Бәраәт кисәһе

                                                                   Тәүбәгә килеү көнө

     Бер-бер артлы килә торған өс изге айҙың икенсеһенә лә индек. Рәжәб айы бөттө, изге Шәғбан айы башланды. Шуның һуң – Рамаҙан айы. Унаң һуң Мөхәррәм айы. Өсөһө лә бер-береһенә терәлеп торалар. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, әйтте: беренсеһе — Аллаһ Тәғәләнеке, Аллаһ Тәғәлә доғаларҙы ҡабул итә торған, бәндәләрҙе ярлыҡай торған ай, тине. Шәғбан айы, Пәйғәмбәребеҙ, минең ай, тине. Тимәк, Шәғбан айында эшләгән игелектәребеҙ — Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ шәфәғәтен беҙгә насип итеүсе изгелектәр. Ҡиәмәт көнөндә, иң ауыр мәлдә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бәндәләргә шәфәғәт күрһәтә ала. Барлыҡ пәйғәмбәрҙәребеҙ араһынан ҙур шәфәғәт күрһәтеү Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә генә бирелгән.  Ҡиәмәт көнөндә, бәндәләр шәфәғәт һорап, төрлө кешеләр (пәйғәмбәрҙәр, әүлиәләр һәм башҡаһы) янына барып ҡарарҙар. Әммә уларға ҙур шәфәғәтте Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ генә бирә ала. Шәғбан айында эшләгән изгелектәребеҙ Пәйғәмбәребеҙ шәфәғәтенә сәбәпсе була ала. Шуға күрә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡиәмәт көнөндә ҡайһы берәүҙәрҙе йәһәннәмдән йолоп ҡалыр, ҡайһы бер бәндәләрҙең тамуҡта ғазаптарын еңеләйтер, ҡайһы берәүҙәрҙең йәннәткә инеүҙәрен еңеләйтер.
     Өммәтенде нисек танырһың, тип һорағас, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: минең өммәтем биш ваҡыт намаҙ уҡыр, уларҙың тәһәрәт алған ерҙәренән нур бөркөлөп торор тигән.

     Беҙ әллә ҡайҙа барып, нимәлер һораһаҡ, һине бик яҡын күрәбеҙ, тип, ялағайланабыҙ, ҡайһы ваҡыт ялғанлайбыҙ. Был кеше беҙгә ярҙам итһен, тип. Әммә ҡиәмәт көнөндә, мәхшәр майҙанында, ауыр ваҡытта аяҡ-ҡулдарыбыҙҙан, йөҙҙәребеҙҙән, тәһәрәт алған ерҙәребеҙҙән нур бөркөлөп тормаһа, — беҙ мосолман, тип, күпме генә ҡысҡырһаҡ та, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡаршыһында мосолман булып тормаясаҡбыҙ. Бында беҙҙе аҡланыу ҡотҡармай. Беҙҙең аяҡ-ҡулдарыбыҙ үҙҙәре шәһитлек биреп торорҙар: тәһәрәт алды, намаҙ уҡыны, изгелектәр ҡылды, тип. Ағзаларыбыҙҙың шаһитлығы бәрәбәренә беҙгә Пәйғәмбәребеҙҙең шәфәғәте насип була. Шуға күрә беҙ Ҡөръән уҡып, доға ҡылғанда ла: «Уҡыған Ҡөръәнемдең сауаптарын Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллааһу ғәләйһи үә сәлләмдең рух-шәрифтәренә бағышланым», — тибеҙ. Пәйғәмбәребеҙгә доға кәрәк түгел, — ул уға мохтаж түгел. Ҡөръәндә шундай аят бар. Аллаһы Тәғәлә Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ: «Мин һинең эшләгән һәм эшләйәсәк гонаһтарынды ярлыҡаным», тигән. Беҙ иһә, ҡиәмәт көнөндә беҙгә уның шәфәғәте насип булһын, тип доға ҡылабыҙ. Шуға исемең иҫкә алабыҙ. Беҙҙең доғаларыбыҙ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡаршыһында шәһитлек бирһендәр, Аллаһ ризалығы өсөн һәм һинең шәфәғәтенә өмөт итеп уҡыныҡ ошо Ҡөръән аяттарын, тип.
     Изге Шәғбан айы иһә Пәйғәмбәребеҙҙең шәфәғәтен беҙгә насип итә торған ай булып тора.
     Был айҙа ла, йәғни Шәғбан айында ла, Рәжәб айында ҡылған кеүек, изгелектәр ҡылырға, нәфел ураҙалары тоторға, нәфел намаҙҙары уҡырға кәрәк. Был иһә Рамаҙан айына ла әҙерлек булып тора. Әммә ураҙаларҙы Бәраәт кисәһенән һуң, 15-енән һуң тотоу күркәм һаналмай. Беренсе 15 көнлөгөндә тотҡан ураҙа — күркәм, айҙың икенсе яртыһы — Рамаҙан айына әҙерләнеү ваҡыты. Беренсе 15 көнлөгөндә нәфел ураҙаһы ла бик күп сауап бирә. Шәғбандың 14-се кисәһенән 15-енә ҡаршы төнгә ҡәҙәр ураҙа тотоу ҙа бик сауаплы (ошо ике кис (төн) араһында көндөҙ ураҙа тотоу). Бәраәт кисәһе була ул. Шул ваҡытта Аллаһтың фәрештәләре, ер йөҙөнә килеп, күктең ҡабығы асылып, йә бәндә, ниндәй һорауҙарың, тәүбәләрең, ниндәй зарҙарың бар? — тип, таң атҡансы бәндәләрҙән һорарҙар. Ниндәй теләктәрен бар? — тип. Был — доғаларҙың иң ҡабул ҡылына торған ваҡыты. Доғаларҙың ҡабул ҡылына торған тағы бер кисәһе бар — Ҡәҙер кисәһе көнө. Әммә Ҡәҙер кисәһе көнө аныҡ билдәле түгел. Беҙ уның Рамаҙан айында ҡайһы көн икәнен белмәйбеҙ, 27-се кисәһе, тип, ул шартлы рәүештә генә билдәләп үтелә. Ә бына Бәраәт кисәһе билдәле. Шулай булыуы менән ул ҡәҙерле лә. Доғаларҙың ҡабул була торған көнө. Шуға күрә 14-се көндө ураҙаға инеп, ураҙа тотоп, ҡояш байығас, Ҡөръән уҡып, теләктәр теләп, Аллаһ Тәғәләнән тәүбә-истиғфар һорап, кисте лайыҡлы үткәреү тейешле.

     Ошо кистә «тормош» тигән ағас һелкенеп, шунан кешенең исеме яҙылған япраҡ өҙөлөп төшәр, тигән риүәйәт бар. Тимәк, кешенең ғүмере ошо кисәлә тәғәйенләнә: йәшәйәсәкбеҙме? Беҙ тағын бер йыл йәшәйбеҙме, киләһе Бәраәт кисәһенә хәтле йәшәү насипмы-юҡмы? Ошо кисәлә хәл ителә, билдәләнеп ҡуйыла әжәлебеҙ. Шуға күрә беҙ был көндө үлемебеҙҙе иҫкә алырға, уға әҙерләнергә тейешбеҙ. Һарун әр-Рәшид тигән падишаһ булған, мәкрүһ эш булһа ла, үҙенә ҡәбер ҡаҙытып ҡуйып, шул ҡәбер янына килеп, һәр көн үҙ-үҙенән һорай торған булған: «Әй Һарун әр-Рәшид, ҙур-ҙур һарайҙарың, ҙур дәрәжәң, малдарың, байлығың бар. Бында алып килергә, Аллаһ хозурына алып барырға нәмәләрең бар?» — тип. Беҙ ҙә үҙ-үҙебеҙгә ошо һорауҙы бирергә тейешбеҙ. Әгәр беҙгә үлем килһә, Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһына барырға беҙҙең ниндәй изгелектәребеҙ бар? Ниндәй гонаһтарыбыҙ бар, ниндәй гонаһтарҙан беҙгә тәүбә ҡылырға кәрәк? Шуға күрә «Әстәғфируллааһ»ты әйтеү, «Йәсин»де уҡыу кәрәк был кисәлә. Һәм ҡайһы нигеҙҙән ниндәй әруахтар сыҡҡан, кемдән доға көтөүсе кешеләр бар? Булдыра алған хәтле үҙеңдең белгәнең менән әруахтарға был кистә доға ҡылыу ҙа бик кәрәк, Тотҡонлоҡта булмаған йәндәр ҙә был кисәлә, доға өмөт итеп, Ер йөҙөнә килерҙәр. Ә инде, Аллаһ юҡ, үлгәндән һуң терелеү юҡ, тип мәрхүм булған кешеләрҙең йәндәре тотҡонлоҡта була. Уларҙы доға алырға, тип, сығармайҙар. Уларға доға бармай, сөнки улар иманһыҙ киткәндәр. Ә инде тотҡонлоҡта булмаған йәндәр был кисәлә доға өмөт итеп торасаҡ. «Йәсин»де белмәгән кеше икенсе сүрәләр уҡып доға ҡылһын. «Йәсин»де белеүсе балаларыбыҙҙы саҡырып уҡытһағыҙ ҙа — бик яҡшы. Үҙегеҙ белгәндәрҙе уҡыһағыҙ ла — бик яҡшы. Әле беҙ, Аллаһ насип итһә, Хоҙай ғүмер бирһә, бөтөн ауылға ишетелерлек итеп тә балаларҙан «Йәсин» уҡытырбыҙ, изге кисә икәнен иҫкә төшөрөрбеҙ. Был кистә тағы бер ғәмәл — беҙҙең бер йыллыҡ ғәмәл дәфтәрҙәребеҙ төргәкләнеп, тамамланып ҡуйыла. Хәҙерге тел менән әйтһәк, фәрештәләр бер йыллыҡ эшебеҙҙе видеотаҫмаға төшөрөп бөтөрәләр, ошо көндө кис ул архивҡа һалынып ҡуйыла. Әммә, таң атҡансы, көтөп торалар: кем ниндәй гонаһтарынан тәүбәгә килер икән? Был кисәлә таҫмаға төшкәндең оҡшамаған ерен бөтөрөп, яңыртып яҙып була. Бына шуның кеүек берәү: «Әстәғфируллаааһ, әстәғфируллаааһ, әстәғфируллаааһ», тип, гонаһтарын иҫкә төшөрөп, тәүбәгә килһә, Аллаһ ризалығы өсөн саҙаҡалар бирһә, ошо көндө кемдәрҙелер һөйөндөрһә, ниндәйҙер яҡшылыҡтар эшләһә, ғаиләһенә күстәнәстәр алып ҡайтһа, бының гонаһтары һыҙылып, сауаптары ғына ҡалып, архивҡа тапшырыла. Шуға ла был — гонаһтарҙан арыныу кисәһе. Аллаһ Тәғәлә беҙгә бер йыллыҡ гонаһтарҙан арынырға мөмкинлек бирә ошо кисәлә. Уны беҙгә Аллаһның рәхмәте менән изгелектәр эшләп үткәрергә кәрәк. Аллаһ Тәғәлә ҡиәмәт көнөндә: «Ии, бәндәм, һин бөгөн Минең ҡаршыма килдең, һин бөгөн йәннәтте теләйһең, тамуҡға инәһең килмәй, әммә Мин һиңә мөмкинлек бирҙем бит, ғүмереңә һин нисә Бәраәт кисәһен ҡаршыланың? Ни өсөн шул көндәрҙе һин тәүбәгә килмәнең, ни өсөн йәннәтте ошо көндәрҙә һораманың. Тәндәремде тамуҡға харам ит», — тип үтенмәнең?» — тийәр. Әммә ошо хәтле изге көндә лә шуның хәтле доғалар ҡабул ителә торған кисә булһа ла, араҡы эскән, зина ҡылған, бурысҡа биргән аҡсаһын арттырып алған, ғаиләһен ҡәһәрләгән, атай-әсәһен рәнйеткән, кемгәлер асыу һаҡлап йөрөгән, туғаны менән ҡысҡырашҡан кешенең доғалары ҡабул булмаҫ, ти. Был көндө ундай эштәрҙе бер ҙә эшләргә ярамай. Беҙ барыбыҙ ҙа бәндә бит, хатанан һаҡланмағанбыҙ, ҡайһыһындыр эшләргә мөмкин. Әммә был изге кисәлә, доғалар ҡабул була, тип, аңғарып, тәғәйенләп ҡуйған кисәлә яман эштәрҙән, ғәмәлдәрҙән азат булырға кәрәк.
     Шуға күрә уны ураҙаға инеп ҡаршыларға кәрәк. Ураҙа — ул беҙҙе боҙоҡлоҡтан тотоп тора торған сара. Намаҙ — ул беҙҙе Аллаһ менән осраштыра, йәннәткә алып бара, ураҙа нәфсебеҙҙе еңергә булыша, шайтанды еңергә булыша, боҙоҡлоҡтан тыйып тора, иғтибарыбыҙҙы яман нәмәләрҙән ситкә этәрә.
     Ни өсөн мосолмандар был байрам көндәрендә ураҙа тоталар? Сөнки беҙ ураҙаға керһәк, үҙебеҙгә талапты күберәк ҡуябыҙ, ураҙа килеш гонаһты әҙерәк эшләйбеҙ. Шуға күрә гонаһтан арынып, гонаһтан таҙарынып, күңел йөрәгебеҙ менән Аллаһ менән ризалығы өсөн, ураҙа тотоп, үҙебеҙҙең тәнебеҙ менән, йәнебеҙ менән Аллаһ өсөн тип ошо кисәне ҡаршылайбыҙ. Кем булдыра ала икән, бер көн ураҙа менән ҡаршылар, арынып, таҙарынып, матур иттереп. Ғаиләгә бүләктәр алып ҡайтырға кәрәк һәм, әлбиттә, үлгәндәрҙе иҫкә алырға тейешбеҙ. Беҙ үлгәндәрҙе иҫкә алмаһаҡ, бер ваҡыт беҙҙе лә иҫкә алыусы ҡалмаҫ. Уларҙың рухына доға ирештерергә кәрәк. Һәр йортта шул көндө үлгәндәр рухына доға ирешергә тейеш. Араҡы эсеп, йәмһеҙләнеп йөрөһәгеҙ, ул йорттағы фәрештәләр: «Был йорттоң ниндәй хәжәте бар, ниндәй моң-зары бар, был йортҡа ниндәй доға кәрәк?!» — тимәҫтәр.
     Был көндө беҙ үҙебеҙгә бер Аллаһтың һидәйәте, бүләк итеү көнө тип ҡарарға тейешбеҙ. Киләһе Бәраәт кисәһенә тиклем йәшәй алабыҙмы — белмәйбеҙ, хатта Рамаҙанға хәтле йәшәй алабыҙмы — белмәйбеҙ. Аллаһтың шул тиклем мөбәрәк кисәһе насип булған икән, ғүмеребеҙ шуға килеп еткән икән, ни өсөн беҙ Аллаһтың үҙебеҙгә биргән бындай мөмкинлеген файҙаланмаҫҡа тейеш? Ни өсөн беҙ ул кисәне ғафиллек, ҡараңғылыҡ, наҙанлыҡ менән ғәҙәти көндәр шикелле үткәрәйек? Бындай кисә бирелгән икән, һинең ғүмерең ошо кисәлә тәғәйенләнә икән, ғәмәл дәфтәрең ошо көндө төргәкләнә икән, һин, әлбиттә, үҙеңде лә, туғандарыңды ла иҫкә төшөрөргә тейешһең. Һуңынан, Аллаһ Тәғәлә алдында барғас, йөҙөбөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын. «Әл-Мүлек» сүрәһендә (11-се аят) Аллаһ Тәғәлә нимә тигән:

     - «Фәғтәрафүү биҙәмбиһим фәсүхҡаль-ли-әсъхәәбис — сәғииир». – Йәһәннәм ишеге төбөнә килеп еткәс, йәһәннәм әһелдәренең хәлен бер кем дә үҙгәртә алмаҫ, — ти. Бына беҙгә был донъяла ошо хәлебеҙҙе үҙгәртергә мөмкинлек бирелгән. Тәүбәгә килергә, хатта, әйткәнемсә, ошо Бәраәт кисәһе кеүек матур кисәләр ҙә бүләк иткән Аллаһ Тәғәлә. Тәүбәгә кил, бәндәм, Аллаһтан һора. Был кисәне матур иттереп, Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында үҙебеҙҙе ысын мосолманса күрһәтеп ҡаршыларға кәрәк. Ҡиәмәт көнөндә беҙгә бирелгән ошо кисәнең рәхмәте беҙгә булһын. Аллаһтың рәхмәт кисәһен беҙ рәхмәт кисәһе шикелле итеп үткәрергә тейешбеҙ. Был кисә Рамаҙан айына инеү ҡапҡаһы ла булып тора. Беҙ ошо кисәлә таҙарынып, паҡланып, гонаһтарыбыҙҙан арынып, бәндәләргә бүләк итеп яҙылған Рамаҙан шәрифкә инәсәкбеҙ.
                                                                                «Йөҙ ҙә бер вәғәҙ», Йәлил хәҙрәт Фазлыев
Бәра’әт кисе: https://nazir1965.com/din/b%D3%99ra%D3%99t-kise-2.html
Бәраәт кисе: https://nazir1965.com/din/b%D3%99ra%D3%99t-kise.html
Бәраәт кисәһе намаҙы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/b%D3%99ra%D3%99t-kis%D3%99%D2%BBe-nama%D2%99y.html