Үлемде хәтерләү
Беренсе хөтбә
Был донъяға бер кеше лә мәңгегә килмәгән. Нисә йыл йәшәйәсәгебеҙ — башҡа мәсьәлә, ләкин бөтәбеҙ ҙә ҡәбер һорауы (йә иһә тағы ла ҡурҡынысырағы — ҡәбер ғазабы!) аша үтәсәкбеҙ, «“Һеҙ ҡаса торған үлем, әлбиттә, һеҙҙе осратыр, ә унан һуң һеҙ ғәйеп нәмәне лә, асыҡты ла Белеүсегә ҡайтарылырһығыҙ, һәм Ул һеҙгә нәмә эшләгәнегеҙҙе хәбәр итер”, — тип әйт» («Йома» сүрәһе, 62:8 аят), «“Һеҙҙең өсөн ҡушылған үлем фәрештәһе һеҙҙе вафат итер, унан һуң Раббығыҙға ҡайтарылырһығыҙ!” — тип әйт» («Сәждә» сүрәһе, 32:11 аят).
Тәнгә һыу кәрәк булғандай үлемде хәтерләү ҙә мосолмандың йәненә кәрәк. Үлерен уйламаған кеше мотлаҡ рәүештә иманының көсһөҙләнеүен күрер, ә имандың көсһөҙләнеуе кешене төрлө-төрлө гонаһтарға этәрә... Йәғни, мосолмандарҙың үлем тураһында һөйләшеүе — яҡшы күренеш.
Ә ябай халыҡ, киреһенсә, үлем тураһында һөйләй башлаһаң, «ҡуй, ҡуй, юҡты һөйләй ултырма, тәүбә тиң!» тип, ҡул һелтәй башлай. Үлем — ул «юҡ нәмә» түгел, уны Ҡөрьәндә Аллаһ Тәғәлә «йәҡин», йәғни «һис шикһеҙ була торған нәмә» тип атаған! Дөрөҫ әйтәһегеҙ, ана шул тәүбәне хәтерләр өсөн үлемде иҫкә алабыҙ ҙа инде... Әгәр үлем мотлаҡ киләсәк икән, уның турала уйламау бер ахмаҡлыҡ төрө түгелме ни?
Үлем тураһында уйлар кәрәк ҡәрҙәштәр, сөнки быны беҙгә Аллаһтың илсеһе ﷺ үҙе өйрәтте: «Ҡәберҙәргә зыярат (барып күреү) ҡылығыҙ, сөнки улар һеҙгә әхирәтте хәтерләтә». (Муслим хәҙистәр йыйынтығынан).«Ләззәттәрҙе емереүсе нәмәне йышыраҡ хәтерләгеҙ!» (Имам Әхмәт. Әт-Тирмиҙи. Ибн Мәджәһ һәм башҡа имамдар).
«Ләззәтте емереүсе нәмә» — ул үлем. Үлем килеү менән ошо донъяла ләззәт тапҡан бар нәмәбеҙ ҙә юҡҡа сығасаҡ, ҡыуандырмаясаҡ, шулай бит? Үлем ауырыуы өҫтөндә ятҡан кеше, әлбиттә, ғибәҙәттәрен тамам үтәмәгәнгә лә, гонаһтарға батыуына ла ҡайғырасаҡ, ләкин һау-сәләмәт ваҡытыңда ҡылынған тәүбә һәм башҡа ғәмәлдәр яҡшыраҡ!
Бер хәҙистә «Ҡол ауырып китһә, йә сәфәргә сыҡһа, уға һау һәм мөҡим булған сағындағы ғәмәлдәренең сауабы яҙыласаҡ» (Әл-Бүхари хәҙистәр йыйынтығынан). Ни тиклем һөйөнөслө хәбәр был! Кеше аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡалһа ла, уның әүәлге эштәре онотолмай һәм улар ҡылынмаһа ла, сауабы дауам итеп килә.
Ибн Ғүмәр риүәйәт итеүенсә, бер мәл ул пәйғәмбәребеҙ ﷺ менән ултыра ине, бер кеше килеп сәләм бирҙе лә, «Эй, Аллаһтың илсеһе, мөъминдәрҙең кеме — иң яҡшы кеше?» тип һораны. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ:«Иң әҙәплеләре» — тине. Теге кеше тағы ла: «Ә кемдәре — иң аҡыллы?» тип һораны. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ быға: «Үлемде барыһынан да йышыраҡ хәтерләгәндәре, һәм унан һуң килә торған нәмәгә барыһынан да яҡшыраҡ әҙерләнеүселәре. Шулар — аҡыллылар!» — тине. (Был хәҙисте Ибн Мәджә риүәйәт итте).
Бына кем икән аҡыллы кеше! Ата-әсәләр балалары аҡыллы булһын тип уларға китап уҡырға, тел өйрәнергә ҡуша, ә баҡты иһәң, балаларҙы яҡшы мослолман итеп тәрбиәләп, уға үлемдән һуң кешене йә ожмах, йә тамуҡ көтөүен аңлатыр кәрәк икән. Быны барыбыҙ ҙа эшләй микән — шуны уйлап ҡарайыҡ...
Икенсе хөтбә
Әүәл мосолмандар — сәхәбәләр, тәбиғиндәр һәм тәбиғү-тәбиғиндәр — үлемде йыш хәтерләүҙәре менән айырылып торҙолар. Улар беҙҙең кеүек ошо донъяға йәбешеп ятып, мәңге йәшәрҙәй булып йөрөмәнеләр, ә «үлем» хәҡиҡәтен башҡа төрлө ҡабул иттеләр. Әгәр беҙ үлемде тиҙерәк онотоп, ошо донья менән әүерәргә тырышабыҙ икән, сәхәбәләр һәм уларҙың балалары, киреһенсә, үлемде хәтерләү менән әхирәткә ынтылдылар һәм изге ғәмәлдәр ҡылырға ашыҡтылар.
Бөйөк сәхәбә Ғүҫмән ибн Ғәффән ҡәбер эргәһендә торғанда һаҡалы еүешләнгәнсе илаған. Уға: «Йәннәт менән утты хәтерләгәндә иламайһың, ә ошо нәмәнән илайһыңмы ни?» — тигәс, ул: «Аллаһтың илсеһе ﷺ: “Ысынлап та, ҡәбер — әхирәттең беренсе баҫҡысы, кеше шунан ҡотола алһа, унан һуң килгән нәмә еңелерәк буласаҡ. Ә ҡотолмаһа, унан һуңғы килгән нәмә тағы ла ҡурҡынысыраҡ буласаҡ” — тине», — тип аңлатҡан (Был хәҙисте Ибн Мәджә, Әт-Тирмиҙи риүәйәт иттеләр).
Ибн Ғүмәр риүәйәт итеүенсә, бер көн пәйғәмбәребеҙ ﷺ уның яуырынан тотто ла: «Был донъяла сит ил кешеһе, йә үтеп барыусы юлсы кеүек бул!» — тине. Шуға Ибн Ғүмәр йыш ҡына; «Кискә тиклем йәшәп етһәң, иртәгәне көтмә, ә иртәнсәккә тиклем йәшәп етһәң, кисте көтмә. Һаулығыңдан ауырыу ваҡытыңа кәрәккәнде, ә ғүмереңдән — үлемеңә кәрәккәнде алып ҡал!» — ти торғайны... (Әл-Бүхари хәҙистәр йыйынтығынан).
Әбү Дәрдә тигән сәхәбә: «Әгәр үле кешеләрҙе хәтерләһәләр, үҙеңде шуларҙың береһе тип һана» — тип кәңәш биргән...
Әл-Хәсән Әл-Басри исемле бөйөк ғалим бер көн үлергә ятҡан кешене күреп ҡайтҡан да, өйөндә ашай ҙа, эсә лә алмаған... Бына шундай ине тәүге мосолмандар, изге сәләфтәр. Мосолмандарҙың үлемгә мөнәсәбәте уларҙың ошо донъялағы көсөнә лә тәьҫир итә икән.
Бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ ﷺ беҙҙең ошо көндәге хәлебеҙ тураһында әйтеп бирҙе: «Аш ашаусылар бер табаҡ тирәһендә йыйылған кеүек, һеҙҙең өҫтөгөҙҙә лә төрлө халыҡтар йыйыласаҡ көндәргә күп ҡалманы». Быны ишеткән бер сәхәбә: «Был көндәр беҙҙең аҙ булыуыбыҙҙан килеп сығасаҡмы әллә?!» — тип аптырап ҡалды. Ә пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Киреһенсә, ул көндәрҙә һеҙ күмәк, ләкин ағымдағы сүп кеүек булырһығыҙ. Аллаһ дошмандарығыҙ күңеленән һеҙҙән ҡурҡыу тойғоһон тартып алыр, ә һеҙҙең йөрәктәрегеҙгә үәһн ташлар» — тип яуап ҡайтарҙы. Сәхәбәләрҙең береһе тағы ла: «Нимә ул үәһн?!» — тип һораны. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ : «Донъяны һөйөү һәм үлемде күрәлмау» — тип яуап бирҙе (Әбү Дәүд, Әхмәт, Әл-бәиһәҡи һәм башҡа имамдар риүәйәт итте).
Хөтбәнең аҙағында бер мөһим нәмәне иҫкә төшөрәйек: кешенең ниндәй хәлдә үлеп китеүе бик мөһим, сөнки пәйғәмбәребеҙ ﷺ шулай тине: «Һәр кеше үлгәндәге хәлендә тергеҙеләсәк». (Муслим риүәйәт итте). Йәғни, берәй изге эш өҫтөндә үлгән кеше (мәҫәлән, намаҙ ҡылғанда), шул рәүештә тергеҙеләсәк, ә насар хәлдә үлгән кеше — мәҫәлән, иҫерек сағында шул ҡиәфәт һәм хәләттә тергеҙәләсәк. Ә кешенең теге йә был хәлдә үлеүе уның хәҙерге тормошона ныҡ бәйләнгән. Әгәр мосолман Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәп, пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтен тотоп йәшәй икән, уға Аллаһ матур тормош ҡына түгел, шулай уҡ матур үлем дә насип итер. Ә гонаһтарға батҡан кеше ниндәй эш һәм һүҙҙәр менән үлер — билдәһеҙ...
Әл-хәфиҙ Әҙ-ҙәһәби тигән ғалим һөйләүенсә, бер кеше араҡы эсер булған. Үлем ауырыуы өҫтөндә ятҡанда, уға бере кеше килгән дә шәһәдәт һүҙҙәрен хәтерләтә башлаған. (Хәҙистә әйтелгәнсә, кешенең һуңғы һүҙҙәре «лә иләһә илләллаһ» булһа, кеше йәннәткә керәсәк. Шуға ауырыу кешегә ошо һүҙҙәрҙе хәтерләтеп торор кәрәк. Ғәрәпсә был эш «тәлҡин» тип атала). Ләкин теге эскесе шәһәдәт урынына «Әйҙә, үҙең дә эс, миңә лә ҡой!», — тигән һәм үлгән...
Аллаһ Раббыбыҙ беҙгә изге үлем насип итеп яман үлемдән Үҙе һаҡлаһын!
«Йома хөтбәләре»