Тәһәрәт алыу тәртибе, интернеттә тәһәрәт хаҡында видеояҙмалар күп, башҡортсаһы юҡ әле, шуғала буталмаҫ өсөн ошо ҡаҙаҡса видео булһала, ошоно ҡарап шунан өйрәнегеҙ. Аңлайышлы. Бына ошо ссылка буйынса: https://www.youtube.com/watch?v=OA6ask8nJuQ&feature=youtu.be

                                                                   Тәһәрәт

     “Тәһәрәтләнеү дөрөҫлөктә имандың яртыһылыр, дөрөҫ тәһәрәт алыу намаҙҙың асҡысылыр һәм тулыһынса тәнде таҙартыусылыр”, — тип әйтелә пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмде бер хәҙисендә. Икенсе бер хәҙистә: “Ожмағтың асҡысы намаҙ, намаҙҙың асҡысы – тәһәрәт”. Тәһәрәт алыу алдынан истинжә ҡылына.

                                                     Истинжә ( пакланыу)
         Истинжә – ярау иткәндән һуң нәжес сыҡҡан урынды таҙартыу. Бәҙрәфкә инер алдынан, салбарҙың балаҡ остарын күтәреп алыр кәрәк. Ишеген асып ингәндә һул аяҡ менән атлау инеү, сыҡҡанда уң аяҡтан атлап сығыу дөрөҫтөр. Бәҙрәфтә ҡиблаға ҡаршы йөҙ менән, йәки арт яҡ менән ултырыу дөрөҫ түгел, шуға ҡабырға яғы менән, йәки бер аҙ боролоп ултырыр кәрәк. Кесе һәм оло хәжәтен башҡарған кеше һул ҡулы менән истинжә ҡыла, йәғни, ҡоро нәмә менән яҡшылап һөртөп, яҡшылап йыуып алырға тейеш. Һыу булмағанда туалет ҡағыҙҙары менән дә файҙаланырға була. Истинжәне уң ҡул менән ҡылыу гонаһ, мәҡруһ һанала. Истинжәне һәр тәһәрәт алдынан эшләр кәрәк тип уйламағыҙ — хәжәт үтәү кәрәкһә генә.

     Тәһәрәтте лә һәр намаҙ алдынан алыу кәрәкмәй, әгәр боҙолмаһа. Бәҙрәфтән һуң һабынлап ҡулдарҙы йыуырға. Врачтарҙың тикшереүе буйынса истинжә алып йөрөгән кешеләрҙә гемморой булмай, йә ауырыуы бөтә, шулай уҡ ирҙәрҙә простатит булмай.

     Тәһәрәт алырға ниәтләгән кеше иң тәүҙә үҙенең гәүрәт ағзаларын нәжестән таҙартыр, йәғни башта истибра, һуңынан таҙа һыу менән истинжә ҡылыр (истибра — кесе ярау иткәндән һуң, һейҙек юлында ҡалған тамсыларҙың сығып бөткәненә инаныу өсөн йүтәлләп йәки башҡа төрлө хәрәкәттәр яһап, һейҙектән таҙарыныу.

     Истибра ҡылыу үәжип, сөнки һейҙек тамсылары тәһәрәт алғандан һун сыҡһа, тәһәрәтте боҙалар. Истинжә — оло йәки кесе ярау иткәндән һуң истибра ҡылып, ғәүрәт ағзаларын Һыу менән нәжестән таҙартып йыуыу (оло ярау иткәндән һуң, башта берәй төрлө ҡоро нәмә менән, һуңынан һыу менән таҙартырға кәрәк).

                                                       Тәһәрәт

     1. Мөмкин булһа, ҡиблаға ҡарап боролорға. Ниәтте ысын күңелдән әйтергә: “Иләһи ниәт иттем (ҡылдым) тәһәрәт алырға. Әғүҙү билләһи минәш шайтанир раджим. Бисмилләһир рахмәәнир рахим” тип. Әгәр тәһәрәт алдынан ниәт әйтергә онотһағыҙ, тәһәрәтегеҙ дөрөҫ булыр, тик ғөсөл алғанда дөрөҫ булмаҫ.

     2. Беләҙектәренә тиклем ҡул суҡтарын өс тапҡыр йыуыла. Бармаҡтар араһына ла һыу индереп ышҡыла. Йөҙөк булһа, уны ҡуҙғатып аҫты сылатыла. Бар ер һыуланырға тейеш. Тырнаҡта лак, ҡатҡан икмәк ҡамыры, йәки башҡа нәмә булһа, шуның аша һыу үтмәһә – тәһәрәт дөрөҫ түгел.

     3. “Бисмилләһ” әйтеп уң ҡулындың усы менән ауыҙына һыу алып (өс тапҡыр) ауыҙы һәйбәтләп сайҡарға.
Артабан аҫта яҙылғандарҙың һәр хәрәкәттендә “Биссмилләһ” әйтеп эшләр кәрәк.

     4. Уң ҡулының усына һыу алып, шул һыуҙы танауына һурып, һул ҡул менән һемғерелә һәм шулай өс тапҡыр эшләнә.

     5. Маңлай сәстәренән ҡырынан алып, ике ҡолағына һәм эйәк аҫтына тиклем өс тапҡыр йөҙө йыуырға, һаҡалы булһа, бармаҡтары менән аралаштырып, уға ла һыу тейгеҙелә.

     6. Башта уң беләкте, һуңынан һул беләкте терһәктәре менән бергә ике ҡулын өс тапҡыр йыуыла.

     7. Беренсе вариант: Ике ҡул суғын һыуға сылатып, иң элек ус төптәре менән башын, һуҡ бармаҡтары менән ҡолаҡ эстәрен, баш бармаҡтары менән ҡолаҡ артын һәм һуңынан, ҡул суҡтарының һырты менән муйынын мәсехләр (йәғни, бер тапҡыр һыпырып сығыла).

     Икенсе вариант: уң ҡул менән баштың дүрттән бер өлөшөнә мәсех ҡылына, йәғни еүеш ҡул. менән һыпырыла. Шунан һуң шәһәҙәт бармаҡтары менән ҡолаҡтарҙьң эсе, баш бармаҡтар менән ҡолаҡ арты мәсех ҡылына. Ҡулдың баш һәм шәһәҙәт бармаҡтарынан башҡа ҡалған өс бармаҡтың тышҡы яғы менән муйын мәсех ҡылына.
     Башҡа тулыһына мәсех ҡылыу – сөннәт. Уны ҡаплама мәсех тиҙәр. Ҡаплама мәсех былай эшләнә -сөннәт буйынса ҡаплама мәсех алмаҡсы булһаң, ике ҡулды сылатып, баш һәм шәһәҙәт бармаҡтарҙы айырып, ҡалған өс бармаҡ бер-береһенә тоташтырылыр. Шунан һуң устар сәс башланған (йәғни маңлайҙан өҫтәрәк) урынға ҡуйыла һәм артҡа ҡарай елкәгә тиклем шыуҙырып, мәсех ҡылына. Баштың ян-яҡтары ус менән арттан алға табан мәсех ҡылына. Шунан һуң баш бармаҡтар менән ҡолаҡ арты мәсех ҡылына. Ҡалған өс бармаҡтың тышҡы яғы менән елкәгә мәсех ҡылына. Үңәскә мәсех ҡылынмай.

     8. Аяҡтарҙы өс тапҡыр йыуырға: уң аяҡтын осонан башлап, сәтәкәй бармаҡ араһына һыу тейгеҙеп баш бармаҡҡа тиклем, шайтан ашыҡҡа тиклем өҫкә. Артабан һул аяҡтын баш бармаҡтан сәтәкәй бармаҡҡа тиклем, һуңынан шайтан ашыҡҡа тиклем йыуаһың. Аяҡтарҙы тубыҡтары менән ҡуша йыуыу сөннәт ғәмәл.

     Аяҡтарҙы һәр саҡ йыумаҫ өсөн ситек кейер кәрәк , ҡышҡыһың бигерәктә, йә эштә йөрөгәндә уңайлы.

     Тәһәрәтле кеше аяғына ситек кейгәндән һуң, башҡа ваҡытта тәһәрәт алғанда, аяҡ суҡтарын йыуыу урынына, шул ситеген мәсехләй (йәғни, ҡул суҡтарын һыуға сылатып, һыулы бармаҡтар менән уларҙың йөҙлөгөн бер мәртәбә һыпыра) ала.
     Уларҙы сискәндә, кеше тәһәрәтле булһа, аяғын ғына йыуыр ҙа, тәһәрәтле һаналыр. Тәһәрәт алғандан һуң, аяҡта торған килеш, ҡиблаға ҡарап кәлимәи шәһәдәт:" Әшһәдү әллә иләһә илләллаһу үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбүдүһү үә расүлүһү" уҡыла.

                                                Ситектең шарттары

     1. Ситектең .тәһәрәтле ваҡытта кейелгән булыуы.

     2. Ситектең аяҡты бәкәлгә тиклем ҡаплау һәм 12 мең аҙым үтерлек дәрәжәлә ныҡ булыуы.

     3. Ситектәрҙең береһендә лә аяҡ бармаҡтарының иң кескенәһе менән һанағанда өс бармаҡ һыйырлыҡ ҙурлыҡтағы тишек булмауы.

     4. Ситек эсенә һыу инерлек булмауы һәм бәйләмәйенсә лә аяҡта торорлоҡ ҡалын булыуы.

     5. Әгәр ситек кейелә торған аяҡ ҡырҡылған икән берәй операция арҡаһында, ул ошо шартҡа тура килергә тейеш: шайтан ашағынан кәмендә өс ҡул бармағы киңлегендә алға сығып торған урыны булырға тейеш. Әгәр ундай шартҡа тура килмәй, тик шайтан ашығы ғына һерәйеп тора икән, ул аяҡҡа мәсех ҡылынмай һәм икенсе һау аяҡҡа ла.

     Ситектең өс сәтәкәй бармаҡ хәтлем өсөн һөртөү менән фарыз мәсех тамам булыр. Сөннәт буйынса ҡылынған мәсех иһә ситекте еүеш ҡул бармаҡтары менән аяҡ осонан башлап ситек ҡунысы тамамланғанса һөртөүҙән ғибәрәт.

                                               Мәсехте нимә боҙа?

     1. Ситектең аяҡтан сиселеүе.

     2. Аяҡтың ситектә саҡта еүешләнеүе.

     3. Мәсех ваҡытының сығыуы (сәфәрҙәге кеше өсөң был ваҡыт арауығы – 72 сәғәт, сәфәрҙә булмаған кеше өсөн — 24 сәғәт). Тәһәрәтте боҙған һәр нәмә мәсехте лә боҙа. Шуның өсөн мәсех ваҡыты бөтмәһә лә, яңынан тәһәрәт алғанда мәсехтә ҡылына.

                          Тәһәрәттең фарыздары (үтәлергә тейеш)

     Тәһәрәттең фарыздары (ошонда баҫ)дүртәү:

     1. Битте йыуыу

     2. Терһәктәргә тиклем ҡулдарҙы йыуыу.

     3. Баштың дүрттән бер өлөшөнә мәсех ҡылыу (йәғни ҡулыңды сылатып, башты һыйпап алыу).

     4. Аяҡтарҙы бәкәл менән бергә йыуыу.

                                         Тәһәрәттең сөннәттәре

     1. Ниәт ҡылыу.

     2. Әғүҙү-бисмилләһ менән башлау.

     3. Тәүҙә ҡулдарҙы терһәккә тиклем йыуыу.

     4. Мисүәк (щетка) менән тештәрҙе таҙартыу.

     5. Тәндең йыуылған бер ағзаһы кипкәнсе икенсеһен йыуыу.

     6. Ауыҙҙы һәм танау ҡыуышлығын өс тапҡыр һыу менән сайҡау.

     7.Ҡолаҡтарға мәсех ҡылыу.

     8. Йыуғанда бер ҡул бармаҡтарын икенсе ҡул бармаҡтары араһына тығып ышҡыу.

     9. Ағзаларҙы өсәр тапҡыр йыуыу.

     10. Башты тулыһынса мәсех ҡылыу.

     11. Тәһәрәтте тәртип менән алыу.

     12. Ҡул һәм аяҡты йыуыуҙы бармаҡ остарынан башлау.

                                           Тәһәрәттең мәкрүһтары

     1. Танауға алынған һыуҙы уң ҡул менән һемгереү.

     2. Ағзаны өс тапҡырҙан артыҡ йәки кәмерәк йыуыу.

     3. Һыуҙы биткә ус менән һипкеләү.

     4. Ҡояшта йылынған һыу менән тәһәрәт алыу.

     5. Һыуҙы бик аҙ йәки бик күп ҡулланыу (йәғни — исраф
итеү).

     6. Тәһәрәт алғанда һөйләшеү.

     7. Сөннәттәрҙе ҡалдырыу.

                                         Тәһәрәтте нимә боҙа?

     1. Оло һәм кесе ярау итеү.

     2. Тәндән ҡан, эрең һәм һары һыу сығыуы.

     3. Ауыҙ тултырып ҡоҫоу.

     4. Тилереү, үҙ аҡылыңда булмау (көслө дарыу тәьҫире
аҫтында булыу һәм башҡаһы).

     5. Иҫерек булыу.

     6. Һушты юғалтыу.

     7. Арттан ел сығарыу.

     8. Ятып, йә һөйәлеп йоҡлау. Аяҡтарҙы бер-береһенә салыштырып ятып йәки тарбайтып ултырған хәлдә йоҡлау (артты тулыһынса бер урынға ҡуйған хәлдә йоҡлау тәһәрәтте боҙмаҫ).

     9. Намаҙ эсендә башҡалар ишетелерлек дәрәжәлә көлөү.

     10. Ауыҙҙан, танауҙан, ҡолаҡтарҙан, күҙҙәрҙән, йәки йәрәхәтләнеү сәбәпле тәндән тамсыларлыҡ булып ҡан сығыуы. Тештәр араһынан ҡандың төкөрөк ҡәҙәр йәки унан артыҡ булыуы. Ҡан төкөрөктән аҙыраҡ булғанда тәһәрәтте боҙмаған кеүек, сәсте ҡырыу һәм тырнаҡ киҫеү кеүек эштәрҙә тәһәрәтте боҙмай.