Ҡорбан ғәйете вәғәҙе

                                                 Ҡорбан ғәйете вәғәҙе
     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим!
     Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү!
     Мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәребеҙ, барығыҙғала Аллаһының сәләме, рәхмәте һәм бәрәкәте булһа ине!
Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҙур байрам — Ҡорбан ғәйетен ҡаршы алабыҙ. Аллаһы Тәғәлә барлыҡ яҡшы ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул итеп, ғибәҙәттәребеҙ өсөн сауаптарын арттырып, ике донъяла ла Үҙенең сикһеҙ мәрхәмәтен насип итһә ине! Ғәйетебеҙ мөбәрәк булһын, һәр йортҡа ла шатлыҡ, именлек һәм Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтен алып килһен.
     Ошо изге көндә Россияның әллә нисә тиҫтәсә миллион мосолмандары, дини хистәре тулы хәлдә, иртә таңдан мәсеткә Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәттә булыу һәм ғаиләләребеҙгә, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, мохтаждарға доға ҡылыу өсөн йыйылдылар.
     Ҡорбан байрамы — ер шарының бөтә ерҙәрендә ҙурлап билдәләп үтелә торған мосолман байрамы ул. Ҡорбан — Аллаһы беҙгә насип иткән ҙур ғибәҙәт, Раббыбыҙ биргән иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ниғмәттәре өсөн рәхмәтебеҙҙе белдереп, бойһоноуыбыҙҙы күрһәтеү. Ҡәләме Шәрифтә:

                                                                                              إِنَّا أَعْطَيْنَاكَ الْكَوْثَرَ
                                                                                               فَصَلِّ لِرَبِّكَ وَانْحَرْ
     «Иннәә әғтайнәәкәл-кәүҫар».
     «Фәсалли ли-раббикә үәнхар».
     «Раббың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм йәтимдәрҙе үә фәҡирҙәрҙе ашатыр өсөн ҡорбан сал!» — тип әйтелгән. «Кәүҫәр», 108:1-2
     Ҡорбан салыуҙың ысын мәғәнәһе ҡорбан килтерелгән хайуанда, уның итендә түгел, ә күндәмлек күрһәтеү, тәкүәлек һәм диндарлыҡта йәшерелгән. Ҡөръәни Кәримдә:
                                                           لَن يَنَالَ اللَّهَ لُحُومُهَا وَلَا دِمَاؤُهَا وَلَكِن يَنَالُهُ التَّقْوَى مِنكُمْ َ
     «Ләй-йәнәәлә-ллааһа лүхүүмүһәә үә ләә ди-мәә’үһәә үә ләәкий-йәнәә-лүһү-ттәҡүәә миңкүм ».
     «Салған ҡорбандарығыҙҙың иттәре үә ҡандары Аллаһыға ирешмәҫ, ләкин һеҙҙән Аллаһыға тәҡүәлек үә изге ғәмәлдәр ирешер», — тип әйтелгән. «Хаж», 22:37
     Ҡорбан салыу — Аллаһы Тәғәләнең әмеренә буйһоноу һәм ғибәҙәт өсөн бар милкеңде ҡорбан итергә әҙер булыуының, Раббыбыҙҙың әмерҙәренә буйһоноуҙың сағылышы ул.
     Ҡорбан салыу мөмкинлеге булған кешеләргә уларҙың Аллаһы Тәғәлә алдында ла, мосолман өммәте алдында ла билдәле бер бурыстары барлығын иҫкә төшөрөп тора. Кеше ниндәйҙер мөмкинлектәргә эйә булһа, уларҙы үҙ байлығын артырыу өсөн генә түгел, ә изге маҡсаттарҙа ҡуланырға тейеш. Аллаһы Тәғәлә бай кешеләргә мохтаж һәм фәҡирҙәрҙе ҡайғыртырға, бар кешеләр менән яҡшы мөнәсәбәттә булыу өсөн тырышып йәшәргә бойора.
     Ҡәләме Шәрифтә ошолай тип әйтелә:
وَاعْبُدُوا اللَّهَ وَلَا تُشْرِكُوا بِهِ شَيْئًا وَبِالْوَالِدَيْنِ إِحْسَانًا وَبِذِي الْقُرْبَى وَالْيَتَامَى وَالْمَسَاكِينِ وَالْجَارِ ذِي الْقُرْبَى وَالْجَارِ الْجُنُبِ وَالصَّاحِبِ بِالْجَنبِ وَابْنِ السَّبِيلِ وَمَا مَلَكَتْ أَيْمَانُكُمْ إِنَّ اللَّهَ لَا يُحِبُّ مَن كَانَ مُخْتَالًا فَخُورًا
     «Үәғбүдү-ллааһа үә ләә түшрикүү биһи шәй'әү үә бил-үәәлидәйни ихсәәнәү-үә биҙил-ҡурбәә үәл-йәтәәмәә үәл-мәсәәкиини үәл- джәәри ҙил-ҡурбәә үәл-джәәрил-джүнүби үә-ссаахиби бил-джәмби үәбни-ссәбиили үә мәә мәләкәт әймәәнүкүм иннә-ллааһа ләә йүхиббү мәң кәәнә мухтәәләң фәхуураа».
     «Аллаһыға ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға бер затты ла тиңдәш итеп ҡуймағыҙ. Ә ата-әсәгеҙгә, яҡындарығыҙға, етемдәргә, фәҡирҙәргә, күрше торған яҡын туғаныңа, туғанлығы булмаған күршеңә, күршеләге дуҫыңа, юлсыға, уң ҡулығыҙ эйә булған кешегә (ҡолға) изгелек итегеҙ. Ысынлап та, Аллаһ тәкәббер, маҡтансыҡ кешене, әлбиттә һөймәй!». «Нисә / Ҡатындар», 4:36
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үәссәлләм дә юҡҡа ғына: «Күршеһе ас булғанда туҡ булған (кеше) беҙҙән түгел», — тимәгән.
     Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәлләмдең был хәҙисенән, әгәр кемдең дә булһа мөмкинлеге бар икән, уға башҡаларға ярҙам күрһәтеү яуаплылығы йөкләтелгәне аңлашыла.
     Ҡорбан салыу кешеләр араһындағы айырмалыҡтарҙы бөтөрә, уларҙы берләштерә, туғанлыҡ-дуҫлыҡ ептәре нығыуға килтерә, сөнки байрам көндәрендә мосолмандар яҡындарына ғына түгел, ә бар кешегә лә яҡшы эштәре үә изге ғәмәлдәре менән ярҙам итергә тырыша, ҡорбан иттәрен тарата. Был көндө һәр мосолман өйөндә хөрмәт ҡунаҡсылыҡ, шатлыҡ, йомартлыҡ хөкөм һөрә. Тәбиғи ни, мосолман кешеһе Рамаҙан айында һәм Ҡорбан байрамы көндәрендә генә түгел, ә һәр ваҡытта ла ҡунаҡсыл һәм йомарт булырға тейеш. Быға дәлил булып, «Йомарт кеше Аллаһыға, Йәннәткә һәм әҙәм балаларына яҡын һәм Йәһәннәм утынан алыҫ», тигән хәҙис тора.
     Шулай уҡ балаларыбыҙҙа башҡа көндәрҙән айырмалы булараҡ, бигерәк тә ғәйет байрамдарында ҡыуаныс, шатлыҡ һәм бәхет хистәре тыуһын өсөн, был көндәрҙә уларға бүләктәр биреү, уларҙы тәмле ризыҡтар менән һыйлау кәңәш ителә.
     Ғәйет ваҡытында йомарт һәм тәрән аҡылға эйә кеше күптәргә шатлыҡ һәм ҡыуаныс килтерә ала, ә иң мөһиме — Раббыһының рәхмәтенә ирешеп, ҡайһы бер кешеләр ғүмере дауамында ла тоя алмаған йән тыныслығына ирешергә мөмкин.
     Бер хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәлләмдең түбәндәге һүҙҙәре килтерелә: «Һаран кешеләрҙән иң насары — ҡорбан салыуҙы башҡарырға тейеш була тороп та, был эште башҡармаусылар».
     Ҡорбан байрамында Аллаһының Илсеһе салләллаһу ғәләйһи үәссәлләм үҙе ике ҡорбан сала торған булған: береһен — үҙе, ә икенсеһен бар мосолман өммәте өсөн. Шуға күрә, етерлек байлыҡтары булған мосолмандар тағы ла күберәк сауаб алырға теләһәләр, шулай уҡ ике йәки унан күберәк ҡорбан сала ала.
     Шул рәүешле, ҡорбан салыу мөьминдең үҙенең рухи таҙарыуына ғына түгел, ә күпмелер ваҡытҡа булһа ла, мохтаждарҙы ризыҡ менән дә тәьмин итә.
     Ҡорбан байрамының тарихы
     Ә хәҙер ҡыҫҡаса ғына Ҡорбан байрамының барлыҡҡа килеү тарихына туҡталып китәйек. Ул бөйөк пәйғәмбәр, Аллаһының дуҫы Ибраһим ғәләйһиссәләм һәм уның улы Исмәғил ғәләйһиссәләм менән бәйле.
     Аллаһы Тәғәлә Ибраһим пәйғәмбәргә оло һынау әҙерләй. Уға үҙ улын ҡорбан килтерергә әмер бирелә. Ибраһим иң ҡәҙерле, көтөп алған һәм йөрәгенә яҡын булған кешеһен ҡорбан килтерергә кәрәклеген аңлай. Беләбеҙ, Аллаһы Тәғәлә Ибраһимға улын ул инде бик үк өлкән йәштә булғанда ғына бирә.
     Ибраһим ғәләйһиссәләм иң хөрмәтле пәйғәмбәрҙәрҙең береһе, уның исеме менән Ҡөръән-Кәримдең ундүртенсе сүрәһе аталған, шулай уҡ уны йәһүдиҙәр һәм насаралар ҙа (христиандар) таный. Аллаһы Сүбханәһү үә Тәғәлә уның юғары дәрәжәгә эйә булыуын беҙгә түбәндәге аятта белгертә:
         وَمَن يَرْغَبُ عَن مِّلَّةِ إِبْرَاهِيمَ إِلَّا مَن سَفِهَ نَفْسَهُ وَلَقَدِ اصْطَفَيْنَاهُ فِي الدُّنْيَا وَإِنَّهُ فِي الْآخِرَةِ لَمِنَ الصَّالِحِينَ
     «Үә мәй-йарғабү ғәм-милләти Ибрааһиимә иллә мәң сәфиһә нәфсәһү үә ләҡадистафәйнәәһү фиддүнйәә үә иннәһү филәә-хыирати ләминә-ссаалихиин».
     «Ибраһим ғәләйһиссәләм тотҡан ислам диненән бер кем дә баш тартмаҫ, ләкин үҙ-үҙенә ахмаҡлыҡ ҡылған йәһил кеше генә баш тартыр. Әлбиттә, Ибраһим ғәләйһиссәләмде Үҙебеҙ донъяла имамға һәм пәйғәмбәрлеккә һайланыҡ, ә Ахирәттә ул изгеләр менән йәннәттә булыр». «Әл-Бәҡара / Һыйыр», 2:130
     Ҡөръәни Кәримдә Ибраһим пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм менән күп төрлө хикмәтле тарихтар һәм нәсихәттәр китерелә, әммә әлеге вәғәҙәбеҙҙә беҙ уларҙың бер нисәһенә генә туҡталырбыҙ.
     Оло йәшкә етеп тә Ибраһим ғәләйһиссәләмдең балалары булмай. Шул ваҡытта ул Аллаһыға доға ҡыла:
                                                                                             رَبِّ هَبْ لِي مِنَ الصَّالِحِينَ
     «Рабби һәб лии минә-ссаалихиин».
     «Раббым, миңә бер генә изге ир бала бирсе, миңә ярҙамсы булһын!», «Саффат / Сафта тороусылар», 37:100
     Пәйғәмбәрҙең доғаһын ҡабул итеп, Аллаһы Тәғәлә уны ир бала менән бүләкләй, уны Исмәғил тип атайҙар.
     Йылдар уҙа һәм Исмәғил үҙенең атаһына терәк һәм таяныс булырлыҡ йәшкә етә. Шул ваҡытта Аллаһы Тәғәлә Ибраһим ғәләйһиссәләмде оло һынауға тарта.
     Уға Аллаһының әмере менән үҙ улын ҡорбан итергә бойорола. Был хаҡта түбәндәге аятта хәбәр ителә:
فَلَمَّا بَلَغَ مَعَهُ السَّعْيَ قَالَ يَا بُنَيَّ إِنِّي أَرَى فِي الْمَنَامِ أَنِّي أَذْبَحُكَ فَانظُرْ مَاذَا تَرَى قَالَ يَا أَبَتِ افْعَلْ مَا تُؤْمَرُ سَتَجِدُنِي إِن شَاءَ اللَّهُ مِنَ الصَّابِرِينَ
     «Фәләммәә бәләға мәғәһү-ссәғйә ҡаалә йәә бүнәййә иннии әраа фил-мәнәәми әннии әҙбәхүкә фәңҙур мәәҙәә тәраа ҡаалә йәә әбәтифғәл мәә түьмәру сәтәджидүнии ин шәә'ә-ллааһу минә-ссаабириин».
     «Ул ете бала йәшенә етеп, ҡул араһына ингәс, Ибраһим әйтте: «Улым, мин төшөмдә Аллаһы тарафынан һине ҡорбан итеп салырға бойороламын. Шул хаҡта ни уйлайһың?» — тине Улы Исмәғил әйтте: «Атай, ҡушҡанды эшлә. Мине, иншалла, сабыр итеүселәрҙән табырһың», — тине. «Саффат / Сафта тороусылар», 37:102
     Шул рәүешле, Ибраһим иң ҡиммәтле, күптән көтөлгән һәм уға иң яҡын булған улын ҡорбан итергә кәрәклекте аңлай, сөнки Аллаһы Тәғәлә Ибраһим ғәләйһиссәләмгә балаһын уның изге ефете оло йәштә булғанда бүләк итә. Әммә барлыҡ ауырлыҡтарға ла ҡарамайынса, Ибраһим ғәләйһиссәләм Аллаһы Тәғәләгә ышанып, Уның талаптарын үтәргә була.
     Ибраһим ғәләйһиссәләм улы менән йыраҡ юлға сыға. Бер нисә мәртәбә кеше рәүешенә кереп улар ҡаршыһына Иблис осрай. Кешелектең дошманы уға мөрәжәғәтте үтәмәҫкә һәм Ҡорбан килтермәҫкә һорай. Аллаһының әмеренән баш тартырға ҡотортоп йөрөгән шайтанды күргәс, ул уға таштар ата. Шул ваҡыттан башлап, хаж ҡылған ваҡытта хажиҙар «Джәмарат» ерендә таш ырғыта.
     Әммә барлыҡ тереклеккә, мал-мөлкәткә Хужа булған доньяларҙың Раббыһы, беркемдең дә, бигерәк тә кешеләрҙең ҡорбанына мохтаж түгел. Аллаһының ҡушҡанын үтәгән Ибраһим ғәләйһиссәләм, улы Исмәғил өҫтөнә бысаҡ килтергәндән һуң тауыш ишетә:
                                                                         قَدْ صَدَّقْتَ الرُّؤْيَا إِنَّا كَذَلِكَ نَجْزِي الْمُحْسِنِينَ
     «Ҡад саддәктә-рруьйәә иннәә кәҙәәликә нәджзил-мүхсиниин».
     «Һин төшөңдә күргәнде раҫланың!» — тинек. «Изгелек эшләгән кешеләрҙе Беҙ шулай бүләкләйбеҙ!». «Саффат / Сафта Тороусылар», 37:105
     Шулай итеп, улының ҡорбаны мал менән алышына. Был хаҡта «Саффат» сүрәһенең 107-се аятында былай әйтелә:
                                                                                              وَفَدَيْنَاهُ بِذِبْحٍ عَظِيمٍ
     «Үә фәдәйнәәһү биҙибхин ғәҙыиим».
     «Уның фидийәһен Беҙ оло ҡорбан менән ҡайтарҙыҡ». «Саффат / Сафта тороусылар», 37:107
     Аллаһы был Ҡорбанды бөйөк тип атай. Быға бер нисә сәбәп бар. Беренсенән, Ул бөйөк пәйғәмбәрҙең бөйөк улына (йолом) түләү ине. Икенсенән, Ҡорбан салыу быуындың бөйөк йолаларының береһенә әйләнә. Өсөнсөнән, был йола һаҡланып ҡалды һәм Ҡиәмәт көнөнә тиклем дауам итәсәк.
     Был ғәмәлдәрҙән һуң, Ибраһим ғәләйһиссәләмдең игелекле рәүештә икенсе улы — Исхаҡ ғәләйһиссәләм тыуа. Ул да бөйөк пәйғәмбәр була.
     Ибраһим ғәләйһиссәләм Аллаһы Тәғәләнең ныҡлыҡты һәм тоғролоҡто тикшерергә ҡушҡан барлыҡ ауыр һынауҙарҙы ла намыҫ менән башҡарып сыҡты. Аллаһы Тәғәлә алдында бөйөк баҫалҡылыҡ һәм Аллаһыға бөйөк тоғролоҡ күрһәтеп, ул Уның ысын дуҫына әйләнде.
     Ибраһим ғәләйһиссәләмдең тарихы беҙгә Аллаһы Тәғәлә юлында үҙебеҙҙең милкебеҙҙе, ваҡытыбыҙҙы, көсөбөҙҙе ҡорбан итергә өйрәтә. Был динде ныҡлап тотоусы кешегә ҙур үрнәк. Мин һәр мосолманға йоҡлар алдынан «Мин бөгөн Аллаһы ризалығы ни өсөн эшләнем?» тигән һорауҙы биреүен теләр инем.
     Мөхтәрәм йәмәғәт! Ҡорбан һәм Ураҙа ғәйете намаҙҙарына бик күп дин ҡәрҙәштәребеҙ килә, гәрсә (шулай) динебеҙҙә уларҙың хөкөмө вәжиб, ә көндәлек намаҙҙарыбыҙҙыҡы — фарыз дәрәжәһендә булып тора. Әбү Хәнифә хәҙрәттәре әйткән: «Фарыз менән вәжиб араһы, ер менән күк кеүек». Икенсе төрлө әйткәндә, көндәлек биш тапҡыр уҡыла торған фарыз намаҙы Аллаһы ҡаршыһында байрам ғәйет намаҙҙарынан күпкә ҡәҙерлерәк. Шуға күрә, йәмәғәт, һеҙҙе Аллаһы йортона ғибәҙәт ҡылырға һәр намаҙга саҡырам, ә мөмкинлегеҙ булмаһа, йома көндө байрам намаҙына килегеҙ! Тормошобыҙ ҡайнап тора, бик күп ваҡиғаларҙың шаһиты булабыҙ, әллә ҡайҙа ашығабыҙ, ҡабаланабыҙ. Ошо ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендә иң мөһим булған ғибәҙәтте — намаҙҙы онотмайыҡ! Ул Ҡиәммәт көндө беҙҙән иң башта һораласаҡ! Хәҙистәрҙең береһендә Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үәссәлләмдең һүҙҙәре килтерелгән: «Ысынлап та, Ҡиәмәт көнөндә беренсе булып биш ваҡыт намаҙ һораласаҡ. Ул тәртиптә булһа, башҡа ғәмәлдәрең дә тәртиптә буласаҡ».
     Ҡорбан байрамына тағы бер ҡабат әйләнеп килгәндә, был көндө кемгә ҡорбан салыу вәжиб (тейешле) булыуын ҡарап үтәйек.
     Ҡорбан салыусы:
     1. Мосолман,
     2. Үҙ аҡылында,
     3. Балиғлыҡ йәшендә,
     4. Ирекле булырға тейеш;
     5. Сәфәрҙә булмауы,
     6. Нисаб күләмендә мал-мөлкәте булыуы шарт. Нисаб йыл дауамында эйә булмаҫҡа ла мөмкин.
     Нисек һәм ҡасан ҡорбан салырға була?
     Ҡорбан фәҡәт Ҡорбан байрамының тәүге өс көнөндә генә салына. Иң яҡшыһы — беренсе көндө. Байрам намаҙҙары үткәреләсәк ҡалаларҙа һәм башҡа торлаҡ пункттарҙа ҡорбан ғәйете намаҙы уҡылғандан һуң уҡ, ә байрам намаҙы уҡылмаған ауылдарҙа таң еткәндән һуң салына башлай. Ышаныслы хәҙистә әйтелә: «Бөгөн беҙҙең иң беренсе эшебеҙ — байрам намаҙы уҡыу, ә һуңынан — ҡорбан салыу. Кем шулай эшләй, сөннәтебеҙҙе үтәй. Әгәр ҙә кемдер ҡорбанды намаҙҙан иртәрәк салһа, уның ите ғаиләһенә яҙған (ирешкән) ябай иттән китәсәк».
      Ҡорбанды кис һәм төндә салыу — мәкруһ, сөнки ҡараңғы ваҡытта кеше хата ебәрә ала, әгәр был ер яҡшы яҡтыртылған булһа, мәкруһ һаналмай.
     Өсөнсө көндөң ахшам намаҙынан һуң ҡорбан салыу дөрөҫ булмай.
     Ҡорбанлыҡ хайуанын, ғазап ҡылмайса, һул яғына ятҡырырға һәм башын ҡиблаға бороп ҡуйырға; үткер бысаҡ ҡулланырға тейешле. Салаһы кеше «Бисмилләһи, Аллаһу Әкбәр», — тип мал-тыуар сала һәм доға ҡыла.
     Хайуандың йәне тәненән киткәнсе, башын өҙөү һәм тиреһен һыҙырыу дөрөҫ булмаҫ. Салған ваҡытта «Бисмилләһ» тип кенә әйтеү етмәй, «Бисмилләһи, Аллаһу Әкбәр», тип тулы әйтеү тейешле. Әгәр салыусы белә тороп шулай әйтмәһә, әлеге ит тыйылған булып һанала. Әгәр онотоп әйтмәгән булһа, был осраҡта Аллаһы ғәфү итер.
     Хәҙер беҙҙең эргәлә байрам намаҙында төрлө ҡала, илдәр, хатта төрлө ҡитғаларҙан килгән мосолмандар ҡатнаша. Тышҡы айырымлыҡтарыбыҙ, тел, тән төҫө төрлө булһа ла, беҙ бер-беребеҙҙе ихластан сәләмләйбеҙ һәм бер Аллаһыға итәғәт итеп ғибәҙәт ҡылабыҙ. Ислам беҙҙең йөрәктәрҙе берләштерҙе һәм барлыҡ мосолмандарҙы бер-береһенә ҡарата дин ҡәрҙәш итте.
     Аллаһы Тәғәлә был көндә беҙгә рухи шатлыҡ һәм Уның шәфҡәтлелеген күрергә, ысын күңелдән намаҙ уҡырға рөхсәт бирһә ине. Аллаһы Тәғәләнән беҙҙең ҡорбандарыбыҙҙы ҡабул итеүен, үҫеп килеүсе йәш быуындың ғилемле, әҙәпле, намыҫлы, талантлы, Республикабыҙ һәм Россияның барлыҡ халыҡтарына файҙа килтерә торған булыуын һорайыҡ.
    Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешеүҙе, бәхет һәм һаулыҡ, ә беҙҙең илебеҙгә тыныслыҡ, именлек һәм сәскә атыуҙы теләп доға ҡылам. Байрам менән һеҙҙе, мосолман дин ҡәрҙәштәрем.
                                               Башҡортсаға тәржемә, Камил хәҙрәт Сәмиғуллин, Татарстан Республикаһы мөфтийе

Ҡорбан салыу тәртибе: https://nazir1965.com/din/%D2%A1orban-salyu-t%D3%99rtibe.html

Ҡорбан ғәйетенең беренсе хөтбәһе:   https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%A1orban-%D2%93%D3%99jetene%D2%A3-x%D3%A9tb%D3%99%D2%BBe.html

Ҡорбан ғәйете байрамы мөнәсәбәте менән вәғәз-нәсихәт:  https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%A1orban-%D2%93%D3%99jete-bajramy.html

Ҡорбан ғәйете менән ҡотлау һәм ғәйет вәғәзе:  https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%A1orban-%D2%93%D3%99jete-bajramy.html

Байрам (ғәйет) намаҙҙары: https://nazir1965.com/din/bajram-%D2%93%D3%99jet-nama%D2%99%D2%99ary.html

Ибраһим пәйғәмбәр һәм улы Исмәғил:  https://nazir1965.com/din/ibra%D2%BBim-p%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99r-%D2%BB%D3%99m-uly-ism%D3%99%D2%93il.html