Бәра’әт кисе

     Үҙенең бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ: «Шәғбән айының 15-се кисен ғибәҙәт менән үткәрегеҙ, — тип нәсихәт бирә, — көндөҙ ураҙа тотоғоҙ. Был кистә Аллаһы Тәғәлә ҡояш сыҡҡансы донъяға рәхмәт күҙе менән ҡарар һәм: «Тәүбә итеп, гонаһтарын ғәфү итеүемде һораусылар юҡмы? Булһа, гонаһтарын ғәфү итәм. Ризыҡ һорап йөрөгәндәр юҡмы? Булһа, ризыҡ бирәм. Ҡайғы-хәсрәттәргә тарып, сәләмәтлектәре юғалып, яфа сигеп ятҡандар юҡмы? Булһа, тәндәренә тынғылыҡ, ауырыуҙарына шифа бирәм. Ниндәй генә теләктәре бар — һораһындар — бөтә теләктәрен үтәйем», — тиер. Был мөрәжәғәт таңға тиклем дауам итер», — тигән.
     Исламға тиклем үк төрлө халыҡтарҙа был кис — Бәра’әт кисе — гонаһтарҙан арыныу, тәүбә итеү, ураҙа тотоу, мәрхүмдәрҙе хәтергә алыу менән үтә торған була. Ислам дине лә уны ҡәҙерле, изге кисәләрҙең береһе — гонаһтарҙан арыныу кисе булараҡ ҡабул итә. Шәғбан айының 14-нән 15-енә ҡарай был кистә япраҡтарына Ерҙә йәшәгәндәрҙән һәр кемдең исем-шәрифтәре яҙылған тормош ағасы тетрәнеп, япраҡтары ҡойолор ҙа, исемдәре ошо япраҡтарҙа булғандар йыл дауамында фани донъянан күсеп китер. Ә йәшәп ҡалғандарҙың яҙмышы фәрештәләр ихтыярына тапшырылыр йәки бөтә булмыштарҙың, бөтә мәхлүктәрҙең йыйыр ризығы, бәндәләрҙең байлыҡ йәки ярлылыҡ хәлдәре, тормоштағы төрлө дәрәжәләре, был донъяға тыуасаҡ һәм үләсәк бәндәләр — бөтәһе лә был кистә билдәләнеп ҡуйыла, ти.
   

     Ғәрәпсә был байрамдың исеме «Ләйләтүл-бәраәт» тип атала. Үҙебеҙсәгә тәржемә итһәк, ҡотолоу, аҡланыу мәғәнәһен белербеҙ. Ләйлә тигән исем бар. Төн тигәнде аңлата. Был исемде, ғәҙәттә, төндә тыуған ҡыҙҙарға ҡушалар.
     Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем ғәрәптәрҙең календарында — тап шул саҡта йәйҙең иң оҙон көнө үтеп, төндөң иң ҡыҫҡа сағы булған. Шул кистә боронғо ғәрәптәр Яңы йылды ҡаршылаған. Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу тап шул кистә сауаплы һаналған.
     Аҡланыу (ярлыҡаныу), гонаһтарҙан азат ителеү (арыныу) кеүек йола ғәрәптәрҙә Ислам динен ҡабул иткәнгә ҡәҙәр ҙә булған: Ислам диненә күскәс тә был йола һаҡланған. Пәйғәмбәрҙәрҙең байтағы тап ошо тәүлектә (15 шәғбанда) бәләләрҙән ҡотолған.
     Риүәйәттәр шуны бәйән итә: Әҙәм балаларының киләһе осорға (бер йыл дауамында) нимәгә юлығыуы, яҙмышы нисек буласағы ошо кистә тәғәйенләне икән. Кемдәрҙең көнө бөтәүе лә ошо кистә тәғәйенләнә икән. Шуға күрә лә был кистә бәхет теләп, хәйерле ғүмер биреүҙе һорап, Раббыбыҙға ялбарабыҙ, үҙебеҙгә лә, балаларыбыҙға ла, яҡын кешеләребеҙҙең һәммәһенә лә ике донъя рәхәттәрен теләйбеҙ, әлхәмдү лиллаһи!
Был кистә Аллаһы Тәғәлә үә тәбәрәкә, ҡолдарының (кешеләрҙең) ялбарыуына, теләгенә (доғаһына) был кистә айырыуса илтифатлы була икән. Бәндәләрҙең үкенеүе, тәүбәгә килеүе, Аллаһтан, гонаһтарын ярлыҡауын һорап, ялбарыуы сәбәбендә күптәрҙең гонаһтары ярлыҡана был кистә, Аллаһ бойорһа.
     Бәра'әт кисендә, мәрхүмдәрҙең гонаһтарын ярлыҡауҙы һорап; ихлас күңелдән доғалар күп уҡыла. Был кистә, ошо кисте ҡаршыларға әҙерләнгәндә, изгелектәр ҡылырға тырышырға кәрәк. Мохтаждарға, меҫкендәргә, матди хәле мөшкөл кешеләргә хәйер, саҙаҡалар биреү айырыуса сауаплы. Мосолмандар был кистә бергә үткәрә, ҡунаҡлаша, бер-береһен һыйлай.
     Аллаһты танымай, уға инанмай ғәфләттә (вайымһыҙлыҡта) йөрөүҙән һаҡ булырға тейешбеҙ. Сөнки Аллаһ, Үҙен таныған, Уның исемен зекер иткән, Уға ялбарған ҡолдарын (кешеләрҙе) ғына ғәфү итә һәм бәрәкәтле, бәхетле итә. Ике донъя рәхәттәрен фәҡәт Аллаһ бирә. Аллаһҡа яҡын булырға тырышыу — һәр кемдең бурысы. Ғибәҙәт ҡылған, Аллаһтың үтә тигәнен үтәгән, тыйыл тигәненән тыйылған кешеләр генә Аллаһҡа ысын-ысындан яҡын була.
     Бер хәҙис шәрифтә: “Рәжәб айы — Аллаһы Тәғәләнең айы, шәғбан иһә — минең айым, рамаҙан айы иһә — өммәтемдең айы...” — тиелгән.
     Имам әш-Шәфиғи былай тигән: «Беҙгә мәғлүм булды: биш кистә доғалар ҡабул булыр. Был биш кис: йома кисе, Ҡорбан ғәйете, Ураҙа ғәйете кистәре, рәжәб айының беренсе кисе, шәғбан айының беренсе яртыһынан икенсеһенә күсә торған киселер”.
     Бәра’әт кисе мөбәрәк булыуы ла, фазилиәтле булыуы ла өммәтебеҙгә бик яҡшы мәғлүмдер. Был кисте төнгө намаҙҙарҙа, Ҡөръән уҡыу, зекер-салауатта үткәреү — ғәжәйеп нәмә, бик оло маҡтауға лайыҡлы ғәмәлдер.
     Аллаһы Тәғәлә: “Әгәр Бәра’әт кисе, шәғбан айының яртыһы килеп етһә, төнөн ҡыямда, көндөҙөн ураҙала үткәрегеҙ», тип әйткән.
     Усама ибн Зәед Рәсүл-Әкрәмдән һораған: “Йә, Рәсүлуллаһ Шәғбан айынан башҡа айҙарҙа һин шул ҡәҙәр ураҙа тотмайһыңдыр?”. Рәсүлуллаһ, ғәләйһис-сәләм: “Рәжәб менән рамаҙан араһында булған ай тураһында кешеләр ғафил. Был айҙа ғәмәлдәр Раббил-Ғәләмингә йүнәлерҙәр. Минең ғәмәлдәрем ураҙалы хәлемдә йүнәлгәнде мин бик хуп күрәмен”, — тип яуап биргән.
                                        Бәраәт кисәһе намаҙы:
     Был кисә өсөн махсус намаҙ юҡ. Ләкин-кисәнең бер өлөшөндә ғибәҙәт эсендә булыу, нәфел намаҙҙар уҡыу сауаплылыр. Был кисәлә уҡыла торған намаҙға «саләәтүл- хайр» — «хәйер намаҙы» тип әйтәләр. Көндөҙ мохтаждарға саҙаҡа биреү, исәне ғибәҙәттә уҙғарыу бик сауаплы.