Ендәр

                                                                    Ендәр

     Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръән Кәрими китабында «Ендәр» тигән сүрә бар. Аллаһ Тәғәлә ошо изге китабы аша беҙҙе иҫкәртә: беҙҙән башҡа ерҙә үә күктә бик күп икенсе донъялар бар. Мосолман кеше был донъяла ендәрҙең һәм шайтандарҙың булыуына ышанырға тейеш. Сөнки ендәр һәм шайтандар тураһында Ҡөръәндә лә, Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең хәҙистәрендә лә күп яҙылған. Сөләймән пәйғәмбәрғәлә ендәр хеҙмәт иткән. Шулай уҡ тормошта ла быға дәлилдәр бик күп. Ен –шайтан ҡағышлы тарихтарҙы ишетеп тә, хатта ҡайһы берҙәребеҙ күреп ҡалғаны бар.
     Ҡөръәндә кешенең тупраҡтан, шайтан-ендәрҙең уттан, фәрештәләрҙең нурҙан яратылыуы хаҡында әйтелә. Ендәрҙең дә динһеҙҙәре һәм динлеләре бар. Бушҡамы ни Аллаһ Тәғәлә: «Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Миңә сәждә ҡылһындар өсөн яралтым», тип әйтеүе ни тора.

     Ендәр ҙә, фәрештәләр кеүек, төрлө булырға мөмкин. Фәрештәләрҙең йәне булһа ла, нәфсеһе юҡ. Йәғни шәһүәткә (нәфсегә, енсе теләккә) бармай, шикләнмәй, ҡурҡмай. Фәрештәләр Аллаһ Тәғәләнең гонаһыҙ ҡолдары булып төрлө хеҙмәт башҡаралар. Фәрештәләр нурҙан яратылған. Улар ир һәм ҡатын енесенә айырылмайҙар. Ә ендәр уттан яратылып (нисек икәнен Аллаһ үҙе генә белә), уларҙың кеше кеүек йәндәре лә, нәфселәре лә бар. Йәғни уларға ҡыҙыҡһыныу –шәһүәт, мәкерлек, көнләшеү һәм башҡа төрлө нәфескә хас сифаттары бар. Шулай уҡ ҡайһы берҙәре балалар табып, уларҙы үҫтереп, кешеләр һымаҡ йәшәйҙәр. Ғүмерҙәре лә төрлөсә, ваҡыты етһә, үләләр. Тик бында Иблискә һәм уның тоҡомона Ҡиәмәт көнөнә тиклем оҙаҡ йәшәргә Аллаһ мөмкинселек биргән. Ендәрҙең дә үлемдәренә кеше аңғармаҫтан сәбәбсе була ала. Мәҫәлән: транпорт менән тапатып. Йәки кеше үҙе аңғармаҫтан өҫтәренә барып баҫһа, ауырып китеүе бар, ен ҡағылған, тиҙәр.
     Аллаһ Тәғәлә ендәргә (шайтандан башҡа) кешеләр менән аралышыуҙы тыйған. Шуға ла ендәр кешеләрҙән ситкәрәк китә ( халыҡта: ендәр күсеп китте, арбаларын шығырҙатып, зыу килеп, балалары илашып, ҡысҡырышып, һөрәнләшеп, малдарын ҡыуып, тип әйткәндәрен ишеткәнһегеҙҙер). Иманы зәғиф кешеләр уларҙан ҡурҡа, тик иманлы, хаҡ мосолман ғына уларҙан ҡурҡмай. Билдәле бер Аллаһ тәртибендә йәшәгән мосолманға ендәр зыян килтерә алмай.
     Ендәрҙә төрлө-төрлө. Ендәрҙең ҙурҙары тәрән океан төптәрендә йәшәй. Һәм башлыҡтары ла шунда. Әлеге беҙҙең фән ғалимдәры океан төптәрендә быяла пирамидалар бар тип иҫтәре китә бит, ни эшләп шуларға Ҡөръән Кәримде асып уҡымаҫҡа? НЛО –ның нимә икәнен әллә ҡасан белгән булырҙар ине. Башҡа ендәр сәхрәлә, урманда, һаҙлыҡтарҙа, тау-таш араһында, йәғни ер шарының төрлө мөйөштәрендә йәшәүҙәре мөмкин.
     Ендәр өс төрлө, — тине Рәсүлебеҙ ғәләйһиссәләм, — берәүҙәренең ҡанаты булып, күктәрҙә осоп йөрөй, (бер төрҙәре йылан һәм эт сүрәтендәлер, берәүҙәре кешегә инә йәки күсеп китә (Әл Хәким, 3661-нсе хәҙис). Был хәҙистән аңлашылғаны шул, ендәр ҙә һәм шайтандар ҙа өс төрлө була:
     Беренсе төркөмө – һауала осоп йөрөгәндәре. Был төркөм ендәрҙең ҡайһы берҙәре тәҡдирҙең хәбәрен урлап, сихырсыларға, күрәҙәселәргә ебәрәләр йәки күрәҙәселәргә күктән юғалған малдарҙы ҡайҙа икәнең әйтеп торалар.
     Икенсе төркөм – эт, йылан сүрәте алып йөрөүселәр. Күберәк ҡара төҫтә булалар. Хатта Рәсүлебеҙ өйгә эйәләшкән йыланды Ҡөръән уҡып тикшерә ине. Шайтан булһа, үлтерҙе. Шайтан булмаһа, йылан үҙе сығып китә ине.
     Өсөнсө төркөм – реинкарнацияла ( бер йән тәнен ташлап икенсе тәнгә күсеүе, тик кеше йәне түгел) ҡатнашҡан ендәр. Йәки бер кешелә йәшәп, икенсе кешегә күсәләр. Ләкин һәр кешенең тағын шәхси шайтаны ла бар, ул кешенең үҙе менән йәшәй.
    Бөгөн гәзит –телевизор-интернет тулы НЛО (неизвестный летающий объект), гуманоидтар, һаҙлыҡ-дингеҙ-океандарҙан килеп сыҡҡан әшәке йән эйәләре, полтергейстар (әйберҙәрҙе кемдер шылдырыуы, күтәреүе), мистика һәм башҡаһы тураһында көндә ишетергә һәм уҡырға була.
     Мосолман ғалимдәренең күбеһе иһә әлеге серле субъект һәм объекттар ендәр затынан тигән ҡарашта тора. Сөнки улар ҙа шул ендәр кеүек үк кинәттән барлыҡҡа килеү йә иһә юҡҡа сығыу һәләтенә эйә. Гуманоид-ендәр ҡайһы берҙә кешеләрҙе лә урлап киткеләйҙәр, уларҙы әллә ҡайҙарҙа осортоп сәйәхәт иттереп ҡайталар. Икенсе бер кешеләр шунда уҡ юҡҡа сығып оҙаҡ ваҡыттарҙан һуң ғына килеп сығалар. Бындай хәл үткән ваҡытта ла булғылаған. Түбәндәге боронғо ҡиссала ошондай хәл-ваҡиға тураһында һөйләнә. Заман күҙлегенән ҡарағанда боронғо ендәр менән хәҙергеләренең (гуманоидтары ғына түгел, полтергейст һәм төрлө үҙ-ара оҡшаш булған күренмәҫ заттар ҙа шулар иҫәбенә инә) ҡыланыштары бер-береһенән әллә ни айырылмай икән. Һеҙгә Ливанда сыҡҡан «Әкәмүл-мәржән фи әхкәмил-жән» тигән китаптан бер ҡисса:
     Әбүбәкер ибн Әбүд-Дөнъя былай тигән:
     Бер ир кеше яҡындары менән йәстү намаҙы уҡырға сыҡҡас бер сәбәпһеҙ күҙ алдынан юғалған. Шунан һуң, уның ҡатыны имам Ғөмәр ибн әл-Хаттаб янына барғанда һәм уға шул хаҡта һөйләгән. Ул (Ғөмәр ибн әл-Хаттаб) был турала уның яҡындарынан һорашҡан. Улар ҡатындың дөрөҫ һөйләүен раҫлағандар. Ул ҡатынға ирҙен ҡайтыуын дүрт йыл көтөргә ҡушҡан. Шулайтып ул ҡатын ире килеп сығыуын дүрт йыл көткән, унан һуң Ғөмәр эргәһенә барып үҙенең хәлен аңғартҡан. Ул был турала уның яҡындарынан һорағас, улар ҡатындың һүҙен ҡеүәтләгәндәр. Ул уға икенсе иргә кейәүгә сығарға ҡушҡан.
     Һуңынан бының беренсе ире табылған да һәм уны Ғөмәр ибн әл-Хаттаб янына алып барғандар. Ғөмәр унан ҡайҙа булыуын һорағас, әлеге ир былай тип яуап бирә: «Йәмәғәтем менән йәстү намаҙы уҡырға тип сыҡҡан инем дә мин тотҡонлоҡҡа эләктем». Дөрөҫләп ошолай тигән: «мине ен алып китте һәм улар араһында мин оҙаҡ ғүмер кисерҙем. Бер мәле уларға мөьмин ендәр һөжүм иттеләр, һуғыш булды һәм ахыр сиктә быларҙы еңделәр. Ҡайһы берәүҙәр әсирлеккә эләкте. Мин дә шул тотҡондар араһында инем. Улар минән: — Ниндәй диндәһең? — тип һоранылар. Мин: — Мосолманмын,— тинем. Улар: — Һин беҙҙең диндә икәнһең икән, беҙҙең һине әсир итеп тоторға хаҡыбыҙ юҡ,— тинеләр ҙә миңә яндарында ҡалыуҙы йәки кире яҡындарым араһына ҡайтыуҙы үҙ иркемә ҡуйҙылар. Мин ҡайтып китеүҙе һайланым. Улар минең эргәгә төндә кеше ҡиәфәтендә, ә яҡты ваҡытта ел өйөрмәһе булып килә ине. Мин уға (елгә) эйәрә инем. Шунан һуң Ғөмәр был кешенән: — Ашағаның нимә ине? — тип һораны. Ул: —Аллаһының исеме зекер ителмәйенсә бисмиллаһыҙ алынған бөтә нәмә,— тип яуап бирҙе. Ул: —Эскәнең ни булды?— тип һораны. Был кеше:—«Джәдәф»,—тине. Катәдә (һөйләүсе тәбиғин) әйтеүенсә: «Джәдәф ул—өҫтө ҡапланмаған эсемлек». Ул әйтте: Ғөмәр, унан Аллаһы риза булһын, «уға йә ҡатынын йә мәһәрен кире ҡайтарып алырға, икеһенең береһен һайларға бойорҙо... ».
     Мәҡәләне дауам итеп Джәғфәр хәҙрәт Мөбәрәктең «Исламда мөһим мәсьәләләр» тигән китабынан дауам итәйек:
     Бөгөнгө көндә ҙур әфәт бар, кешеләрҙә мистика менән ҡыҙыҡһыныу күренеше саманан тыш артты. Ҡайһы берҙәр полтергейст менән ҡыҙыҡһына, НЛО менән элемтәгә инергә тырыша, теге донъя менән элемтәгә инергә ашҡына, күрәҙәселәргә барып, киләсәген «белә», сит ил планеталарҙа тормош эҙләй, унда үҙе өсөн ер һатып ала һ.б.
     Ислам дине буйынса былар барыһы ла — ен һәм шайтандар эше. Мосолман кеше ендәрҙең һәм шайтандарҙың булыуына ышанырға тейеш.
     Аҡ һәм ҡара магия тигәндәре лә бер ни ҙә түгел — сихыр динебеҙ буйынса ҡәтғи тыйылған. Шуныһы бар, берәр ауырлыҡ килһә, кешеләр күрәҙәселәр янына бара, динебеҙ буйынса был да бик ҙур гонаһ. Сөнки күрәҙәсегә барып, уның әйткәненә ышанһаң, диндән сығаһың, үҙеңде мосолман тип әйтергә хоҡуҡы булмаясаҡ.
     Тағы шуныһын да әйтеп китергә кәрәк, кешеләр йондоҙнәмәләргә ышана башланылар, был да Исламда тыйылған, сөнки ошо бәләкәй генә булып күренгән нәмә ширеккә килтерергә мөмкин.
     Сихырсылыҡ, күрәҙәлек менән шөғөлләнеүселәр— ендәр һәм шайтандар менән бергә эшләйҙәр. Улар ярҙам һорап килгән кешеләргә үҙҙәрен бик динле, тәҡүәле итеп күрһәтергә, намаҙ уҡыған булып ҡыланырға мөмкин. Улар араһында: «Мин фәрештәләр менән һөйләшәм», —тип әйтеүселәр ҙә бар. Ысынлыҡта күрәҙәселәр, шайтандар һәм ендәр бер сифатҡа эйә. Шул уҡ ендәр: « Мин фәрештә, һиңә ярҙам итәм», — тиергә мөмкин. Әгәр ярҙам һорап килгән кеше дини булмаһа, шуға ышана һәм башҡаларға ла был «мөғжизә»не һөйләп ышандыра.
     Беҙҙең, ябай кешеләрҙең, фәрештәләрҙе күргәнебеҙ юҡ һәм күрә лә алмайбыҙ. Ендәр башта изгелек эшләргә өндәгән булып ҡыланырға, шунан һуң ул кеше уға ышанып бөткәс, бик ҡурҡыныс, гонаһлы эшкә алып барыуҙары мөмкиндәр. Ҡабаттан әйтәм, мосолмандар шуны белергә тейештәр: фәрештәләр пәйғәмбәрҙәргә генә күренгәндәр, ябай кешегә ундай мөмкинлек бирелмәгән. Беҙ, мосолмандар, шайтан һәм ендәрҙән түгел, ә бәлки Аллаһы Тәғәләнең язаһынан ҡурҡырға һәм Унан ғына ярҙам һорарға тейешбеҙ. Йәғни үҙ ваҡытында намаҙ һәм һәр көн Ҡөръән уҡыһаҡ, шайтандарҙың беҙгә бер зарары ла тимәҫ.
     Шайтан һәм ендәр ҡара урмандарҙа, ташландыҡ күлдәрҙә, һыу-һаҙлыҡлы урындарҙа, бәҙрәфтәрҙә, мунсаларҙа, бойня (мал-тыуар һуя торған урындарҙа), сүп-сар түгә торған урындарҙа, кеше йөрөмәй торған урындарҙа йәшәй, ғаилә ҡоралар, үрсейҙәр, ҡартаялар һәм үләләр. Әммә уларҙың ғүмерҙәре күпкә оҙонораҡ, улар меңәр йылдар йәшәргә мөмкиндәр. Үрҙә әйтелгән урындар янынан үткәндә, уларҙың зарары теймәһен өсөн, махсус доғалар: «Аятел-Көрси», «әл-Фәләҡ», «ән-Нәс» сүрәләрен уҡырға, бәҙрәфкә һул аяҡ менән инергә, унда һөйләшмәҫкә, оҙаҡ ултырмаҫҡа кәрәк.
     Ен һәм шайтандарҙың үҙҙәренең ризыҡтары бар: ат тиҙәктәре, «Бисмиллә» әйтмәйенсә ашалған ризыҡ, «Бисмиллә»һеҙ һуйылған мал ите һ.б. Ҡайһы ваҡыт: «Кешегә ен ҡағылған», —тип сихырсылар был кешенең бөтөн аҡсаһын һуралар. Ул кеше башҡаларға: «Миңә ен ҡағылған, был күрәҙәсе миңә ярҙам итә», —тип һөйләп йөрөй. Сеанстан һуң кешенең хәле еңеләйергә мөмкин, сөнки бағыусылар ендәр менән эш итә. Тик артабан ул кешегә зарары бик ҙур була! Был кеше бағыусыға йөрөп, дауаланырға бөтә аҡсаһы бөткәс кенә табибтарға бара.
     Бындай осраҡта Ҡөръән аяттар менән өшкөрөү ярҙам итә. Мәсеткә барып, ярҙам һорарға кәрәк. Ғәҙәттә бындай ауырыуҙар ашағандарын ҡоҫалар, төндәрен ҡот осҡос төштәр күреп, һаташып сығалар, Ҡөръән уҡығанды тыңлап тора алмайҙар, асыуҙарына сыҙай алмайынса сығып китәләр. Намаҙ уҡыусыларҙы дошман күрәләр, улар менән осрашмаҫҡа, һөйләшмәҫкә тырышалар, үҙҙәренә бикләнәләр.
     Ҡайһы бер кешеләр: «Үлгән иремде йәки үлгән ҡатынымды күрәм, төндәрен ул минең яныма ҡайта, беҙ уның менән төнө буйы рәхәтләнеп яҡынлыҡ ҡылабыҙ», —тиҙәр. Ендәр төрлө ҡиәфәткә инергә мөмкиндәр. Был осраҡта улар үлгән кеше ҡиәфәтенә кереп, аҙғынлыҡ ҡылып йөрөйҙәр. Яҡын кеше үлгәс, йыназа уҡып күмергә, хәлендән килһә, өсөһөн, етеһен, ҡырҡын һәм йылын үткәрергә тырышығыҙ. Был ваҡытта йәнең тыныслана һәм вафат булған кешенең рухы ла тыныслыҡ таба. Ваҡытығыҙ булған һайын Ҡөръән уҡырға тырышығыҙ, бындай кеше янына шайтандар килә алмай.
     НЛО, гуманоидтары тигәндәре лә шул ен ҡәүеменән булған нәмәләр. Улар менән бәйләнешкә инеүҙән һаҡланығыҙ!
     Ҡайһы бер мәжлестәрҙә әбейҙәр йорт, һыу, һарай, урман хужаларына бағышлап доға ҡылалар. Йәмәғәт, был — һис тә тә ярамай торған эш. Һәр мосолман кешеһе аңларға тейеш: ер йөҙөндәге бөтә нәмәнең хужаһы ул — Аллаһы Тәғәлә.
     Намаҙ уҡылмай, эт аҫрай торған йорттарҙа иһә йорт эйәһе түгел, шайтандың үҙен күрергә мөмкин. Хужалар: «Өй тынғыһыҙ, йоҡлап булмай, һәр ваҡыт мөйөштә нимәлер ҡыштырҙай, бала ҡоймаға (стенаға) ҡарай ҙа, бер нәмә күреп, ҡысҡырып илап ебәрә йәки уның менән һөйләшә», — тип зарланалар. Бындай йортта иң беренсе итеп эттән ҡотолорға, һуңынан аҙан әйтеп Ҡөръән уҡытырға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм: «Өйҙә һүрәттәр күп булһа, эт торһа, бындай урынға фәрештәләр инмәй», —тигән хәҙисе бар. Фәрештәләр булмаған ергә иһә ендәр инеп урынлаша.
     Намаҙ уҡылған йорт тыныс ҡына, ғауғаһыҙ ғына була. Йәғни аҙан әйтелгән, «Аятүл-Көрси» уҡылған йортта ен тора алмай, ул унан сығып ҡаса.
     Ҡайһы бер урындарҙа, мәҫәлән, ҡырҙарҙа, урмандарҙа кешеләрҙе аҙаштыра торған ерҙәр була. Әммә бында эләккәс ҡурҡып ҡалырға ярамай. Ҡайһы берәүҙәр: «Бындай урындарҙа ен-шайтан күрһәң, һүгенергә кәрәк», —тип әйтәләр. Аллаһы һаҡлаһын, һүгенеү шайтанды шатландыра ғына. Ғөмүмән, мосолман кеше шайтан-бәренән ҡурҡырға тейеш түгел, сөнки уның күңелендә көслө ҡалҡан —Ҡөръән аяттары һәм Ҡөръән сүрәләре бар. Шуға күрә беҙ, мосолмандар, бары тик Аллаһы Тәғәләнән генә ҡурҡырға һәм Унан ғына ярҙам һорарға тейешбеҙ. Раббыбыҙҙан һораһаҡ, доғалар ҡылһаҡ, Ул беҙҙе бөтә насар нәмәләрҙән һаҡлаясаҡ. Аллаһыға тапшырып, һәр ваҡыт Уның юлынан барһаҡ, беҙгә ен-бәреләр ҙә, бөтә насарлыҡтар ҙа килмәҫ, иншә Аллаһ.

     Ендәр тураһында ошонда уҡығыҙ:

     Шүрәле: https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/sh%D2%AFr%D3%99le.html

     Албаҫты: https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/alba%D2%ABty.html

     Шайтандан һаҡланайыҡ: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/shajtandan-%D2%BBa%D2%A1lanajy%D2%A1.html

     Шайтан ҡотҡоһо: https://nazir1965.com/din/shajtan-%D2%A1ot%D2%A1o%D2%BBo.html

     Кем ул Иблис: https://nazir1965.com/din/kem-ul-iblis.html