Бәра’әт кисәһе
Ғәләмдәр тәрбиәсеһе, донъяны юҡтан бар ҡылыусы, ер йөҙөндәге барлыҡ кешеләргә ризығын биреп тороусы, Ҡиәмәт көнөндә мөьмин мосолмандарҙы үҙенең йәннәтенә индереп рәхим ҡылыусы, бөтә халыҡтарҙың ҡылған ғәмәл-ғибәҙәттәрен, тәүбәләрен ҡабул итеүсе, гонаһтарын ярлыҡаусы, донъяны Әҙәм балаларына гөл-баҡса итеп яратыусы, бәндәләр аҙашҡанда тура юлға өндәүсе, пәйғәмбәрҙәр ебәреүсе, донъяның үә ахирәттең хужаһы Аллаһ Тәғәләгә ҡәлебтәребеҙҙән ихластан булған хәмде-ҫәнәләребеҙ, һәм бөтмәҫ маҡтау ололауҙарыбыҙ булһа ине.
Бөтә данлау маҡтауҙарыбыҙ, хәмде-ҫәнәләребеҙ Аллаһ Тәғәләгә генә тейеш. Һәр ниғмәт фәҡәт Аллаһтан ғына.
Бөтә ғәләмгә рәхмәт өсөн, ер йөҙөнә нур, бөтөн әҙәмдәргә пәйғәмбәр итеп ебәрелгән, Аллаһ Тәғәләнең мөҡәтдәс китабы Ҡөръәни Кәримде бәндәләренә ирештергән хәбибе (дуҫы) һәм рәсүле Мөхәммәд Мостафа ﷺ хәйер-доға, сәләмдәребеҙ үә бөтмәҫ-төкәнмәҫ салауат шәрифтәребеҙ булһа ине.
Мөбәрәк пәйғәмбәребеҙҙең нәҫеленә, сәхәбәләренә, үә бөтөн хәйерле өммәтенә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте үә сәләмдәре булһа ине.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ -ең сөннәтенә эйәреп, Аллаһ Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп, Уға ғибәҙәт итеү өсөн, Ахирәт көнөндә мөбәрәк Пәйғәмбәребеҙ ﷺ -ең шәфәғәтен өмөт итеп оло байрамыбыҙ, йома намаҙына килгән мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем: Әссәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
Барыбыҙға ла хәйерле үә бәрәкәтле ғүмер, донъяла һәм Ахирәттә тән үә йән сәләмәтлеге, камил иман насип ит Раббым. Хәләл кәсеп, хәләл ризыҡ менән иң изге ғәмәлдәр ҡылып Аллаһ Тәғәләнең ризалығы барыбыҙға ла насип булһа ине. Ауырыуҙарыбыҙға хәйерле сәләмәтлек, ҡайғылы бәндәләргә шатлыҡ насип ит хаҡ Тәғәләм. Дөрөҫ юлдан яҙған, тәүфиҡһыҙлыҡ менән яфаланған бәндәләргә һиҙиәтле тәүфиҡ биреп, ҡалған ғүмерҙәрен хәйерле ҡылһаң ине.
Йәнәбе ғәфүрүррахим, үлгәндәребеҙҙең бәндәселек менән ҡылған хата-кәмселектәрен ғәфү әйҙәп, рәхмәтең фазылың менән хөкөм ҡылып, йәннәтеңде насип ит Раббым. Әмин!
Әлхәмдүлилләһ! Бөгөн 20... йылдың ... ... көнө. Һижри йыл буйынса Шәғбан айының ... көнө.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә «Ибраһим» сүрәҺенең 34-се аятында әйтә:
: قال الله تعالي في الكتابه الكريم
...أَعُوذُ بِاللَّهِ مِنَ الشَّيْطَانِ الرَّجِمِ
وَآتَاكُم مِّن كُلِّ مَا سَأَلْتُمُوهُ وَإِن تَعُدُّوا نِعْمَتَ اللَّهِ لَا تُحْصُوهَا إِنَّ الْإِنسَانَ لَظَلُومٌ كَفَّارٌ
Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир рахмәәнир-рахииим.
34. Үә әәтәәкүм миң күлли мәә сә'әлтүмүүһү үә иң тәғүддүү ниғмәтә-ллааһи ләә түхсууһәә иннәл-иңсәәнә ләҙалүүмүң кәффаар.
“Аллаһ Тәғәлә һеҙгә һәр бер һораған нәмәләрегеҙҙән кәрәклеһен, файҙалыһын бирҙе. Әгәр һеҙ Аллаһының үҙегеҙгә биргән ниғмәттәрен һанаһағыҙ, һанап бөтөрә алмаҫһығыҙ, тәҡәтегеҙ етмәҫ. Ысынлап та, кеше яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгән залим, Аллаһының ниғмәтенә ҡаты көфөр ҡылыусы."
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ бер хәҙис шәрифендә: «Шәғбән айының башҡа айҙарҙан бөйөклөгө, мин башҡа пәйғәмбәрҙәрҙән кеүек бөйөктөр.» Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ пәйғәмбәрҙәрҙең пәйғәмбәре һәм ошонан сығып шәғбән айының өҫтөнлөгө хаҡында уйлағыҙ!
Был айҙа ҡылған һәр бер изгелегебеҙ 700 тапҡырға арта. Шәғбән айының исеме «ташаба» һүҙенән сыға, йәғни «таралыу». Был айҙа изгелектәребеҙ тарала, күбәйә. Иң яҡшы ғибәҙәт был айҙа ураҙа тотоу. Шуға күрә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ был айҙа ай буйына ураҙа тотҡан булған.
Бер ваҡыт Ассамат бин Зәйд Пәйғәмбәребеҙ ﷺ -ән шул турала һораған. Шуға Мөхәммәд ﷺ шулай итеп яуап биргән:
“Был ай Рәжәп һәм Рамаҙан айы араһында урынлашҡан, кешеләр был айҙа үҙҙәренә ғәмһеҙлек, вайымһыҙлыҡ күрһәтеп, бер нәмәне лә ҡайғыртмай йөрөйҙәр. Ә бит был айҙа беҙҙең бөтөн эшләгән эштәребеҙ Аллаһ Тәғәлә тарафына баралар. Минең эштәрем күккә ашҡан саҡта мин ураҙала булыуымды теләйем."
Шулай килеп сығала инде. Кешеләр ай башында ураҙалар тоторға ашҡыналарҙа ай аҙағына табан был теләктәре һүнә. Үҙҙәренең ахирәттә буласаҡ донъяларына ғәмһеҙлек күрһәтәләр.
Ә кем ай буйына ураҙа тота алмаһа, ай башында 3 көн, ай уртаһында 3 көн үә ай аҙағында 3 көн ураҙа тотһон. Иң яҡшыһы шәғбан айының 15-се көн тотҡан ураҙаһы хәйерле. Был ураҙалар шәғбан көндәре буйынса, ә беҙҙең урыҫ календары буйынса түгел.
Хәҙис шәрифтә әйтелгән: “Кем Шәғбән айының башында 3 көн, уртаһында 3 көн, аҙағында 3 көн ураҙа тотһа, шул кешегә Аллаһ Тәғәлә 70 пәйғәмбәрҙең сауабын яҙыр, ә уның дәрәжәһе 70 йыл буйына Раббыһына табынған мөьмин кешенеке кеүек булыр. Һәм ошо йылда вафат булған кеше шәһит булып дин өсөн үлгән кеше сауабы алыр.".
Шулай уҡ яҡшы булыр шәғбан айының беренсе кесеаҙнаһы һәм һуңғы кесеаҙнаһы көнөндә ураҙа ла булыуҙа. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән:
"Аллаһ Тәғәлә йәннәткә индерәм тип вәғәҙә биргән шул кешегә, әгәр ул Шәғбән айының тәүге үә һуңғы кесеаҙна көнөндә ураҙа тотһа."
Икенсе хәҙис шәрифендә әйткән: “Шәғбән айы тамуҡ утынан һаҡлай. Һәм кем Минең менән осрашырға теләй шул бәндә был айҙа 3 көн булһа ла ураҙа тотһон"
Шулай уҡ ошо айҙа күп итеп салауаттар уҡырға кәрәк.«Аллаһүммә салли ғәләә Мөхәммәдин үә ғәләә әлии Мөхәммәдин үәссәллим».
Бәра’әт кисәһе
Шулай уҡ Шәғбән айында изге көндәрҙең береһе « Бәра’әт кисәһе» бар. Ул Шәғбән айының 15 көнөнә тура килә, йәғни ҡояш батыу менән «Бәра’әт кисәһе» башлана, иншәАллаһ! Был кисәнең мәғәнәһе — айырыу, йәғни ҡәҙерле кешеләрҙе тамуҡ утынан айырыр, яман кешеләрҙе ожмағтан айырыр. Изге кешеләргә йәннәт, яман кешеләргә йәһәннәм насип итер.
Әбү Хүрәйрә риүәйәт итә: “Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: “Бер мәле Шәғбән айының уртаһының төнөндә миңә Джәбрәил (г.с.) килде лә әйтте: “Йә Мөхәммәд ﷺ күккә ҡара!" Мин унан һораным «Был ниндәй төн?» Ул яуап бирҙе: “Был төндә Аллаһ Тәғәлә Үҙенең өс йөҙ рәхмәт ишектәрен аса бөтә кешеләрҙең гонаһтарын ғәфү итә. Иманһыҙҙарҙан, көнләшкәндәрҙән, ялған һөйләүселәрҙән, ғәйбәт һөйләүселәрҙән, хәмер эсеүселәрҙән, яҡындары менән араларын боҙғандарҙан, ата-әсәләрен тыңламағандарҙан, зина ҡылыусыларҙан, тәкәбберҙәрҙән үә фитнә (талаш) сығарыусыларҙан башҡа. Дөрөҫөн әйткәндә Аллаһ Тәғәлә уларҙы ошо эштәрен ташлап тәүбә итмәһәләр, ярлыҡамаҫ"
Бер ваҡыт Ғайса ғәләйһиссәләм бер тау янында үткән ваҡытта, бер ҙур аҡ таш күрә. Уны аптырап ҡарай башлай. Шул ваҡытта Аллаһ Тәғәлә уға «Бынан да ғәжәберәк нәмә күрәһен киләме?», тип һорай. Әлбиттә тип әйткәс, таш уртаға бүленде. Уның эсендә ҡулына йәшел таяҡ тотҡан кеше күренде. Уның эргәһендә виноград үҫеп ултыра. Ул кеше Ғайса ғәләйһиссәләмгә ҡыҙығыуына ҡарап, был минең ризығым тип әйтте. Шунан унан Ғайса ғәләйҙиссәләм: «Нисә йыл һин был таш эсендә Аллаһ Тәғәләгә табынаһың?», тип һорай. Ул кеше 400 йыл буйына тип яуап бирә. Ғайса ғәләйһиссәләм: «Йә Раббым, был Һинең иң яҡшы ҡолоңдор», тип әйтте. Шуға Раббыбыҙ: “Мөхәммәд ﷺ өммәтенән булған кешенең Бәрә’әт кисәһендә уҡылған ике рәкәғәт намаҙы, ошо 400 йыл ғибәҙәттән артығыраҡ".
Ошоно ишетеп Ғайса ғәләйһиссәләм : “Йә Раббым мин дә Мөхәммәд ﷺ өммәтенән булһам инем", тип әйткән. Шуға ла Бәрә’әт кисәһен ғибәҙәттә үткәрер кәрәк.
Бәрә’әт кисәһендә 3 тапҡыр «Йәсин» сүрәһе уҡыла. Беренсе тапҡыр уҡылғанда оҙон ғүмер һорап, икенсеһендә бәлә-ҡазаларҙан ҡотолоуҙы һорап, өсөнсөһөн байлыҡ, муллыҡ һорап. Һәр бер уҡығандан һуң доға ҡылырға кәрәк.
Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем! Шәғбән айы үә Бәра’әт кисәһе беҙгә Аллаһ Тәғәләнең бер ҙур ниғмәте, бүләге.
Йә Раббым, ошо Шәғбән айында изгелектәр генә ҡылып, сауаптар алып үткәрергә насип итһәң ине. Ошо буласаҡ « Бәра’әт кисәләрен» ла яҡшы итеп, ғибәҙәттәр ҡылып, намаҙҙар уҡып, Ҡөръән уҡып, доғалар ҡылып үткәрергә насип итһәң ине. Ошо ғибәҙәттәребеҙҙең әжер-сауаптарын алырға насип итһәң ине. Ҡылған гонаһтарыбыҙҙы, хата-кәмселектәребеҙҙе ғәфү итһәң ине.
Йә Раббым, беҙҙең имандарыбыҙҙы камил ҡылһаң ине. Иманһыҙлыҡтан, аҙашып йөрөүҙән, көфөрлөктән беҙҙе һаҡлаһаң ине. Мөьмин мосолман булып ҡына, изге эштәр ҡылып ҡына йәшәргә насип итһәң ине. Гонаһтарҙан, харамдарҙан беҙҙе һаҡлаһаң ине. Ҡылған ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙҙе риза булып ҡабул итһәң ине. Хәлдәребеҙҙе ауырайтмаһаң ине, ауыр һынауҙар менән беҙҙе һынамаһаң ине.
Йә Раббым, араларыбыҙҙа ысын мөьмин мосолмандарыбыҙҙы арттырһаң ине. Балаларыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы ла ошо юлға баҫтырһаң ине. Изге эштәр генә эшләргә насип итһәң ине. Шуларҙың сауаптарын алырға насип итһәң ине. Бөтөнөбеҙҙе лә тамуҡ уттарынан һаҡлаһаң ине. Йәннәт баҡсаларына индереп ҡыуандырһаң ине!
Әмин! Йә Раббил Ғаләмин.
Авторы билдәһеҙ урыҫ үә татар теленән тәржемә ҡылдым.