Шәхси шайтан

                                                              Шәхси шайтан

                                               Шәхси шайтан һәм күрәҙәселәр
     "Һеҙҙең һәр берегеҙҙә ендәрҙән юлдашығыҙ бар", — тине рәсүлебеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәләм. «Һинеңдәме, йә Рәсүлуллаһ?» — тип һоранылар. «Эйе, минең дә ен юлдашым бар, ләкин миңә Аллаһы ярҙам итте һәм ул ен Ислам динен ҡабул итте. Нимә ҡушһа ла, фәҡәт хәйерлеһен генә ҡуша», — тип яуап ҡайтарҙы» (Мөслим, 5034-нсе хәҙис).
     Кеше балаһы тыуғас та уға шайтан беркетелә. Һәм ул шайтан ошо әҙәм балаһы үлгәнсә уның юлдашы булып йөрөй, төрлө насар ғәмәлдәргә һәм боҙоҡлоҡтар эшләргә һәр саҡ ҡоторта. Әгәр кеше иман юлын һайлаһа, был шайтан көсһөҙләнә, хатта мөьмин мосолман булып китеүе лә ихтимал. Кеше үлгәндән һуң, хужаһыҙ ҡалған шайтан икенсе кешегә йәки яңы тыуған балаға күсә.

     Был хәл реинкарнация: бер йәндең икенсе йәнгә күсеүе тип атала. Тик бында кеше йәненең бер ни ҡыҫылышы юҡ. Кеше йәне Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәте менән бала яралғас 40-сы көнөндә ошо яралғыға инә. Шулайтып кеше тәненә инеп, ер йөҙөнә бер генә тапҡыр тыуып, йәшәп, үлгәс кире йәнен Аллаһыға тапшыра.
     Будда, индус диндәрендә кеше үлгәс, уның рухы, йәне икенсе бер кешегә йәки хайуанға инә йәки, киреһенсә, хайуандың рухы кешегә инергә мөмкин, тиҙәр. Шулай итеп индус диненең төп маҡсаты булып донъяла яҡшы ғына эштәр ҡылып, боҙоҡлоҡҡа бармай, «транс» хәленә етеп, мәңгелек реинкарнациянан ҡотолоп, йәннәткә инеү. Насар эштәр эшләһәң, үлгәс йәнең йәннәткә китмәй, берәр кешегә йәки хайуанға кире әйләнеп ергә ҡайта, имеш. Гонаһҡа ҡалмаҫ өсөн, ҡайһы берҙәре хатта бөжәктәрҙә лә кеше йәне булыуы мөмкин тип уйлап, уны баҫып үлтермәҫ өсөн, алдын һепертке менән һепереп йөрөй, ә ауыҙына себен-серәкәй инеп, тамаҡҡа китмәһен тип марля яба. Был әлбиттә ҙур яңылышыу, Аллаһыға ышанмау була.
     Христиан динендә һәм башҡа секталарҙа ла Аллаһы ҡайһы бер заттарға (кешеләргә) ингән, тип уйлайҙар. Хатта Аллаһының йәне кешегә ингән тип. Әстәғфируллаһи... Бер йылы телевизорҙан ишетәм: Бог в лице Христа спустился на землю и прожил среди людей, тип христиандарҙын баш аталары – отец Сергей һөйләмәһеңме!?. Аллаһҡа ябай кеше булып, кешеләр араһында интегеп йәшәп, туҡмалып, үлеү кәрәк булдымы? Йәки Бог создал людей себе подобно, тип әйткәндәре лә бар. Кешеләрҙе Аллаһҡа тиңләү була бит. Был христиан динең ныҡ боҙолоуын күрһәтә.
     Аллаһыны кеше сүрәтендә күреү уның нимәгә булһа ла ихтыяжы барлығын күрһәтә, йәғни, мәҫәлән, аҙыҡҡа йәки кешенең башҡа тәбиғи хәжәттәрен (ҡатын-ҡыҙға, балаға үтеү, ир енесенән булыу һ.б.). Был бик ҙур гонаһ һәм көфөрлөккә алып бара.
     Йән тураһында һүҙебеҙҙе дауам итеп, мәғлүмәт сараларынан күрәбеҙ-ишетәбеҙ, имеш бер бала элек икенсе ерҙә, икенсе кеше тәнендә йәшәгән, шунда булғанын төрлө дәлилдәр менән иҫбатлаған. Барып тикшерһәләр, имеш, шул ерҙә тап ошо бала әйткән исемле кеше йәшәгән. Әйткән адрестары ла тура килә, туғандарының да исеме лә бала әйткәнсә. Шулай булғас, реинкарнация дөрөҫ, һәм был үлгән кешенең йәне икенсе ергә барып, йәш балаға ингән, тиҙәр. Былай тип уйлау — тулыһынса көфөрлөк. Аллаһыға ышанмау була.
     Ә нимә булған һуң? Беҙ мосолмандар Ҡөръән Кәримгә таянып, һис бер шикһеҙ әйтәбеҙ: «Ул кеше йәне түгел, ә шайтан. Тәүҙә бер кешелә йәшәгән, ул үлгәс (күп осраҡтарҙа шайтан үҙе лә ул кешене үлем дәрәжәһенә еткереп үлтерә), икенсе кешегә күскән. Беренсе кешенең булған хәлдәрен был шайтан икенсе кешегә еткерә һәм был бала йәки кеше ошо шайтандың һүҙен һөйләй». Сихырсылар, күрәҙәселәр менән булған хәлдәрҙә тап шул тәртиптә бара. Улар менән шайтандар эш итәләр. Шайтандарҙы үҙҙәре төрлө ярамаған юлдар менән буйһондоралар, йә үҙҙәре шайтандарға буйһоналар. Ике осраҡта ла кеше кәфер булып, иң ҙур гонаһтары ҡыла.
     Был шайтандарҙың бер кешенән икенсе кешегә күсеүен йән күсә имеш, тип, ниндәй ҙур гонаһҡа баталар.
     Шайтандар кешеләрҙән йәки ендәрҙән булырға мөмкин. (“Нәс" сурәһе, 6-нсы аят). Шуға арабыҙҙа әҙәми шайтандарҙы ла күрергә була – былар бик боҙолған иманһыҙ, насар уйлы кешеләр. Шайтан тигәндә, Аллаһының итәғәтеннән сығып, ахирәткә ҡәҙәр тәүбә итәргә өмөтөн юғалтҡан затҡа әйтелә. Күрәҙәселек иткән йәки сихыр менән шөғөләнгән кешеләр ҙә, Аллаһы һаҡлаһын, шайтан хөкөмөнә күтәрелергә мөмкиндәр. Үҙҙәренең күрәҙәселегендә, сихырҙарында улар ендәрҙән булған шайтандар менән эш итәләр. Ҡабатлап әйтәбеҙ шайтан ендәр менән. Сөнки ендәр араһында ла кешеләрҙәге кеүек мосолмандар бар. Мосолман ендәр ҙә, мосолман кешеләр кеүек, ҙур хәрәмдәргә бармайҙар, тыйылалар. Бер кешенән икенсе кешегә күсеп йөрөүсе ендәр ҙә — шайтандар, йәғни кәфер ендәр.
     Күрәҙәсе күрәҙәселек иткән саҡта ошо шайтандарға бәйләнешкә сыға. Был шайтандар үҙҙәре йәки башҡа шайтандарға мөрәжәғәт итеп, кешенең фотоһүрәтенән, сәсенән йәки башҡа кешегә бәйләнгән сәбәптәренән был кешенең шәхси шайтандары менән бәйләнешкә керәләр. Шәхси шайтан кешенең һәр ваҡыт үҙе менән булғанға, кешенең нимә эшләгәнен, ҡайҙа йөрөгәнен белә (ләкин ни уйлағанын белмәй). Әгәр был кеше урлашҡан икән йәки уның башҡа әйберен бер кеше урлаған икән, был шайтандар бер-береһенә хәбәрҙе әйтеп, күрәҙәсегә еткерәләр. Ә күрәҙәсе видеомагнитофондан ҡарап ултырған һымаҡ шул хәлдәрҙе һөйләй: Һинең юғалтҡан нәмәң шунда, йә малын шунда йөрөй һәм башҡаһы.
     Дөрөҫөн һөйләһә лә, күрәҙәсегә барыу тыйылған, сөнки ул Аллаһыға ҡаршы кәферлек ҡылған шайтандарҙан ярҙам һорап эшләнә йәки булмаһа бында шайтандарҙың ҡатнашыу ихтималы бар. Ризыҡта ағыу һалыныуы ихтималы булһа, ашамайһың бит, шуның кеүек был осраҡта, дөрөҫ һөйләһәң лә, күрәҙәсегә барыу тыйылған. «Кем күрәҙәсегә бара, ул кешенең ҡырҡ көнлөк намаҙы ҡабул булмаҫ», — тине рәсүлебеҙ ғәләйһиссәләм. (Мөслим, 2230/125-се хәҙис). Йәғни тәүбә итһәңдә, әҫәре ҡырҡ көнгә тиклем бара. Ә тәүбә итмәгән, намаҙ уҡымаған кешенең хәле нисек?
     Аллаһы Тәғәлә ер-күктәрҙе яратҡансы тәҡдирҙе яҙҙы. Ошо тәҡдирҙе «Ләүхел-Мәхфүздә» ер күгендәге «бәйтел-ғыйззәгә» төшөрөп, фәрештәләренә еткергән саҡта шайтандар ошо тәҡдир хәбәрҙәрен урларға күктәргә менәләр. Аллаһы Тәғәлә был шайтандарҙың теләген, ихтыяжын үтәп, әҙерәк мәкерле рәүештә тәҡдирҙең хәбәрҙәрен урлата. Был хәбәрҙе урлау менән шайтандар ерҙәге үҙҙәренең шайтандарына ебәрәләр. Ерҙәге шайтандар, күрәҙәселәргә әйтәләр. Мәҫәлән, шул көндө, шул ерҙә шул нәмә була, тип. Ә ул дөрөҫ һүҙгә, халыҡ уға ышанғас, йөҙ ялған өҫтәйәсәк", — тине рәсүлебеҙ ғәләйһиссәләм. (Мөслим, 2228/122-се хәҙис).
     Был осраҡта ла шайтандар дөрөҫ хәбәрҙе үҙ мәнфәғәттәрендә ҡулланып, һуңынан һәр бер дөрөҫ һүҙгә йөҙ ялған өҫтәп, халыҡты аҙаштыралар. Бында ла Аллаһы үҙенең мәкере менән тәҡдирҙе урлаттыра: теләйһегеҙ икән хәләлде — хәләлде бирә, хәрәмде теләйһегеҙ икән, уны ла Аллаһы бирергә мөмкин. Ләкин Аллаһы хәрәмгә рөхсәт итһә лә, ул ғәмәлдән ары тороғоҙ.
     Ендәр кеше тәненә хәрәм менән инә. Иманлы ихлас кешеләргә ен инә алмай, тәненә үтеп инһә лә, унда оҙаҡ йәшәй алмай, ҡаса. Ҡасмаһа, яфаланып үлә. Хәрәм тимәк, хәрәм ризыҡ, зина ваҡытында, хәрәм кәсеп, ныҡ асыулы ваҡыттарҙа йәки ҙур шәһүәткә батҡан ваҡыттарҙа һәм башҡа шундай хәйерһеҙ ғәмәлдәр ваҡытында.

     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә: «Әй һеҙ, Аллаһҡа инанған кешеләр, Ислам динен тулыһынса ҡабул итегеҙ һәм шайтандың артынан эйәрмәгеҙ, ысынында ул һеҙгә дошман... ». (Һыйыр сүрәһе 208 аят).
     Аллаһ Тәғәлә беҙҙе тура юлдан яҙырмаһын.
     Ҡайһы бер мәғлүмәттәр Илдар хәҙрәт Хәйруллиндың Ислам донъяһында меңдә бер һорау тигән китабынан алынды.

     Ендәр тураһында ошо биттә уҡығыҙ: https://nazir1965.com/din/end%D3%99r.html#more-7047

     Сихыр һәм күрәҙәселек: https://nazir1965.com/s%D3%99l%D3%99m%D3%99t-buly%D2%93y%D2%99/sixyr-%D2%BB%D3%99m-k%D2%AFr%D3%99%D2%99%D3%99selek.html