Бәраәт кисе
Ошо Шағбан айынын ун бишенсе кисендә (Бәраәт кисе) Джәбрәил ғәләйһис-сәләм фәрештә Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмгә килде лә әйтте: “Йә, Мөхәммәд (ғәләйһис-сәләм)! Ғафил булма, был кистә рәхмәт ишектәре асыла торған кистер. Ҡулдарынды күтәреп, доға ҡылып, изгелектәр теләгеҙ”, — тип әйтте.
Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: “Әй, Джәбрәил, Был ниндәй фазыйләтле кисәлер?” – тигән.
Джәбрәил ғәләйһис-сәләм фәрештә: “Әй, Мөхәммәд (ғәләйһис-сәләм). Был кистә өс йөҙ рәхмәт ишеге асылыр. Аллаһ Тәғәлә һәр мосолман бәндәне, мәгәр ун төрлө төркөмдән башҡа, әгәр тәүбә ҡылмаһалар ярлыҡамаҫ: сихерсыны, күрәҙәлек ҡылыусыны, бер мосолман менән үпкәләшеп, һөйләшмәй йөрөгәнде, йәғни үпкә-асыу тотоусыны, иҫерткес эсеүҙе дауам итеүселәрҙе, зинаһы ҡылыусыны, әҙәмдәргә процент өсөн аҡса биреүсене, ата-әсәһен рәнйетеүсене, кеше үлтереүсене, үҙенең ҡәрҙәше менән талашҡан кешене. Әгәр, ошо кешеләр ысын күңелдән тәүбә ҡылып, был эштәренән ваз кисһәләр, уларҙы ярлыҡар”.
Хәҙис шәриф: Хәҙрәти Ғәли раҙийал-лаһу ғәнһү бәйғәмбәребеҙҙән риүәйәт ҡыла. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллал-лаһү ғәләйһи үә сәлләм әйтте:
“Шағбан айының ун бишенсе ҡәҙерле кисен, төндә зекер-ғибәҙәттәр ҡылып, намаҙҙар уҡып, уяу үткәрегеҙ һәм көндөҙөң нәфел ураҙаһын тотоғыҙ. Сөнки ошо кистә Аллаһ Тәғәлә үҙенең рәхмәтең үә мәғрифәтен ергә йүнәлтер һәм әйтер; Кемдәр гонаһларын ғәфү ителеүен теләп истиғфәр (тәүбә) ҡылһалар, Мин уларҙың гонаһларын кисерермен, кемдәр ризыҡ һораһалар, ризыҡландырырмын, кемдәр сәләмәтлек һораһалар, ауырыуҙарына шифалар бирермен”.
Ошо һөйөнөс кистә, һәр беребеҙгә уяу булыу ҙур бәхет булыр. Бәраәт кисендә бәндәләрҙең йыллыҡ ғәмәл дәфтәрҙәре Аллаһ Тәғәләғә тапшырылып, яңыһы бирелер. Ошо дәфтәрҙәрҙә беҙ һораған нәмәләр булыр, яҙмыш-тәҡдирҙәребеҙ үҙгәреп тормошобыҙҙын икенсе юлға юнәлеүе иғтималы бар. Барыһыла Аллаһ Тәғәлә иғтиярында, һорағыҙ, һис шикһеҙ бирер, был донъяла булмаһала, әхирәттә булыр. Ике донъя рәхәтен күрергә барыбыҙға насыйп итһен.
Был кис-төндә уяу тороп, намаҙ уҡып, белгән саҡлы Ҡөрйән уҡып, Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә салауаттар әйтеп, бар мөьимин мосолмандарға, атай-әсәйҙәргә, остаҙдарыбыҙға хәйер-доғалар ҡылыу ҙур ғәмәл. Улар ҡабул булыр. Шулай уҡ үҙебеҙҙе һәм башҡаларыбыҙҙы тамуҡ утынан ҡотолыуыбыҙҙы теләп:
“Йә, Раббым, Беҙҙе тамуҡ утынан һаҡла, ожмах ишектәренә инеүҙе насыйп ит” – тип доға ҡылайыҡ.
Әгәр ошо кисәлә берәйһе ике рәҡәғәт намаҙ уҡыһа, һәр рәҡәғәттә бер Әлхәм сүрәһе, ун тапҡыр Ихлас сүрәһен уҡып, шунан һуң көндөҙ ураҙа тотһа, теләгәнен һораһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешене изгеләр рәтенә ҡылыр.
Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйтте: “Мин ошо кисәлә уяу тороп, дүртән бер өлөшөн үткәргәс, Джәбрәил фәрештә килде лә әйтте: Әй, Мөхәммәд! (ғәләйһис-сәләм) Башынды күккә табан күтәр һәм ҡара, нимә күрәһен?” – тине. Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм: “Башымды күтәрҙем һәм күрәм: Күк ишектәре асылып, донъя күгенән ғәрешкә саҡлы фәрештәләр сәждә ҡылған хәлдә, һәр береһе өммәтем өсөн ярлыҡау һорауҙарын күрҙем.
Күктәрҙен һәр ишеге һайын бер фәрештә тора. Беренсе ишектә тороусы фәрештә Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтенең был кистә рөҡуғтә булыусыға һөйөнөс — тип ҡысҡыра. Икенсе ишектәге фәрештә, был кистәге сәждә ҡылыусыға һөйөнөс — тип ҡысҡыра. Өсөнсө ишектәге фәрештә, был кистәге зекер итеүсегә һөйөнөс –тип ҡысҡыра. Дүртенсе ишектә тороусы фәрештә, был кистә Раббыһына доға ҡылыусыға һөйөнөс, бишенсе ишектәге фәрештә был кистә Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡып илаған кешегә һөйөнөс — тип ҡысҡыра. Алтынсы ишектәге фәрештә, был кистә изге ғәмәл ҡылыусыға, етенсе ишектәге фәрештә ошо кистә Ҡөрйән уҡыусыға һөйөнөс” — тип ҡысҡыра.
Ошо фәрештәләр әйтер: “Йә, бармы теләк-хәжәт һораусы, һорағыҙ, һораған нәмәләрегеҙҙе Аллаһ Тәғәлә бирер. Йә, бармы доға ҡылыусы. Доғағыҙ ҡабул булыр. Йә, бармы гонаһларынан тәүбә итеүсе, тәүбәһе ҡабул булыр. Йә, бармы “әстәғфирулла” тип әйтеүсе, бар гонаһлары ярлыҡаныр, тәүбә ишектәре таң атҡансы асыҡ булыр”.
Шуға ла беҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтенән булараҡ, бәйғәмбәребеҙҙен шәфәғәтенән Ҡыйәмәт көнөндә мәрхүм булмайыҡ тиһәк, унын сөннәтен үтәп, тыйылғандарынан тыйылып, ҡушҡандарын үтәп, ошо кисте изгелектә үткәрәйек.
Риүәйәттә әйтелә: “Рух (Ғайса) ғәләйһис-сәләм сәфәр ваҡытында бер тауға күтәрелде. Ул тау башында бер ғәжәп аҡ таш күреп иҫе китеп ҡатып ҡалды. Шул ваҡытта Аллаһ Тәғәлә әйтте: “Әй, Рухуллаһы! Һиңә бынан да ғәжәп нәмә күрһәтәйем”. Шул арала таш уртаға ярылды. Шул таштың эсенән бер аҡ һаҡаллы шәйех килеп сыҡты. Өҫтөнә йөндән кейем кейгән, алдында бер нисә йөҙөм емеше бар ине. Рухулла ғәләйһис-сәләм унан һораны: “Әй, шәйех, был йөҙөм емеше һиңә ҡайҙан иреште”. Шәйех яуап бирҙе: “Аллаһ Тәғәләнең миңә ризығылыр”. Рухулла ғәләйһис-сәләм тағыла һораны: “Әй, шәйех, был таш эсендә нисә йыл ғибәҙәттә булдың?” Шәйех әйтте: “400 йыл ғибәҙәт ҡылдым”. Рухулла ғәләйһис-сәләм, ғәжәпкә ҡалып: “Йә, Хоҙай Тәғәлә, Һинең ҡаршында был шәйехтәндә ҡәҙерле, сауаплы бәндә бармы?
Аллаһ Тәғәлә: “Әй, Рухулла (ғәләйһис-сәләм), Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтенән берәү Шағбан айының ун бишенсе кисәһендә уяу тороп, бар гонаһларынан тәүбә-истиғфәр ҡылып, зекер-ғибәҙәт булһа, көндөҙ ураҙа тотһа, ул әҙәм минем ҡаршымда был шәйехтәндә ун мәртәбә ҡәҙерлерәк һәм уға сауабы күберәк булыр” — тигән.
Бәраәт намаҙы: Йәстү (төнгө) намаҙҙан һуң ун ике рәҡәғәт намаҙ уҡыла. Һәр рәҡәғәттә бер Фатиха сүрәһе, өс мәртәбә Ихлас сүрәһе уҡыла. Аллаһ Тәғәлә ошо намаҙ эсендәге уҡыған Ҡөрйәндең һәр хәрефенә сауап яҙыр һәм хәбәр әйтер: “Тамуҡ уты һиңә харам булды” — тип.
Әбү Талибтән: “Бер кеше Бәраәт кисендә ике рәҡәғәт намаҙ ҡылһа, һәр рәҡәғәттә бер Фатиха сүрәһе, бер Ихлас сүрәһе, Фәләҡ сүрәһе һәм бер Нәс уҡыһа, ошо ике рәҡәғәт уҡыған кеше үҙен йәннәт баҡсаһы эсендә күрмәйенсә был донъянан китмәҫ”.
Аллаһ Тәғәлә барығыҙғала ошо Бәраәт кисенең бар сауабын һәм рәхмәтен бирһен. Аллаһу Әкбәр.