Тормошта һынау
Тормошта бар нәмә әҙәм балаһына һынау итеп бирелгән
Ғаләмдәрҙең хужаһы булған Аллаһы Субхәнәһү үә Тәғәләгә сикһеҙ маҡтауҙарыбыҙ булһын. Беҙҙән ҡала был донъяла тәбиғәттә үҫемлектәр донъяһы, хайуандар донъяһы бар — уларҙы беҙ күреп беләбеҙ. Тағы күҙгә күренмәй торған фәрештәләр һәм ендәр донъяһы бар, беҙ уларҙы Аллаһы Субхәнәһү үә Тәғәләнең Ҡөръән китабынан һәм пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең хәҙистәренән уҡып беләбеҙ.
«Әйт: «Миңә вәхи ҡылынды, Аллаһынан хәбәр бирелде, ендәрҙең бер өлөшө Ҡөръәнде тыңлағандар һәм ендәр ҡәүемдәренә барып һөйләнеләр: Ысындан да, беҙ тура юлға өндәй торған, ғәжәйеп Ҡөръән һүҙҙәрен тыңланыҡ. Ул Ҡөръән тура юлға күндерәлер һәм беҙ иман килтерҙек. Бынан һуң беҙ Раббыбыҙға тиң заттар эҙләмәйбеҙ». («Ендәр» сүрәһе 1-2 аят).
Фәрештәләр нурҙан яралтылған, һәм улар Аллаһы Тәғәләнең әмерен шунда уҡ үтәп, уға буйһоноп, маҡтауҙар әйтеп даими ғибәҙәт ҡылалар. Ендәрҙең бер ҡәүеме, Иблис ғәскәре, беҙҙең дошмандар. Уларҙың беҙгә ҡарата ҡылған мәкерлектәренән, эшләгән насарлыҡтарынан һаҡланыр өсөн, беҙ беренсе сиратта беҙ шайтандарҙың барлығын белеп, улар тураһында мәғлүм булырға тейешбеҙ.
Ендәр, кешеләргә ҡарағанда алдараҡ бар ителгәндәр, һәм ер йөҙөндә аҙғынлыҡ һәм яуызлыҡ тарата башлағандар. Аллаһы Тәғәләнең әмере менән фәрештәләр ергә ендәрҙе юҡ итеү маҡсаты менән төшөрөлә. Әммә береһен, Иблис исемле енде фәрештәләр Аллаһы Тағәлә янына алып киләләр.Ул белем ала, хатта фәрештәләрҙе уҡытыу дәрәжәһенә етә. Аллаһы Тәғәлә, Әҙәмде бар иткәс, кешегә хөрмәт йөҙөнән барыһына ла сәждә ҡылырға ҡуша. Фәрештәләр буйһоналар, әммә Иблис тәҡәберлеген еңә алмайынса сәждә ҡылмай: «Һәм Беҙ фәрештәләргә әйттек:
— Әҙәмде хөрмәтләп, уға сәждә итегеҙ, — тинек.
Иблистан башҡа, бөтөн фәрештәләр ҙә сәждә итте. Ул (әмеремдән) йөҙ сөйөрҙө. Тәкәбберлеген еңә алманы; (тәкәбберлеге арҡаһында) ул ышанмаусы кәферҙәрҙән ине». («Бәҡара» сүрәһе 34 аят). Шуға күрә ул Аллаһының ләғнәтен алып үҙенең матур ҡиәфәтен юғалта һәм бик насар ҡиәфәтле шайтанға әйләнә. Аллаһы Тәғәләнең әмере менән ер йөҙөнә кире төшөрөлә. Унда ул Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр йәшәргә рөхсәт ала. Ерҙә Иблис ҡәүеме тарала, динһеҙ кешеләргә үәсүәсә ҡылып насарлыҡҡа өндәргә ирекле була. Шул ваҡыттан башлап Иблис әҙәм балаһының дошманы булып ҡала.
Әҙәм ғәләйһиссәлләм һәм Һауа ғәләйһиссәлләм ер йөҙөнә һынау үтер өсөн төшөрөлгәс, Иблис үҙенең ҡәүеме менән кешеләрҙе аҙҙыра, Аллаһ Сөбхәнәһү үә Тәғәләгә буйһонмаҫҡа саҡыра. «Иблис әйтте: «Йә Раббым, Әҙәм арҡаһында мине (тура юлдан) яҙҙырғаныңа күрә, мин дә Ер йөҙөндәгеләргә хәрәм нәмәләрҙе ләззәтле һәм яҡшы итеп күрһәтермен һәм юлдан яҙҙырырмын. Шулай ҙа ысын күңелдән, Һиңә ғибәҙәт ҡылыусы ҡолдарыңа көсөм етмәҫ, уларҙы аҙҙыра алмам». («Хижер» сүрәһе 39-41 аят).
Ендәр үҙҙәренә генә хас булған сифаттарға эйә: улар бик ҡеүәтле, беҙ ҡулланған уттан түгел, ә икенсе бик ҡеүәтле ут-ялҡындан бар ителгәндәр. Шулай уҡ ендәр тиҙ арала бер урындан икенсе урынға хәрәкәт итә алалар, аҡылға эйәләр һәм улар араһында бик көслө, үлмәй торғандары ла, уртаса көскә эйә булып нәҫел ҡалдырып, беҙҙең кеүек йәшәп үлә торғандары ла бар.
Ендәр араһында динлеләр ҙә, динһеҙҙәре лә бар, сөнки дин кешеләр бер рәттән ендәргә лә бирелгән. «Ендәр» сүрәһенең 11 аятында ендәр әйтә: «Ысынлап та, беҙҙең арала изгелекле булғандар ҙа бар, гонаһлыларыбыҙ ҙа юҡ түгел. Беҙ төрлө-төрлө юлдар менән киттек». Динлеләр Пәйғәмбәребеҙ сәләллаһу үә ғәләһи сәлләмдән Аллаһ һүҙен ишетеп динде ҡабул иткәндәр.
Беҙең күҙгә күренмәгән әйберҙәр бик күп, ләкин беҙ уларҙың барлығын беләбеҙ. Мәҫәлән, электр тогын күҙ менән күрә алмаһаҡ та барлығын беләбеҙ, хатта уны үҙ файҙабыҙға ла ҡулланабыҙ. Шулай уҡ ендәрҙе лә беҙ күрмәйбеҙ, әммә барлығын белеп, уларҙан һаҡланыу ысулдарын белергә тейешбеҙ. Иблис ҡәүеме, йәғни динһеҙ ендәр, кеше тормошон боҙмаҡсы булалар, Аллаһы Тәғәләгә буйһонмаһындар өсөн төрлө юлдар ҡулланалар. Мәҫәлән, «Баҡара» сүрәһенең 268 аятында әйтелә: «Саҙаҡа биреү ләзем булғанда шайтан күңелгә ҡотҡо һалыр: «Малыңды кешегә бирһәң үҙең ярлы булырһың», — тип. Шайтан һеҙҙе:
— Фәҡир буласаҡһығыҙ, — тип ҡурҡыта. Һеҙҙе ул фәхешлеккә саҡыра (һеҙҙе боҙоҡлоҡҡа, һаранлыҡҡа өндәй). Аллаһ иһә һеҙгә үҙенән ярлыҡау һәм муллыҡ вәғәҙә итә. Аллаһ — сикһеҙ йомартлыҡ эйәһе, барыһын да белеп тороусы.». Шайтан үҙе теләгәненә ирешә, йәғни үәсүәсә менән кешенең аҡылын яулап алһа, кеше насар ғәмәлдәр ҡыла башлай, Аллаһы Тәғәләнең әмеренә буйһонмай һәм ҡушҡандарын үтәмәй башлай.
Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Дөрөҫө шул, Беҙ ендәр менән кешеләрҙең күбеһен йәһәннәм өсөн яралттыҡ. Уларҙың аҡылдары бар, ләкин хаҡты аңламайҙар. Уларҙың йөрәктәре лә бар, ләкин зиһендәре юҡ, күҙҙәре лә бар — ләкин ғибрәттәрҙе күрмәйҙәр , ҡолаҡтары ла бар — Аллаһ һүҙҙең ишетмәйҙәр. Улар хайуандар кеүек, хатта уларҙан да мәхлүгерәк, сөнки бер генә хайуан да утҡа кермәй, ә динһеҙ кешеләр утҡа керергә әҙерләнәләр. Сөнки улар ғәмһеҙ, наҙан; Аллаһ һүҙҙәренә иғтибарһыҙ ҡала бирәләр» — тиелә. («Әль-Әғрәф» сүрәһе 179 аят). Ҡөръән аяттарынан күрәбеҙ, насар ғәмәлдәр ҡылып шайтанға эйәреүселәр һәм үҙе лә аңламай шайтан һүҙе менән йәшәүселәрҙе ниндәй ҙур үкенес көтә, Аллаһ һаҡлаһын.
Күбеһенсә ендәр тауҙарҙа (тау ҡыуышлыҡтарында, тау аҫтында), төрлө күлдәр янында урынлашҡандар, шулай уҡ кешеләрҙе аҙғынлыҡҡа өндәү өсөн баҙарҙарҙа һәм аҙғын йорттарҙа йәшәйҙәр. Улар шулай уҡ сүп-сар ташлаған ерҙә, бәҙрәфтә, мунсала һәм баҙарҙарҙа булалар. Шуға күрә бындай ерҙәргә аяҡ баҫҡанда Аллаһынан ярҙам һорап, доға ҡылып инергә кәрәк. Улар ҡара бесәй, ҡара эт һәм йылан булып күренергә мөмкиндәр. Йылан булып күренһә һәм һеҙ уның зыяны тейәр тип үлтерергә теләһәгеҙ, башта өс тапҡыр Аллаһ исеме менән ҡыуырға кәрәк, сөнки ул ен мосолман булыуы ихтимал.
Уларҙың ризығы: һөйәктәр, мал-тыуар тиҙәге һәм Аллаһтың исемен иҫкә алмай, ашаған кешенең ризығы. Шуна күрә, үҙебеҙгә яҡшылыҡ теләһәк, ашарға ултырғанда, йоҡларға ятҡанда, йорттарыбыҙға ингәндә һәм яҡшы ғәмәлдәр ҡылыр алдында Аллаһының исемен иҫкә алып, доға ҡылып башларға кәрәк. Өҫтәлдәрҙә ҡалған ризыҡты һәм эсә торған һыуҙы ла «Бисмиллаһир-рахманир-рахим» тип ябып тоторға кәрәк.
Әгәр ҙә кеше Аллаһ Сөбхәнәһү үә Тәғәләгә буйһона икән, Уның рәхмәтен генә өмөт итеп яҡшы ғәмәлдәр ҡыла икән, Аллаһ Тәғәлә уны бөтә үәсүәсәләр, яуызлыҡтарҙан үҙе һаҡлар. Ендәрҙән ҡурҡыу ҙа динде белмәүҙән генә киләлер.
Шайтан үәсүәсәһе, уның мәкерлеге Аллаға ышанмаған кешеләргә, Ҡөръән менән йәшәмәгән кешеләргә генә тейәргә мөмкин: «Ҡөръән менән ғәмәл ҡылмағандары өсөн Беҙ уларға шайтанды ирекле ҡылдыҡ, шайтан уларҙы донъя байлығы менән алданы, ахирәттән мәхрүм итте, ғазап ҡылырбыҙ тигән һүҙебеҙ уларға ләзем булды. Үҙҙәренән әүәл йәшәп киткән, Беҙ һәләк иткән кешеләр һәм ендәр йөмләһенәндер, улар барыһы мәңгегә ғазап менән хәсрәттә ҡалыусыларҙыр» (Фуссиләт сүрәһе 25 аят).
Ҡайһы бер динһеҙ кешеләр тулыһынса шайтанға буйһоноп йәшәй башлайҙар, хатта улар менән элемтәгә ҙә керәләр. Уларҙы әҙәми шайтан, тип атайҙар. Кеше төрлө китаптар уҡып, үҙе лә аңламай шайтандан ярҙам һорай башларға мөмкин, шуның өсөн һаҡланырға кәрәк. Йондоҙнамәгә ышанып, сихыр менән булашып яҙмышты үҙгәртеп була тип уйлап ҡарау һис тә дөрөҫ булмаҫ. Аллаһы Тәғәләнең ғазабынан ҡурҡырға кәрәк. Ҡөръәндә улар тураһында былай тиелә: «Ҡөръән менән ғәмәл ҡылыусыларҙың булған дошманнары кеүек, әүәлге пәйғәмбәрҙәрҙең дә йәки уларҙың өммәттәрҙең дә дошмандары булды. Беҙ уларға ен һәм әҙәми шайтандарҙы дошман ҡылдыҡ, ул шайтандар, алдана торған зарарлы һүҙҙәрҙе файҙалы күрһәтеп, бер-берһен үәсүәсә ҡылырҙар. Әгәр Раббың, ен һәм әҙәми шайтандарҙың үәсүәсә ҡылмауҙарын һәм кешеләрҙе аҙырмауҙарын теләһә ине, һис һүҙһеҙ, үәсүәсә ҡылмаҫ һәм аҙҙырмаҫ инеләр, ул шайтандарҙан һәм уларҙың Аллаһыға ифтира ҡылған ялған һүҙҙәренән киҫел. Ен һәм әҙәми шайтандар, әхирәт көнөнә ышанмаған кешеләрҙең күңелдәрен үҙҙәре яғына ауҙарыу өсөн уларға төрлө ялған һүҙҙәрҙе үәсүәсә ҡылырҙар һәм ҡабул итһендәр өсөн үәсүәсә күп ҡылырҙар, уларҙың был эштәре башҡа кешеләрҙең дә үҙҙәре кеүек үк шайтан булыуҙарын теләгәндәре өсөн» (Әнғәм сүрәһе 112-113 аят).
Был тормошта бар нәмә лә әҙәм балаһына һынау итеп бирелгән, ҡыйынлыҡтар булмаһа ниндәй һынау булыр ине инде? Ендәр ҙә, мосолмандарға һынауҙарҙың бер төрө булараҡ бирелгән. Уларҙың хәйләләренә бирешмәй, «Әғүүҙү-билләһи минәш-шайтанир-ражим»- тип Аллаһынан һорап ялбарырға кәрәк.
Ислам динен өйрәнеп, Аллаһ Сөбхәнәһү үә Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәргә тырышһаҡ, изге Ҡөръән китабыбыҙҙы үҙебеҙҙең юлдашыбыҙ итһәк, был һынау доньяһын Инша Аллаһ уңышлы үтәрбеҙ.
«Иман ғәзите», Йәмил Халитов, Свердлов өлкәһе Әртә районы Әжегол ауылы имамы.