Шайтан ҡотҡоһо
Элекке заманда Барсыйсә атлы заһид бар ине. Бер риүәйәттә 12, икенсе риүәйәттә дүрт йөҙ йыл буйы Аллаһ Тәғәләлә ғибәҙәттә булған. 6 мең кеше, ҡәҙер эйәһе булып, уның хеҙмәтендә йөрөгән. Ете ҡат күктәрҙәге фәрештәләр Барсыйсә ғибәҙәтенә таң ҡалырҙар ине. Ғүмер буйы бер генә боҙолоҡ та эшләмәгән. Шул ваҡыт үҙенең фәрештәләренә әйтә Аллаһы Тәғәлә: «Әй, минең пак ҡолдарым! Барсыйсәнең был ғибәҙәттәренә ниңә ғәжәпләнәһегеҙ? Уның кем булмауын һеҙ белмәйһегеҙ, Мин беләм. Минең ғилемемдә ул — кафыр. Уның ғибәҙәттәренең береһе лә ҡабул ителмәҫ, ахыр көнөндә кафыр булып донъянан үтер, мәңге тамуҡта ҡалыр!» — тигән. Был һүҙҙәрҙән фәрештәләр бөтөнләй ғәжәпкә ҡалған: «Был тиклем ғибәҙәттәр ҡылып та нисек итеп бәндә кафыр булыр?» — тигән.
Был һүҙҙәрҙе Иблис ишеткән. Ул заманда әле Иблискә күккә күтәрелеп фәрештәләр һүҙен тыңлау тыйылмаған була. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа саллал-лаһү ғәләйһи үә сәлләм мөбәрәк аяҡтары ергә баҫҡас ҡына Хаҡ Тәғәләнән: «Был көндән һуң Иблис, күккә күтәрелергә теләһә, таштар атып ҡыуып ебәрегеҙ!» — тип фәрештәләргә фарман булған.
Барсыйсә тураһында ишеткәс, Иблис бик һөйөнгән. Сөнки ул йәне-тәне менәм ғибәҙәт ҡылыуҙың тәмем татыған Барсыйсәне аҙҙырыу мөмкинлегенән өмөт өҙгәйне.
Өҫтөнә дәрүиштәр кейеме кейеп, иңенә намаҙлыҡ һалып, ҡулына таяҡ тотоп Барсыйсә йәшәгән өйгә килде. «Мин һинең кеүек үк бер ғабит — ғибәҙәт ҡылыусы затмын. Тәңрегә ғибәҙәт ҡылыуҙа һиңә ярҙам итер өсөн эргәңә килдем», — тигән. Барсыйсә ишек асҡан, Иблие өйгә ингән, ҡунып алған. Өс көн буйы ғибәҙәттә булған. Был ваҡыт эсендә бер ҡабым ризыҡ ҡапмай, бер йотом һыу эсмәй, күҙҙәрендә йәш кипмәй.
Был ғибәҙәттәр Барсыйсәгә бик тә оҡшай. Ошолай итеп ғибәҙәт ҡылыу серҙәрен үҙенә лә өйрәтеүен үтенде.
- Минең, — ти Иблис. — Бер гонаһым бар. Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡыла башлаһам, шул гонаһым иҫемә төшә лә, тамағыма — аш, күҙемә йоҡо инмәй, күҙ йәштәрем ағыуҙан туҡтамай. Үкенәм. Гонаһым гибәҙәт ихласлығына ярҙам итә. «Миңә лә юлын күрһәт, ти Барсыйсә. Мин дә бер гонаһ эшләйем дә, ғибәҙәт ваҡытында уны иҫкә төшөрөп, намаҙҙың ләззәтен татый башлармын».
- Зина ҡыл! — ти Иблис.
- Зина ҡылыу — үтә лә ҙур яуызлыҡ. Уны эшләмәйәсәкмен! — ти Барсыйсә.
- Улай булһа, кеше үлтер!
Быныһы унан да олораҡ яуызлыҡ.
- Улай булһа, хәмер эс! — ти Иблис.
- Хәмер эсеү быларҙан еңелерәк, ләкин уны ҡайҙан алырға?
- Табырмын, — тине Иблис. — Ҡалаға барайыҡ. Унда бер аулаҡ урын бар, шунда мин һиңә хәмер килтерермен.
Ҡалаға алып китте Барсыйсәне, хәмер эсә торған өйгә алып барҙы. Хәмер һатыусы ҡатын бигерәк тә һылыу ине. Үтенеп һорағас, сәҡый йәғни хәмер һалып тороусы ла үҙе булды. Бер нисә һауыт хәмер эсеү менән Барсыйсәнең холоҡ-фиғеле үҙгәрҙе.
Хәмер һалып тороусы ҡатындың бөтә һылыулығын Барсыйсәгә күрһәтте Иблис, был ҡатын менән бергә булырға дәртләндерҙе. Зина ҡылдылар. Иблис теге ҡатындың иренә хәбәр бирҙе. Ире килеп быларҙы күреү менән уға ҡаршы Барсыйсә ҡул күтәрә, үлтереп ташлай. Енәйәт тураһында Иблис батшаға еткерә. Батша менән уның вәлирҙәре килеп ҡараһа, бер кеше үлеп ята. Иҫерек Барсыйсә менән ҡатын хәмер эсеп ултыра. Тотоп алалар ҙа, дарға алып китәләр. Иблис тә килеп етә.
- Эй, Барсыйсә! Һине был хәлдән ҡотҡарыуымды теләйһеңме? — ти.
- Теләйем, — ти Барсыйсә.
- Әгәр теләһәң, миңә сәждә ҡыл, мин һине был хәлдән ҡотҡарырмын, ти Иблис.
- Дар аҫтында, элмәк эсендә, сәждә ҡылып буламы? — тине Барсыйсә.
- Башың менән генә ишара яһа, шул етер, тине Иблис.
Башы менән ишара яһай Барсыйсә, кафыр булып доньянан үтте. Хәмер эсеү сәбәпле мәңгелек ут әһеленә әйләнә.
Бына шуға ла мосолман: «Эй, Раббым! Үҙеңдең киң күңелен менән беҙҙе һәм бөтә мөьминдәрҙе ярамаған яҙыҡ эштәрҙән һаҡла, бөтәбеҙгә лә мәңгелек бәхет бир!» — тип доға ҡылып йәшәй.
Мәхмүт Әл- Болғари. «Нәһжел фәрадис» китабы. XIV быуат