Тәһәрәтле булыуҙың хикмәте


                                               Тәһәрәтле булыуҙың хикмәте
     "Тәһәрәт алыу – намаҙ асҡысы, намаҙ – йәннәт асҡысы" тип юҡҡа ғына әйтелмәгән. Әммә тәһәрәтле булыу намаҙға ғына ҡағыламы һуң? Тәһәрәт алыу — таҙарыныу, ә таҙарыныу — намаҙ һәм башҡа ғибәҙәттәрҙең дә асҡысы. Мосолман тәһәрәт алыуҙа бик тә иғтибарлы булырға тейеш, сөнки тәһәрәтһеҙ намаҙ ҡабул булмай. Беренсенән, тәһәрәт алыу намаҙҙың дөрөҫлөгөнә шарт булып тора, икенсенән, тәһәрәт алыу гонаһтарҙың ярлыҡауына сәбәп, өсөнсөнән, ҡиәмәт көнөндә был фани донъяла тәһәрәт алып йөрөүселәр йөҙҙәренән һәм тәндәренән нур менән билдәле булырҙар тип әйтелгән.
     Мосолмандарҙың йәшәү рәуеше сәләмәтлектең нигеҙе булып тора. Ислам динен таҙалыҡ дине тип бер шикләнмәйенсә әйтә алабыҙ. Динебеҙҙе тотороҡландырған иң бәләкәй нәмәләрҙең дә ҙур файҙаһы бар. Сәләмәтлек таҙалыҡтан башлана. Ә беҙҙең динебеҙ таҙалыҡҡа ҙур иғтибар бирә. Гигиена ҡағиҙәләрен үтәү һәр төрлө ауырыуҙарҙан ҡотолорға ярҙам итә. Тәһәрәт алып беҙ тышҡы яҡтан да һәм эске яҡтан да таҙарынабыҙ. Был ваҡытта биттәребеҙҙе, ҡул һәм аяҡтарыбыҙҙы йыуыуҙың да сәләмәтлегебеҙ өсөн файҙаһы ҙур. Тәһәрәт алғанда беҙ барыбыҙ ҙа микробтарҙан һәм бактерияларҙан арынабыҙ. Ҡолаҡ-биттәребеҙҙе, ҡул-аяҡтарыбыҙҙы йыуғанда, шул тәндә урынлашҡан нерв нөктәләренә һыу менән тәьҫир итеп, йән һәм тән аураһын һәм уның организм иммунитын нығытабыҙ. Асыу кеүек күңелһеҙ эмоциональ хәлгә тарығанда ла тәһәрәт алыу кешенең психик хәлен көймәләй.

     Мосолман өсөн тәһәрәт алыу көн һайын башҡарыла торған, күнегелгән ғәҙәти ғәмәл һымаҡ. Әммә ысынлыҡта ул күләмле белем донъяһы, мосолман хоҡуҡ фәненең ҙур бүлеге лә тулыһынса уға бағышлана. Мөьмин өсөн тәһәрәт алыу — имандың мөһим сағылышы. Шуға ла уның өҫтөнлөктәре тураһында һөйләү һәм уға булған талаптарҙы башҡарыу бигерәк тә әһәмиәтле.
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә әйтә:
يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا إِذَا قُمْتُمْ إِلَى الصَّلَاةِ فَاغْسِلُوا وُجُوهَكُمْ وَأَيْدِيَكُمْ إِلَى الْمَرَافِقِ وَامْسَحُوا بِرُءُوسِكُمْ وَأَرْجُلَكُمْ إِلَى الْكَعْبَيْنِ
     "Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү иҙәә ҡумтүм илә-ссаләәти фәғъсилүү үджүүһәкүм үә әйдийәкүм иләл-мәраафиҡи үәмсәхүү биру'үүсикүм үә әрджүләкүм иләл-кәғбәйни..."
     «Әй иман килтереүселәр! Намаҙға керешкәндә битегеҙҙе һәм терһәккә тиклем ҡулығыҙҙы йыуығыҙ, башығыҙҙы һөртөгөҙ, шайтан ашыҡ һөйәгенә тиклем аяҡтарығыҙҙы йыуығыҙ...» («Мәидә» сүрәһе, 6-сы аят).
     Мосолмандың тәне, кейеме, өйө таҙа булырға тейеш. Ислам дине беҙгә шуны өйрәтә. Тәһәрәт алыу — ул Мөхәммәд ﷺ өйрәткәнсә, тәндең билдәле бер өлөштәрен йыуыу. Һәр ваҡыт тәһәрәт менән йөрөү — бик маҡтаулы ғәмәл. Тәһәрәт алыу – намаҙҙың дөрөҫлөгө өсөн иң төп шарт, ә намаҙ Ислам бағаналарының икенсеһе булып тора. Тәһәрәт һүҙе телдә таҙалыҡты, Шәриғәттә – кейемде, тәнде һәм намаҙ урынын ҙур йәки бәләкәй нәжестән пакланыуҙы аңлата. Ул намаҙ уҡыр өсөн кәрәк. Шунһыҙ намаҙ ҡабул булмай. Намаҙ беҙҙең һыу менән йыуынған кеүек физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан да пакланыу, сафланыу сығанағы булып тора ул. Ҡөръән Кәрим сүрәләрен уҡырға йыйынғанда ла Аллаһ был китабҡа хөрмәт күрһәтергә өндәй:
                                                                                     لَّا يَمَسُّهُ إِلَّا الْمُطَهَّرُونَ
     «Ләә йәмәссүһү илләлмүтаһһәруун»
     «Ҡөръәнде тәһәрәтле кешеләр генә тотһондар», — тип әйтә. (Әл-Ваҡиға сүрәһе, 56/79).
     Аллаһы Тәғәлә Әҙәм балаларына йөкләгән ғибәҙәт төрҙәрендә ҙур мәғәнә һәм хикмәт бар. Әйтәйек, тәһәрәтте күптәр намаҙ уҡыр алдынан ябай бер йыуыныу тип кенә ҡабул итә. Әммә тәһәрәт алыу тәртибенә иғтибар итһәк, шундай ҡыҙыҡлы факт асыҡлана: тәһәрәт алғанда, кешенең ғәҙәттә гонаһ ҡыла торған ағзалары йыуылырға тейеш. Мәҫәлән, ҡул менән кеше байтаҡ күп ярамаған нәмә эшләргә мөмкин; ауыҙ менән насар һүҙҙәр һөйләргә, шикле ризыҡ ашарға; танау менән яман еҫтәр еҫкәргә; күҙ менән тыйылған нәмәләргә ҡарарға; ҡолаҡ менән ҡәбәхәт һүҙҙәр ишетергә; ғөмүмән, баш менән боҙоҡ уйҙар уйларға; аяҡ менән кәрәкмәгән ергә барырға һәм үҙенә башҡа төрлө зыян һалыуы мөмкин. Әгәр кеше бер намаҙҙан икенсе намаҙға тиклем ошо ағзаларҙың ҡайһыһы менән булһа ла гонаһ ҡылһа, тәһәрәт алғанда ул шул ағзаларын паклап, ҡара энергиянан арындыра, тәртипкә килтерә, нурландыра, күҙ тейеүгә һәм сихырға ҡаршы тора ала...
     Мосолмандар өсөн тәһәрәт алыуҙың көсөнә һәм файҙаһына күрһәтеүсе хәҙистәр ҙә бар. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ шулай тигән: «Кеше тәһәрәт алғанда ҡулын йыуһа, ҡулдары менән ҡылған гонаһтары кисерелә, йөҙөн-битен йыуғанда күҙҙәре менән ҡылған гонаһтары кисерелә, башына мәсех ҡылғанда ҡолаҡтары менән ҡылған гонаһтары кисерелә, аяҡтарын йыуғанда, аяҡтары менән йөрөп ҡылған гонаһтары кисерелә». Имам Мөслим, «Мусафир», 294; имам Тирмизи, «Тәһәрәт», 2.
     Бер риүәйәттә: берәү мәсеткә барып намаҙ уҡырға тип кейенеп урамға сыға. Тик юлда барғанда тайып йығыла һәм кейемен бысрата. Кейемен алыштырырға тип өйөнә ҡайта. Тағы тәһәрәт алып, кейемен алыштыра ла сығып китә. Барғанда шул уҡ урында тағы тайып йығыла, тағы бер ҡат тәһәрәтен яңырта. Ҡабаттан юлда барғанда лампа тотҡан кешене осрата ла уның кем булыуы менән ҡыҙыҡһына. Лампалы кеше: «Мин һинең ике тапҡыр йығылып кейемеңде бысратҡанынды күрҙем. Һинең юлың яҡтыраҡ булһын тип, лампа алып килдем», — тип. Улар мәсеткә бергә инәләр. Тик ҡулына лампа тотҡан кеше намаҙ уҡырға ашыҡмай. Тегенеһе бының сәбәбен һорағас, лампа тотҡаны: «Мин шайтан бит, — тип яуап бирә. — Минең арҡала һин ике тапҡыр кейемеңде бысраттың. Өйөңә ҡайтып тәһәрәт алдың, кейемдәреңде алыштырҙың. Шуның өсөн Аллаһы Тәғәлә һинең һәм өйҙәгеләрҙең гонаһтарын кисерҙе. Мин тағы йығылырға мәжбүр итһәм, ауылдаштарыңдың да гонаһтарын ярлыҡар тип ҡурҡып, юлыңды лампа менән яҡтыртып барҙым».
     Ғәмр ибн Ғәнбәс тигән кеше Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ шулай тип һораған: «Әй Аллаһының Рәсүле, миңә тәһәрәт тураһында берәй хәбәр бир әле», тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Тәһәрәт ала торған кеше ауыҙына һыу алһа, йәғни сайҡаһа, йәнә танауына һыу алып һемгерһә, уның гонаһлары ауыҙынан, танауынан һемгергән саҡта сығыр. Бынан һуң йөҙөн йыуһа, мәгәр һыу менән уның йөҙөнән гонаһтары сығыр. Унан һуң терһәктәренә ҡәҙәр ике ҡулын йыуһа, уның гонаһтары ике ҡулының бармаҡ остарынан сығыр. Бынан һуң башына мәсех ҡылһа, башының гонаһтары һыу менән сәс остарынан сығыр. Шунан ике аяғын йыуһа, аяҡ бармаҡтары остарынан гонаһтары сығыр. Аҙағынан тороп Аллаһ Тәғәләгә хәмед-ҫәнә әйтеп ике рәкәғәт намаҙ уҡыһа, үҙенең гонаһтарынан арыныр, әсәһенән яңы тыуған бала һымаҡ саф булыр», тигән.
     Ошондайыраҡ хәҙис Ғимран ибн Әббәнәндә риүәйәт ителә: бында шул уҡ тулы сөннәт тәһәрәт алыу тураһында һүҙ бара һәм аҙағында ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, аҙағынан нәфсе донъяһы тураһында бер нәмә лә һөйләмәһә, йәғни күңеле донъяға китмәһә, уның өсөн гонаһтарының элек һәм һуңынан булғаны ярлыҡаныр, тиелә.
     Тәһәрәт алғас, үҙебеҙгә күберәк әжер-сауап алайыҡ тиһәк, тәһәрәт намаҙың – ике рәҡәғәт нәфел намаҙын үтәү хәйерле булыр. Рәсүлүллааһ ғәләйһис-сәләм: «Берәүҙең тәһәрәте боҙолоп, тәһәрәт алмаһа, ул кеше Миңә (Аллаһҡа) яфа ҡылыусы булыр. Тәһәрәт алып тәһәрәт шөкөрөн уҡымаһа, йәнә яфа ҡылыусы кеүек булыр. Тәһәрәт шөкөрөн уҡып, Миңә доға ҡылмаһа, йәнә Миңә яфа килтереүсе кеүек булыр. Әгәр инде доға ҡылып, Мин уның доғаһын ҡабул итмәһәм, Мин уға яфа килтереүсе булырмын». Был хәҙистән аңлашылғанса, тәһәрәт шөкөрөнең һөҙөмтәһе нимәгә хәжәт теләһә, шул ҡабул булыр.
     Бәҙрәфкә инеп йыуыныу (истинжә) тәһәрәткә ҡарамай. Ләкин бәҙрәфкә ингән һайын һыу менән ғәүрәттәре нәжестән паклау — һәр мосолман өсөн мөһим, фарыз нәмә, йәғни, үтәлеүе мәжбүри булған ғәмәл.
     Тәһәрәт алыу өсөн иң беренсе күңелдән йәки телдән ниәт ҡылына. Ниәткә килгәндә, тәһәрәт алғанда әлеге мәжбүри шарт итеп ҡуйылмай. Әгәр ҙә кеше берәр сәбәп менән ниәт ҡылмай ҡала икән, ҡабаттан тәһәрәт алыу талап ителмәй. Ә инде тәһәрәттең доғаларына килгәндә ысынлап та, ҡайһы бер сығанаҡтарҙа тәһәрәт алғанда һәр ағзаны йыуғанда айырым доға, зекерҙәр әйтеү тураһында хәбәр ителә. Мәҫәлән, имам Ән-Нәүәүиҙең «Әл-Асҡар» китабы – ул сығанаҡтарҙың береһе. Әммә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәһәрәт алғанда уҡылған доғалары хаҡында тулы мәғлүмәттәр юҡ, шунлыҡтан, тәһәрәт алғанда доға йәки зекер әйтеү шарт булып тормай.
     Беҙгә бары бер генә мәғлүмәт билдәле, ул да булһа Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ алып тәһәрәт алыу бөтөргәс әйтелгән доғаһы:
أشهَدُ أن لا إلهَ إلَّا اللهُ وحدَه لا شريكَ له، وأشهَدُ أنَّ مُحمَّدًا عبدُه ورسولُه، اللَّهمَّ اجعَلْني مِن التَّوَّابِينَ، واجعَلْني مِن المُتطهِّرِينَ،

     «Әшһәдү әлләә иләәһә иллаллааһү үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһүү үә расүүлүһ, Аллааһүммә джғәлнии минәт-тәүүәбиин, үә джғәлнии минәл мүтәтаһһириин» йәки ҡыҫҡаса «Әшһәдү әлләә иләәһә иллаллааһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһүү үә расүүлүһ», тип әйтһәктә хуп булыр.
     “Шәһәҙәт бирәм: Аллаһы Тәғәләнән башҡа ғибҙәт ҡылырға яраҡлы зат (илаһ) юҡ. Йәнә шәһәҙәт бирәм: Ысынын да, Мөхәммәд саллал-лааһү ғәләйһи үә сәлләм – Аллаһы Тәғәләнең ҡоло һәм бәндәләргә шәриғәт хөкөмдәрен ирештерер өсөн ебәрелгән илсеһе. Мине сафланыусыларҙан һәм тәүбә итеүселәрҙән ҡыл" (Тирмиҙи/Тахара/41).
     Бер дин ғалиме әйтеүенән: «Тәһәрәт алыусы кешегә тәһәрәте ололау кәрәктер. Тәһәрәтте паклыҡ һәм Аллаһының ғибәҙәте тип белергә кәрәк. Шулай уҡ, дөрөҫөн әйткәндә, ул кеше Раббыһын күрергә барыуҙы теләй тип белергә кәрәк. Үҙенең бөтә гонаһтарынан тәүбә итеү тейешле, сөнки Аллаһы Тәғәлә һыу менән йыуыныуҙы үҙенең гонаһтарын йыуыу тип билдә ҡылды. Аллаһының исемен зекер итеү менән башларға кәрәк. Әгәр ауыҙын һәм йөҙөн йыуһа, ауыҙын ғәйбәттән һәм ялғандан йыуыр, шуға ул ауыҙын һыу менән йыуҙы. Әгәр инде йөҙөн йыуһа, ул йөҙөн харамға ҡарауҙан йыуыр. Башҡа ағзаларҙы йыуғанда ла шулай уҡ. Тәһәрәттән бушанғандан һуң Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылыр, йәнә Уға тәсбих әйтер. Тәхҡиҡ хәбәрҙә риүәйәт ителде: ысынын да, мөьмин кеше үҙенең тәһәрәтенән бушанғандан һуң «сүбханәкә аллаһүммә үә бихәмдикә әшһәдү әллә иләһә иллә әнтә әстәғфирүкә үә әтүбү иләйкә» (мәғәнәһе, эй Аллаһым, Һин бөтә кәмселектәрҙән пакһың һәм бөтә маҡтауҙар Һиңә булһын. Һинән башҡа Илаһ юҡ тип шәһәҙәт бирәм һәм ғәфү итеүеңде һорайым һәм тәүбә ҡылып Һиңә ҡайтам) тип әйтһә, мөһөр менән мөһөрләнер һәм һуңынан Ғәреш аҫтына ҡуйылыр, мөһөрө Ҡиәмәт көнөнә тиклем ватылмайынса торор».
     Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр раҙыйАллаһу ғәнһә риүәйәтендә Аллаһ Илсеһе: «Тәһәрәт алғанда муйынына мәсех ҡылыусы Ҡиәмәт көнөндә елкәһенә уттан яһалған муйынсаҡ кейелеүҙән ҡотоласаҡ», — тигән. (Сахих Бохари).
     Тәһәрәт алыуға бигерәк иғтибарлы булыу кәрәк, йыуыла торған тәндең һәр өлөшөнә, күҙ ситтәре соҡорона тиклем һыу тейгеҙеү кәрәк, бер хәҙистә: Джәбир ибн Ғабдуллаһ (Аллаһының уға ризалығы булһын) тапшырған: Бер ваҡыт Аллаһ илсеһе ﷺ бер кешенең, тәһәрәт алғанда, аяҡ табанындағы ҡайһылыр өлөшөнә һыу теймәгәнен күреп: «Үҙенең аяҡ табанын яҡшылап йыумаусыға – хәсрәт», тип әйтте. Күп ғалимдар һәм әт-Тирмизи риүәйәте буйынса: Пәйғәмбәр бер кешенең аяҡ табанында тырнаҡ ҡәҙәре генә һыу теймәгән өлөшөн күреп, уға: «Ҡайтып тәһәрәтенде тейешенсә ҡыл», тигән.
     Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ﷺ матур ғәмәленә эйәреп, мосолман тәһәрәт алыуға һәм һәр ваҡыт тәһәрәтле булыуға ынтылырға тейеш. Пәйғәмбәр тәһәрәттә булып та, уны бик йыш яңыртып торған һәм әйткән: «Әгәр ҙә кем дә кем тәһәрәттә булып та, өр-яңынан уны яңыртһа, Аллаһы Тәғәлә уға ун изге ғәмәл яҙыр».
     Шулай уҡ тәһәрәт алып йоҡларға ятыу ҙа Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ сөннәте булып тора. Был хаҡта беҙ бер ҙә оноторға тейеш түгел һәм уға һалҡын ҡарашта булырға ярамай. Был Аллаһы Тәғәләнең кешеләргә ҡарата булған тағы бер шәфҡәте. Пәйғәмбәрҙең ﷺ хәҙисендә: «Тәһәрәттә төн уҙҙырыуҙың баш осонда фәрештәләр торор һәм кеше уянғас та улар: «Аллаһы Тәғәлә, был ҡолоңды ярлыҡа, сөнки ул тәһәрәттә төн уҙҙырҙы», тиелә. Тәһәрәтле йоҡлау хәйерле төштәр күрергә сәбәп һәм шайтан килтергән һаташыуҙарҙан һаҡлар.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһи үәс-сәләм әйткән: «Әттуһүүру шәтрул-имәән», йәғни «Таҙалыҡ – имандың яртыһы», (Тирмизи). Ислам дине – хаҡ һәм бик саф, таҙа дин. Бәндәләренә лә пак булырға бойора. Намаҙ уҡып йәндәрен гонаһтарҙан таҙартҡан кеүек тәһәрәтләнеп тән һәм күңелдәребеҙҙе сафландырайыҡ.
     Хөрмәтле мосолмандар! Мосолман кешеһенең күңеле яман холоҡтарҙан һәм яуыз фекерҙәрҙән азат булырға һәм тәне, кейеме, йорт-ере һәм ризығы – һәр бер нәжестәрҙән таҙа булырға тейеш. Намаҙ уҡығанда ла һәм башҡа ғибәҙәттәрҙе башҡарғандала таҙа үә саф булайыҡ. Барыбыҙғала һәр саҡ тәһәрәтле булып йөрөргә, Аллаһ Тәғәлә ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып, иманыбыҙҙы һаҡлап, тура юлдан тайпылмайынса йәшәргә насип итһен. Әмин.

     Тәһәрәт: https://nazir1965.com/din/t%D3%99%D2%BB%D3%99r%D3%99t.html

     Тәһәрәт алыу тәртибе:  https://nazir1965.com/do%D2%93alar/t%D3%99%D2%BB%D3%99r%D3%99t-alyu-t%D3%99rtibe.html

     Ҡар менән тәһәрәт: https://nazir1965.com/%D2%BBorau%D2%99ar-%D2%BB%D3%99m-yauaptar/%D2%A1ar-men%D3%99n-t%D3%99%D2%BB%D3%99r%D3%99t.html

     Тәһәрәттең фазыйләттәре: https://nazir1965.com/din/t%d3%99%d2%bb%d3%99r%d3%99tte%d2%a3-fa%d2%99yjl%d3%99tt%d3%99re.html