Салауат әйтеүҙең хикмәте һәм ҡағиҙәләре

                                        Салауат әйтеүҙең хикмәте һәм ҡағиҙәләре
     Әл-хәмдү лилләһи раббил-ғәләмин.
     Был донъяға ла, беҙгә күренмәгән донъяларға ла тәрбиә ҡылыусы Раббым Аллаһы Тәғәләгә бөтә маҡтау-ололауҙарыбыҙ булһын!
     Әс-сәләтү үәс-сәләәмү ғәлә хайри халҡиһи Мүхәммәд үә ғәлә әһли бәйтиһил-кираам үә әсхәбиһил-ғизам.
     Юҡтан бар итеп яралтылғандарҙың иң хәйерлеһе, әфәндебеҙ Мөхәммәдкә саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм, уның хөрмәтле әһле бәйтенә, бөтә сәхәбәләренә салауат-сәләмдәребеҙ барып етһә ине!
     Барлыҡ әһле иманға ике донъя именлеге, рәхмәт-бәрәкәттәре насип булһа ине!
     Раббыбыҙ аманатҡа биргән нәмәләрҙе эйәләренә ҡайтарыуҙы, аманат үтәүҙе талап итә, аманатҡа хыянат ҡылыуҙан ҡәтғи хәлдә киҫәтә. Ошо аманат тигән нәмәләрҙең береһе — донъяларға Аллаһы Тәғәләнең Үҙ рәхмәтенән күндерелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд әл-Мостафа саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм хәҙрәттәренә салауат әйтеү булыр.

     Салауат әйтеүҙең фазыйләттәре тураһында күп һөйләнә. Тик беҙ аманат үтәүҙә күбеһенсә ғафил (вайымһыҙ) булып ҡалабыҙ. Ошо мәсьәләгә йәнә ҡайтып, ғаҡыл эйәләренең иғтибарын йәлеп итергә булдыҡ. Аллаһы Тәғәлә был эштә беҙгә иң оло ярҙамсы, иң оло кәңәшсе булһа ине! Рувәйфәғ ибн Сабит әл-Әнсарийҙән риүәйәт ителгәнсә, Расүлуллаһ саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм: «Кем дә кем «Аллааһүммә салли ғәлә Мүхәммәдин үә әнзилһүл –мәҡғәдәл-мүҡәррабә ғиндәкә йәүмәл-ҡийәмәһ» (мәғәнәһе: Йә Аллаһым! Мөхәммәдкә саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм салауатың булһа ине! Һәм Һин уны Ҡиәмәт көнөндә Үҙеңә яҡынайтылған дәрәжәгә ирештерһәң ине!) тип әйтһә, уға – минең шәфәғәтем тейеш булыр», тигән.
     Пәйғәмбәребеҙ саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм Аллаһы Тәғәләнең алдында оло дәрәжәгә, Мәҡами мәхмүдкә ирешһә ине, тип беҙ һәр аҙан әйтелгән һайын доға ҡылабыҙ. Беҙҙең доға ҡылыуҙарыбыҙ, ин шә Аллаһ, бушҡа китмәҫ.

     «Ҡиәмәт көнөндә миңә иң яҡынығыҙ – үҙемә күп итеп салауат әйтеүсегеҙ булыр!» тигән Рәсүл Әғзам. Хәҙрәти Ғәли (Аллаһ унан риза булһын) риүәйәтенә күрә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ исемен ишетеп тә, уға салауат-сәләм әйтмәүсе иһә һарандың һараны булыр, тигән мәғәнәлә Рәсүлебеҙҙең ﷺ һүҙҙәрен тапшырып ҡалдырған.
     Хәҙрәти Әбү Һүрайра риүәйәтенә күрә, был киҫәтеү «Хур булһын шул кеше – кем дә кем мине иҫкә алыу менән үҙемә салауат әйтмәһә», тип яңғырай.
     Пәйғәмбәребеҙ саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм исемен тик «Мөхәммәд» тип кенә, йәғни «Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд», «Рәсүлебеҙ Мөхәммәд» әйтмәйенсә һөйләшеү, Рәсүлебеҙҙең саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм абруйына ҡарата иләһи әмерҙе үтәмәү була.
     Раббыбыҙ Ҡөръәни Кәримдә Иман үә Ислам әһеленә Ул Үҙе Тәбәракә үә Тәғәлә хәҙрәттәре һәм Уның фәрештәләре Хәбибуллаһы Мөхәммәдкә саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм салауат әйткәнде тантаналы хәлдә асыҡлай, белгертә һәм шунан:
                                   إِنَّ اللَّهَ وَمَلَائِكَتَهُ يُصَلُّونَ عَلَى النَّبِيِّ يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا صَلُّوا عَلَيْهِ وَسَلِّمُوا تَسْلِيمًا
     Иннә-ллааһ үә мәләәикәтәһү йүсалүүнә ғәлә-ннәбиййи йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү саллүү ғәләйһи үә сәллимүү тәслиимәә.
     «Аллаһ Үҙе үә фәрештәләре пәйғәмбәргә салауат әйтәләр, эй мөьминдәр, һеҙ ҙә пәйғәмбәргә салауат әйтегеҙ һәм сәләм әйтегеҙ», тип ҡуша, әмер итә. «Әхзәб / Ғәскәрҙәр», 33:56
     Тимәк, киреһенсә эшләү Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында булған дәрәжәһенә әһәмиәт бирмәү менән берҙер. Кем ул Мөхәммәд саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм? Күрше абзыймы, атайыңдың туғанымы, ишек алды йыйыштырып йөрөүсе (дворник) бер бабаймы? Әллә берәй белмәгән-күрмәгән кешеме? Юҡ! Бөтә ғәләмгә, кеше, ен ҡәүеменә донъялыҡ мәшәҡәттәренән ҡотолоу юлын, шайтан һуҡмаҡтарына баҫмаҫ өсөн сараларын күрһәтеп ҡалдырыусы Пәйғәмбәр кеше исемелер.
     Ҡиәмәт көнөндә өммәтенең халҡына шәфәғәт ҡылып, башын сәждәнән күтәрмәйенсә тороусы Аллаһ ҡоло исемелер. Белмәйбеҙ тиһәк, дөрөҫ булмаҫ.
     Ишетмәнек, тиһәк тә, хаҡ булмаҫ. Был һөйләү-яҙыуҙарға, вәғәздәргә туҙан да иғтибар бирәлер. Тик, күңелдәрҙә уҫаллыҡ, яуызлыҡ хистәре булыу сәбәпле, күрер күҙҙәре күрмәҫтәр, ишетә торған ҡолаҡтары ишетмәҫтәр. Күҙҙәр күреүен күрерҙәр – тик күрһәләр ҙә, ни икәнен аңламаҫтар. Ишетә торған ҡолаҡтары ишетһәләр ҙә, ишеткәнгә иғтибар бирмәгәс, ишетмәгән менән бер булырҙар.
     Ғазаблы, ауыр, яфа сиктерә торған нәмә тураһында һүҙ бармай бит! Һүҙ ихлас күңел менән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм өсөн хәйер-доғала булыу, уға салауат-сәләм биреү тураһында бара. Телдәр ҡабарамы «Аллаһүммә сали ғәлә Мүхәммәд» тип әйтеүҙән? Юҡ! Тик әйтә алмаҫтар, сөнки күңелдәр ҡырыҫ булыр. «Мине иҫкә алғанда, үҙемә салауат әйтмәҫ кешенең күңеле ҡырыҫтыр», тип әйткән үҙе Мөхәммәд саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәләм. Бөгөнгө көндө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм исеме китаптарҙа, яҙмаларҙа яҙылғанда бик күп осраҡтарҙа янында «саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм» тип яҙыу урынына, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ дәрәжәһенә иғтибар итмәйенсә, «г.», «г-м», «с.г.в.с.», «с.л.г.м.» ҡиәфәтле ҡыҫҡартмалар осрай. Ҡиәмәт көнөндә шәфәғәтен өмөт итеп, аҙандар әйтелгән һайын «үәр-зүҡнә шәфәғәтәһү Йәүмәл-Ҡиәмәһ» («үә Ҡиәмәт көнөндә беҙгә уның шәфәғәтен насип әйҙә!») тигәндә, Рәсүлебеҙ Мөхәммәд саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм исеме янында «саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм» йөмләһен яҙыуҙан ни өсөн үҙ-үҙебеҙҙе тыябыҙ һуң? Ҡағыҙ һаҡлайбыҙмы? Әллә буяуҙымы? Бәлки был нәмә ялҡаулыҡтан килеп сығалыр? «Белмәнем, белмәнек» тиеүселәр булһа, «Киләсәктә былай эшләүҙән һаҡ булығыҙ!» тип әйтәбеҙ!
     Шәйех йәки ишан-хәҙрәт Ғабдуллаһ Сиражетдин «Пәйғәмбәр Мөхәммәдкә саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм салауат әйтеү» тигән китабында салауат әйтә торған ваҡыттарҙан иң хәйерлеләренең егермеһен һанап күрһәтә. Ул 20 төрлө ваҡыттар түбәндәгеләрҙер:
     1. Аҙан әйтеп бөтөргәс, аҙан доғаһынан һуң.
     2. Доға ҡылғанда салауатты доғаның башында, уртаһында һәм аҙағында әйтеү.
     3. Мәсеткә ингәндә.
     4. Бер мосолман икенсе берәү менән осрашҡанда.
     5. Берәр мәжлескә йыйылғанда.
     6. Берәр яҙыуҙа Пәйғәмбәребеҙ саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм исемен яҙыуҙан һуң.
     7. Һәр хәйерле һүҙ, фекер әйткәндә.
     8. Өгөт-нәсихәт (вәғәҙ) һөйләгәндә, дәрес уҡығанда.
     9. Көндөң башында һәм аҙағында.
     10. Йоҡо килгән ваҡытта.
     11. Төндә йоҡонан тороп, төнгө намаҙҙарға баҫҡанда.
     12. Ҡолаҡтар тонған ваҡытта.
     13. Хәҙис-шәриф онотолғанда.
     14. Салауаттар әйтеүҙән һуң.
     15. Ҡоръәне хәтем итеүҙән һуң.
     16. Ҡайғы, бәлә-ҡаза ваҡытында.
     17. Берәр теләк-хәжәт булып доға ҡылғанда.
     18. Никах хөтбәһен уҡығанда.
     19. Йома көнөндә һәм кисәһендә.
     20. Хаж ғәмәлдәрен үтәгәндә.
     Әлбиттә, салауат был 20 ваҡытта ғына әйтелер ҙә, башҡа ваҡытта әйтелмәҫ тигән һүҙ түгел. Был 20 урындағы салауат әйтеүгә бик хөрмәтле булған ваҡыттар ғына.
     Йома хөтбәһенә икенсе өлөшө (хөтбә-и сания) уҡығанда, имам: «Йә әййүһәл-ләҙинә әмәнүү саллүү ғәләйһи үә сәллимүү тәслимә» тип әмер итә. «Әй һеҙ, иман килтереп инаныусылар! Ошо йомала хазир булыусылар! Мөхәммәдкә саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм салауат әйтегеҙ һәм сәләмдәр менән сәләмләгеҙ, уның өсөн доға ҡылығыҙ!» тигәс, һис шикһеҙ, йомала ҡатнашыусы бәндә күңеленән салауат әйтергә тейеш. Әгәр үҙеңде иман әһеле тип иҫәпләйһең икән, Аллаһы Тәғәләнең әмерен үтә! Тик бер әмерҙе үтәп, икенсеһен онотма! Күршеңә «һөйләгәнде тыңла» тип әйтһәң дә, өйөнә йомаһыҙ йәки йома сауабына ирешмәйенсә йәки уны юғалтып ҡайтып китеүең бар. Шуға күрә күңелдән салауат әйтелергә тейеш.
     Салауат әйтеүҙең дәрәжәһе бына шул аятта күренеп тора. «Салауат, салауат» тиәбеҙ ҙә, нимә һуң ул «салауат»? Әбү Ғәлия исемле хәҙрәт әйтеүенсә, салауат – Аллаһы Тәғәләнең Пәйгәмбәре Мөхәммәдте ﷺ, Хоҙайҙың хәбибен маҡтауҙы аңлатыр. Фәрештәләрҙең Мөхәммәдкә саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм салауаттары – уларҙың истиғфарҙарылыр. Кешеләрҙең салауаты иһә – хәйер-доға әйтеү, изгелек теләүҙер. Аллаһы Тәғәлә Үҙенең хәбибе яратҡас, яҡын күргәс, уға салауат әйтеү Аллаһы Тәғәләнән үҙеңә хәйер-доға алыу менән бер.
     Хәҙрәте Ғабдуллаһ ибне Ғамир әйтеүенсә, кем булһа ла Пәйғәмбәребеҙгә саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм бер салауат әйтһә, әйтеүсе Аллаһы Тәғәләнән һәм Уның фәрештәләренән 70 салауатҡа ирешер. Пәйғәмбәребеҙ саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм үҙе лә: «Кем булһа ла миңә бер генә салауат әйтһә, Аллаһы Тәғәлә уға ун салауат булдырыр, ә кем 10 салауат әйтһә – Аллаһы Тәғәләнән 100 гә ирешер. Кем миңә 100 салауат әйтһә – Аллаһы Тәғәлә уға ике йөҙлөлөктән ҡотолоуҙы һәм уттан ҡотолоуҙы насип итәр һәм Ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә уны шәһиттәр менән бергә булдырыр», тигән. Хатта Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡәбере янында, күп риүәйәттәргә күрә, Аллаһы Тәғәлә тарафынан вәкил итеп ҡуйылған фәрештә торалыр. Ул фәрештә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтеүенсә, уның исемен иҫкә алғандар менән салауат әйткәндәрҙең ауаздарын ишетеп торор. Салауат әйтеү менән, ул фәрештә Мөхәммәдкә саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм: «Һиңә фәлән улы йәки фәлән ҡыҙы яҡшы салауат әйтте», тип еткерер. Шундай әжерле, бәрәкәтле, сауаплы, хөрмәтле салауат тигән нәмә нисек яңғырарға тейеш һуң? Заманында Пәйғәмбәребеҙ саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм был һорауҙы яҡын сәхәбәләренән дә ишеткән булған.
     Фазыйләтле салауаттың береһе – «Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин үә ғәлә әәли Мүхәммәдин үә сәллим» тип әйтеү. Тик әйтеүсе кеше был салауаттарҙы әйткәндә, «салли» һүҙендә баҫымды «а» ауазына ҡуя күрһен, алай-былай «салли» тигәндә баҫымды «и» ауазына ҡуйһа, бик оло көфөрлөк ҡылыуы бар!
     Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, Пәйғәмбәребеҙгә саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм салауат әйтергә ҡушып, Аллаһы Тәғәлә беҙгә еңеллек, өҫтөнлөк булдыра. Ишеткән кеше ишетмәгәнгә еткерһә – изге бурысын үтәр, тағы да әжерлерәк булыр.
     Аллаһы Тәғәлә шулай беҙгә хәлебеҙҙән килгәнсә салауат әйтеүҙе, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм исемен иҫкә алғанда уға хәйер-доғала булыуҙы насип әйләһен! Дәһшәтле Ҡиәмәт көнөндә иман әһелдәренә вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәребеҙ саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм шәфәғәтенә ирешеүҙәре еңеллек менән насип әйләһен!
     Аллаһ Тәғәлә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд әл-Мостафа әл-Мөждәбә әл-Мортаза хәҙрәттәренең хәмед байрағы аҫтында тупланыуыбыҙ насип итһә ине!
     Ҡәлебтәребеҙҙә ( күңел йөрәктәребеҙҙә) Мөхәммәдкә саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм ҡарата оло мөхәббәте урынлаштырһа ине! Уны һөйөү хисе хатта ата-әсәбеҙ, үҙ балаларыбыҙҙы яратыуҙан олораҡ булһа ине! Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте, Пәйғәмбәребеҙҙең саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм шәфәғәте менән, әһле Исламға Ҡиәмәт көнөнең ҡурҡыныстарынан имен булыу насип ителһә ине! Әмин, йә Раббил-ғаләмин! Үәс-сәләму ғәләйкүм үә рәхмәтүл-лаһи үә бәракәтүһ.
                Тәржемә. «Шура» дини альманахы, №14, Фәрит хәҙрәт Салман, Татарстан Республикаһының Жөмһүриәтенең Ҡөръән үә Пак Сөннәт өйрәнеү үҙәге мөдире

Пәйғәмбәргә доға ҡылыу һәм салауат әйтеү: https://nazir1965.com/%d2%93ibr%d3%99tle-%d2%a1issalar-xik%d3%99j%d3%99tt%d3%99r-v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/p%d3%99j%d2%93%d3%99mb%d3%99rg%d3%99-do%d2%93a-%d2%bb%d3%99m-salauat.html#more-8030