Ҡар менән тәһәрәт
     Тәһәрәт алған ваҡытта аяҡты дымлы салфеткалар менән һөртһәң яраймы? Тәһәрәтте ҡар менән алырға яраймы?
     Һорау: Эштә саҡта, тәһәрәт алғанда аяҡтарҙы һәр саҡ йыуып тороуы уңайһыҙ. Был осраҡта аяҡтарҙы дымлы салфеткалар менән һөртһәң буламы? Был тәһәрәт булып һаналамы? Мин Рәсәйҙең үҙәк өлөшөндә йәшәйем һәм йыш ҡына урамда булырға тура килә. Миңә тәһәрәтте ҡар менән алһам яраймы?


     Яуап: Иң тәүҙә «ғөсөл» (ҡойоноу) һәм «мәсех» һүҙҙәренең мәғәнәләрен ярашлы рәүештә ҡарап үтәйек. «Ғөсөл» — тәндең һәр өлөшөнә лә һыу тейгеҙеү. «Мәсех» -тәндең өлөштәрен еүеш ҡул менән һыйпау-һыпырыу. Әгәр ҙә кеше тәһәрәт алғанда, тәндең йыуылырға тейешле өлөштәренән һыу аҡмаһа (йәғни бер-ике тамсы һыу таммай (тамсыламай) икән), ул һыуҙы тәнгә май һөрткән кеүек кенә ҡулланған булып һанала (һыу тамманы). «Заһир Әр-Ривайә» буйынса былай рөхсәт ителмәй. Тәһәрәткә һаналмай.
     Ҡар менән тәһәрәт алыу мәсьәләһенә килгәндә, ғалимдар түбәндәге фекерҙә тора: әгәр кеше ҡар ярҙамында тәһәрәт алһа, ләкин тәненән һыу таммаһа, тәһәрәт булып һаналмай. Әгәр инде ҡар иреп, ҡулдарҙан һыу тамһа, тәһәрәт булып һанала. Факиһ Әбү Йәғәфәр Әл-Хиндуваниҙән тәһәрәтте ҡар ярҙамында алыу тураһында һорағас, ул: «Был тәһәрәт алыу түгел, бары тик «һыпырыу». Әгәр кеше ҡар иреп, ике-өс тамсы һыу тамырлыҡ дәрәжәлә тәнен һыпырһа (йыуһа-ышҡыһа), был тәһәрәт булып һанала», — тип яуап ҡайтарған.
                                                                                                Камил хәҙрәт Сәмиғуллин, ТР мөфтийе

     Тәһәрәт:  https://nazir1965.com/din/t%D3%99%D2%BB%D3%99r%D3%99t.html

     Тәһәрәт алыу тәртибе: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/t%D3%99%D2%BB%D3%99r%D3%99t-alyu-t%D3%99rtibe.html

     Тәйәммүм:  https://nazir1965.com/din/t%d3%99j%d3%99mm%d2%afm.html

     Ғөсөл:  https://nazir1965.com/bez-rubriki/%D2%93%D3%A9s%D3%A9l.html

     Ғөсөл тәртибе: https://nazir1965.com/din/%D2%93%D3%A9s%D3%A9l-2.html

      ҒӨСӨЛ, ТӘҺӘРӘТ ҺӘМ НАМАҘҒА ӨЙРӘНӘМhttps://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/7804.html