Шайтандан һаҡланайыҡ

                                                       Шайтандан һаҡланайыҡ

     Ен затынан булып кешегә ныҡ яманлыҡ ҡылған шайтандар – улар Иблис тоҡомонан. Башҡа ендәрҙәр айырмалы уларҙың эше кешеләрҙе иман юлынан яҙырыу, боҙоҡлоҡ таратыу, әшәке эштәр эшләүгә этәреү һәм башҡа насар ғәмәлдәр.

وَإِذْ قُلْنَا لِلْمَلَائِكَةِ اسْجُدُوا لِآدَمَ فَسَجَدُوا إِلَّا إِبْلِيسَ كَانَ مِنَ الْجِنِّ فَفَسَقَ عَنْ أَمْرِ رَبِّهِ أَفَتَتَّخِذُونَهُ وَذُرِّيَّتَهُ أَوْلِيَاءَ مِن دُونِي وَهُمْ لَكُمْ عَدُوٌّ بِئْسَ لِلظَّالِمِينَ بَدَلًا
     50. Үә иҙ ҡульнәә лил-мәләә'икәтис-джүдүү ли-Әәдәмә фәсәджәдүү илләә Иблиисә кәәнә минәл-джинни фәфәсәҡа ғән әмри раббиһи ә фәтәттәхыиҙүүнәһү үә ҙүрриййәтәһүү әүлийәә'ә миң дүүнии үә һүм ләкүм ғәдүүүм-биьсә лиҙҙа-алимиинә бәдәләә. 18 сүрә, «Мәмерйә», 50 аят
     50. Беҙ фәрештәләргә әйттек: «Әҙәмгә сәждә ҡылығыҙ!» — тинек. Иблистән башҡаһы сәждә ҡылды. Ул ен затынан ине, Раббының әмерен кире ҡаҡты, һеҙ минең урынға шуны, шуның тоҡомон дуҫ итер инегеҙме ни? Улар һеҙгә — дошман! Залимдар өсөн был — бик насар алмаш!

     Шайтан Аллаһы Тәғәлә яратҡан (барлыҡҡа килтергән) фәрештәләрҙең береһе. Әммә ул нурҙан түгел, ә уттан яратылған. Икенсе исеме Иблис. Аллаһы Тәғәлә Әҙәм ғәләйһис-сәләмде яратҡандан һуң бөтә фәрештәләргә Әҙәмгә баш эйәргә — сәждә ҡылырға бойорҙо, һәм бөтөн фәрештәләр Аллаһы Тәғәлә әмерен үтәп Әҙәм ғәләйһис-сәләмгә баш эйҙеләр. Әммә аранан береһе үҙенең тәкәбберлеген еңә алмайынса Аллаһы Тәғәлә әмерен үтәмәне. Был Иблис ине. Ул шулай итеп Аллаһы тарафынан фәрештәләргә яҙылған һынауҙы үтә алманы. Ул әле баш эймәгәндән һуң да үҙенең ғәйебен таныманы. Аллаһы Тәғәлә Үҙенең әмерен үтәмәүҙең сәбәбен һорағас, Шайтан әйтте: «Мин унан — Әҙәмдән өҫтөнөрәк. Сөнки мине уттан, ә уны балсыҡтан яраттың». Шунан һуң Аллаһы Тәғәлә әйтте: «Улай булһа йәннәттән сыҡ. Аллаһының ҡушҡанына ҡарышып йәннәттә тәкәбберләнеү дөрөҫ түгел. Сыҡ — хур булған рәүештә », — тине.
     Шунан һуң ғына Иблис яңылышыуын аңланы, һәм Аллаһы Тәғәләнән үҙен үлтермәүен, ҡубарыласаҡ йәки Ҡиәмәт көнөнә тиклем донъяла йәшәргә ирек биреүен һораны.
     Аллаһы Тәғәлә, әлбиттә, уға бындай мөмкинлекте бирҙе, һәм әйтте: «Мәғлүм ваҡытҡаса, йәки Ҡиәмәт көнөнә тиклем йәшә», — тине.
     Әлбиттә, Иблистең үҙен ошо хәлгә — хурлыҡҡа ҡалдырыуға сәбәбсе булған Әҙәмдән үс алаһы килде. Һәм Иблистең күңелендә бик көслө булып кешеләрҙе тура юлдан яҙырыу теләге тыуҙы.
     Һәм был нәмәлә Аллаһы Тәғәләнең бөйөк хикмәте ята. Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе ошо ҙур һынау — шайтандың вәсүәсәһе, мәкере аша һынай. Кемдер Аллаһы Тәғәлә һүҙен тыңлай, Уға буйһона, кемдер Иблис һүҙенә ҡолаҡ һала, уның юлына инә. Шулай итеп Аллаһы Тәғәлә шайтанды кешеләргә һынау үткәрә торған бер зат итеп бирҙе.
     Иблис әйтте: «Әҙәм арҡаһында мине аҙҙырғаның өсөн, бәндәләреңде алдап аҙҙырмаҡ өсөн тура юлың өҫтөндә ултырасаҡмын. Кешеләрҙе аҙҙырырға, диндән биҙҙерер өсөн арттарынан, уңдарынан һәм һулдарынан килермен. Шунаң һуң уларҙың күбеһен шөкөр итеүселәрҙән тапмаҫһың». Йәғни беҙ бынан шуны аңлайбыҙ: улар диндән биҙгән һәм донъяға ғына бирелгән булырҙар.
     Аллаһы Тәғәлә әйтте: «Боҙолғаның һәм Рәхмәттән һөрөлгәнең хәлдә сыҡ йәннәттән! Кешеләрҙең һиңә эйәргәндәре менән бергә һәммәгеҙҙе йыйып йәһәннәмде тултырырмын».
     Аллаһы Тәғәлә Һауа әсәбеҙҙе лә бар иткәс уларға әйтте:
     «Тороғоҙ йәннәттә. Теләгән нәмә үә ниғмәттәрҙе ашағыҙ. Әммә был ағасҡа яҡын бармағыҙ. Уға тиһәгеҙ залимдарҙан булырһығыҙ», — тине.
     Шайтандың бер генә теләге көслө ине — нисек тә уларҙы йәннәттән сығарырға һәм үсте алырға. Шуның өсөн ул Әҙәм менән Һауа янына килеп күп тапҡыр вәсүәсә ҡылды, уларҙы ағастың емештәрен ашарға ҡотортто. Төрлө яҡтан килеп ҡараны. Әммә Әҙәм менән Һауа ныҡ торҙолар. Улар Аллаһы Тәғәләнең һүҙҙәрен иҫтәренән сығарманылар.
     Әммә Иблис барыбер асҡысын тапты. Ул кешенең холҡон-фиғелен өйрәнеп уларға былай тине: «Ни өсөн Аллаһы Тәғәлә был ағас янына килеүегеҙҙе тыйҙы? Сөнки ул һеҙҙең мәңге йәннәттә ҡалыуығыҙҙы теләмәй. Һеҙ был емештәрҙе ашаһағыҙ мәңге йәннәттә ҡаласаҡһығыҙ», — тине. «Мин һеҙгә яҡшылыҡ теләйем», — тип ант итте. Әҙәм менән Һауаның йәннәттә ҡалыу теләге бик көслө ине. Мәңге йәннәттә ҡалыу хисе уларҙың бөтә аҡылдарын, нәфселәрен баҫып алды. Шуның тәьҫирендә улар Аллаһы Тәғәләгә биргән вәғәҙә үә хистәрен дә оноттолар, ағасҡа яҡынайҙылар һәм уның емештәрен ашанылар. Уларҙың ғәүрәттәре асылды. Ғәүрәттәрен ҡапларға тырыштылар. Шулай итеп йәбер-золом ҡылынды. Ә был инде кешеләргә — Әҙәм менән Һауаға яҙылған һынау ине. Шайтан һәм нәфес ҡотҡоһона бирелеп улар уны үтә алманылар. Шунда Аллаһы Тәғәләнең ҡаты һүҙе ишетелде: «Йә Мин һеҙҙе ошо ағастан тыйманыммы? Үә шайтан һеҙгә асыҡтан-асыҡ дошман тип әйтмәнемме?»
     Шулай ҙа улар тәүбә итеп икеһе лә ғәфү-ярлыҡауҙы һоранылар. Улар әйттеләр: «Раббыбыҙ, үҙебеҙгә золом ҡылдыҡ, әгәр беҙҙе ярлыҡамаһаң, кисермәһәң үә рәхмәт ҡылмаһаң, һис шикһеҙ, бәхетһеҙҙәрҙән буласаҡбыҙ», — тип.
     Аллаһы Тәғәлә уларҙың тәүбәләрен ҡабул итте, ярлыҡаны. Юғиһә, улар ҙа шул Иблис шикелле Аллаһы Тәғәлә әмерен үтәмәүселәр ине. Әммә айырма шунда: Иблис үҙенең ғәйебен таныманы, тәүбәгә ашыҡманы. Ул: «Мин уттан яратылған, Әҙәмдән өҫтөн һәм хәйерлерәкмен», — тип тәкәбберләнеүен дауам итте. Ә Әҙәм менән Һауа гонаһ эш ҡылғас та тәүбәгә йығылдылар: «Йә, Раббыбыҙ, беҙҙе ҡотҡар, кисер, үҙебеҙгә йәбер-золом ҡылдыҡ», — тинеләр. Аллаһы Тәғәлә уларҙың тәүбәләрен ҡабул итте һәм әйтте: «Ий, Әҙәм менән Иблис, бер-берегеҙгә дошман булған хәлегеҙҙә Ергә инегеҙ! Һеҙ торасаҡ һәм әжәлегеҙгә тиклем файҙаланасаҡ урын — Ер. Унда йәшәрһегеҙ һәм үләрһегеҙ, һуңыраҡ ерҙән сығарылырһығыҙ».
     Беҙ һеҙҙең менән ерҙә тормош итәбеҙ, бында вафат буласаҡбыҙ. Һәм Ҡиәмәт көнөндә ерҙән сығарылып Аллаһы Тәғәлә ҡаршына баҫасаҡбыҙ.
     Ҡайһы бер кешеләр Иблисте Аллаһы Тәғәләгә буйһонмай торған айырым бер көс итеп күҙаллайҙар. Йәмәғәт, был ҙур яңылышыу һәм һаташыу. Иблис тә бөтә яратылғандар шикелле Аллаһы Тәғәлә хөкөмө һәм хакимлығы аҫтында. Аллаһы Тәғәлә Иблисте бар итте һәм уға кешеләрҙе көфөрлөккә сығара, аҙаштыра, һаташтыра торған көс-һәләтте бирҙе. Йәғни беҙҙең иманыбыҙҙы һынар өсөн.
     Шайтан кешенең иң яуыз дошманы. Уның бер генә ниәте — нисек тә үҙе артынан күберәк кешеләрҙе эйәртеп уларҙы тамуҡҡа индереү. Ул бының өсөн уларҙы донъяға һоҡландыра, зиһендәрен сыуалта, аҡылдарын томалай.
     Әммә Аллаһы Тәғәлә шайтанды һәм уға эйәргәндәрҙе нимә көткәне хаҡында беҙҙе киҫәтә. Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Хаҡлыҡ менән ант итәм, Мин тамуҡты һинекеләр һәм һиңә эйәргәндәр менән тултырырмын», — тип әйтә.
     Шайтандың иң мәкерле эше — кешенең аҡылын томалау, ҡотҡо таратыу. Ул кешене кәрәк булмаған буш эштәр менән шөғөлләнергә этәрә, файҙалы эштәрҙән, фекерҙәрҙән йырағайта. Шайтан күңелдә шик, өмөтһөҙлөк, шом, буш хыялдар тыуҙыра. Шайтан кешене диндән йыраҡ булған нәмәләргә этәрә, айыҡ аҡыл менән уйларға ҡамасаулай, Әхирәтен оноттора. Уның донъя тормошона бәйле дөрөҫ һорауҙарына, фекерҙәренә буталсыҡ индереп, улар урынына үҙ фекерҙәрен индереүгә өлгәшә. Шайтан кешенең үҙ-үҙенә булған ышанысын бөтөрә.
     Ҡөръән буйынса йәшәмәй торған иманы зәғиф кешеләр, әлбиттә, шайтандың тоҙағына бик еңел эләгәләр. Һәм гонаһлы тормошҡа сумалар.
     Шайтандың иң ҙур оҫталығы — кеше күңеленә үтеп инә белеү. Беләбеҙ: гипнозға һәләте булған кеше бүтән кешеләргә тәьҫир итеп уларҙан теләгәнен һөйләтә һәм эшләтә ала. Шайтан да тап ана шулай тәьҫир итә. Күптәр шайтан вәсүәсәһен үҙҙәренеке тип ҡабул итәләр.
     Бигерәк тә шайтан өсөн асыҡ мишень булып дингә яңы килеүселәр тора. Шайтан шәриғәт ҡанундары буйынса йәшәүҙе, 5 ваҡыт намаҙ уҡыуҙы улар күңеленә бик ҡатмарлы һәм ауыр эш итеп һала. Йәки инде һин өйрәндең, һиңә шул еткән тип вәсүәсә ҡыла. Шайтандың яратҡан эше — кешеләрҙе хәйерле эштәрҙән тыйыу, хәрәм һәм гонаһлы эштәр эшләүҙе матур итеп күрһәтеү, уларҙы дауамлы иттереү. Шуны онотмаҫҡа кәрәк: кешеләр тарафынан эшләнгән боҙоҡлоҡ эштәрҙең, низағтарҙың, конфликтарҙың, фетнәләрҙең, үлтереш-һуғыштарҙың нигеҙендә шайтандың мәкерле ҡотортоуы ята.
     Әгәр ҙә ике кеше бер-береһе менән низағҡа керә башлаһалар шундуҡ улар янына шайтан килеп етә һәм уларҙың нәфрәттәрен тағы ла арттыра, һуғышыуға тиклем алып бара. Онотмайыҡ: шайтандың төп ниәте — кешеләрҙе аҙаштырыу, Аллаһы Тәғәлә хикмәттәрен күрһәтмәү, Аллаһы Тәғәләнең барлығына, берлегенә шик уята. Донъяға килеүҙең маҡсаты һәм мәғәнәһе донъя өсөн генә тип ышандырыу.
     Хаҡиҡәттә, Аллаһы Тәғәлә беҙҙе был донъяға Ахирәткә — мәңгелеккә әҙерләнеү, йәннәткә инергә тырышыу өсөн килтерҙе.
     Ә шайтандың вәсүәсәһенән нисек ҡотолорға һуң? Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән-Кәримдә әйтә: «Шайтандың хәйләһе-тоҙағы бик көсһөҙ, кемдәр өсөн? Кемдәр Аллаһы Тәғәләгә бирелгәндәр һәм имандары ҡеүәтлеләр». Ҡөръәндә әйтелә: иманлы кешеләр күңелдәренә Аллаһы Тәғәлә юлынан тайпылдыра торған фекерҙәр, насар уйҙар килһә, улар уның шайтандан икәнлеген аңлап, төрлө ҡотҡоларға бирелмәйенсә, шундуҡ Аллаһы Тәғәләгә ҡайталар, Унан ғына ярҙам һорайҙар һәм шайтан мәкеренән ҡотолалар.
     Аллаһы Тәғәлә барыбыҙҙыла шайтан вәсүәсәһенән йыраҡ ҡылып Үҙенең хаҡ юлында булырға насип әйҙәһә ине.
                                                                            Әлфәс хәҙрәт Ғәйфулла, Саллы ҡалаһы имам-мөхтәсибе

     Иблис тураһында ошонда уҡығыҙ: «Кем ул Иблис?»: https://nazir1965.com/din/kem-ul-iblis.html