бер йән эйәһе үлем әсеһен татыясаҡ. Шунан һуң Беҙгә ҡайтарылырһығыҙ». «Ғәнкәбут / Үрмәксе», 29:57
     Был донъя – бер күпер. Был күперҙең башы – бишек, аҙағы иһә – ҡәберҙер. Бынан һуң мәңгелек тормош башлана. Был юл донъя исемле күпер өҫтөнән үтә, шуға күрә беҙ бында ахирәтебеҙ өсөн әҙерлек яһарға мәжбүр икәнлегебеҙҙе бер ҡасан да онотмайыҡ.
     Башыңды ике ҡулың араһына ҡуйып, уйлағаның бармы? Ни өсөн был донъяға килдең? Ни өсөн йәшәйһең? Үлемдән һуң нимә көтә? Ғүмереңде нимәгә әрәм иттең? Иртәгә һинән былар тураһында һораһалар, нимә тип яуап бирерһең? Аллаһ алдында ҡоллоҡ вазифаңды еренә еткереп үтәйһеңме? Һәр көн биш ваҡыт намаҙыңды уҡыйһыңмы? Әллә, йоманан-йомаға, байрамдан-байрамға генә намаҙыңды үтәйһеңме? Ураҙаны тотаһыңмы? Әллә Рамаҙан айы еткәс, ашҡаҙаның ауырта башлаймы? Зәкәтте түләйһеңме? Әллә үҙеңде йәһәннәмгә утын итеп әҙерләйһеңме? Гонаһтарыңа тәүбә иттеңме? Йә иһә һин был һорауҙарға мосолмандар һөйләмәгән һүҙҙәр менән яуап бирмәксе булаһыңмы? Һин бөйөк иҫәп-хисап көнөндә Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында үҙеңдең ҡылған ғәмәлдәрең өсөн яуап бирергә әҙерме?
     Аллаһы Сүбхәнәһү үә Тәғәлә үҙенең китабы Ҡөръәни Кәримдә әйтә:
                                                                      وَمَا خَلَقْتُ الْجِنَّ وَالْإِنسَ إِلَّا لِيَعْبُدُونِ
     «Беҙ кешеләрҙе һәм ендәрҙе ғибәҙәт итһендәр өсөн яраттыҡ». «Зарийәт / Таратыусы», 51:56
     Шулай булғас, һин, мөъмин-мосолман ҡәрҙәшем, Аллаһҡа ҡоллоҡ өсөн яратылдың, ғибәҙәт ҡылыр өсөн яратылдың.
     Рәсүлебеҙ ﷺ: «Аҡыллы кеше – мәңгелек әхирәте өсөн тырышҡан кеше, ҡылған ғәмәлдәренә фекерләп хисап яһар; ә ахмаҡ иһә нәфсе һәм теләктәренә эйәрер». Был сағыштырмаға күрә һин аҡылдымы? Юҡмы? Һөҙөмтә яһа!
     Шулай булғас, ғәзиз ҡәрҙәшем, донъя беҙҙе алдамаһын. Аллаһ ҡаршында булған вазифаларҙы оноттормаһын, беҙҙе һәм балаларыбыҙҙы, ейәндәребеҙҙе бөйөк динебеҙ Исламдан йырағайтмаһын. Аллаһ һәм Рәсүлүллаһ ﷺ мөхәббәтен, Ҡөръән нурын күңелдәребеҙҙән сығармаһын, ваҡыт менән үҙгәреп юҡ булған донъя зиннәте беҙҙе мәңгелек Фирҙәүес йәннәтенән мәхрүм итмәһен.
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә шулай тип әйтә:
                                                                                         أَفَلَا تَذَكَّرُونَ…
     «Һаман да уйлап – фекерләмәҫтәрме?» «Нәхел / Бал Ҡорттары», 16:17
                                                                                          أَفَلَا تَعْقِلُونَ…
     «Һаман да аҡылланмаҫтармы?» «Әл-Әнбиә / Пәйғәмбәрҙәр», 21:10
     Шуға күрә уйлап, фекерләп, Аллаһы Тәғәлә биргән аҡылды Ул Үҙе күрһәткән тура юлда файҙаланып, хисап бирергә әҙер булып тор!
                                          Рөстәм хәҙрәт Хәйбуллин, «Шура» журналы №18, тәржемә.