Шайтан беҙҙең дошманыбыҙ!
     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә «Йәсин» сүрәһенең 61 аятында:
                                                                                    وَأَنِ اعْبُدُونِي هَذَا صِرَاطٌ مُّسْتَقِيمٌ
     «Үә әниғбүдүүнии һәәҙәә сыираатум-мүстәҡиим».
     "Миңә генә ғибәҙәт итегеҙ, хаҡ юл шул була, тимәнемме?", – тип әйткән Аллаһ Тәғәләгә ололауҙарыбыҙ һәм маҡтауҙарыбыҙ булһын! Шулай уҡ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үәссәләм рухына салауаттарыбыҙ һәм сәләмдәребеҙ ирешһен. Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Бөгөн мосолмандарҙағы иң ҙур ауырыуҙарының береһе – наҙанлыҡ, дин һәм донъяуи белемдәрҙе белмәүҙәре, шул сәбәптән үҙҙәренең асыҡ дошмандарын танымайҙар, күҙҙәре була тороп күрмәйҙәр һәм иң ҡурҡыныс дошмандарына ҡол булып йәһәннәмгә китеп баралар. Кешене үҙенә ҡол иткән асыҡ дошман кем һуң ул? – тигән һорауға яуапты Аллаһ Тәғәләнең үҙенән ишетәйек:


                                                      أَلَمْ أَعْهَدْ إِلَيْكُمْ يَا بَنِي آدَمَ أَن لَّا تَعْبُدُوا الشَّيْطَانَ إِنَّهُ لَكُمْ عَدُوٌّ مُّبِينٌ
                                                                                         وَأَنِ اعْبُدُونِي هَذَا صِرَاطٌ مُّسْتَقِيمٌ
                                                                          وَلَقَدْ أَضَلَّ مِنكُمْ جِبِلًّا كَثِيرًا أَفَلَمْ تَكُونُوا تَعْقِلُونَ
     «Ә ләм әғһәд иләйкүм йәә бәнии Әәдәмә әл-ләә тәғбүдү-шшәйтаанә иннәһү ләкүм ғәдүүүм-мүбиин».
     «Үә әниғбүдүүнии һәәҙәә сыираатум-мүстәҡиим».
     «Үә ләҡад әдаллә миңкүм джибилләң кәҫииран ә фәләм тәкүүнүү тәғҡилүүн».
     «Эй, Әҙәм балалары! Шайтанға табынмағыҙ, тип Мин һеҙгә әйтмәнемме ни? Ул — һеҙҙең хас дошманығыҙ бит!».
     «Миңә ғибәҙәт ҡылығыҙ, хаҡ юл шул була, тимәнемме?».
     «Ул (шайтан) күп халыҡты юлдан яҙҙырҙы. Шуны аңламанығыҙмы ни?». (Йәсин сүрәһе 60,61,62)
     Шайтандың кешеләргә нисек дошман булып сығыу тарихын иҫкә төшөрөп алайыҡ. Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөръән китабында был турала күп аяттарҙа әйтә, шуларҙың ҡайһы берҙәрен уҡып китәйек:
     Аллаһ Тәғәлә Әл-Әғрәф (Кәртәләр сүрәһе) сүрәһе һәм Әл-Хижер сүрәһендә Әҙәмде (ғәләйһиссәләм) бар иткәндән һуң бөтә фәрештәләргә һәм әле ул ваҡытта фәрештәләр араһында булған иблискә лә Әҙәмгә сәждә ҡылырға ҡылырға бойорҙо.
     Фәрештәләргә әйттек: «Әҙәмгә сәждә ҡылығыҙ тип. Иблистән башҡа бар фәрештәләр сәждә ҡылдылар, тик ул Иблис кенә сәждә ҡылыусыларҙан булманы".
     Аллаһ әйтте: «Мин әмер биргәс, сәждә ҡылырға һиңә нимә ҡамасауланы?» — тине. Ул: «Мин унан (Әҙәмдән) яҡшыраҡ, Һин мине уттан яраттың, ә уны балсыҡтан яраттың», — тине. Әл-Әғрәф (Кәртәләр сүрәһе), 7/12
     Икенсе сүрәлә: Ул (Аллаһ) әйтте: «Эй, Иблис! Һиңә ни булды, нишләп башҡалар менән бергә сәждә ҡылманың?» — тине. Иблис: «Һинең шыңғырап торған балсыҡтан рәүешкә килтереп яһаған кешеңә сәждә ҡыласағым юҡ!» — тине. Әл-Хижер сүрәһе, 15/32-33.
     Бына шулай бар фәрештәләр сәждә ҡылған ваҡытта тик Иблис кенә үҙенең тәккәберлеге арҡаһында Аллаһ Тәғәлә әмеренә буйһоноуҙан баш тартҡан. Бөгөнгө көндә лә беҙ бик күптәрҙең әллә наҙанлығы әллә ошо Иблискә эйәреүе арҡаһында Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡандарың үтәмәүҙә үә тыйғандарынан тыйылмауҙарын күрәбеҙ.
     "Аллаһ Тәғәлә тәккәбер, фетнәсе шайтанға: «Һөрөл бынан! Һиңә тәкәбберләнергә ярамай! Сыҡ! Һин — түбән зат!» – тип әйтә бер сүрәһендә һәм икенсе сүрәләлә: Ул: «Кит бынан! Һин таш менән оролған! – тип Иблисте ожмағтан Ергә ҡыуа.
     Аллаһ: «Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр һиңә ҡаты ләғнәт!» — тине.
     Иблис Аллаһ Тәғәләгә ялбарып: «Раббым! Уларҙы терелтер көнгә (ҡиәмәткә) тиклем минең язаны кисектереп тор!» — тине, йәғни Ҡиәмәт көнөнә тиклем миңә йәшәргә мөмкинселек бир", – тип әйтә.
     Аллаһ Тәғәлә: «һиңә ваҡыт бирелә», — тине, йәғни шайтанға был мөмкинселек бирелә.
     Иблис әйтте: «Раббым! Мине ҡыуған өсөн, Ерҙәге тормошто матур күрһәтеп, мин уларҙың бөтәһен дә юлдан яҙҙырам, «ихлас ҡолдарыңдан башҡаһын», -тине.
     Шайтан кешеләргә ҡарата булған асыуын һәм дошманлығын күрһәтеп шулай тип әйтте: «(Раббым) «Һин мине яҙлыҡтырған өсөн мин Һинең хаҡ юлыңдан барыусыларға ҡаршы булырмын».
     «Шунан уларға алдынан да, артынан да, уңдан да, һулдан да килермен, һәм уларҙың күбеһе (Һиңә) шөкөр итмәҫ», — тине».
     Аллаһ Тәғәлә иблискә әйтте: «Хур булып, һөрөлөп сыҡ бынан! Ә уларҙың һиңә эйәргәндәрен... Бөтәгеҙҙе лә Мин тамуҡҡа тултырырмын!». Әл-Әғраф, 7/11-18, Әл-Хижер 15/28-40.
     Аллаһ Тәғәлә шайтанға һәм уның артынан эйәреүселәргә йәһәннәмде вәғәҙә иткәндән һуң Әҙәм менән Һауаға: „ Әй Әҙәм! Һин ҡатының менән бергә йәннәттә йәшәп тороғоҙ, ни теләһәгеҙ шуны ашағыҙ, (һәм бер ағасты уларға күрһәтеп) ләкин был ағасҡа яҡын килмәгеҙ, үҙегеҙҙе рәнйетеүселәрҙән булырһығыҙ“, – тип әйтә.
     »Күп ваҡыт та үтмәне, шайтан үҙенең эшен башлап ебәрҙе. Әҙәм һәм Һауаны ҡотортто, тыйылған ағастан ашатып ғәүрәттәре асылһын өсөн ҡотҡо һалып әйтте: «Әй, Әҙәм һәм Һауа! Һеҙ беләһегеҙме ни өсөн Раббығыҙ ошо ағастан һеҙҙе тыйҙы? «Раббығыҙ һеҙҙе, фәрештә булмаһындар һәм үлемһеҙ (йәннәттә мәңге) булмаһын тип, был ағастан тыйҙы», — тине.
     Шайтан ҡоро һүҙҙәр менән генә сикләнеп ҡалманы, Әҙәм һәм Һауаны ышандырыр өсөн: „Аллаһ менән ант итәм, мин һеҙгә яҡшы кәңәш биреүсе генәмен“, – тип ант итә.
     Шул ялған менән уларҙы түбәнһетте. Ә ағас емешен ашап ҡарағас, ояттары уларҙың күҙенә күренде һәм улар ожмах япрағы менән ҡаплана башланы. Шул саҡта Раббылары: «Ул ағастан Мин һеҙҙе тыйманыммы, шайтан һеҙҙең хас дошманығыҙ, тип әйтмәнемме ни?» — тип нида ҡылды.
     Әҙәм менән Һауа әйттеләр: «Эй, Раббым! Беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ рәнйеттек. Беҙҙе ярлыҡамаһаң, ғәфү итмәһәң, рәхмәт ҡылмаһаң, йәғни беҙгә ҡарата мәрхәмәтле булмаһаң, беҙ хәсрәттә, ҙур зыян күреүселәрҙәң булырбыҙ», — тинеләр. Әл-Әғрәф, 7/19-23.
     Әҙәм менән Һауа гонаһ эшләгәндән һуң тәүбә иттеләр, шайтандың һүҙенә алдағандары өсөн үкенделәр һәм Аллаһ Тәғәлә уларҙың тәүбәләрен ҡабул итә. Һәм беҙҙе лә шайтандан алданмаҫ өсөн киҫәтеп ҡуйҙы:

يَا بَنِي آدَمَ لَا يَفْتِنَنَّكُمُ الشَّيْطَانُ كَمَا أَخْرَجَ أَبَوَيْكُم مِّنَ الْجَنَّةِ يَنزِعُ عَنْهُمَا لِبَاسَهُمَا لِيُرِيَهُمَا سَوْآتِهِمَا إِنَّهُ يَرَاكُمْ هُوَ وَقَبِيلُهُ مِنْ حَيْثُ لَا تَرَوْنَهُمْ إِنَّا جَعَلْنَا الشَّيَاطِينَ أَوْلِيَاءَ لِلَّذِينَ لَا يُؤْمِنُونَ
     «Йәә бәнии Әәдәмә ләә йәфтинән-нәкүмү-шшәйтаанү кәмәә ахраджә әбәүәйкүм минәл-джәннәти йәңзиғү ғәнһүмәә либәә-сәһүмәә лийүрийәһүмәә сәү'әәтиһимәә ин-нәһү йәраакүм һүүә үә ҡабиилүһү мин хәйҫү ләә тәраунәһүм иннәә джәғәлнә-шшәйәәтыи-инә әүлийәә'ә лилләҙиинә ләә йүьминүүн».
     «Эй һеҙ, Әҙәм балалары! Ата-әсәгеҙҙе ожмахтан сығарып, ояттарын күрһәтер өсөн кейемдәрен систергән кеүек, шайтан һеҙҙе алдамаһын, һеҙ күрмәгән генә ергә боҫоп, шайтан өйөрө һеҙҙе ҡарап тора. Ысынлап та, Беҙ шайтандарҙы иманһыҙ кешеләрҙең яҡлаусыһы иттек». Әғрәф сүрәһе, 27 аят.
     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Шайтан беҙҙең асыҡ һәм иң хәүефле дошманыбыҙ, ул беҙҙе аҙаштырыр өсөн төрлө юлдар ҡуллана, һаташтырыр өсөн Аллаһтың исеме менән дә ант итә ала. Әҙәмдең улдарын яуызлыҡ һәм төрлө хәшәрәтлектәр ҡылырға, хаҡ юлдан баш тартырға ҡоторта. Әммә ул ҡоторта ғына ала. Ҡалғанын кеше үҙе башҡара. Шайтандың кешегә ҡарата дошманлығын яҡшы аңлар өсөн, уның вәғәҙәләрен һәм һүҙҙәрен ишетеп уҙайыҡ:
                                                     قَالَ رَبِّ بِمَا أَغْوَيْتَنِي لَأُزَيِّنَنَّ لَهُمْ فِي الْأَرْضِ وَلَأُغْوِيَنَّهُمْ أَجْمَعِينَ
                                                                                               إِلَّا عِبَادَكَ مِنْهُمُ الْمُخْلَصِينَ
     «Ҡаалә рабби бимәә әғүәйтәнии лә'үзәй- йинәннә ләһүм фил-ардыи үә лә'уғүийән-нәһүм әджмәғиин».
      «Илләә ғибәәдәкә минһүмүл-мухләсыиин».
     Шайтан әйтте: „Әҙәм балаларына ерҙә булған тормошто матурлармын һәм, һис шикһеҙ, ихлас ҡолдарынан тыш бөтөнөһөн аҙаштырырмын“. Хижер сүрәһе, 15/ 39,40 аяттар.
وَلَأُضِلَّنَّهُمْ وَلَأُمَنِّيَنَّهُمْ وَلَآمُرَنَّهُمْ فَلَيُبَتِّكُنَّ آذَانَ الْأَنْعَامِ وَلَآمُرَنَّهُمْ فَلَيُغَيِّرُنَّ خَلْقَ اللَّهِ وَمَن يَتَّخِذِ الشَّيْطَانَ وَلِيًّا مِّن دُونِ اللَّهِ فَقَدْ خَسِرَ خُسْرَانًا مُّبِينًا
     «Үә лә'үдыилләннәһүм үә лә-'үмәнний- әннәһүм үә лә-'әмүраннәһүм фәләйүбәт-тикүн-нә әәҙәәнәл-әнғәәми үә лә'әмүраннәһүм фәләйүғаййируннә хальҡа-ллааһи үә мәй-йәттә-хыиҙи-шшәйтаанә үәлиййәм-миң дүүни-лләәһи фәҡад хасира хусраанәм-мүбиинәә».
     »Уларҙы юлдан яҙҙырырмын, күңелдәрендә нәпсе уятырмын, малдың ҡолағын ҡырҡырға, Аллаһ яратҡанды үҙгәртергә ҡушырмын". Ниса сүрәһе 119, — тине.
     Йәғни, ҡыҫҡаса әйткәндә, шайтан кешене үҙенә дуҫ итеп, Аллаһҡа ҡаршы дошман итергә тырыша. Аллаһ Тәғәлә тыйған эштәрҙе эшләтеп, ҡушҡандарын эшләмәҫкә бөтә көсөн һала.
     Әҙәм балаларын ширеккә баҫтырыу, араҡы эсереү, зина ҡылыу, ғәйбәт һөйләтеү, бер-береһенә дошман итеү – былар шайтандың иң яратҡан эштәренән булып һанала.
     Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә шайтан тураһында:
                                 قال رسول اللَّهِ صلى اللَّهُ عليه و سلم: ان الشيطان يجري من الانسان مجرى الدم.
     "Ысынында, шайтан кешенең ҡан тамырҙарынан йөрөй", – тип әйтә, йәғни кешенең күңеленә теләһә ниндәй уйҙы һала, дөрөҫтө хата итеп, ялғышты дөрөҫ итеп күрһәтә ала.
     Шайтандың ысын сурәтен беҙ донъя күҙе менән күрә алмаһаҡ та, уның бөтә көсөн ҡуйып, арымай-талмай башҡарған эштәре ҡаршыбыҙҙа көн кеүек асыҡ, күренеп тора.
     Ҡайһы бер кешеләр: « Шайтан ниндәй ҡиәфәттә икән? Мөгөҙө, ҡойроғо бармы микән?» – тип һорайҙар. Бындай әһәмиәтһеҙ һорауҙарҙы биреүселәргә шуны әйтергә кәрәк: шайтандың ниндәй сүрәттә булыуын белеү түгел, уның нисек итеп кешеләрҙе аҙаштырыу юлдарын өйрәнеп, уларҙан йыраҡ булыу иң мөһим мәсьәлә булып һанала.
     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәшем! Ниндәй генә эш башҡарырға уйлаһаҡ та, был эшкә шайтандың өлөшө кермәһен тип, Аллаһ Тәғәләгә һыйынайыҡ һәм Унан ғына ярҙамын һорайыҡ, Аллаһ Тәғәлә беребеҙҙе лә тәүфиҡтан айырмаһын, беҙҙе Үҙенә яҡын итеп, шайтандан алыҫ итһен.

     Кем ул Иблис?: https://nazir1965.com/din/kem-ul-iblis.html

     Шайтандан һаҡланайыҡ: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/shajtandan-%D2%BBa%D2%A1lanajy%D2%A1.html

     Ендәр: https://nazir1965.com/din/end%D3%99r.html

     Тормошта һынау: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/tormoshta-%D2%BBynau.html

     Шайтан ҡотҡоһо: https://nazir1965.com/din/shajtan-%D2%A1ot%D2%A1o%D2%BBo.html

     Шәхси шайтан: https://nazir1965.com/din/sh%D3%99xsi-shajtan.html