Тәһәрәттең фаҙыйләттәре
Рәсүлуллаһы ғәләйһиссәләм әйтте: «Үҙенең тәһәрәт ала торған һыуына яҡын булған кешенән дә һис бер яҡшы кеше юҡтыр. Ул ауыҙына һыу алһа, йәғни сайҡаһа, шунан тағыла һыу алып танауына тартып һеңгерһә, ул шундай кеше булыр, уның гөнаһтары ауыҙынан һәм танауҙарынан һемгергән ваҡытта сығар. Бынан һуң Аллаһы Тәғәлә әмер иткәнсә йөҙөн йыуһа, ошо һыу менән уның йөҙөнөң гөнаһтары сығар. Унан һуң Аллаһы Тәғәлә бойорғансы терһәктәренә тиклем ике ҡулын йыуһа, уның ике ҡулының гөнаһтары уның бармаҡ остарынан һыу менән сығар. Бынан һуң Аллаһы Тәғәлә әмер иткәнсә башына мәсех ҡылһа, башының гонаһлары һыу менән сәс остарынан сығар. Шунан Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанса ике аяғын йыуһа, аяҡ бармаҡтарының остарынан һыу менән гонаһтары сығар. Бынан һуң тороп, Аллаһы Тәғәләгә хәмед ҫәнә әйтһә, һуңынан ике рәкәғәт намаҙ уҡыһа, үҙенең гонаһлырынан арыныр, әсәнән яңы тыуған бала кеүек паҡланып ҡалыр».
Әбү Һөрәйрәнән риүәйәт. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйтте: «Йә, һеҙгә Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарҙы юҡ итә торған нәмәне күрһәтмәнемме? Шуны үтәү сәбәпле һеҙҙе бейек дәрәжәләргә күтәргәнде». Әйттеләр: «Әйе, Рәсүлулла, күрһәттең». Рәсүлулла әйтте: «Һалҡын иртәлә тәһәрәт алыу, мәкрүһларға сабыр итеү, әҙәмдәрҙең мәсеткә барған аҙымдарының күплеге, намаҙҙан һуң намаҙҙы көтөү, былар йорттарҙыр, йәғни дошмандан ҡалҡандыр».
Әбү Һөрәйрә Пәйғәмбәрҙән риүәйәт ҡылды; " Бер кеше тәһәрәтләнгән хәлдә йоҡларға ятһа, уның янында фәрештә кис үткәрер һәм төнөн ул кеше бер ҙә уянмаҫ, мәгәр уянған осраҡта янындағы фәрештә әйтер: «Әй Аллаһым, шул бәндәне ярлыҡа, ул кеше төндө тәһәрәтле хәлдә үткәрҙе».
Ғимран бин Әббәнән риүәйәт ителә. Ғимран әйтте: «Ғосман бин Ғаффандең тәһәрәт алыу алғанын күрҙем. Ғосман бин Ғаффан һыуҙы ике ҡулына өс мәртәбә алды, ике ҡулын йыуҙы. Унан һуң ауыҙына өс мәртәбә һыу алды, тағы ла өс мәртәбә танауына һыу алды, унан һуң өс мәртәбә йөҙөн йыуҙы. Унан һуң уң ҡулын терһәктәренә тиклем өс мәртәбә йыуҙы. Унан һуң һул ҡулын өс мәртәбә йыуҙы. Унан һуң башына мәсех ҡылды. Һуңынан өсәр мәртәбә ике аяғын йыуҙы һәм әйтте: „Рәсүлулланы күрҙем, ул мин ошолай тәһәрәтләнгән кеүек тәһәрәтләнде һәм Рәсүлебеҙ әйтте:
“Берәү ошо тәһәрәтем кеүек тәһәрәтләнһә, һуңынан ике рәҡәғәт намаҙ уҡыһа, ул ике рәкәғәттә нәфес донъя әмеренән булған һис бер нәмә һөйләмәһә, йәғни күңеле донъяға китмәһә, уның өсөн элекке гонаһлары ла һәм һуңынан булғаны ярлыҡаныр».
Рәсүлулланан Һәүбән риүәйәт итте: "Дөрөҫөн әйткәндә Рәсулулла әйтте: «Тоғро булығыҙ, йәғни иманда булығыҙ. Иман һәм тоғролоҡта булған кешенең сауабын һанап бөтөрә алмаҫһығыҙ. Йәнә белегеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙҙең изгеһе намаҙҙыр. Йәнә тәһәрәт менән даими булмаҫ, мәгәр мөьимин генә дауам итәр, йәғни һәр ваҡыт тәһәрәтле булыр».
Фәҡыйһ әйтте: «Рәсулулла ғәләйһиссәләмдең: “Әлбиттә, һанап бөтөрә алмаҫһығыҙ» тигән һүҙенең мәғәнәһе, йәғни тоғро булыу хозурына көсөгөҙ етмәҫ, мәгәр тырышлыҡ менән генә көсөгөҙ етәр. Йәнә мәғәнәһен тәғәйенләп әйтелде: иман һәм ғибәҙәт хозурына тоғро булған кешенең сауабын һанауығыҙға, әлбиттә, көсөгөҙ етмәҫ. Рәсулулланең «тәһәрәт алыу хозурына даими булмаҫ, мәгәр мөьмин генә» тигән һүҙенең мәғәнәһе, йәғни тәһәрәт алыу хозурына дауам итеү мөьминдәрҙең әхләгенәндер. Мөьимингә көнө буйы тәһәрәтле булыу һәм йоҡларға ятҡанда ла тәһәрәт менән йоҡларға ятыу тейешлелер. Мөьмин быны ҡылһа, уны Аллаһы Тәғәлә һәм һаҡлаусы фәрештәләре һөйәр һәм Аллаһы Тәғәләнең һаҡлауында булыр.
Фәҡыйһ әйтте: "Атайымдан ишеттем. Ул үҙенең иснәд (тоғро) хикәйә менән әйтә ине: «Миңә бындай хәбәр иреште. Дөрөҫөн әйткәндә Ғүмәр бин Хаттаб Рәсүлулла ғәләйһиссәләмдең сәхәбәләренән булған бер кешене Кәғбәнең япмалары өсөн Мысырға ебәрҙе. Был кеше Шам еренең бер тарафына ғалимдәрҙән булған бер ғалимдең ғибәҙәтханаһы эргәһенә килеп сыҡты. Был ғалим Ғүмәр бин Хаттаб ебәргән ғалимдән түгел ине. Ғүмәрҙең илсеһе был ғалимгә юлығыуына һөйөндө һәм уның ғилемен ишетергә теләне. Ул ғалим йортоноң ишеген шаҡыны. Ғалим өйөнөн ишеген оҙаҡ асмай торҙо. Унан һуң ишек асылғас уның өйөнә инде һәм уға килеү маҡсаттын әйтте. Улар бер аҙ аралашҡас, ул кешеңең ғилем тәжрибәһе менән ғәжәпләнде. Был ғалим ишеге алдында ла ни эшләп уңың оҙаҡ тотоуын аңлатты. Ғалим әйтте: „Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ һине, беҙгә килгәндә батша кеүек мөһәбәт һәм ҡурҡыныс итеп күрҙек һәм һинән ҡурҡып киттек. Һине ишек алдында тотоуыбыҙҙың сәбәбе шул: Аллаһы Тәғәлә Муса ғәләйһиссәләмгә :
“Әй Муса, бер заман һин батшанан ҡурҡһаң, тәһәрәт ал һәм әһелеңә лә (халҡыңа) тәһәрәт алыу алыуҙы әмер ит. Шунан һуң тәһәрәт алған кеше ҡурҡа торған кешенән тыныслыҡта булыр»,— тине. Һинән башҡа, йәғни һин килгәнсе өйҙәге бөтә кешеләрҙең дә тәһәрәт алғансы ишекте бикләп торҙоҡ һәм ошо тәһәрәтле булыуыбыҙ сәбәпле һинән ҡурҡыуыбыҙ китте, шунан һуң ғына ишекте астыҡ".
Фәҡыйһ әйтте: «Тәһәрәт алыусы кеше тәһәрәтте ололарға тейеш. Тәһәрәтте таҙалыҡ һәм Аллаһының ғибәҙәте тип белер кәрәк. Шулай уҡ, ул кеше Раббыһын күрергә барыуҙы теләй тип белергә кәрәк. Үҙенең бөтә гөнаһтарынан тәүбә ҡылыу тейешле, сөнки Аллаһы Тәғәлә һыу менән тәһәрәтләнеүҙе кешенең гөнаһтарын йыуып төшөрөү билдәһе тип ҡылды. Тәһәрәтте Аллаһыны исемен (Биссмиллә) зекер итеү менән башларға кәрәк. Йөҙөн һәм ауыҙын йыуһа, ул йөҙөн харамға ҡарауҙан йыуар, ауыҙын ғәйбәттән һәм ялған әйтеүҙән йыуар,шуға ул ауыҙын һыу менән сайҡар. Башҡа ағзаларын йыуғанда ла шулай итер кәрәк. Тәһәрәтте тамамлағас Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылыр, тәсбих әйтер.
Бер риүәйәттә: мөьмин кеше үҙенең тәһәрәт алғас „Сүбхәннәкә Аллаһүммә үә бихәмдикә, әшһәдү әллә иләһә иллә әнтә әстәғфирүкә үә әтүбү иләйкә“ (мәғәнәһе: әй, Аллаһым, Һин бөтә кәмселектәрҙән пакһың һәм бөтә маҡтауҙар Һиңә булһын. Һинән башҡа Илләһ юҡ тип шәһәҙәт бирәм һәм ғәфү итеүеңде һорайым, тәүбә ҡылып Һиңә ҡайтам) тип әйтһә, мөһөр менән мөһөрләнә һәм артабан Ғәреш аҫтына ҡуйылыр, мөһөрө Ҡиәмәт көнөнә тиклем һаҡланыр».
Ғөҡба бин Ғамир Ғүмәр бин Хаттаб: "Пәйғәмбәребеҙ әйтте: «Һеҙҙең берегеҙ тәһәрәттән һуң: „Әшһәдү әллә илләһә илләллаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһү үә әннә Мүхәммәдән ғәбдүһүү үә расүүлүһ“ тип әйтһә, уның өсөн һигеҙ ожмах ишеге асылыр һәм теләгәненән инер».
Әбү Дәрҙә әйтте: «Рәсүлулла әйтте: „Биш нәмә бар. Кем ул әле биш нәмәне иман менән Ҡиәмәт көнөндә килтерһә, йәннәткә инер. Биш намаҙҙы, тәһәрәттәре, рөҡуғтары, сәждәләр менән бергә даими рәүештә ваҡытында үтәүсе, зәкәт менән нәфесен хушлау өсөн малынан зәкәт биреүсе“.
Бынан һуң Әбү Дәрҙә өҫтәне: „Үәллаһи, быны тик мөмин генә ҡылыр. Кемдер Рамаҙанда ураҙа тотһа, көсө-хәле еткән осраҡта Аллаһы Тәғәлә йортона хаж ҡылыусы, аманатын биреүсе“. Әйттеләр: „Йә Әбү Дәрҙә, нимә ул аманат?“ Әбү Дәрҙә әйтте:»Жөнөблөктән ғөсөлләнеү. Дөрөҫөн әйткәндә Аллаһы Тәғәлә кеше балаһын динен ғөсөлдән башҡаға имен ҡылманы".