Бәраәт кисе намаҙына ниәт
Шәғбән айының 15-һенә ҡараған төнө Бәраәт кисе тип атала. Был кистең намаҙына түбәндәгесә ниәт ителә: «Эй, Раббым! Ниәт иттем был намаҙға күңел тупаҫлығынан һәм донъя баҫыуынан ҡотолоу өсөн, шулай уҡ иләһе ғәфүеңә өлгәшеү һәм бәхетлеләр дәфтәренә яҙылыуым өсөн!»
Был намаҙҙа ике рәҡәғәт һайын сәләм бирелә, һәр рәҡәғәттә бер тапҡыр «Әл-Фатиха», ун тапҡыр «Әл-Ихлас» сүрәһе уҡыла. Йөҙ рәҡәғәт намаҙ шулай уҡ тәҡдим ителә.
Намаҙҙан һуң уҡыла торған доғалар:
14 тапҡыр:
اَسْتَغْفِرُ اللهَ الْعَظِيمَ وَأَتُوبُ إِلَيْهِ
«Әстәғфирул-лааһәл-ғәҙыым үә әтүбү иләйик».
Шулай уҡ 14 мәртәбә:
اللَّهُمَّ صَلِّ وَسَلِّمْ وَبَارِكْ عَلَى سَيِّدِنَا مُحَمَّدٍ وَعَلَى آلِ مُحَمَّدٍ
«Аллааһүммә салли үә сәллим үә бәәрик ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхәммәд».
Артабан:
- 14 тапҡыр «Әл-Фатиха» сүрәһе.
- 14 тапҡыр «Әл-Күрси» аяты.
- 14 тапҡыр «Ләҡад джәә'әкүм расүүлүм-мин әңфүсикүм ғәзиизүн ғәләйһи мәә ғәниттүм хәриисун ғәләйкүм бил-мүьминиинә ра'үүфүррахиим». Тәүбә сүрәһе. (128. Һеҙгә үҙ арағыҙҙан рәсүл килде, һеҙ гонаһ ҡылғас, уға ҡыйын. Ул һеҙҙе ҡайғырта, ә мөьминдәргә — күндәм, рәхимле!).
- Бер тапҡыр «Йәсин» сүрәһе.
- 14 тапҡыр «Әл-Ихлас» сүрәһе.
- 14 тапҡыр «Әл-Фәләҡ» сүрәһе.
- 14 тапҡыр «Ән-Нәс» сүрәһе.
Шунан һуң 14 тапҡыр:
سُبْحَانَ اللهِ، والحَمْدُ للهِ، وَ لاَ إِلَهَ إلاَّ اللهُ واللهُ أَكْبَرُ
لَا حَوْلَ وَلَا قُوَّةَ إِلَّا بِاللهِ
«Сүбхәналлааһи үәлхәмдүлилләәһи үә ләә иләәһә илләллааһу үә Аллаһу әкбәр! Үә лә хәүлә үә лә ҡүүәтә илләә билләәһил-ғәлийил-ғәҙыым».
Аҙағынан 14 тапҡыр «Саләти-мүнджиә» уҡыла һәм доға ҡылына:
اَللَّهُمَّ صَلِّ عَلَى سَيِّدِنَا مُحَمَّدٍ وَعَلَى آلِ سَيِّدِنَا مُحَمَّدٍ صَلاَةً تُنْجِينَا بِهَا مِنْ جَمِيعِ اْلاَحْوَالِ وَاْلآفَاتِ وَتَقْضِى لَنَا بِهَا جَمِيعَ الْحَاجَاتِ وَتُطَهِّرُنَا بِهَا مِنْ جَمِيعِ السَّيِّئَاتِ وَتَرْفَعُنَا بِهَا عِنْدَكَ اَعْلَى الدَّرَجَاتِ وَتُبَلِّغُنَا بِهَا اَقْصَى الْغَايَاتِ مِنْ جَمِيعِ الْخَيْرَاتِ فِى الْحَيَاتِ وَبَعْدَ الْمَمَاتِ اِنَّكَ عَلَى كُلِّ شَىْءٍ قَدِيرٌ
«Әллааһүмә салли ғәләә сәйидинәә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли сәйидинәә Мүхәммәд саләәтән түнджиинәә биһәә мин джәмиғил-әһүәәли үәл-әәфәәт. Үә тәҡҙы ләнәә биһәә джәмииғәл-хааджәәт. Үә түтаһһирүнәә биһәә мин джәмиғыс-сәййәәт үә тәрфәғүнәә биһәә ғындәкә әғләд-дәраджәәт. Үә түбәллиғүнәә биһәә әҡсал-ғаайәәт. Мин джәмиғил-хайрати фил-хайәти үә бәғдәл-мәмәәт. Иннәкә ғәләә күлли шәй иң ҡадиир».
(Аллаһым! Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафаға икһеҙ-сикһеҙ салауат һәм сәләм булһын. Аллаһым беҙҙе һәр төрлө бәлә-ҡазаларҙан ҡотҡар, бөтөн ихтыяждарыбыҙҙы бөтөрөп, беҙҙе гонаһтарҙан һәм насарлыҡтарҙан паҡла! Беҙҙе юғары дәрәжә һәм урындарға күтәр! Аллаһым! Был салауаттар һәм был сәләмдәр хөрмәтенә был донъяла ла һәм үлгәндән һуң да уңыштарға ирешәйек.)
«Ислам нигеҙҙәре»китабынан.