Әй, Әҙәм балаһы!
وَقَالَ رَبُّكُمُ ادْعُونِي أَسْتَجِبْ لَكُمْ إِنَّ الَّذِينَ يَسْتَكْبِرُونَ عَنْ عِبَادَتِي سَيَدْخُلُونَ جَهَنَّمَ دَاخِرِينَ
60. Үә ҡаалә раббүкүмү-дғүүнии әстәджиб ләкүм иннә-лләҙиинә йәстәкбируунә ғән ғибәәдәтии сәйәдхулүүнә джәһәннәмә дәәхыириин.
60. Раббығыҙ әйтте: «Доға ҡылығыҙ Миңә, Мин яуап бирермен. Тәкәбберләнеп, Миңә ғибәҙәт ҡылмаған кешеләр мәңге яныр өсөн тамуҡҡа төшөр!» — тине. Ғафир (Ғәфү итеүсе), 40 — нсы сүрә, 60 аят
Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә Ҡудси хәҙисендә әйтә: “Миңә итәғәтлек менән, Мине зекер итегеҙ, Мин һеҙҙе Үҙемдең ғәфү итеү менән зекер итәрмен. Кем Мине итәғәт иткән хәлдә иҫкә төшөрһә, Мин уны, һис шикһеҙ, Үҙемдең ғәфү итеүем менән иҫкә алырмын. Әгәр кем Миңә итәғәтһеҙлек ҡылған ваҡытта юлыҡһа, Мин уны һис шикһеҙ, Үҙемдең асыуым менән иҫкә алырмын.
Әй, Әҙәм балаһы! Көн башында дүрт рәкәғәт намаҙ үтәргә ялҡауланма, Мин һинең менән көн аҙағына ҡәҙәр булырмын. Үлемдең хаҡлығына ышанып та күңелле йөрөүсегә ғәжәпләнәм. Ҡәбергә төшәһен белеп тә көлөп йөрөүсегә ғәжәпләнәм. Әхирәт көнөнә ышанып та ғафиллектә йөрөүсегә ғәжәпләнәм. Был донъяның юҡҡа сығасағын белеп тә ҡайғыһыҙ йәшәүсегә ғәжәпләнәм. Ғилеме телендә булып та йөрәге наҙанлыҡта булыусыға ғәжәпләнәм. Һыу менән йыуынып та бысраҡ булып ҡалыусыға ғәжәпләнәм. Кеше ғәйептәре менән шөғөлләнеп, үҙ ғәйептәрен күрмәүсегә ғәжәпләнәм. Аллаһ уның ни эшләгәнен күргәнен белә тороп та гонаһ ҡылыусыға ғәжәпләнәм. Йән биргәндә һәм үлгәс бер яңғыҙы ҡәбергә инеп, ғәмәлдәре өсөн бер үҙе генә яуап бирәһен белеп тә, кешеләргә һыйынып (зависимый) йөрөүсегә ғәжәпләнәм. Ысынында Минән башҡа һис бер төрлө Иләһе юҡтыр, һәм ҡолом һәм илсемдер (Мөхәммәд ﷺ)«
Әй, Әҙәм балаһы! Ҡайһы ваҡытҡа тиклем ғәфү һорап, тәүбәгә килеүеңде кисектерәһең? Һин мәңгелек тормошон теләп, үҙең ғәмәл ҡылмайһың. Изгеләрҙең һүҙен һөйләп, монафиҡтар ғәмәле ҡылаһың. Һиңә ниғмәт бирһәң, ризаһыҙлыҡ белдерәһең, ауырлыҡтар килһә, сабырһыҙланаһың. Кешеләрҙән хаҡыңды талап итәһең, үҙең башҡаларҙың хаҡын үтәмәйһең. Башҡаларҙы изгелеккә өндәйһең, ә үҙең изгелек ҡылырға ашыҡмайһың. Изгеләрҙе һөйәһең, ләкин үҙең уларҙан түгелһең. Монафиҡтарҙы яратмайһың ә үҙең ике йөҙләнәһең. Үҙең эшләмәгәнде һөйләйһең, ҡушылмағанды эшләйһең. Һәр яңы көн, ер һиңә мөрәжәғәт итә:
Әй, Әҙәм балаһы! Һин Минең өҫтөмдән йөрөйһең, ләкин киләсәк урының ер аҫты. Минең өҫтөмдә ҡыуанып йөрөйһең, ләкин минең ҡуйынымда һине ҡорттар ашар». Ҡәбер һиңә мөрәжәғәт итә:
Әй, Әҙәм балаһы! Мин ҡурҡыныс, яңғыҙлыҡ һәм хөкөм йорто. Шуға күрә миңә әҙерлән, мине емермә".
Әй, Әҙәм балаһы! Нисә шәмдәрҙе ел иҫеп һүндерҙе. Күпме кешеләрҙе тәҡәбберлек (мин-минлек) һәләк итте. Күпме байҙарҙы байлыҡтары боҙҙо йәнә күпме ярлыларҙы фәҡирлектәре һәләк итте. Күпме таҙа-һауҙарҙы һаулыҡтары йәнә ауырыуҙарҙы сирҙәре һәләк итте. Күпме ғалимдәрҙе ғилемлектәре һәләк итте. Үҙемдең Көсөм һәм Бөйөклөгөм менән ант итеп әйтәм: әгәр изге күңелле ҡарттар булмаһа һәм тәҡүәле йәштәр булмаһа йәнә күкрәк балалары һәм ҡырҙа йөрөгән хайуандар булмаһа, Мин һеҙҙең өҫтөгөҙҙәге күктәрҙе тимерҙән, аяҡ аҫтығыҙҙағы ерҙе таштан, тупраҡтарығыҙҙы сәхрә ҡомонан эштәр инем. Һәм өҫтөгөҙгә бер тамсы ла ямғыр ҙа яуҙырмаҫ инем. Һәм ерҙән бер орлоҡто ла үҫтермәҫ инем. Һәм һеҙҙең өҫтөгөҙгә ғазабым төшәр ине. Ләкин был нәмәләрҙе булдырмаҫҡа сәбәптәре сығып тора. Ысынында, бөтә көс һәм ҡеүәт Аллаһы Тәғәләлә генәлер".
Әй, Әҙәм балаһы! Мин бойорған эштәрҙе эштә, Мин тыйғандарҙан тыйыл, шунда мин һиңә мәңгелек ғүмер бирермен.
Әй, Әҙәм балаһы! Әгәр һинең һүҙең күркәм булып ғәмәлең йәмһеҙ булһа, һин ике йөҙлөләрҙең башлығы. Һинең тышҡы ҡиәфәтең матур булып, күңелең насарлыҡтан торһа, һин иң хәсрәткә төшкәндәрҙән булырһың. Аллаһы Тәғәләне һәм мосолмандарҙы алдарға тырышҡандар, үҙҙәре лә һиҙмәйенсә үҙҙәрен алдайҙар.
Әй, Әҙәм балаһы! Кем Минең ололоғомдан (бөйөклөгөмдән) ҡурҡып итәғәт итһә, көндәлек эштәрен дә мәшәҡәттәрен бүлеп ҡәҙерле ваҡытында Мине иҫкә алһа һәм минең ризалығым өсөн генә шәһүәттән тыйылһа йәннәтемә инер.
Әй, Әҙәм балаһы! Мосафирҙы ҡунаҡ ит, фәҡирҙе ҡыуандыр, туғандарың менән аралаш, бәләлә булыусыға мәрхәмәтлек ҡыл, йәтимдәрҙе һыйла һәм уларға үҙ балаһын һөйгән атай кеүек бул, тол ҡатынға үҙ ҡатынына кеүек шәфҡәтле ир бул. Кемдә был сифаттар булһа, Миңә доға ҡылһа яуап ҡайтарырмын һәм һораған әйберен бирермен".
Әй, Әҙәм балаһы! Сабыр һәм тыйнаҡ булһаң, дәрәжәңде күтәрермен. Миңә шөкөр итһәң, арттырырмын. Гонаһынан үкенһәң, ғәфү итермен. Туғандарың менән аралашһаң, ғүмереңде оҙайтырмын. Аҙ һүҙле булып рәхәтлек һәм бәрәҡәт һораһаң бирермен. Бел, сәләмәтлек яңғыҙлыҡта, ихласлыҡ саф күңелдә, изгелек тәүбәлә, ғибәҙәт ғилемдә, байлыҡ булғанына риза булыуҙа.
Әй, Әҙәм балаһы! Нисек күп йоҡлап Мине йөрәгең менән танырға теләйһең? Күп гонаһтарың була тороп нисек Аллаһтың ризалығын өмөт итәһең? Һаранлығың сикһеҙ булып нисек хөрмәт өмөт итәһең. Нисек һин шөһрәт (слава, известность), данды һәм маҡтауҙы һөйөп, хикмәтте теләй алаһың? Ғилемгә ынтылмайынса нисек бәхетте теләй алаһың?"
Әй, Әҙәм балаһы! Үлем бөтә сереңде асыр, ҡиәмәт көндө хәбәреңде һөйләр һәм ғәмәл китабың эшеңде күрһәтер. Шуға күрә әгәр бер кескенә ғәйеп эшләһәң уның күләменә ҡарама, ләкин Кем алдында гонаһлы икәнеңде аңла. Һәм әгәр бер аҙ ризыҡ менән ризыҡланһаң, аҙлығына зарланма. Кем уны башҡаларға булмағанда һиңә биргәненә ҡара. Һин гонаһтарынды (гонахтарыңды) йыйма, әлбиттә, белә алмайһың ҡайһыһы менән Минең асыуыма юлығырһыңды. Һәм шуның өсөн һинән ризығымды киҫәрмен һәм күк ишектәрен бикләп һинең доғаңды ҡабул итмәм. Һин Минең асыуымдан һәм хәйләмдән имен ҡалдым тип уйлама. Минең мәкерем ҡараңғы төндә ҡара таштағы ҡырмыҫҡанан да йәшенерәк.
Әй, Әҙәм балаһы! Һеҙ Минең ҡаршыла гонаһ ҡылғандан һуң, Минең асыуымды иҫкә төшөрөп тәүбә ҡылдығыҙмы, гонаһтан туҡталдығыҙмы? Минең ҡушҡандарымды тейешенсә үтәнегеҙме? Байлығығыҙҙан мохтаждарға өлөш сығарҙығыҙмы? Һеҙгә насарлыҡ эшләгәндәргә яҡшылыҡ теләнегеҙме? Һеҙҙең менән мөғәмәләһен өҙгәндәр менән дуҫлаштығыҙмы? Һеҙгә хыянат итеүсенең вәғәҙәһендә торҙоғоҙмо? Балаларығыҙға яҡшы әхлаҡ-ислам тәрбийәһе бирҙегеҙме? Күршеләрегеҙҙең хәжәтен үтәп ризалыҡтарын алдығыҙмы? Ғалимдәрҙән үҙегеҙ белмәгән дини мәсьәләләрҙе һоранығыҙмы? Ысынында Мин һеҙҙең ҡиәфәттәрегеҙгә, матурлыҡтарығыҙға ҡарамам, бәлки һеҙҙең йөрәгегеҙгә һәм ниәтегеҙгә ҡарармын, һәм улар менән Минең ризалығым ирешерһегеҙ".
Әй, Аллаһыға иман килтереүселәр! Аллаһынан ысын ҡурҡыу менән ҡурҡығыҙ һәм мосолман булмайынса доньянан үтмәгеҙ. Белегеҙ, ғилемһеҙ ғәмәл, емешһеҙ ағас кеүек. Ғәмәлһеҙ ғилем, керешһеҙ йәйәлеге уҡ кеүек. Зәкәтһеҙ ғәмәл һәм ғилем, ташҡа ултыртҡан тоҙ кеүек. Ныҡ ҡурҡыу белмәгән кешенең миҫалы, һыуҙа йомшармаҫ булған таш кеүек. Вәғәзде теләмәгән кешене вәғәҙләү, мәйеттәр алдында ҡуйылған аштар һәм һыуҙар кеүек. Хәрәм малдан зәкәт сығарыу нәжес менән йыуыныу кеүек. Зәкәтһеҙ намаҙ, йәнһеҙ рух кеүек. Тәүбәһеҙ ғәмәл, нигеҙһеҙ бина кеүек. Аллаһтың асыуынан имен булам тип уйламағыҙ, хәсрәттә булыусы ҡәүемдәр генә шулай уйлайҙыр".
Әй кешеләр! Мин һеҙгә биргән ниғмәттәрҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, Миңә биргән үәғәҙәләрегеҙҙе үтәгеҙ, Мин дә Үҙемдең һүҙемдә торормон һәм Минән генә ҡурҡығыҙ. Йәннәткә инеү байлыҡ йыйыу кеүек еңел эш түгел. Фарыздарҙан һуң нәфел эштәрегеҙ менән Миңә яҡынайығыҙ. Минең ризалыҡты ғәрип-меҫкендәрҙең һәм мохтаждарҙың ризалығынан эҙләгеҙ. Арағыҙҙағы изгеләр һәм ғалимдар менән булығыҙ, Минең рәхмәтем һис уларҙан айырылмай. Әй Муса! Минең хаҡ булған һүҙҙәремде тыңла: “Кем үҙен фәҡир үә меҫкендән өҫтөн ҡуйһа, ҡиәмәт көнөндә мин уны ҡырмыҫҡа ҡиәфәтендә ҡубарырмын. Кем ғалимдәргә ата-әсәһенә тыйнаҡлыҡ һәм изгелек күрһәтһә, Мин уның дәрәжәһен был донъяла һәм ахирәттә күтәрермен. Кем мосолмандың серен асырға теләһә, Мин уның етмеш төрлө серен асырмын. Кем мосолмандан фәҡир булғаны өсөн ситләшһә, ул Миңә менән һуғыш менән сыҡҡан кеүек булыр. Кем мөьминде Минең ризалығым өсөн һөйһә, уны фәрештәләр был донъяла һәм ахирәттә лә сәләмләп торорҙар".
Саба мөхтәсибе сайтынан тәржемә итем, ссылка: http://saby.muhtasibat.tatar/tatar/news/news_3731.html